Әғләм Шәрипов ижады/Ала ҡарға
Ала ҡарға
үҙгәртергәКүптән түгел миңә ошондай шылтыратыу булды. “Әле бына аптырап ала ҡарғаларға ҡарап торам. Ошоға хәтлем мин уларҙы ҡыш көнө ауылда берҙе лә күргәнем юҡ ине. Ә бына бөгөн унлап ала ҡарға ауыл эргәһендәге ҡыйлыҡта сүпләнеп йөрөй. Ошоно белергә ине – улар беҙҙә ҡышлаймы әллә ҡышын йылы яҡҡа осоп китәләрме?”.
Фән теле менән әйткәндә, ала ҡарға синантроп төр ҡошона инә. Синантроп һүҙенең мәғәнәһе “кеше менән бергә” тигәнде аңлата. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, синантроп ҡоштар кеше йәшәгән төбәкте ташлап китмәҫкә, кеше менән бергә йәшәргә тырыша. Бик ҡаты һыуыҡтар мәлендә генә йылыраҡ яҡҡараҡ күсеп тороуҙары бар. Үҙ сиратында синантроп ҡоштар ауылдыҡы һәм ҡаланы була. Бына, әйтәйек, ауыл халҡы йыл әйләнәһенә һайыҫҡандың тегеләй-былай ялпылдап осоп йөрөүенә күнегеп бөткән. Ә бына ала ҡарға ауыл тирәһендә йәшәргә тырышмай, ул ҡала ҡошо булып иҫәпләнә. Был ҡош менән беҙ ошондай әйтем аша таныш — “йөрөй шунда ала ҡарға һымаҡ”. Беҙ нишләптер башҡаларҙан нимәһе менәндер айырылып торғандарҙы, ала ҡарға, тип атайбыҙ. Минең уйымса, ала ҡарға башҡа ҡоштарҙан, ысынлап та, айырылып торалыр, шуға күрә беҙ уны сағыштырыу миҫалы итеп алғанбыҙҙыр. Ошо турала һөйләшеп алайыҡ әле.
Баштан уҡ шуны әйтер кәрәк: ала ҡарға тән-кәүҙә матурлығы менән маҡтана алмай. Суҡышы ҡара, башы ҡара, ҡойроҡ-ҡанаттары ҡара-күк, арҡаһы һәм ҡорһағы бысраҡ аҡ төҫтә. Аяҡтары ла ҡара, етмәһә, улары нәҙек һәм оҙон. Буй-һын матурлығы юҡ был ҡошта. Ә бына атлауы матур. Ул ерҙә аяҡтарҙы кирә баҫып ғорур атлап йөрөй. Ҡурҡыныс янау менән, ғорур атлау онотола, ул һикерә-һикерә ышаныслы араға ҡасыу яғын ҡарай. Шуна тағы китә күкрәктәрҙе киреп, ғорур атлап. Матурлыҡ артыҡ бирелмәгән күрә, аҡыл шәп бирелгән уға. Башҡа ҡоштарҙа алйот түгел, уларға ла аҡыл бирелгән. Әммә ала ҡарғаға күберәк бирелгән, буғай. Шуларҙың бер нисәһен һанап китәйек әле.
Башҡаларҙан айырмалы рәүештә ала ҡарғалар үҙ-ара “һөйләшеп” аңлаша, тип иҫәпләй ҡош белгестәре. Баҡтиһәң, уларҙа телмәр апаруҡ үҫешкән икән. Сағыштырыу өсөн ошондай һандар килтерәйек. Әгәр тауыҡ 13 төрлө, әтәс 15 төрлө, ҡарабаш турғай 40 төрлө, сәүкә 120 төрлө тауыш сығарһа, ала ҡарға 300-гә яҡын төрлө тауыш сығара! Ғаилә башлығы үҙ яртыһы менән матур итеп һөйләшә белә. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәргә тормош ғилләһен өйрәткән мәлдә тауыш күпкә ҡатыланып китә. Талашыу мәлендә (ҡуй инде, әйтеп тораһы ла түгел инде) эш ҡысҡырыуға хәтлем барып етә. Ысынмылыр-бушмылыр, хатта һөйләшеү айырмалары бар был ҡоштарҙа. Әгәр берәй ала ҡарға йомошо төшөп сит ҡалаға барып сыҡһа, ул урындағы “милләттәштәренең” телен аңлай алмай бер була икән!
Ала ҡарғалар һанауға ла шәп икән. Ҡош белгестәре ошондай һынау үткәргәндәр. Улар бер сеүәтәгә 8 (йәки 12, йәки 15), ә икенсеһенә 9 (йәки 13, йәки 16) ҡуңғыҙ һалғандар һәм ала ҡарғаға тәҡдим иткәндәр. Аптырамалы инде, ала ҡарға һәр ваҡыт күберәк ҡуңғыҙ һалынған сеүәтәне һайлап алған. Ҡыҙыҡ өсөн ала ҡарға менән кеше менән ярышып ҡарарға булған. Иҫ китмәле, кеше берҙе лә еңә алмаған! Ул ҡуңғыҙҙарҙы бармаҡ төртөп һанаған арала ала ҡарға мул сеүәтәне эләктереп тә өлгөргән!
Күмәкләшеп уйнап алырға ла ярата икән ала ҡарғалар. Әйтәйек, берәүһе суҡышы менән берәй ташты эләктереп ала һәм һауаға атыла. Һауала ул ташты ташты суҡыштан ысҡындырып ебәрә. Төшөп барған ташты икенсеһе эләктереп ала һәм күпмелер өҫкә күтәрелгәс ташты тағы төшөрөп ебәрә. Иң отҡоро ташты тағы эләктереп өлгөрә. Был уйын таш ергә төшкәнсе дауам итә.
Шуныһы иҫ китмәле, ала ҡарғалар мәрхүм булып ҡалған “ҡорҙашына” бағышлап “аят” үткәрәләр икән. Үлгән ала ҡарғаны күреп ҡалыу менән, тәү күргәне һөрән һала, был саҡырыуға башҡалары йыйыла һала. Йыйылған ала ҡарғалар сама менән ун биш минут туҡтауһыҙ ҡарҡылдап мәрхүм тирәһендә өйөрәләләр. Шунан ҡысҡырыуҙы ҡапыл туҡтаталар һәм ағас ботағына, ташҡа, ергә ултырып бер аҙға өнһөҙ ҡалалар. Ошолай тын ҡалып улар үлгән иптәше менән хушлашалар. Мәрхүмде ошолай һуңғы юлға оҙатҡас, шым ғына таралышалар. Был хәлде ҡош белгестәре һаман аңлата алмай.
Бына ошондай үҙенсәлектәргә эйә ала ҡарға. Аҡыл йәһәтенән башҡа ҡоштарҙан күпкә айырыла ул. Әммә беҙ нишләптер “йөрөй шунда ала ҡарға һымаҡ” сағыштырыуын маҡтау һымаҡ ҡабул итмәйбеҙ.