Әғләм Шәрипов ижады/Ҡасан ағай
Ҡасан ағай
үҙгәртергәҠасан ағайҙың ысын исеме әллә Хәсән ағай, әллә Әҡсән ағай булды. Бәләкәйҙән ошо исемгә өйрәнгәс, ысын исеме лә онотола төшкән. Әлжиттә, халыҡ уға бындай исемде бушҡа бирмәгән. Эш шунда, ул үҙ хәбәрен һөйләй башлаһа, кемдер уға һорау бирергә мәжбүр була. Бына шул һорауҙарға яуап бирә-бирә һөйләй Ҡасан ағай үҙ хәбәрен. Иң ҡыҙығы шунда: Ҡасан ағай яйлап-майлап “Ҡасан?” һорауына алып килеп еткерә. Ошо һорау бирелеү менән ул һорау биреүсене баштан-аяҡ күҙҙән үткәрә (йәнәһе, йәшен самалай) һәм лаҡапҡа әйләнгән һүҙҙәрен әйтеп ҡуя: “Һин иҫләмәйеңдер ул. Был хәл ҡырҡ (утыҙ биш, утыҙ) йыл элек булғайны. Ул ваҡытта һиңә ни бары өс-дүрт йәш булғандыр”. Һорау биреүсе отолғанын шул мәлдә генә аңлап ҡала һәм бер аҙ көрһөнөп ҡуя. Ә башҡа тыңлаусыларға шул ғына кәрәк. Улар, әлбиттә, рәхәтләнеп көлөп ебәрә.
Бына хәҙер мин уның ҡапыл да ғына иҫкә төшкән ике мәҙәген һөйләйем әле. Ә һеҙ һорауҙар бирмәҫкә (бигерәк тә “Ҡасан?”-ын) тырышып ҡарағыҙ. Ышаныс менән әйтә алам, йәш тыңлаусыларҙың береһе барыбер Ҡасан ағайҙың ошо тоҙағына эләгәсәк. Һөйләү-яҙыуға уңайлы булһын өсөн, әйҙә, йәш кешенең исеме, Исмәғил, булһын әле.
Оят миңә, ғәрлек миңә!
үҙгәртергәҠасан ағай моңһоу ғына һөйләй башлай:
— Оят миңә (апаруҡ өндәшмәй тора). Ғәрлек миңә (әсенеп ҡулдарын һелкеп ебәрә). Ошо хәл иҫкә төшкән һайын йән көйә (башын аҫҡа эйеп күҙҙәрен йәшерә). Ғәрлеге генә ней тора (ҡулдарын һелкеп ҡуя). Ошо хәл иҫкә төштө икән, көнөм көн түгел, ашым аш түгел (тәрән көрһөнөп ҡуя, ҡыҫҡаһы, уның бар һөйләүе ошондай юнәлештә бара). Нишләп ундай хәлгә төштөм икән мин, тигән уйҙар әҙ килмәй миңә. Мәлендә бит әҙ генә башты эшләтергә була ине. Ғүмерлеккә үкенес булып ҡалды был хәл. Ошо хәл булмаһа, бәлки, тормошом да бөтөнләй икенсе булыр ине. Хәҙер эш үткән, бер нәмәне лә төҙәтеп булмай, ә барыбер йән көйә. Оят инде. Шул хәлгә төшөрмөн тип кем уйлаған. Ваҡыты менән шул хәтлем ҡыйын, хатта, аллам һаҡлаһын, үлгеләр килеп китә. Ошондай ғәрлекте күтәреп һаман нисек тере йөрөйөмдөр, нисек мине ер йотмайҙыр. Шул мәлдә үлгән булһам, бәлки, мең артыҡ булыр ине. Нисәмә йыл инде ошо ғәрлек мине эстән кимерә...
Ҡасан ағайҙың бына ошолай һөйләүе оҙаҡ ҡына дауам итеүе бар. Ә нимә булғаны тураһында һормаһаң, һүҙ “оят миңә, ғәрлек миңә, үлһәм, һәйбәтерәк булыр ине” тигәндән ары китмәй. Ә нимә булғанын белге килә бит, әй. Шуға күрә Исмәғил уның ҡора башлаған тоҙағына эләгә һәм һорай ҡуя.
— Ә нимә булды һуң?
