Әғләм Шәрипов ижады/Тыуған ерең, туғандарың булыу – үҙе бәхет!

Бөрйәндә һөргәндә булған төрөктөң әсе яҙмышы хаҡында

Ишеттеңме әле, теге төрөктөң ҡыҙы Бөрйәнгә ҡунаҡҡа килгән бит. Был хәбәрҙе ишеткәс, мин әллә ни аптыраманым. Аптырарлыҡ нимәһе бар инде. Элек кенә ул беҙ сит ил кешеһенә айҙан килгән кешегә ҡараған кеүек ҡарай инек. Ә хәҙерге заманда... Хәҙер беҙ үҙебеҙ ҡайҙа ғына бармайбыҙ ҙа хәҙер кем генә беҙгә килмәй. Шуға бөгөн, фәлән кеше сит илгә барып ҡайтҡан, сит ил кешеһе беҙгә килгән, тигәнерәк хәбәрҙәргә артыҡ иҫебеҙ китеп бармай. Бына миндә әлеге яңылыҡты ишеткәс, әй, килгәндер шунда берәүҙең туғаны, тигән кеүегерәк ҡабул иттем. Ә бына был төрөк әгәр Бөрйәнгә элегерәк, сәүит заманында килгән булһа...

Бына шулай шул, тип ҡул һелтәп ҡуям мин. Ваҡыты менән үтә аҡыллы баш булып китәбеҙ шул. Аңын-тоңон төшөнмәйенсә “дөрөҫ” һығымталар яһарға әҙер генә торабыҙ. Ә бит был төрөктөң Бөрйәнгә килеүе ысынлап та элек булған икән. Әгәр был хәбәр дөрөҫ була ҡалһа, был төрөк урман төпкөлөндәге ауылда һуғыш заманында уҡ йәшәгән, имеш. Бына бөгөн шул төрөктөң ҡыҙы Бөрйәнгә ҡунаҡҡа килгән. Мәйтәм, туҡта әле, белешеп ҡуяйым әле был хәлде. Һәм мин Рөстәм ағай Яубаҫаровҡа юл тоттом. Сөнки ошо төрөк ҡыҙы тап ошо ағайға ҡунаҡҡа килгән ине. Әллә кемде күрерҙәй булып Рөстәм ағайға барып ингәйнем, төп ҡунаҡты күргәс, көлөмһөрәй биреп ҡуйҙым. Сөнки түр төбөнда ултырған оло йәштәрҙәге апай һис кенә лә төрөк кешеһенә оҡшамаған ине. Берҙә төрөксә түгел, ә һин дә мин урыҫса һөйләшеп ултыра. Әллә шаярттылар микән, тигән уйҙа үтеп китте минең баштан. Бер аҙ һөйләшеп-танышып ултырғандан һуң ҡунаҡ ҡатын ихлас йылмайып хәтирәләргә төшөп китте.

- Бына ошо ултырыуымда мин тыуған ерем, тыуған төбәгем, тыуған ауылым булғанына ҡыуанып бөтә алмай ултырам. Олоғайған көндә бала саҡта югереп йөрөгән урам буйлап атлап үтеү – үҙе бер бәхет. Бөгөн миңә һәм минең ғаиләмә һәр ваҡыт ишеге асыҡ булған, беҙгә хәленән килгәнсе хөрмәт күрһәткән Рөстәмгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡорт халҡы шундай эскерһеҙ, шундай ихлас, шундай ҡунаҡсыл бит ул. Ваҡытында атайымды, уның ғаиләһен һыйындырған башҡорттарға ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәм дә әҙ булыр ине. Ошондай ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Беҙ бер аҙға тынып ҡалабыҙ. Шунан инәй ауыр көрһөнөп ҡуя.

