- Әминә батҡан тарихы
Тарихы ошонан башлана. Быны ололар һөйләй торғайны. Ул ваҡытта ошо тирәләрҙә үҙенең һылыулығы, аҡыллылығына һоҡланмаған кеше булмаған. Уның яратып йөрөгән бер егете булған. Тик ул ярлы ғаиләнән була. Шул уҡ ерҙә үҙе ҡарт, үҙе һаран бик бай йәшәгән. Ошо ҡарт Әминәгә яусы ебәрә. Әминә риза булмай. Ләкин ата-әсәһе был ҡарттан байыу файҙаһы тейер тип, Әминәне көсләп бирергә уйлайҙар. Шул кисте Әминә күрше ауылда йәшәгән апайына ҡаса һәм бер һаҙлыҡтан сыҡҡанда батып үлә. Шунан һуң ошо ерҙе был ҡыҙҙың исеме менән йөрөтә башлайҙар.
- Ҡара сәкмән ере
Ул бер төпкөл урмандарҙың береһе. Тирә-яғы урмандар менән уратып алынған. Уртаһында бер бәләкәй генә аҡлан бар, үҙенә күрә бер сабынлыҡ инде. Элек ауылыбыҙҙың бер кешеһе ҡыш көнө һыуыҡта ат менән бесәнгә китә. Кейергә кейем юҡ, өҫтә бер сәкмән генә. Шул китеүҙән ҡайтмай. Ололарҙың һөйләүҙәре буйынса, ул ас бүреләр төркөмөнә эләгә. Ике-өс көн үткәс, ауыл халҡы эҙләргә сыға. Бүреләр төлкөнө лә, кешене лә ашайҙар. Тик бүреләргә кәрәкмәгән сәкмән генә ятып ҡала. Шул ваҡыттан бирле был ерҙе” Ҡара сәкмән” тиҙәр.
- Аҡ һыйыр яланы
Элегерәк ауыл халҡы ҡыш үтеү менән йәйләүгә күсер булған. Уларҙың малдары һәр саҡ ситтә йөрөгән. Шунда бер кешенең малдары араһында бер аҡ һыйыр булған. Шул аҡ һыйыр үҙенекеләрҙән дә, башҡаларҙың да көтөүенән айырылған. Һәр ваҡыт үҙе генә иртәнге йә булмаһа киске һауынға килмәгән. Гел генә бер үҙен эҙләп алып килгәндәр .Тик бер үҙе урманда түңәрәк кенә яланда йөрөр булған. Шуға ла ул ерҙе «Аҡ һыйыр яланы” тип йөрөтәләр.
- Кеше аҫҡан ере
1918 йылдарҙа Граждандар һуғышы ваҡытында беҙҙең Шығай ауылы тирәһендә бик күпләп каратель отрядтар күренгеләй башлана. Кемдәр аҡтар йә ҡыҙылдар икәнен дә белмәгәндәр. Улар көсләп тигәндәй үҙҙәренә яҙылырға ҡушҡандар. Бик күптәре һуғышҡа китергә теләмәгәндәр. Шуға улар халыҡты ҡурҡытыр өсөн, һуғышҡа яраҡлы йәп-йәш егеттәрҙе ауылыбыҙҙан 5 километр алыҫлыҡта ятҡан бер йылға буйына сығарып аҫҡандар. Шунан һуң ошо йылға буйы «Кеше аҫҡан ере” тип атала.
- Үлек өҫтө. Әүлиә ташы
Был урын ауылыбыҙҙан бер километр тирәһе аыҫлыҡта ята.Борон 12-13 быуаттарҙа башҡорт менән ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар араһында бик күпләп болалар сығып торған. Уларҙың етәксеһе заманына күрә бик уҡымышлы Әүлиә булған. Ул үҙенә шул бәләкәй генә булған ҡалҡыулыҡ һайлаған. Сөнки дошманды күҙәтеү өсөн уңайлы урын иҫәпләнгән. Шул ҡалҡыулыҡта һуғыш, ҡан ҡойош булған. Хәҙер ул урында элекке ҡәберлек. Әлегә тиклем ҡәберлектә таҡта-таштар тора. Ә әүлиәне инде кәртәләп алғандар. Ташында боронғо ғәрәп телендә яҙыуҙар әле лә һаҡлана. Ул соҡоп яҙылған. Унда төрлө ерҙән кешеләр килеп, яҙыуҙарҙы өйрәнәләр. Әүлиә ташы ҡәберлеге Белорет ҡалаһының үҙәк музейында ла һаҡлана.
- Шығай ауылының тарихы
Шығай ауылының тарих төпкөлөнә бирелеп китһәң, уның тамыры 14-15 быуаттарға барып тоташа. Уға Шығай исемле бер ир кеше урын һалған. Риүәйәттәр буйынса, ул Шәғәли Шаҡмандың буй еткән, ир ҡорона ингән ейәне була. Ул ошо яҡтарҙың хозур тәбиғәтенә ғашиҡ була һәм шунда уҡ нигеҙ һалырға ниәтләнә. Уның ошо яҡты ниәттәренә ата-олатайҙары ризалыҡ бирә. Ошонан алып Шығай исемен йөрөтә башлай.