Ҡасан ағай йылмая биреп Исмәғилгә борола төшә, уға ҡарап тәрән итеп көрһөнә (әлбиттә, эстән генә ҡыуана) һәм һүҙен дауам итә:
— Туҡманылар мине, Исмәғил ҡустым, туҡманылар (баш эйелә, ҡулдар һәленеп төшә). Эт урынына йөрөтөп типкесләнеләр (тауышы иламһырап сыға). Бер ерем имен ҡалманы (тәнен тотҡолап һыйпаштырып ала). Тибәйем микән әллә һуғайым микән, тип уйлап тора инем былай (күҙҙәрендә дәртле осҡондар ялтлап ҡала, аҙаҡ көрһөнөп ҡуя). Ней тибеп өлгөрөп булманы, ней һуғып өлгөрөп булманы (ҡулдарын бер-береһенә шапылдатып һуғып ебәрә). Үҙемде тәкмәстерә һуҡты ла ҡуйҙылар. Ялп итеп ҡалдым (ҡулдары осар ҡоштай ялпылдап ала). Ырғып торайым микән, әллә тик кенә ятайым микән, тип уйлап ята инем былай (ике ҡулын бергә ҡуйып ҡолаҡ тирәһенә тигеҙеп ала). Ней тороп булманы, ней тик кенә ятып булманы (тағы көрһөнөп ҡуя). Күмәкләшеп югерешеп килделәр ҙә типкесләй ҙә башланылар (аяҡтары менән ерҙе типкесләп-типкесләп ала). Эй, типкесләйҙәр, эй, типкесләйҙәр. Нисек аяҡтары талмағандыр, нисек аяҡтары сыҙағандыр. Типкесләй-типкесләй арып бөттө үҙҙәре (маңлайындағы тирҙе һөртөп ала). Алмашлап типкесләйҙәр, малай. Арығандарын ял иткәндәре алыштырып ҡына тора. Һынмаған ҡабырға ҡалмағандыр, тип уйлағайным, барыбер икәүһе имен ҡалған икән. Врач ағай аҙаҡ үҙе аптырап һөйләп торған...
Был йүнәлештә лә Ҡасан ағайҙың һүҙе оҙаҡҡа һуҙылыуы бар. Үҙең һорамаһаң, һүҙ “туҡманылар, типкесләнеләр, арып бөттөләр, врач ағай аптыраған” тигән урында өйөрөлөп йөрөйәсәк. Шуға күрә Исмәғил тағы һорай ҡуя:
- Ә кемдәр туҡманы?
Ҡасан ағай башын бер аҙ эйә биреп (йәнәһе, ояла) тауышын саҡ сығарып әйтеп ҡуя:
— Күрше ауыл егеттәре туҡманы, Исмәғил ҡустым. Бына шуныһы оят, бына шуныһы ғәрлек. Бына хәҙер үҙебеҙҙең ауыл егеттәре алдында оят!
Ошо урында Исмәғил аптырап ҡала. Яңыраҡ ҡына алтмыш йәшен тултырған, нисә балаға олатай булып өлгөргән Ҡасан ағай ҡасан һуғышып йөрөнө икән?! Күрше ауыл егеттәре үҙҙәренең атайҙарынан оло кешене нишләп туҡманылар икән?! Нисек ҡулдары күтәрелде икән?! Касан ағайҙың туҡмалып ҡайтыуы тураһында ул-был хәбәр ҙә ишетелмәгәйне бит әле. Ауылда бит бындай хәбәр шәп йөрөй. Әллә мин үҙем ишетмәнем микән был хәбәрҙе, тип уйлап ҡуя Исмәғил. Аптырағас, үҙе лә һиҙмәҫтән һорай ҡуя:
— Ә ҡасан туҡманылар?
Бына ошо мәлдә Ҡасан ағайҙың йондоҙло сәғәте һуғып ебәрә.
— Һин иҫләмәйеңдер ул. Был хәл ҡырҡ йыл элек булғайны. Ул ваҡытта һиңә ни бары өс-дүрт йәш булғандыр.
Тыңлаусылар ихлас көлөп ебәрә. Исмәғил генә үҙенең отолғанын ошо мәлдә генә аңлап ҡала һәм көрһөнөп ҡуя. Нишләһен, башҡаларға эйәреп ул да көлгән була инде.
