Әбйәлил районында урынлашҡан Яҡтыгүлдең легендаһы
Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 8-се А класс уҡыусыһы Әһелова Айлина. Яҡтыгүл - Банное – Мауыҙҙы
Яҡтыгүлдә ап - аҡ томан.
Һыуҙа кәмә сайҡала.
Татлы бер хис йөрәктәрҙә.
Айҡала ла айҡала. (Әсхәл Әхмәт – Хужа)
Эйе, тап ошондай хистәр тыуыр Әбйәлилдең мөғжизәле Яҡтыгүленә барһағыҙ. Районыбыҙҙа 33 күл бар. Әлбиттә ,иң билдәлеһе - Яҡтыгүл. Ул иҫ киткес матур, ысынлап та, яҡты һәм саф күл ул. Таҙа, тоноҡ һыулы булғаны өсөн халыҡ Яҡтыгүл тип йөрөтә. Ә борондан һаҡланып ҡалған икенсе исеме – Мауыҙҙы, йәғни Аждаһалы... Легендала һөйләнелеүенсә, “ул күл борон ҡара урман менән уратылған булған. Күлдең эйәһе ялмауыҙҙы булған, тиҙәр. Был яман мәскәй күлде өйрөлтөп йөрөткән, имеш. Күлгә кейек-януар, ҡош-ҡорт яҡын килергә лә ҡурҡҡан. Һыу эсергә һәр береһен мәскәй йотоп торған. Хатта күл өҫтөнән йөҙөп барған ҡошто ла тыны менән тартып алған, тиҙәр. Шуға ла был эйәле күлде Мауыҙҙы тип атағандар.
Ә ”Банное” атамаһының тарихын халыҡ былай тип һөйләй:
“Башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылғас, бер ваҡыт күлдең ситенә генә рус баярҙары йорт һалдыра башлаған. Уларҙың рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ҡыланыуҙарына был тирәләге башҡорттарҙың йәне көйгән. Берҙән – бер көндө башҡорттар:” былай эстән янып генә янып йөрөүҙән ни файҙа, ер китә бит,” - тип йыйылышып кәңәшләшкәндәр ҙә тегеләрҙе пыран-заран туҙҙырып ташлағандар. Ҡасҡаны ҡасып ҡотолған . Ҡасып өлгөрә алмағандарын үлтереп бөткәндәр ҙә әйҙәренә ут төрткәндәр. Янғын бик көслө булған. Тау буйындағы ҡарағастар янып бөткәндәр. Тау битләүе ҡап-ҡара булып ҡалған. Тик бер мунса ғына имен ҡалған. Урыҫтарҙан күрмәксе, ерле халыҡ уны “баня” тип атаған. Күлдең исеме лә “Банное озеро” булып киткән. Икенсе бер легенда буйынса, күлдең ошо исеме шунда туҡтап, йыуынып киткән Пугачев яугирҙарынан ҡалған имеш. Уны Мауыҙҙы, Банное тип тә йөрөтәләр.Ул тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡарай. Альбина Муллахметова https://vk.com/topic-36676061_46528914