Һырғанаҡ
Һырғанаҡ— сәнскеле ботаҡтары булған ҡыуаҡ йәки 0,5 — 0,6 метр бейеклектәге ҙур булмаған ағас.
Таралыуы
үҙгәртергәҺырғанаҡ Европа һәм Азияның йылы зонаһында үҫә. Беҙҙең илдә ул Балтик диңгеҙе яры буйында, Дунай йылғаһы тамағында, Төньяҡ Кавказда һәм Кавказ аръяғында, Урта Азияла, Алтайҙа, Тувала һәм Бурятияла осрай.
Һырғанаҡ башлыса үҙәндәрҙә, йылға буйҙарындағы һыубаҫар туғайҙарҙа, әрәмәлектәрҙә үҫә.
һуңғы йылдарҙа һырғанаҡты илдең төрлө райондарындағы, шул иҫәптән Уралдағы, ғилми-тикшеренеү институттарында һәм тәжрибә станцияларында, урман хужалыҡтарында, колхоз һәм совхоздарҙа күпләп үҫтерә башланылар.
Ботаник тасуирлама
үҙгәртергәһырғанаҡ — сәнскеле ботаҡтары булған ҡыуаҡ йәки 0,5 — 0,6 метр бейеклектәге ҙур булмаған ағас. Ул ике өйлө (аталыҡ һәм инәлек сәскәләре ике айырым ағаста булған үҫемлек), ел ярҙамында һеркәләнә, сәскәләре ваҡ ҡына була.
һырғанаҡ япраҡ атҡанға тиклем йәки шул осорҙа сәскә ата. Май башында йәш ботаҡтар ебәрә башлай һәм үҫеү процесы август аҙағына —сентябрь башына тиклем дауам итә. Емештәре лә сентябрь баштарына өлгөрә, ләкин ҡойолмай, яҙға тиклем һаҡлана.
Ул ғәҙәттә 4-5 йәштә емеш бирә башлай. Емеше бик һутлы, һары йәки көрән төҫтә ҡара-ҡыҙылдары ла була. һырғанаҡ йыл һайын тиерлек һәм мул уңыш бирә.
Емеше төрлө витаминдарға бай булғаны, бик ҡиммәтле май биргәне, кеше өсөн кәрәкле биологик актив матдәләргә бай булғаны өсөн һырғанаҡ ҡиммәтле үҫемлек иҫәпләнә.
Медицина әҙәбиәтендә яҙыуҙарына ҡарағанда, һырғанаҡ майы ауыртыуҙы баҫа, ит үреүгә ярҙам итә, янған, туңған урындарҙы тиҙ уңалта, тире ауырыуҙарын дауалағанда ла ҡулланыла.
һырғанаҡ — яҡты яратыусы үҫемлек. Ул эргәһендә үҙенән бәйек йәки үҙе менән бер тиң булған икенсе ҡыуаҡтарҙы йәки ағастарҙы яратмай, күләгәлә иһә насар үҫә. Себерҙән сыҡҡан һырғанаҡ тәбиғәттең һәр т2рлэ ҡырыҫлыҡтарын бирешеп бармай, көҙгө-ҡышҡы Һалҡындарға, йәйге эҫеләргә лә түҙә.
Үрсетеү
үҙгәртергәУлтыртыу материалы етмәгәнлектән, күп баҡсасылар уны орлоҡтан үҫтерергә мәжбүр була. Орлоҡ өсөн емеш те юғары уңыш биреүсе ҡыуаҡтарҙан алалар. Орлоҡтар бер нисә йыл буйына шытыу һәләтлеген юғалтмай, ҡасан сәсһәң дә шытып сыға. Шулай ҙа ҡара көҙ йәки иртә яҙ сәсеү яҡшы.
Үҫентеләрҙе тәрбиәләү рәт араларын һәм төптәрен йомшартыуҙан, ваҡыты-ваҡыты менән һыу һибеүҙән тора.
һырғанаҡты ботаҡтан үҫтереүҙе хәҙер киң ҡулланалар. Ҡыуаҡтарҙың горизонталь тамырҙарынан сыҡҡан үҫентеләрҙе тамырҙан айырып алып үҫтереү — иң анһат ысул. Быны һәр кем эшләй ала.
