- Аяғы юҡ, ҡулы юҡ —
Үҙе һүрәт төшөрә.
- Ишектән инер, түрҙән уҙыр.
- Ишектән инер иңкәйеп,
Түргә менер туңҡайып.
- Тубыҡтан тотоп ала,
Ҡолаҡтан семтеп ала.
- Рөхсәтһеҙ инер, түргә йүгерер.
- Өйгә килеп тә инде,
Һаулыҡ бирмәй уҙып та китте.
- Ишеккә килде һөмһәйеп,
Туҡтап торҙо туңҡайып.
- Ишектән инер, эсеңә керер — күрмәҫһең.
- Иңкәйеп инә, һике аҫтына йүгерә.
- Һуҙылып керер, түргә менеп ултырыр.
- Кәртәм артында күк бурҙай,
Һөйәккә теше үтмәй.
- Бураланған дөйә бурбайыңдан ала.
- Байҙы ҡосаҡлай,
Ярлының ҡуйынына керә.
- Старт юҡта — йүгертә,
Гармун юҡта — бейетә.
Ҡулдары юҡ — семетә,
Быныһы нимә? Кем әйтә?