Ай-һай, бигерәк дыуамал булынған!
үҙгәртергәҠулдарын һелтәй-һелтәй Ҡасан ағай үҙ хәбәрен һөйләй.
— Бер көндө сабынлыҡты ҡарарға тип сығып киттем. Ул йылды үлән шәп булды. Урыны менән муйындан, урыны менән ҡолаҡҡа етә яҙа. Быйыл, насип итһә, бесәнде мул итеп эшләйәсәкбеҙ тип ҡыуанып бер булына. Күптәр белә инде, беҙ сапҡан яландың уртаһында бер йыуан ялбыр ҡарағай үҫеп ултыра. Шул ҡарағай эргәһендә сәй эсәбеҙ, салғы сүкейбеҙ, ял итәбеҙ. Ғәләмәт уңайлы урын. Сабынлыҡҡа барып еткәс, бына шул ҡарағайға күҙ ташлап аптырап кителде. Ҡарағай олонона бер ҡулы менән һөйәнеп берәү миңә ҡарап тора! Кем тора икән, тип оҙаҡ ҡарап торҙом. Алыҫтан танып булманы барыбер. Бигерәк таҙа кәүҙәле. Беҙҙең ауыл тирәһендә бындай дәү кәүҙәле кеше лә юҡ, буғай. Был бигерәк елле. Ул миңә тексәйгән, мин уға, тигәндәй. Нишләп, мәйтәм, алыҫтан былайтып бер-беребеҙгә тексәйешеп торабыҙ әле. Барайым әле эргәһенә. Танышайыҡ, һаулыҡ һорашайыҡ, хәлдәрҙе белешәйек. Үҫкән үләнде йыра-йыра уға ҡарай атлап киттем. Нишләптер барып еткәнсе күтәрелеп ҡараманым. Ә ҡарарға кәрәк булған икән. Уға ни бары ике-өс аҙым ҡалғас, башты күтәреп ебәрһәм... бына бит теге тора. Саҡ артҡа ҡолап кителмәне. Ҡаттым да ҡалдым. Ней ҡасып булмай, ней алға атлап булмай, ней ҡысҡырып булмай. Торам инде шунда бағана һымаҡ ҡатып (Ҡасан ағай ауыр тын алған булып тыңлаусыларҙы күҙәтә. Һорау биреүсе тойолмағас, һүҙен дауам итә). Ну ул йылды үлән шәп булды. Урыны менән муйындан, урыны менән унан да бейегерәк. Ун күбә сығырлыҡ урындан уйламайҙа ун биш күбә сығырлыҡ урындар бар. Ну үҫкән, малай. Нисәмә йыл йәшәп ундай үҫкән үләнде күргән юҡ ине. Шул бейек үлән арҡаһында тегене ваҡытында таный алмағанмын. Ҡот китерлек шул, бигерәк елле. Кеше һымаҡ бер ҡулын ағасҡа һөйәгән дә тора инде миңә ҡарап. Ул да елле, бесән дә елле. Ул йылды үлән бигерәк шәп булды бит...
Әлеге лә баяғы Исмәғил сыҙамай һәм һорай ҡуя:
— Ә кем тора ине?
Шуны ғына көткән Ҡасан ағай уға борола төшә һәм шомло тауыш менән яуап бирә.
— Айыу тора ине, Исмәғил ҡустым! Минән ике генә түгел, хатта биш башҡа бейек айыу тора ине (айыуҙың үтә елле икәнен тыңлаусылар тулыһынса һеңдергәс һүҙен дауам итә). Ай-һай, бигерәк дыуамал булынған. Шундай алйот аҙымға барылған бит, әй. Бына бөгөн миңә берәй бәләкәйерәк айыу осраһа, мин улайта алмаҫ инем. Нисек бындай аҙымға бара алғанмындыр, һаман аңлай алмайым. Ну был айыу елле ине. Нисәмә йыл йәшәп ундай ҙур айыуҙы күргән юҡ ине. Минән ике генә түгел, хатта биш башҡа бейек бит, әй. Ул йылды үлән дә шәп булды. Ну айыуҙа елле. Нисек ҡурҡылмағандыр. Һаман да баяғы шул дыуамаллыҡ инде...
