Һөт кеҫәле
Ингредиенттар
үҙгәртергә- 4 стакан һөт
- 0,5 стакан шәкәр ҡомо
- 2 аш ҡалағы картуф оно
- лимон, апельсин ҡабығы
Әҙерләү
үҙгәртергә3 стакан һөттө кәстрүлгә һалып ҡайнатырға, ярты стакан шәкәр ҡомо ҡушырға. Айырым һауытта ике аш ҡалағы картуф онон бер стакан һыуыҡ һөткә һалып иҙергә лә уны ҡайнап ултырған һөткә һалып, болғай-болғай 5 минут ҡайнатырға. Әҙер булғас,ҡырғыстан үткәрелгән лимон, апельсин ҡабығын ҡушырға. Был кеҫәл бигерәк тә балаларға файҙалы.