Әбйәлил районы Хәлил ауылы ер-һыу атамалары

53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)

Дарыулы йылғаһы хаҡында легендалар


Әбйәлил районы Ишбулды урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Ғүмәрова Лилиәнең фәнни конференцияла ҡатнашҡанда яҙған Дарыулы йылғаһының килеп сығыуы тураһындағы легендаларын тәҡдим итәм.
( 1 вариант )
Беҙҙең олатайҙар Хәлил ауылы тураһында шулай һөйләй торғайнылар. Бөрйән яғынан бер ҡарт үҙенең ауырыу ҡыҙын терелтеү өсөн табип эҙләп был яҡҡа килеп сыҡҡан. Оҙаҡ юл йөрөп арыған ҡарт халыҡ Ташлы йылға тип атаған йылға буйында туҡтаған. Сарсап ауырыған ҡыҙына йылғанан алып һыу эсергән. Көмөш кеүек таҙа, һалҡын һыуҙы эскәс,ҡыҙҙың хәле еңеләйеп, тын алышы иркенәйеп киткән. Быны күргән ҡарт өс көн буйы ошо йылға буйында ятып, ҡыҙына һыу эсергән, ҡыҙы төҙәлгән, ауырыу һыпырып алғандай бөткән. Быға бик ҡыуанған ҡарт шифалы был йылғаны Дарыулы
тип атаған. Үҙе ошо матур урында йорт һалған, ауылды нигеҙләгән, ә ҡарттың исеме Хәлил исемле булған. ( Өләсәйем Әхмәтшина Сәлимә Хәбиб ҡыҙынан яҙып алынды.)
( 2 вариант )
Был легенда иһә ирек яулап йөрөгән батырҙар хаҡында. Ошо ерҙәрҙә уларҙың бик күп ҡаны түгелгән икәнлеге асыҡ күренә. Өс партизан
булған. Ошо ерҙә улар бик ҡаты яраланып үҙ иптәштәренән ятып ҡалғандар. Һарғылт ҡылғандар уларҙың тәндәренән һарҡып аҡҡан ҡанға буялған. Шул ваҡыт өс батырҙың береһе аңға килеп, һыуға дуҫтарын һөйрәп илткән. Уларҙың яраларын йыуып, һыу эсергән. Шул саҡ улар терелеп киткәндәр. Шифалары булған был шишмәне, Дарыулы тип улар атаған.(Әхмәтҡужина Фәридә Әбүталип ҡыҙынан яҙып алынған.)
( 3 вариант )
Шаҙығай ауылы аръяғында, урман араһындағы һикәлтәле таштар араһынан сылтырап ҡына бер шишмә башлана. Был шишмә киңәйә килә ҙур булмаған йылғаға әүерелә. Уның һыуы шундай саф, һалҡын һәм таҙа. Йылғаны Дарыулы тип атайҙар. Был йылғаның исеме тураһында бер легенда йөрөй. Үткән быуаттың баштарында булған был хәл. Ошо тирәнән юлаусы губернатор үтеп барған. Ул бик ауырыған булған, юлда әлһерәгән, йонсоған һәм туҡтап ял алырға тип шишмә янына килгән. Губернатор атынан төшкән һәм шишмәнән һыу эскән. Арыған кешегә һыу бик тәмле тойолған, дарыу һымаҡ күренгән. Ошонан һуң йылғаны Дарыулы тип йөрөтә башлағандар.


Хәйбуллин Әҡсән Мәғүс улынан яҙып алынған. Гузалия Шугурова