- Шуныһы үкенесле. Атайымдың тыуған иленә, тыуған еренә ҡайтыу, үҙ туғандарына күреү мөмкинселеге булманы. Бик һағынды атайым үҙ илен. Был һағыныу өлкәнәйә төшкәс бигерәк көсәйә төштө. Атайым ваҡыты менән тәрән уйҙарға батып ҡатып ҡалыр ине лә беҙгә таныш булмаған көнсығыш көйҙәрен көйләп апаруҡ яңғыҙы ғына ултырыр ине. Был мәлдә ниндәй генә уйҙар үткәндер ине уның башынан... Ярай әле беҙҙең бәхеткә Бөрйәнебеҙ булды. Атайым бына ошондай күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткән мәлдәрендә бар эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап Бөрйәнгә сығыр ҙа китер ине. Ә юл алыҫ. Ике мең саҡырым самаһы. Әммә атайым ошо алыҫ ара тураһында уйлап та бирмәне. Ихлас йыйынып сығып китер ине лә Бөрйәндән бөтөнләйе менән икенсе кешегә әйләнеп ҡайтып инер ине. Яуырындары турайған, күҙҙәре яна, аҙымдары ныҡлы, иң мөһиме, күңеле тыныс. Әйтерһең дә ул тыуған ауылына барып ҡайтҡан! Әйтерһең дә туғандарын күргән, улар менән һөйләшеп-серләшеп ултырған! Бөрйәндә ул барыһы менән дә дуҫ булды. Бигерәк Ғәни ағай Сөләймәновты яҡын күрҙе. Ул һөйләгән арала апайҙың үҙе менән таныштырып үтәйем. Ул Алефтина Билаловна Калаидже була. Хәҙер уға 72 йәш. Аңлауығыҙса, уның атаһы төрөк, ә әсәһе урыҫ милләтенән. Апай һүҙен дауам итә.

- Атайымдың яҙмышы бик аяныслы. Ул 1909 йылда Төркиәлә тыуа. Тулы исеме Калаидже Оглы Билал Мемиш. Минең иҫләүемсә, атайым тауҙар араһына һыйынып ҡына ултырған ауылда күп балалы ғаиләлә тыуа. Уларға тормош көтөүе бик ауырға төшә. Атайым һөйләүе буйынса, ер эшкәртеү эше менән мәшғүл крәҫтиәндәр ҡара тупраҡты кәрзиндәргә һалып бейек тауға ташығандар. Аҙаҡ ул ерҙе эшкәрткәндәр. Был эште атҡарыу өсөн уларға күпме көс-ғәйрәт кәрәк булғандыр инде. Аңлатыу кәрәкмәй, төпкөл ауылда йәшәгән балаларҙың күбеһенә уҡыу бәхете эләкмәй. Минең атайым мәктәптә ни бары өс йыл ғына уҡыған. Үҫеп еткән йәш егеткә үҙ илендә йәшәргә һәм тормош көтөргә насип булмай. Яҙмышы шулай алдан яҙылғандыр инде. Уға егерме йәше тулып үткән мәлдә генә сит илгә сығырға тура килә. Әммә уға башҡаса Төркиәгә кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай.

Атайым 1930 йылда бер төркөм милләттәштәре менән Рәсәйгә килеп эләгә. Уның һөйләүе буйынса, үткән быуаттың башында Төркиә экономик яҡтан ҙур ауырлыҡтар кисерә. Эш шуға барып етә, ил башлығы рәсми рәүештә, Төркиә бөлгөнлөккә төштө (йәғни, банкрот), тип иғлан итә. Әлбиттә, илдә боларыш-сыуалыштар башлана. Эш юҡ, йәшәү мөмкинселеге юҡ, киләсәккә өмөт юҡ. Һөҙөмтәлә ил башлығы үҙ ғаиләләрен аҫырау өсөн ирҙәргә сит илгә эшкә сығырға рөхсәт бирә. Бына шулай төрлө илдәргә таралыша төрөктәр. Күп ирҙәр ҙур өмөт менән Рәсәйгә табан юллана. Беҙҙең илдә барған яңы ҡоролош (социализм) ҡыҙыҡһындыра уларҙы. Ошо төрөктәр араһында атайым да була. Бына ошолай яҙмыш елдәре уны Рәсәйгә алып килеп ташлай.