Ҡасан ағай күберәген Исмәғилгә ҡарап һөйләй. Уны бер тоҙаҡҡа эләктергәс, хәҙер уны ҡулынан ысҡындырмаясаҡ бит инде. Быныһы көн кеүек асыҡ. Ә Исмәғилдең ошондай һорау бирәсәге лә көн кеүек асыҡ.
— Ҡасан ағай, ә һин нимә эшләнең?
Ҡасан ағай ҡулдарын ике яҡҡа һуҙып күрһәтә:
— Ҡулымда бына ошолай оҙонлоҡта бысаҡ бар ине, Исмәғил ҡустым. Уны бысаҡ тиһәң дә була, хәнйәр тиһәң дә була. Ҡылыс тип әйтеп булмайҙыр, уға әҙ генә етеңкерәмәй. Атай мәрхүмдән мираҫ булып ҡалғайны. Яман үткер. Бына шул бысаҡ менән айыуға сәнстем дә ҡуйҙым бит, әй! Алға табан бар көсөмә ырғыным һәм бар көсөмә йөрәгенә ҡаҙаным! Йөрәк тапҡырына тоҫмалламағайным былай. Ну, насип иткәс, шул тирәгә эләккән инде. Уныһын аҙаҡ ҡарап аптыраныҡ. Сәнскәне ҡайы айыу бер генә әйләнде лә ергә ҡоланы. Дөрҫ итеп ҡалды. Ә мин менеп тә киттем. Ул ваҡытта аяҡ-ҡулдар бигерәк шәп эшләй икән. Тейгән урынына тейҙе, теймәгән урынына теймәне, тигәндәй...
Исмәғил аптырай төшә һәм түҙемһеҙләнеп Ҡасан ағайҙы бүлдерә:
— Ҡайҙа менеп киттең, Ҡасан ағай? Айыуғамы?
Ҡасан ағай бер килке уға аптырап ҡарап тора (йәнәһе, шуны ла аңламайһың икән, ҡустым). Шунан асыуланған булып һүҙен дауам итә:
— Атаң башына менеп киттем! (бер аҙ өндәшмәй тора, йәнәһе лә тыныслана). Нишләп айыуға булһын инде, Исмәғил ҡустым. Уға нишләп мин менәйем?! Айыуға менеп барырға мин һиңә һунар эте түгел дә ине. Ул һөйәлеп торған ҡарағайға менеп киттем! Зинһар өсөн “Нишләп?” тип кенә һорап ҡуйма инде. Ярай, йәшһең бит, белмәһәң, белмәйһеңдер ҙә. Айыуҙың бит миңә ташланыуы бар ине. Шуға ҡарағайға менеп киттем мин. Айыу бит мылтыҡ менән терәп атһаң да шунда уҡ үлмәй. Әҙерәк ваҡыт кәрәк. Ә мин сәнскән айыу тик ята бит, әй. Өҫтән ҡарап оҙаҡ ултырҙым. Апаруҡ ваҡыт үтте, ә айыу тик ята. Ҡыбырламай ҙа. Нисек етте шулай сыҙап өс-дүрт сәғәт самаһы яланғас ултырырға тура килде ҡарағай башында. Үҙемде күгәүен-серәкәйҙәр талап бөттө. Ул йылды күгәүендәр бигерәк елле булды. Баш бармаҡ һымаҡтар. Килеп әсе тешләйҙәр. Арҡаға ултырғанына һуғам тип. саҡ үҙем ҡарағайҙан осоп китмәнем. Көнө, етмәһә, эҫе килеп тороп. Эргә тирәләге барлыҡ күгәүендәр йыйылғандыр ул....
Исмәғил тамам аптырай һәм ипләп кенә һорай ҡуя:
- Ҡасан ағай, урманға әллә кейенмәй барғайныңмы?
Ҡасан ағай уға аптырап ҡарап бер килке һүҙһеҙ ҡала. Бер аҙ торғас үсеккәнерәк тауыш менән һүҙен дауам итә:
— Нишләп мин урманға яланғас барайым?! Кем урманға яланғас барһын инде?! Ауыл урамынан мин нисек яланғас үтәйем, ә?! Кейемдәрҙе ҡарағай башында сисеп бөттөм. Үлгең килмәһә, йәшәгең килһә, сисәһең инде. Ну, малай, күгәүендәр рәхәтләнде. Үҙҙәре килеп тороп эре. Ҡанды эстеләр генә...
