Әғләм Шәрипов ижады/Бар шундай ҡатындар!
Бар шундай ҡатындар!
үҙгәртергәБыл ҡатынға, моғайын, ат ене ҡағылғандыр. Бер мәл бер таныш менән (исемен Мөнир тип атайыҡ әле) урманға барырға килештек. Һөйләштек, ҡул бирештек, һүҙ бирештек. Әммә ул һөйләшкән мәлгә һөйләшкән урынға килмәне. Берәй сәғәт ваҡыт үтеп китте. Ә ул һаман юҡ та юҡ. Ярай, мәйтәм, артыҡ ҡайғырмайым әле. Бәлки, берәй эше килеп сыҡҡандыр. Донъя хәлен белеп булмай бит. Шулай тип үҙемде тынысландырған булам. Әммә ваҡыт үтә. Ул үткән һайын минең борсолоуҙар арта. Хатта асыу ҡабара биреп ҡуя. Юҡ, тип тынысландырам үҙемде, Мөнир ундай-бындай кеше түгел. Моғайын, берәй етди сәбәп килеп сыҡҡандыр. Аптырап һыбай килеш уларҙың өйө яғына юл алам. Барып еткәс, аптырап көлөмһөрәй биреп ҡуям. Баҡтиһәң, Мөнир атын тота алмай бер була, имеш. Ялан кәртәлә йөрөгән малҡай башын бирмәй ҙә ҡуя. Мөнир нисек етте шулай иркәләп уның ялынан тотоп ала былай. Әммә эш шунан ара үтмәй. Ат тәрән итеп бышҡырып ала һәм башын ҡырын һалып икенсе яҡҡа атлап китә лә бара. Мөнир атты ялынан тағы тотоп ала. Әммә йәтешләп югәнен яҡынлата башлау менән ат тағы башын бора һәм атлап китә. Бына сәғәтттән ашыу самаһы ошолай ыҙалата икән ат үҙ хужаһын. Ә аты һәйбәт уның. Әммә бик үсексән. Бына ошо мәлдә уға сыбыртҡы менән һуғыу тураһында уйларға ла ярамай. Уға хатта бер аҙ ҡысҡырып асыуланыу ҙа етә. Иркә һүҙгә өйрәнгән малҡай ауыр һүҙҙе бик ауыр күтәрә. Аҙаҡ урмандан ҡасып ҡайтып китеүе лә бар.
Мине күргәс, Мөнир уңайһыҙлана биреп ҡатынына ҡысҡырҙы:
— Атты тотоп бир әле!
Ҡатыны был хәлгә күптән өйрәнеп бөткән, күрәһең. Ул ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап ялан кәртә яғына табан юл ала. Килеп етер-етмәҫтән матур һүҙҙәрен теҙә башлай. Дөйөм алғанда, ҡатындарҙы аңламаҫһың инде. Әллә этлегенә барып, әллә ысын күңелдән атҡа Мунька тип өндәшә! Ире Мөнир, аты Мунька. Минә ҡалһа, бында ниндәйҙер еңелсә генә мыҫҡыллау бар һымаҡ. Әллә үҙем боҙоҡ, әллә “Манька” боҙоҡ, аңламаҫһың был донъяны. Ә ҡатын һайрай ғына:
— Мунька, аҡыллым, кил әле бында. Нишләп улайтып хужаңды тыңламайһың. Нисек оялмайһың, аҡыллым. Улай ярамай ҙа инде. Хужаны тыңлар кәрәк. Донъя көтәм тип янып йөрөй бит ул. Минең һымаҡ уйнап йөрөмәй ҙә ул. Бергә урманға барығыҙ, бергә матур итеп йөрөп ҡайтығыҙ... фәлән дә фәсмәтән...
Атты әйтәм, йылы һүҙгә иреп китә (уңайһыҙ булһа ла әйтәйем әле – бындай яғымлы һүҙҙәрҙән һуң үҙем саҡ аттан һикереп төшөп уның эргәһенә югереп китмәнем). Хатта ҡолаҡтарын ҡайсылатып күңелле генә кешнәп ҡуя. Шул арала ҡатын уның башына югән кейҙерә. Уның теҙгенен иренә тоттороп китеп тә бара. Уңайһыҙ хәлгә ҡалған ат хужаһы рәхмәт әйтәһе урынға ҡатыны артынан мығырҙап ҡала.
— Берегеҙҙе өйгә, икенсегеҙҙе һарайға бикләп үс ҡанғансы ярһаң ине!
Был ҡатынға, моғайын, техника ене ҡағылғандыр. Машина һатып алдым әле. Әле шуға һоҡланып ҡарап торам. Урамдың йәме булып ялтырап ултыра. Әйтмәһәм дә һиҙәһегеҙҙер. Күптәр көнләшә! Ярай сит кешеләр булһа ней асыу. Туғандар ауыр һүҙ әйтә бит әле. Йәнәһе, минең ҡулдар дилбәгә тоторға ғына эшкинә. Йәнәһе, минең техникаға барымым юҡ. Йәнәһе, минең ҡулдар машина рулен тоторға эшкинмәй. Аптырап ҡулдарға ҡарайым һәм аптырап ҡуям. Нишләп эшкинмәһен ннде ошо ҡулдар?! Хатта ғына эшкинә. Ҡулдарыма ҡарап үҙем һоҡланып ҡуям. Бынамын тигән килешле ҡулдар. Бындай ҡулдар менән хатта Айға осорға була!
