Әсе ҡоймаҡ

  • 0,5 литр һөт
  • 2 стакан он
  • 1 аш ҡалағы сүпрә
  • 2 йомортҡа

Йылымыс һөткә ондо ҡушып, шыйыҡ ҡамыр әҙерләйбеҙ. Сүпрәне лә болғатып, йылы урынға ҡуябыҙ.

Күпереп сыҡҡас, самалап тоҙ, 2 йомортҡа ҡушып тағы ла ҡабартып алабыҙ.

Ҡыҙған майлы табала майлап бешерәбеҙ.