Исмәғил Ҡасан ағайҙы ҡыуандырып сираттағы һорауы менән уны бүлдерә:
— Ә нишләп кейемдәреңде систең?
Шуны ла аңламайһыңмы, тигән кеүек бер килке уға ҡарап тора Ҡасан ағай.
— Кейемдәрҙе, Исмәғил ҡустым, айыуға ташлап бөттөм!
Бындай яуаптан Исмәғил тамам аптырай.
— Ә нишләп ташланың?
Ҡасан ағай бер аҙ көрһөнөп һүҙен дауам итә:
— Эх, Исмәғил ҡустым, һунарға йөрөмәгәнең күренеп тора. Шуға аңлатып үтергә тура килә инде. Айыу бит бик хәйләкәр була. Ул юрый ғына, ҡыланып ҡына үлгән булып ятыуы бар. Шуға кейемде уға өҫтән ташлайһың. Үлә алмай ятҡан айыу кейемде кеше тип уйлай һәм уны тотоп ала. Һәм шул ыңғайы уны йыртҡыслап-ботарлап ташлай. Мин ошолайтып әллә нисәмә тапҡыр үлемдән тороп ҡалдым. Ә был юлы ныҡ сәнскән булғанмын икән. Салбарҙы ташланым, тик ятты. Күлдәкте ташланым, ҡуҙғалманы. Түбәтәйҙе ташлағайным, һыңар ҡулы менән тотоп алды ла уны ҡосаҡлап йән бирҙе. Ярай түбәтәйгә хәтлем ташлағанмын, баш китә ине, малай. Ну айыу елле ине. Түбәтәйҙе шул хәтлем ныҡ йомарлаған, кейерлеге ҡалмағайны. Әрәм булды инде. Ҡоҙа бүләк иткәйне. Нишләйһең, бер ботон бирергә тура килде…
Һүҙҙең ҡапылдан ғына икенсе йүнәлеш алыуы Исмәғилде тағы аптырауға һала.
— Кемгә бер ботон бирергә тура килде?
Ҡасан ағай бер аҙ тынып ҡала һәм һүҙен дауам итә:
— Шул көндө күрше лә сабынлығын ҡарарға сыҡҡан булған икән. Бәхеткә ҡаршы, ул ат егеп сыҡҡан. Ҡарағай башынан ярай әле күреп ҡалдым мин уны. Ҡысҡырып саҡ тегене туҡтаттым. Минең ҡарағай башында, етмәһә, яланғас ултырғанды күреп бер килке аптырап торҙо әле ул. Шул күрше менән бер арба итеп айыу тейәп ҡайттыҡ. Уға бер ботон бирергә тура килде. Нишләйһең, ярҙам итте бит. Ул булмаһа, айыуҙы алып ҡайтып булмаҫ ине, ите боҙолор ине. Көнө килеп тороп эҫе булды. Ул заманда хәҙерге һымаҡ холодильниге-морозильниге ҡайҙа әле. Ә мин айыуҙың бер итен әрәм итмәнем. Уның итенән тушенка эшләп алдым. Заманында бер урыҫ өйрәткәйне. Аш-һыуға уңғанлыҡ бар былай, ғәләмәт тәмле килеп сыҡты. Бер айыуҙы бер үҙем ашап ултыра алмайым бит инде. Күрше-күләнгә, туғандарға, ауылдаштарға таратып сыҡтым.
Ошо мәл Ҡасан ағай Исмәғилгә ҡарап ала һәм әйтеп ҡуя:
— Һеҙгә лә унлап банка индереп биргәйнем. Эй, ҡыуандығыҙ инде.
Исмәғил булмаған нәмәне, әлбиттә, иҫенә төшөрә алмай. Һәм һорай ҡуя:
— Ҡасан индергәйнегеҙ?
Бына ошо мәлдә Ҡасан ағайҙың йондоҙло сәғәте һуғып ебәрә.
— Һин иҫләмәйеңдер ул. Был хәл утыҙ биш йыл элек булғайны. Ул ваҡытта һиңә ни бары өс-дүрт йәш булғандыр.
Йәш кеше бына ошо мәлдә генә үҙенең отолғанын аңлап ҡала. Башҡа тыңлаусылар, әлбиттә, рәхәтләнеп көлөп ебәрә.