Яҙ һәм йәй ҡоро килһә, үҫентеләрҙе һуғарыу мотлаҡ. Сәсеү алдынан 3-4 тәүлек орлоҡтарҙы еүешләргә кәрәк. Яҙ көнө тупраҡ тиҙ кибә, шуға күрә 5 сантиметр тәрәнлектәге бураҙналарға сәсеү яҡшы, ә көҙ көнө 2 сантиметр ҙа етә. Тупраҡ өҫтөнә серетмә һибелә: яңы шытып сыҡҡан үҫентеләр ҡояш нурҙарын яратмай, шуға күрә күләгә яһау талап ителә. һырғанаҡ орлоғо тупраҡта оҙаҡ һаҡланмай, әгәр 1—2 ай эсендә шытып сыҡмаһа, ул һәләк була.
һырғанаҡ—һыу буйҙарында, дымлы, ҡом-ташлы тупраҡта үҫкән үҫемлек, тигәйнек. Уны баҡсала үҫтергәндә ошоно һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
һырғанаҡ үҫентеһе һәйбәт үҫһен өсөн тупраҡ дымлы, ҡомло һәм яҡшы ашланған булынға тейеш. Ул балсыҡлы, ауыр тупраҡта насар үҫә. һаҙлы Һәм Һыу йыйылып ятҡан урындарҙы яратмай.
һырғанаҡты яҙ көнө, үҫентене питомниктан алып ҡайтҡас та, япраҡ ярмаҫ элек, ултыртыу Һәйбәт һөҙөмтә бирә. Үҫентеләрҙе 4x2,5 метр схемаһы буйынса ултыртырға кәрәк. Коллектив баҡсаларҙа 2—4 инә үҫемлеккә бер ата үҫемлек (ел даими өргән яҡтан) ултыртыу талап ителә, һырғанаҡты соҡорҙарға алма ағасы ултыртҡан технология буйынса ултыртыу һәйбәт. Үҫентене питомниктағыға ҡарағанца 5—7 сантиметрға тәрәнерәк ултырталар.
Яҙ көнә ботаҡтарҙы бер аҙ ҡыҫҡарталар. Ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташларға кэ- рөк. Емешен ул ныҡ бешеп еткәс, ныҡ тулышҡас ҡына йыялар. Тәрбиә яҡшы булһа, бер ҡыуаҡ 20 килограмға тиклем уңыш бирә.
Шифаһы
үҙгәртергә- Һырғанаҡтың спирттәге төнәтмәһе һәм һырғанаҡ майы – ауыртыныуҙы баҫа, яраларҙы дауалай, поливитамин ( А , С, Е витамин дары етешмәгәндә ), ашҡаҙандың сей яраһынан (гастрит, язва...) һәм башҡа сирҙәренән, дизентериянан, яман шештән дауа;
- Матдәләр алмашыныуҙы көйләй һәм балыҡ майын алыштыра ала;
- Һөрөм газынан зарар күргәндә шифаһы тейә:
- Тәнде таптар, тимгелдәр, сабыртма баҫҡанда, экземала, ҡыҙыл сөсө ауырыуынан (волчанка) һәм башҡа тире сирҙәренән ҡулланыла;
- Оҙайлы яраларҙан, трофик сей яраларҙан , инфекцион сирҙәрҙән, аналыҡ муйынтығының эрозияһынан дауалай;
- һырғанаҡ майы тәндең янған һәм туңған ерҙәрен тергеҙә, оҙаҡ ятыуҙан тәндең боҙололған ерҙәренә (тишелеү), тиренең нурланыу эҙемтәләренән шифа;
- Һулыш юлдары сирләгәндә ингаляция эшләү өсөн ҡулланыла;
- Гинекологияла кольпит, эндоцервицит һәм и аналыҡ муйынтығының эрозияһынан;
- аш юлындағы һәм ашҡаҙандағы яман шештән нур терапияһы үткәс дауаланыу өсөн ҡулланыла.