Атайым 1931 йылда Мәскәүҙәге Төрөк консуллығы аша милли паспорт ала. Һәм Рәсәйҙә йәшәргә тигән хоҡуҡ һәм, иң мөһиме, эшләргә мөмкин, тигән рәсми рөхсәт ала. Әлбиттә, төпкөл ауылда тыуған сит ил балаһы был эштәрҙе бер үҙе аҡтарып сыға алмаҫ ине. Был эштәрҙең барлыҡ өлөшөн Мәскәүҙә урынлашҡан “Төрөк яҡташтары” тигән ойошма башҡара. Был ойошма үҙ милләттәштәрен ҡаршы алыу, милли паспорт юллау, уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыу һәм хеҙмәт хаҡтарының ниндәйҙер бер өлөшөн кире туғандарына ебәреү буйынса эштәрҙе алып барған. Ошо ойошма атайымды икмәк бешереү комбинатына икмәк бешереүсе (пекарь) итеп эшкә урынлаштыра. Шуныһы һәйбәт, Рәсәйгә эшкә килеп урынлашҡан төрөктәрҙең өмөттәре тулыһынса аҡлана. Уларҙың эш хаҡтары һәйбәт була, илдә эш ҡәғиҙәләре теүәл үтәлә, урындағы халыҡ яғынан ҡыйырһытылыу-кәмһетелеү осраҡтары булмай. Шуға эшкә килгән төрөктәр үҙ илендә ҡалған туғандарына ярҙам итә алыуына ҡыуанып ихлас эшләйҙәр. Атайым һөйләүе буйынса, ул ебәргән аҡсаға Төркиәләге туғандары арыу көн итә алған. Атайым тырышып эшләй. Үҙен һәйбәт яҡтан ғына күрһәтә. 1934 йылда “Төрөк яҡташтары” ойошмаһы атайыма Ярославль өлкәһендә урынлашҡан Рыбинск ҡалаһына күсергә тәҡдим итә. Атайым риза була. Ул бында күпселеген төрөктәр тәшкил иткән “Пищевик” исемле артельдең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Аҙаҡ был артель “Төркиә дуҫтары” тигән артель менән бергә ҡушыла. Тырыш хеҙмәте менән атайым абруй ҡаҙана. Уның Рыбинск ҡала комитеты депутаты итеп һайланыуы быға асыҡ миҫал булып тора. Яңы урында атайым үҙ йәрен таба. Ошо йылды уҡ атайым ғаилә ҡороп ебәрә. Ул Мария исемле урыҫ ҡыҙы яҙмышын бергә бәйләй. Йәш ғаилә матур итеп донъя көтөп алып китә. 1936 йылды атайымды Карелияның Петрозаводск ҡалаһына оҙайлы командировкаға ебәрәләр. Уға “Төркиә яҡташтары” артеленың яңы бүлеген ойоштороу эше йөкмәтелә. Атайым бында ошо бүлектең техник етәксеһе (ойоштороу мәлендәге етәксе) итеп тәғәйенләнә. Атайым яңы эш урынына ғаиләһе менән күсеп килә. Бында хеҙмәт хаҡы ла күпкә арыу була. Шуға тырышып-ҡыуанып эшләй атайым. Тырышып эшлә лә ҡыуанып йәшә лә бит. Әммә көтмәгәндә бәлә килә – атайымды ҡулға алалар. Был хәл 1938 йылдың июль айында була. Ә шулай ҙа был бәләне көтмәгәндә тип әйтеп тә булмайҙыр. “Халыҡ дошмандарын фашлау” исеме менән билдәле булған осорҙа нисек итеп сит ил кешеһен ҡулға алмайһың?! Уны һис шикһеҙ ҡулға алыр кәрәк. Сөнки ул асыҡтан-асыҡ халыҡ дошманы. Ул бит беҙгә сит илдән махсус ебәрелгән “шпион”. Ҡыҫҡаһы, атайымды ҡулға алалар. Эш мәлендә ике кеше килә лә, ун минутҡа һөйләшеүгә, тип тышҡа саҡырып сығаралар. Һәм атайым юғала. Ошо “һөйләшеүҙән” һуң ул эшенә кире инмәй, кис өйөнә ҡайтмай. Бер көн үтә, ике көн... Ә уны ҡулға алған булалар. Атайымдың урыҡ-һурыҡ һөйләгәндәренән шуны әйтә алам, ул бирелгән һорауҙарға яуап бирә алмаған. Ҡайҙа йыйылдығыҙ, нисә кеше булды, етәксегеҙ кем, нимәне шартлатырға килештегеҙ һәм башҡаһы – бына ошондай “мәғәнәһеҙ” һорауҙарға көнө-төнө эштә булған кеше нимә тип яуап бирһен инде?!

