Әғләм Шәрипов ижады/Булған хәл

Булған хәл

үҙгәртергә

Халдар нисек, коза!

үҙгәртергә

Бер мәл берәүгә ошондай смс-хәбәр килгән.
— Халдар нисек коза.
Был юлдарҙы уҡығас, уның ауыҙы бер аҙ кәүшәйә төшкән. Берәү һине, кәзә, тип сәләмләп торһа, үпкәләмәгән ерҙән үпкәләрһең шул. Етмәһә, яҡын ғына ҡоҙаһы шулай өндәшә бит әле. Бер аҙ тынысланғас, аңлай төшкән. Был смс-хәбәрҙе ҡоҙа бит яңылыштан ғына ошолай яҙған. Үҙенсә ололап-башҡортсалап, ҡоҙа, тип яҙырға уйлаған ул. Әммә телефонда башҡорт ғәрефтәре булмағас, ҡоҙа урынына коза килеп килеп сыҡҡан. Быны аңлап алғас, ҡоҙаһын ул да шаяртырға булған. Ул ошондай смс-хәбәр ебәргән.
— Халдар хайбат баран.
Үҙе яуап ебәргән, ә үҙе ҡурҡа төшкән. Әгәр ҡоҙаһы уның шаяртҡанын аңламаһа... Шул арала ҡоҙаһынан яуап та килгән.
— Ха-ха мин ул маганала тугел сыват.

Илһам килмәй!

үҙгәртергә

Бер мәл редактор үҙенең хеҙмәткәрен бер аҙ тәрбиәләп алырға булған.
— Хатта ғына матур яҙа инең, ҡустым. Матур-матур мәҡәләреңә ҡыуана инем. Хәҙер бер аҙна инде һинән бер йүнле әйбер күргәнем юҡ. Нимә булды һиңә?
Уныһы тәрән итеп көрһөнөп ошолай яуап биргән.
— Илһам килмәй.
Нишләптер редактор ҡапыл-ғара уны аңламай ҡалған һәм һорай ҡуйған.
— Аныһы кем тағы.
Хеҙмәткәр тәүгеһенән күпкә тәрәнерәк итеп көрһөнөп ҡуйған.
— Эшлә инде бына ошондай хужа менән.

Миңә малайҙы ҡурҡытырға ине!

үҙгәртергә

Был хәл, әгәр тыңламаһаң бабайҙың тоғона һалып ебәрәм, тигән мәлдә булған. Элек бит бәләкәй балаларҙы шулай ҡурҡыта торғайнылар. “Ана, урам буйлап бер ямаҡай бабай йөрөй. Уның ҙур тоғо бар. Ул һәр өйгә инә, тыңламаған илаҡ балаларҙы йыйып алып китә. Әгәр тыңламаһаң, уйынсыҡтарыңды йыйып алмаһаң, шул ямаҡай бабайҙың тоғона һалам да ебәрәм. Теге юлы, минең малайым мине тыңлай, тип бушҡа алдап ебәргәнмен. Бына был юлы алдап тормайым. Был малай илаҡ, тыңламай, тип дөрөҫөн әйтәм дә тоғона һалам да ебәрәм”, — тип әйткәнгә ышана торғайны бит ул замана балалары.

Бер мәл йәш атай үҙенең малайын ошолай ҡурҡытырға булған. Ә малайы оҙаҡ ҡына уйланып ултырған да ошолай һорау биргән:
— Атай, ә ямаҡай бабай нисек була?!

Малайының был һорауына йәш атай үҙе аптырап ҡалған. Ысынлап та, ямаҡай бабай нисек була һәм уны балаға нисек аңлатырға?! Оҙаҡ ҡына уйлап ултырғандан һуң йәш атай ҡояш һымаҡ йылмайып ебәргән. Хәҙер, улым, тигән дә күршеләренә йүгереп инеп киткән. Ә күршеһе, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, артыҡ матур булмаған. Йәш атай югереп барып ингән дә шунда уҡ йомошон әйткән:
— Һаумы, ағай. Миңә һинең бер фотоң кәрәк ине. Ҙур фотоң булһа, бигерәк һәйбәт.

Күршеһе сәбәбен артыҡ төпсөнөп тормаған. Сумаҙанын асып ебәргән дә иң өҫтә ятҡан фотоһын алып уға һонған:
— Ошо барамы, ҡустым.

Был фотоға күҙ һалыу менән, йәш атай ҡыуанып киткән. Был фотола күрше ағай, ысынлап та үтә “матур” булғандыр инде. Ә шулай ҙа күршеһе шаярта биреп һорай ҡуйған.
— Әллә, иҫтәлеккә, тип яҙып бирәйемме, ҡустым.
Йәш атай үҙенең йәшлегенә барып ошолай яуап биргән:
— Юҡ, уныһы кәрәкмәй. Миңә малайҙы ҡурҡытырға ине!