- Үҙағасы тибет медицинаһында гемостатик , анальгетик һәм тән ҡыҙыулығын баҫыу сараһы булараҡ ҡулланыла;
- Үҙағасының көлө эсәктәрҙең ҡатыуынан дауалай;
- Ҡабыҡтарынан эшләнгән спиртлы экстракты һәм "Гиппофаин" (хлоргидрат 5-гидрок-ситриптамина) препараты саркоманы, Эрлих шешен һәм яман шештәрҙең башҡа төрҙәрен баҫа.
- "Гиппофаин" түбән ҡан и баҫымынан дауалай, организмдың эшмәкәрлеген көйләй.
- Ҡабыҡтарының һыуҙа ҡайнатмаһы сәсте нығыта.
- Ботаҡтарының, япраҡтарың экстрактын Монголияла ҡатыуҙарҙы, энтероколитты һәм диареяны дауалау өсөн ҡулланыла.
- Япраҡтары ашҡаҙан-эсәк һәм тире ауырыуҙарынан дауа, Урта Азияла ревматизмдан боҫлама ҡуйыу һәм сылатҡыс ябыу (ҡуйыу ) өсөн файҙаланыла.
- Япраҡтары , сәскәләре, емештәре сыбартманан,, подагранан һәм ревматизмдан дауа булып тора.
- Сәскәләре Таджикистанда косметик сара булараҡ ҡулланыла.
- Емештәре тибет медицинаһында үҙаллы ла, рецепт составында ла:
- гемостатик, шешенеү процестарында, - Һулыш юлдары һәм үпкә, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән , матдәләр алмашыу боҙолоуына бәйле йөрәк, ҡан ауырыуҙарынан,
-майлы экстракты бауыр сирҙәренән, шешеү процестарынан , аш һеңдереү боҙолғанда , гематомах һәм геморрагия осраҡтарында шифа булып тора.
Ҡулланыу
үҙгәртергә- Емештәренән төнәтеп һарҡынды эшләү(настой): 25 г емешкә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп бешекләйҙәр, унан 4 сәғәт тоталар, аҙаҡ һөҙөп алалар.
- Емештәренән һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар): 20 г емеште 250 мл һыуҙа 20 мин ҡайнатып һөҙәләр.Сәс ҡойолғанда ҡулланалар.
- Емештәренән һәм япраҡтарынан төнәтеп һарҡынды эшләү(настой): 20-әр емешен һәм япраҡтарын 250 мл ҡайнатылған йылы һыуҙа 6 сәғәт тоталар, унан һөҙәләр. Көн эсендә сирек стаканлап 3 өлөшкә бүлеп эсәләр.
- Ботаҡтарынан һәм япраҡтарынан һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар) эшләү: 10-ар г ваҡланған ботаҡтарын һәм япраҡтарын 250 мл һыуҙа 20 минут ҡайнаталар һәм һөҙөп алалар. Эс киткәндә ярты ашҡалаҡлап көнөнә 4 тапҡыр эсәләр.
- Емештәренән һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар): 10-15 г емеште 250 мл һыуҙа 10 минут әкрен генә утта ҡайнаталар. 2 сәғәт ултырғас һөҙөп алалар. Эс ҡатҡанда ашҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсәләр.
- Емештәренән һәм япраҡтарынан һут эшләү: 1/2-ар стакан һут һәм һөткә бер ашҡалаҡ бал өҫтәп көн эсендә 3-кә бүлеп эсәләр (ашҡаҙанда әселек күп булғанда был ысул бармай).
- Һырғанаҡ сәйе – депрессияға һәм елһенеүгә ҡаршы ҡулланыла. 150 грамм һырғанаҡты йыуырға һәм өстән ике өлөшөн иҙергә кәрәк. Сәйнүккә һырғанаҡ иҙмәһен, ҡалған еләкте һәм сәй һалалар. Артабан ҡайнаған һыу өҫтәп, 10-15 минутҡа төрөп ҡуялар. Әҙер сәйҙе иләк аша яһайҙар. Бал өҫтәп эсергә мөмкин
Һырғанаҡ емешенән һут, компот, варенье, джем, желе, кеҫәл эшләргә мөмкин.