Атайымдың ҡулға алыныуы тураһында бер кемгә лә, хатта уның ауырлы ҡатынына ла хәбәр итмәйҙәр. Ғаилә билдәһеҙлектә ҡала. Атайым әллә тере, әллә юҡ, тигәндәй. Ә шулай ҙа әсәйем ныҡыш кеше булған икән. Ул атайымды дүрт ай буйына эҙләй – унан һораша, бында хат яҙа, төрлө етәкселәрҙең тупһаһын тапай, иренең тиктомалдан юғалыуы тураһында таныш-тоноштарына хәбәр итә. Дүрт ай үткәс кенә әсәйемә иренең ҡулға алыныуы тураһында хәбәр килә. Атайымды биш йылға хөкөм иткән булалар. Ул уның ике йылын Петрозаводск ҡалаһы төрмәһендә үткәрә. 1940 йылдың февралендә “Башҡорт АССР-ына һөргөнгә ебәрергә” тигән ҡарар сығарыла. Ике ай ваҡыт эсендә атайымды Бөрйәнгә алып килеп еткерәләр. Март-апрель айҙарында юлдар насар була бит инде. Нисек һәм нимә менән алып килтереп еткәргәнлдәрҙер инде.

Атайымдың әҙ-мәҙ һөйләгәндәренән шуны әйтә алам – тикшереү эше барышында атайым һәйбәт кешенең ҡулына барып эләккәнгә оҡшай. Сөнки бар яҡтан уйлап ҡараһаңда “ төрөк разведчигын” атырға тейеш булғандар. Әммә баяғы тикшереүсе был гонаһты үҙ өҫтөнә алырға теләмәгән, күрәһең. Ул атайыма “төрмәгә йә һөргөнгә ебәрергә” тигән ҡарар сығара. Шул һәйбәт кеше арҡаһында атайым тере ҡала. Әсәйем һөйләүе буйынса, атайым төрмәлә булған сағында ул күпкә тыныс йөрөгән. Биш йыл һә тигәнсе үтер ҙә китер, шунан тағы бергә йәшәй башларбыҙ, тип уйлаған ул. Әммә бәлә-ҡаҙа, һынау-мынауҙар бының менән бөтмәгән булып сыға. Бер мәл әсәйемә ҡыҫҡа ғына хат килеп төшә – “халыҡ дошманы Билал Калаидже һөргөнгә Башҡорт АССР-ына ебәрелде”. Нисек һөргөнгә ебәрелде? Нишләп бында ғына аҙағына хәтлем ултыртып булмай? Ә хәҙер ул ни эшләргә тейеш? Әсәйем бер мәлгә аптырап ҡала. Хәҙер уға ошо һорауҙы хәл итер кәрәк – бәләкәй бала менән бында донъя көтөргәме әллә ире янына барырғамы? Ни эшләргә?! Ул Башҡорт АССР-ы тигәне ҡайһы яҡтараҡ икән? Ниндәй алыҫлыҡта ул? Картанан ҡарап ултыра төшә. Ер аяғы-ер башында икән дәбаһа ул Башҡорт АССР-ы тигәндәре!

Һәм, иҫ китмәле, әсәйем ире артынан Бөрйәнгә барырға ҡарар итә! Был ваҡытта Нонна апайыма ни бары ике йәш була Ә үтәһе юл үтә оҙон. Ул сама менән ике мең саҡырым тәшкил итә. Бөгөн аптырайым, бындай хәтәр аҙымға әсәйемдең нисек йөрәге етте икән?! Әллә йәшлек, әллә дыуамаллыҡ, кем белһен инде хәҙер. Шуны уйлайым, бәлки ирем Башҡортостанға ла барып етмәгәндер, юлда уҡ үлгәндер, тигән уй әсәйемдең башына инеп сыҡманы икән?! Ә атайым, ысынлап та, Бөрйәнгә теренән бигерәк үле хәлдә килеп етә. Ҡалдырып киткән кешеләре “үлер ул, күпкә бармаҫ” тип әйтеп китәләр. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған “халыҡ дошманының” аяҡтары үтә ныҡ боҙолған була. Атайымдың, төрмәлә булған саҡта эттән талаттылар, тигән һүҙҙәре ара-тирә иҫкә төшөп ҡуйғылай. Шулай инде. Халыҡ дошманы тигән мөһөр алған кешегә ниндәй йылы ҡараш булһын инде. Бына ошо үлер хәлгә еткән кешене Бөрйән башҡорто терелтеп ала. Уны кәзә һөтө менән шәбәйтә! Шәмсиә Ҡолдәүләтова (сама менән минең йылғы ул) һөйләүенсә, атайымды уның ата-әсәһе ҡарауға ала. Ошо башҡорт ғаиләһе “халыҡ дошманын” йәш баланы ҡараған һымаҡ ҡарай-тәрбиәләй. Һәм уны үлемдән йолҡоп алып ҡала.

