Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының топонимы
Раевка ҡасабаһының этимологияһы.
Раев Александр Федорович (1823—1901 й.) Рәсәй хөкүмәтенең йәшерен советнигы була. Рус яҙыусыһы Н. Г. Чернышевскийҙың өс туған ҡустыһы.
Ул Саратов губернаһына ҡараған Вязовка ауылында тыуған.
Хөкүмәт Раевоны 1863—1864 -се йылдарҙа хәрби компания сараһын уңышлы уткәргәне өсөн хәҙерге Раевка ҡасабаһы һәм Дәүләкән райондарына ингән (Раево,Ноздеревка, ауылдары) ер биләмәләре менән бүләкләй.
Раево үҙ иҫәбенә имениеһында тимер юлы төҙөй, хәҙер ул Раевка туҡталышы тип йөрөтөлә. Бынан тыш ул мәктәп һәм сиркәү төҙөй. Раевка ҡасабаһына Вязовка ауылдарынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һала.
Райондың исеме боронғо Раевка менән йәнәш торған Әлшәй ауылы исеме менән,ә район үҙәге Раевка булып йөрөй. Башҡортса ла урыҫса ла бер исем-Раевка.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Страницы истории родного края. Давлекановский район. Краеведческий сборник. Сост. М. М. Гатауллина-Давлеканово,2005 г. 170 стр.