- Алап менән һәнәк һыуға бара.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Төймә ҡаҙай икәү,
Ғәббәс ҡоҙа япа-яңғыҙ.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Илекәй ағай икәү,
Сәфәр ағай яңғыҙ.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Дөрмән ағай икәү,
Дәүли меҫкен бер үҙе.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Беҙ ағайың менән икәү,
Бисәм бахыр бер үҙе.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Ишәй ағай икәү,
Япай ағай япа-яңғыҙ.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Кимкәй ағай икәү,
Япасағы япа-яңғыҙ.
- Алпан-һәлпән,
Алама сапан,
Дүрт ҡормалы,
Кәк(е)ре ҡуллы,
Яҫы юллы.
- Ишек алдында сүмәлә,
Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке.
- Кәбән,
Бер яғына һөйәлгән һәнәк,
Икенсе яғына һепертке.
- Ике һөҙгөс,
Дүрт йөрөгәс,
Бер һелтәүес.
- Дүрт терәүес,
Ике ҡылыс,
Бер болғауыс.
- Дүрт мыштыр,
Ике йылтыр,
Ике тороҡ,
Бер бороҡ.
- Апсыҡ-апсыҡ,
Алама сапан,
Дүрт терәүес,
Бер болғауыс,
Кәк(е)ре ҡондоҙ,
Яҡты йондоҙ.
- Дүрт терәүес,
Бер болғауыс,
Алама сапан,