Шуныһы шатлыҡлы хәл – бер йыл үтеүгә атайым янына тып итеп әсәйем килеп тә төшә. Етмәһә, ҡыҙын етәкләп алған бит әле! Тып итеп килеп тә төшә, тип аптырағандан көлөп әйтәм инде. Бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп, бик күп михнәттәр аша үтеп саҡ килеп йығыла әсәйем Бөрйәнгә. Ней юлды белмәй, ней кешеләрҙе белмәй, ней башҡорт телен аңламай, ней башҡорттар уның телен юнләп аңламай. Шуның өҫтәүенә, ҡулында ике йәшлек кенә сабый. “Башҡорттарға рәхмәт”, – тип әйтер ине һәр саҡ әсәйем. “Ниндәй генә ауыл аша үтһәм дә мине ситкә типмәнеләр, халыҡ дошманы ҡатыны тип рәнйетмәнеләр. Ашаттылар, эсерҙеләр, йоҡларға урын бирҙеләр, юлға аҙыҡ биреп оҙатып ҡалдылар. Юлдың бик әҙ генә өлөшө йә арбала йә машина башында үтте. Күп өлөшө йәйәү инде”, – тип һөйләр ине әсәйем. Ҡыҫҡаһы, мең михнәттәр аша үтә әсәйем, әммә, бәлки, кире боролорғалыр, тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Уйлай китһәң, иҫ китмәле инде. Ә бына нисә ай килде икән ул Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә, аҙаҡ Өфөнән Бөрйәнгә, бына шуны һорашырға баш етмәгән. Ғаиләлә иң бәләкәй бала булғас, был турала уйлап та бирмәгәнмендер инде.

Бына ошолай беҙҙең ғаилә Бөрйәндә тормош көтә башлай. Урындағы халыҡ уларға бар яҡтан ярҙам итә. 1943 йылға беҙҙең ғаилә тормоштарын апаруҡ яйға һалып алған була. Әммә ошо йылды бер яҡтан шатлыҡлы, ә икенсе яҡтан борсоулы хәбәр килә – “Билал Калаидженең һөргөндә йөрөү ваҡыты тамамланды”! Бер яҡтан, һәйбәт хәбәр. Сөнки хәҙер атайым ирекле. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, ошо һорауҙы хәл итер кәрәк – кире ҡайтырғамы әллә бында ҡалырғамы? Атайым ғаиләһе менән оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Нимә менән быны аңлатып була икән? Атайым һөйләүе буйынса, Бөрйән тауҙары бер аҙ Төркиә тауҙарына тартым. Бәлки, ул шуға ҡалырға ҡара иткәндер. Бәлки, һуғыш барған мәлдә ҡапыл-ғара ҡайтып китеүе лә еңел булмағандыр. Ней булһа ла ғаилә Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Тормош был ҡарарҙың дөрөҫлөгөн аҙаҡ иҫбатлай. Атайым ун биш йыл үткәс кенә тулыһынса аҡлана. Был хәл 1958 йылдың август айында билдәле була. Һәм ошо мәлдән башлап ҡына атайыма кире элекке йәшәгән еренә ҡайтырға рәсми рөхсәт була. Ә әгәр 1943 йылда кире ҡайтырға булып китһәләр... Бындай осраҡта хәл нимә менән тамамланыр ине, уныһын хәҙер бер кемдә әйтә алмайҙыр. Ә шулай ҙа беҙҙең ғаилә Рыбинск ҡалаһына рәсми рөхсәт булған хәлдә лә шул уҡ йылды ҡайтмай. Беҙ Бөрйәндә 1961 йылдың июненә хәтлем йәшәнек. Шунан Рыбинск ҡалаһына күсеп ҡайттыҡ. Бөрйәндә һәйбәт йәшәнек. Әсәйем магазинда һатыусы булып эшләне. Башҡорт теленә тиҙ өйрәнеп алды. Атайым бар яҡтан оҫта булды. Алағуян йылғаһы буйында эзбис яндырҙы. Кирбес һарайында кирбес һуҡты. Ағас эшенә оҫта булды. Бөрйәндә өй һалды. Үҙе мейес сығарҙы. Заманында ул һуҡҡан кирбесте бик маҡтайҙар ине. Атайым эшләгән кирбес һарайы бөгөн юҡ. Урыны ғына һаҡланған. Кирбес тыҡрығы исеме алған урам бөгөн дә үҙ исемен һаҡлап килә. Бөрйән үҙенең бал ҡорттары менән билдәле бит инде. Атайым ошо шөғөлгә тиҙ арала өйрәнеп алды. Ул заманда барлыҡ кеше бал ҡорттарын түмәр-умарталарҙа тота ине. Бөрйәндә дадан умартаһы 60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килде. Бына ошо умарталар өсөн атайым балауыҙ (вощина) эшләр ине. Урындағы халыҡ атайымдан уны күп итеп эшләтеп ала торғайны. Ҡоролмаһын нисек һәм ҡайҙан алғандыр инде, уныһын белмәйем. Әммә уның балауыҙ эшләй торған ҡоролмаһы булды. Бөгөн мин уны атайымдың ҡомартҡыһы тип ҡәҙерләп һаҡлайым. Атайым ҡортсолоҡ буйынса китаптар яҙҙыртып алыр ине. Уларын да ҡәҙерләп һаҡлайым.

