Әхлаҡ— тыумыштан йәки уҡыу, өйрәнеү, йәки ғаилә тәрбиәһе менән ирешелгән рухи булмыш. Кешенең күркәм булмышын әхлаҡлылыҡ тәьмин итә. Һөйләгән һүҙҙәрендә, эшләгән эштәрендә, ҡылған хәрәкәттәрендә күпселек тарафынан дөрөҫ тип табылған нәмәләрҙе үтәгән кешене әхлаҡлы кеше тиҙәр.

Әхлаҡ тыумыштан да бирелә. Әммә уҡыу-өйрәнеү, ғаиләләге тәрбиә аша күберәк ҡаҙаныла торған рухи хәл ул.

Әхлаҡ үҙгәртергә

Әхлаҡлы кешенең һүҙҙәре лә, ҡылыҡтары ла, кешеләргә булған мөнәсәбәте лә күркәм була. Әхлаҡлылыҡ тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә шулай тигән: «Холҡо күркәм булған мосолман - иман йәһәтенән иң мөҡәммәл мосолман».

Дин, Ислам - кешеләрҙең йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Мосолман кешеһенең йәшәү рәүеше гүзәл, күркәм, әхлаҡлы булырға тейеш. Шуға күрә Ислам дине яҡшы әхлаҡты, кешеләр араһындағы күркәм мөнәсәбәттәрҙе, изгелекте, игелекте, әҙәпте, иң матур ғәҙәттәрҙе хуп күрә, яҡлай, шуларҙы билдәле бер тәртипкә һала.

Кеше яңғыҙ йәшәй торған зат түгел. Яңғыҙлыҡ - фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең булмышы. Уға ғына яңғыҙлыҡ килешә. Кеше бүтән кешеләр менән даими аралаша, кешеләр менән бергә була, төрлө хәл-әхүәлдәр кисерә.

Ҡайҙа ғына булмаһын, берҙән артыҡ кеше булған ерҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һала торған ҡанундар, ҡағиҙәләр, ғөрөф-ғәҙәттәр барлыҡҡа килә.

Уларҙың һәммәһе лә кем дә булһа берәүҙең генә түгел, ә дөйөм йәмғиәттең, йәмғиәттәге һәр кемдең, кешеләрҙең барыһының да:

  • олоһоноң да, кесеһенең дә,
  • түрәһенең дә, ябай тип һаналғанының да,
  • милләтенең төрлөһөнә ҡарағандарының,
  • төрлө вазифа башҡарғандарының мәнфәғәтенә, зауығына, күңеленә хуш килерлек, бер кемде лә ҡыйырһытмаҫлыҡ, рәнйетмәҫлек ғәҙел мөнәсәбәттәр булдырыуҙы талап иткән әхлаҡты ғына Ислам дине ҡабул итә, яҡлай һәм шул әхлаҡты мосолмандарҙы тәрбиәләүҙә файҙалана.

ӘХЛАҠ ГҮЗӘЛЛЕКТӘРЕ үҙгәртергә

Мәғлүм булһын, кеше яралтылыш ҡарашынан был ғаләм — йыһандағы барлыҡтарҙың иң гүзәле, иң шәрәфлеһелер. Уның гүзәллеге, матди ҡоролошонан да бигерәк, мәғәнәүи ҡоролошоноң үҙенсәлектәрендә.

Икһеҙ-сикһеҙ тәрән эҙләнеү, тикшеренеүҙәр менән дә ирешә алмаҫлыҡ ҡәҙәр үрнәк булып яралтылған бөйөк ҡиммәттәребеҙҙе беҙ, инсандар, тик Аллаһҡа ҡоллоҡ итеү һәм диндар йәшәүебеҙ менән генә аңлата алабыҙ.

Иләһи гүзәллектәр йыйынтығы хәлендә йыһанға килгән инсан, тормош имтиханындағы тәбиғәтенә күрә, яҡшылыҡ та, яманлыҡ та хас бер хөрриәт эсендә ҡалдырылған, нәфсеһе менән гонаһ итеүен дә, аҙғынлыҡ һәм тәҡүәлек мәсьәләләрен дә үҙ-үҙенә бәйле ҡалған. Ләкин хаким булған яралтыусыбыҙ яҡшы холоҡто, гүзәл әхлаҡты кешенең иң аҫыл зиннәте һәм ҡиммәте иткән.

Насар холоҡтарҙың яралтылышы тормош сәхнәһендәге имтихандың мәғәнәүи көсөн һаҡлау өсөндөр. Был йәһәттән Раббыбыҙ аятында:

"Уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәбеҙ: йәнен пак тотҡан кеше мораҙына (сәғәҙәткә) ирешәсәк. Выжданьш кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк" ("Әш-Шәмс" (Кояш) сүрәһе, 8— 10-сы аяттар).

Тимәк, кешене кеше иткән сифат — ул яҡшы холоҡ менән биҙәлгән булыу, кешелектән сығып донъя һәм Әхирәт насарлыҡтарына батмауҙан ғибәрәттер.

Әҙәм балаһы бер компас кеүектер, кешенең үҙ иреклеге, үҙ теләктәре шул компас теле (уғы) кеүектер, ҡайһы яҡҡа йүнәлһә, шуға ҡарап хөкөм ителер. Күңел ниәттәре һәм тәҡүә тарафтары ҡайҙа йүнәлһә, кешелек дәрәжәһе шуға ҡарап ҡаҙаныр.

Аллаһ ҡаршыһында яҡшы кеше — үҙен иман һәм тоғро ғәмәлдәргә бағышлаған кешелер. Дингә инаныуҙа, уның нигеҙҙәренә бәйләнешле булған, кәрәк эштәр менән мәшғүл булған һәр кеше, Аллаһ ризаһын ҡаҙанып, донъя һәм Әхирәт сәғәҙәтенә Уның рөхсәте менән генә ирешеүе мөмкиндер. Киреһенсә, дини нигеҙҙәргә инанмаған, насар эштәр менән ғүмер һөргән, ҡараңғылыҡтағы кешеләр донъяла ла түбәнселектә, хурлыҡта, Әхирәттә лә мәңгелек ғазапҡа хөкөм ителерҙәр.

Кешегә йәшәүҙең берҙән-бер шарты — дин һәм әхлаҡтыр. Иң һуңғы дин (Ислам), иң һуңғы әхлаҡ үрнәге Мөхәммәд , ғәләй-һис-сәләм, хәҙрәттәрелер.