Машина алыуға аҙна-ун көн самаһы үткәс, ҡатын әйтә ҡуйҙы:
— Атайымдарға барып ҡайтайыҡ!
Ҡыуанып киттем. Бына бит, машинаның кәрәге тейҙе. Оло юлға сығып ҡул күтәреп тораһы түгел. Ҡайным менән ҡәйнәм күрше районда ғына йәшәйҙәр. Оло юлдан барһаң, йөҙ саҡырымдан үтмәйҙер. Ә бына урман аша тура юлдан барһаң... Әммә ҡатын ҡырҡа әйтә:
— Оло юлдан барабыҙ!
Минең аптыраған ҡарашты күреп өҫтәп ҡуя:
— Донъя хәлен белеп булмай. Машина хәлен дә белеп булмай. Унан бигерәк һинең хәлде белеп булмай.
Донъя хәлен ысынлап та белеп булмайҙыр. Ә машина хәлен белеү кәрәкмәй. Уның хәле шәп. Сәғәт һымаҡ эшләй. Газға баҫып үкертеп ебәрһәң, шәләй-вәләй йөрөгән хайуан да улай үкерә алмайҙыр әле. Ә минең хәлде нишләп белергә кәрәк. Мин һәр ваҡыт әҙер. Ә шулай ҙа ярай әле ҡатын сос. Минән машинаның майын, һыуын, тағы әллә нимәһен тикшертте. Бер тәгәрмәс насарыраҡ икән. Шуны алыштырырға тура килде. Әле бына ауыл урамы буйлап елдереп китеп барам. Ауылдаштарҙың аптыраған йөҙҙәрен күреп кинәнес алам. Шул арала ҡатын ҡулын алға табан һуҙып әйтә ҡуя.
— Алда таш!
Таш ятҡанын былай ҙа күрәм. Әйтмәһә лә була. Ул тамаҡҡа әҙерләгәндә мин өҫтәл эргәһенә тороп, алдыңда сәй, һөт, ҡалаҡ, тип төртөп күрһәтеп тормайым да инде. Уйҙарҙың осона сығып булманы. Шул арала теге таштың өҫтөнә менеп тә киттек. Уныһы машина аҫтында шатыр-шотор итеп ҡалды ла юл ситенә сығып та осто. Ай-һай, машина ныҡ икән. Ниндәй ташты онтап ташланы! Машина аҫтына эләгеп “зәғифләнгән” тағы бер нисә ташты иҫәпкә алмағанда, арыу ғына сығып киттек ауылдан. Хәҙер оло юлдан елдерәм. Нишләптер йырлағы килә. Күңелле! Шул саҡ ҡатын әйтә:
— Ниндәйҙер тауыш сыға!
Сыҡһа сығалыр. Тимер бит. Бушҡа машинаны тимер-ат тип атамайҙар ҙа инде. Минең битараф ҡалғанды күреп, ҡатын тағы ҡабатлай:
— Тыңла әле, ниндәйҙер тауыш сыға!
Яҡшылап тыңлаған кеше булам. Миңә ҡалһа, бер ниндәй ҙә тауыш сыҡмай. Бөтәһе лә ал да гөл. Ә ҡатын һаман үҙенекен тыҡый:
— Тауыш көсәйә төшкән һымаҡ. Яҡшылап тыңла әле!
Ысынлап яҡшылап тыңлайым. Юҡ, бер ниндәй ҙә тауыш юҡ. Бары тик ел генә геүләй. Шул арала беҙҙе ГАИ-шниктар туҡтата. Минән ниндәйҙер документ һорайҙар. Хатта таптыралар. Ярай әле ҡатын сос. Ул барыһында айырым сумкаға һалып алған икән. Аллаға шөкөр, имен-аман ҡотолоп ҡуҙғалып киттек уларҙан. Шулай күпмелер бара биргәс ҡатын әйтә ҡуя:
— Анау юл ситендә торған машина беҙҙекекенә оҡшаш. Туҡтап һорашайыҡ әле. Бәлки, ниндәй тауыш сыҡҡанын улар белер.
Улар эргәһенә барып туҡтаныҡ. Ярай әле улар минең һымаҡ яҡшы кешеләр булып сыҡты. Ниндәй тауыш сыҡҡанын ғына аңлата алманым уларға. Шуға күрә ситкәрәк китеп тороуҙы хуп күрҙем. Ситтән ҡарап торам. Ысынлап та, беҙҙең машиналар оҡшаш икән. Ә тегеләр ниндәй тауыш, нимәгә сыҡҡанын барыбер белмәнеләр. Машинаны ҡабыҙып та ҡаранылар, һүндереп тә ҡаранылар. Әллә нисәмә мәртәбә урап сыҡтылар. Ә сәбәбен барыбер тапманылар. Тапмайҙар инде бер тауыш та сыҡмағас! Ә шулай ҙа рәхмәттәр әйтеп ҡуҙғалып киттек. Бер саҡрымдай ара барғас, ҡатын ҡырҡа әйтә:
— Туҡта!
Яйлап ҡына юл ситенә барып туҡтайым. Ҡатын миңә борола төшә:
— Һин бит тәгәрмәсте йүнләп нығытмағанһың!
Ай әттәгенәһе, ысынлап та, тәгәрмәсте ныҡлап бормағанмын икән. Ул бушаған һәм, тегеләй-былай һуғылып, тауыш сығара башлаған икән. Ярай әле ҡатын сос. Тегеләй булһа, ҡайнымдарға кеше көлдөрөп өс тәгәрмәстә барып инер инек!