Үҙемә килгәндә, мин ғаиләлә кинйә баламын. Бөрйәндә 1950 йылда тыуғанмын. Ғаиләлә ете бала булғанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булғанбыҙ, тип яҙырға тура килә. Минең Бөрйән ерлегендә тыуған дүрт ағайым һәм бер апайым була. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайымдар бер-бер артлы ғына аҙна-ун көн эсендә тигәндәй мәрхүм булалар. Апайым нисектер тере ҡала. Ул заманда ҡыҙылса тигән ауырыу бик таралған булған. Шул ауырыу алып киткәндер инде ағайымдарҙы. Нисек кенә атайым менән әсәйем бындай ҡайғыны күтәрә алғандарҙыр инде, белмәйем. Бөгөн мәрхүм ағайымдар Бөрйән зыяратында бер ҡәберлектә яталар. Ятҡан урындары тыныс булһын. Бөрйәндәргә рәхмәт. Зыяратты таҙалыҡта тоталар. Йыл һайын тәртипкә килтереп торалар. Шуға мәрхүм туғандарым өсөн күңелем тыныс.

Мин Бөрйән мәктәбендә дүртенсе синыфҡа хәтлем уҡыным. Күңелле була торғайны. Нонна апайым мәктәптән һуң Стәрлеләге культура-ағартыу училищеһын тамамланы. Аҙаҡ мәктәптә пионер-вожатый булып эшләне. Беҙҙең заманда ауыл клубы ағастан буралып эшләнгән ине. Унда тормош гөрләп торҙо. Апайым төрлө концерттарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Халыҡ татыу булды. Һәр синыфта уҡыусы балалар күп булды. Төрлө саралар геүләп торҙо. Ҡыҫҡаһы, ҡайнап-гөрләп йәшәнек беҙ Бөрйәндә. Һәм бына беҙ Рыбинск ҡалаһына күсеп ҡайттыҡ. Сәбәбе, моғайын да, әсәйемдең туғандары ошо яҡта булыуындалыр. Һағынғандыр инде әсәйем үҙ яғын, үҙ туғандарын. Ней тиһәңдә егерме йыл самһы йәшәй бит ул сит ерҙә. Күсеп ҡайттыҡ, ә күңелдә бушлыҡ. Сөнки күңел Бөрйәндә ҡалды. Иртәнсәк ҡыуанып килеп тораһың, аяҡҡа нимә етте, шуны эләктереп өйҙән югереп сығаһың... Ә унда бөтөнләй икенсе күренеш. Һинең ишек алды, һинең урам, һинең менән бергә уйнап үҫкән иптәштәр юҡ. Ағиҙел юҡ. Текә тауҙар юҡ. Ҡуйы урман юҡ. Иркенләп һөйләшкән башҡорт теле юҡ. Был юҡһыныуҙы, был һағыныуҙы бик ауыр кисерҙем мин. Мин генә түгел, барыбыҙҙа күмәкләп һағындыҡ Бөрйәнде.

