Әсегән һөткә баҫылған бауырһаҡ
Әсегән һөткә баҫылған бауырһаҡ
Ингредиенттар
үҙгәртергә- Әсегән һөт йә кефир — 2 стакан
- Он — 550—600 г
- Сода — 1 сәй ҡ.
- Кипкән сүпрә — 1 сәй ҡ.
- Йомортҡа — 1 шт.
- Тоҙ — 0,5 сәй ҡ.
- Шәкәр ҡомо — 1 аш ҡ.
- Көбағыш майы — 2 аш ҡ. (+500 г)
Әҙерләү
үҙгәртергәӘсегән һөттө йә кефирҙы саҡ ҡына йылытып алғандан һуң, уға шәкәр ҡомо, сода сүпрә һалып, бызырлағансы ҡалҡытып алырға. Һуңынан йомортҡа, тоҙ,көнбағыш майы һалырға ла, он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы йылы урынға бер сәғәткә ҡалҡытырға ултыртырға. Ҡалҡып сыҡҡас, һәйбәт итеп тансҡарға. Он һибеп ҡамырҙы өс-дүрт см ҡалынлығындағы эсәк формаһында әүәләргә лә, бәләкәй киҫәктәргә турап сығырға. 10 минут тирәһе ҡалҡытып алырға. Сөм һауытта, ҡыҙған майҙа бауырһаҡтарҙы бешереп алырға.