Һыйыр итенән урама
Һыйыр итенән урама — иткә төрлө эслек төрөп эҙерләнгән ашамлыҡ.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
үҙгәртергә- 150 грамм йәш һыйырҙың һум ите
- 30 грамм баклажан
- 25 грамм болгар боросо (ҡыҙылы айырыуса матур була)
- 40 грамм бәшмәк
- 1 киви
- зәйтүн майы
- тәменсә һарымһаҡ
- тоҙ
- шәфәри үләне
- үҫемлек майы
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәИтте ике яғынан сүкеш менән тәпәйбеҙ. Киҫәк ҙур күренһә, уны өскә бүлеп, һәр береһен айырым тәпәргә, аҙаҡ яңынан бергә ҡушырға мөмкин.
Тоҙ, борос һибәбеҙ.
Баклажанды 5-10 миллиметр ҡалынлығында буйынан-буйына теләбеҙ ҙә тоҙ һибеп, 3 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шулай әсеһен бөтөрәбеҙ.
Һалҡын һыу менән сайҡатабыҙ, һыуын һарҡытабыҙ. Ике яғынан ҡыҙҙырып алабыҙ.
Бәшмәкте шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм ҡыҙҙырып алабыҙ.
Татлы боросто орлоҡтарынан таҙартабыҙ, турайбыҙ.
Ҡоймаҡ кеүек йәйенке ит киҫәгенә иҙелгән һарымһаҡ һөртәбеҙ. Өҫтөнә баклажан, унан борос, артабан бәшмәк һалабыҙ.
Урама итеп төрәбеҙ, ялтыр ҡағыҙ менән урайбыҙ.
180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 20-30 минут бешерәбеҙ.
Киви һәм зәйтүн майын бергә блендерҙа иҙеп, соус әҙерләйбеҙ.
Тәрилкәгә ҡыя итеп теленгән урама киҫәктәрен матур итеп һалабыҙ, сит-ситтәренә соус ҡойоп сығабыҙ, шәфәри үләне менән биҙәйбеҙ.