Йылдар үтте. Атайым олоғайҙы. Ауыр михнәттәр күргән осор, әлбиттә, уның өсөн эҙһеҙ үтмәне. Бик ҡайтҡыһы килде үҙ иленә. Әммә заманында рөхсәт булманы. Замана үҙгәрҙе, рөхсәт булды. Әммә был ваҡытҡа атайым ҡартайып-бирешеп киткәйне. Шулай ҙа туғандарын күреү теләге һүрелмәне. “Көт мине” (“Жди меня”) тапшырыуына бер нисә тапҡыр яҙып ҡараныҡ. Әммә һөҙөмтә булманы. Шуныһы үкенесле, атайымдың туғандарын күреү теләге тормошҡа ашманы. Бөгөн миңә, ә нишләп үҙең Төркиәгә барып ҡайтмайһың, тигән һорау биреүселәр бар. Бик барыр инем дә, тик төбәп барыр кешем юҡ. Атайымдың туғандарын бик күрге килә. Ә уларҙы табып булмай. Шуға күрә әйтке килә – туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уларҙың ҡәҙерҙәрен белегеҙ, ҡатышып йәшәгеҙ. Туғаның булыу, уның менән күрешеп йәшәү – ул үҙе оло бәхет!

Беҙҙең ғаиләне һыйындырған башҡорттарға рәхмәтлемен. Бөгөн улар минә яҡын туғандарым һымаҡ. Атайым мәрхүм булғас, беҙҙең күрше Фәниә Йосопованан ошондай хат килеп төштө. “Билал бабайҙың мәрхүм булыуы билдәле булды. Бик ауыр хәбәр, әлбиттә. Был ауыр һүҙҙәрҙе аңлау өсөн, бәлки, кәрәкле һүҙҙәрҙе табып та булмайҙыр. Бик оло юғалтыу. Шәхсән минең өсөн минең күңелдә Билал бабай егәрле, эшсән кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Уның ҡулдары алтын ине. Уның мин ҡабаланып-өтәләнеп барғанын һис бер ҡасан күрмәнем. Олпат баҫып йөрөгән Билал бабай һәр эшен еренә еткереп башҡарыр ине. Әгәр мин дә яҙыусылыҡ оҫталығы булһа, мин мотлаҡ уның тормошо тураһында берәй китап яҙыр инем. Ябай, шул уҡ ваҡытта бөйөк кешеләрҙе халыҡ белергә тейеш!”. Әлбиттә, бындай һүҙҙәр минең өсөн оло бүләк.

Фәниә Йосопова яҙыусы булмаған кеүек, мин дә шағир түгел. Әммә минең ошо ябай ғына шиғыр юлдарымда Бөрйәнгә ҡарата, башҡорттарға ҡарата минең бар һөйөүем ята.

Есть место во Вселенной,
Где воздух чист и пьян.
Я родилась в селеньи
С названием Бурзян.

Мне он то отпустит,
То дос их пор манит.
Как маленький, но сильный
Двухполюсный магнит.

Я помнить буду вечно
Свой дом меж гор и скал
Как ветерок приречный
Мне волосы ласкал.

Я помню тихий дворик
Корову, кур и коз,
И дальние поездки
В арбе на сенокос.

Росла свободной, гордой
И дикой, как бурьян
В селении межгорном
С названием Бурзян.

Жизнь штука не простая,
Так свыше захотели
Чтобы как птичек стая
Мы в Рыбинск полетели.

Там в городке на Волге
Вся жизнь моя промчалась
Я там за время долгое
Как личность состоялась.

Сегодня я признаюсь
Как на духу, друзья,
Умом люблю я Рыбинск,
Душой люблю Бурзян!


Әғләм Шәрипов яҙып алды. Таң гәзите сайтында ҡыҫҡартып баҫылды https://tanburz.ru/articles/tarikh/2023-03-23/b-ry-nd-rg-nd-bul-an-t-r-kt-se-ya-myshy-ha-ynda-3188902

Нисек һөйләне, шулай яҙып алырға тырыштым. Бәлки, яҙып өлгөрә алмаған урындары ла булғандыр. Ә шулай ҙа бик фәһемле тарих, бик фәһемле һүҙҙәр...