Әғләм Шәрипов ижады/Һоҡланып торма — эшлә!

“Лаҡапсылар бәйге тота” конкурсына Исхаҡ ағайҙың аңлатмаһын тәҡдим итмәксемен. Һоҡланып торма – эшлә, тигән һүҙҙәре ҡалды уның. Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәгән Исхаҡ ағай бигерәк йор һүҙле, бигерәк шаян булды. Ул күптән мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын. Мәлендә ошо аңлатманы Исхаҡ ағай үҙе миңә күрһәткәйне. Йәнәһе, күҙ һал әле, дөрөҫ яҙғанмын икән. Аңлатма яҙыуҙың төп сәбәбен аңлатып үтәйем әле. Исхаҡ ағайға ат эҙләргә ҡушылған, ә ул ни сәбәптәндер был эште үтәмәгән. Бына хәҙер директор унан аңлатма һорай икән. Мин Исхаҡ ағайҙың шаянлығын белгәс, аңлатманы көлә-көлә уҡып сыҡтым. Ә Исхаҡ ағай көлмәй, хатта бер аҙ ҡайғылы-өмөтлө тауыш менән: “Йә, нисек, ышанырлыҡмы”, — тип һорай. Ә үҙенең күҙҙәре осҡонланып көлөп тора. Шәп яҙғанһың, мәйтәм, бәйләнерлек урын юҡ. Исхаҡ ағай был аңлатманы Шәкир ағайға (совхоз директорына) бирҙе микән, юҡ микән, уныһын белмәйем. Ә бына уның күсермәһен алып ҡалмағаныма бер аҙ үкенеп ҡуям. Шуға күрә ул нисек иҫтә ҡалған, шулай яҙырға тырыштым инде. Ә шулай ҙа Исхаҡ ағай һымаҡ килештереп, шартына еткереп яҙып булманы, буғай. Аҙаҡ совхоздың юғалған-аҙашҡан аттары, әлбиттә, табылды. Тормош ығы-зығыһында был хәл күптән онотолдо ла. Ә бына был аңлатма һаман онотолмай, уны һаман ара-тирә һағынып-көлөп иҫкә алалар. Ул Исхаҡ ағай тарафынан бына ошолайыраҡ яҙылғайны.


Шүлгән-Таш совхозы директоры Салауатов Шәкир Зәкир улына ат көтөүсеһе Хәлиуллин Исхаҡтан

АҢЛАТМА

Күҙгә төртһәң күрмәҫлек ҡараңғы төн. Ауыл тын ғына йоҡлай. Бындай илаһи тынлыҡты ҡайһы бер эттәрҙең генә өрөүе бер аҙ боҙоп ҡуя. Өйҙәгеләр тыныс ҡына мышнап йоҡлай. Мин уларҙы уятмаҫҡа тырышып һаҡ ҡына өйҙән сығам һәм һаҡ ҡына ишекте ябам. Урманға алып бара торған нәмәләрҙе кистән үк моҡсайға һалып соланға сығарып ҡуйғанмын. Уны алып тышҡа сығам. Һалҡын һауа мине бер аҙ айнытып ебәргәндәй була. Нисек кенә һаҡ булырға тырышһам да солан ишеге барыбер минең арттан ризаһыҙ ғына шығырлап ябылып ҡала. Моҡсайымды кистән үк эйәрләнгән ат янына киләм. Ул ризаһыҙ ғына, ниңә былай төн уртаһында юлланабыҙ әле, тип бышҡырып ҡаршы ала. Эх, туғанҡай, ошолай сыҡмайынса хәл юҡ, иптәш директор шулай иртә сығырға ҡуша, тип мин ирекһеҙҙән көрһөнөп ҡуям. Моҡсайымды эйәргә бәйләйем дә атты етәкләп урамға сығам. Бер килке тын ҡалған ауылды тыңлап торам. Ауыл йоҡлай, ауыл ял итә. Ҡуй инде, мин генә ошондай бәхеткә эйә түгел. Ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, тип бушҡа йырламайҙарҙыр инде, күрәһең. Әммә көрһөнөп-үкенеп тороуҙан фәтеүә юҡ. Мин бер һикереүҙә атҡа атланам да югән теҙгендәрен ҡулыма алам. Ауыл урамын тын ғына үтәм һәм урман ҡараңғылығына инеп юғалам.

Урман мине сәйер тынлыҡ менән ҡаршы ала. Сылт иткән тауыш та юҡ, шырт иткән тауыш та юҡ. Ә шулай ҙа йәш ҡоштар ғына әллә яңылыштан, әллә төш күреүҙән ара-тирә һайрап ҡуя. Ә алыҫтараҡ нимәлер һынған һымаҡ тауыш ишетелгәндәй була. Ҡайһы бер йыуан ботаҡтар, ҡайһы бер ҡуйы ҡыуаҡтар (әгәр ныҡлаңҡырап текләп ҡараһаң инде) айыу-фәләнгә оҡшап ҡуя. Был мәлдә айыу-маҙарҙың мине аңдып тормағанын беләм. Ә шулай ҙа бер аҙ шөрләтә биреп ҡуя. Ярай әле атым шәп. Ниндәй ҡараңғы төн, ә ул абынмай-һөрөнмәй яйлап ҡына алға табан атлауын белә. Әммә ҡараңғылыҡта тыуған бындай ҡурҡыу-өркөүҙәр ваҡытлыса ғына. Бындай ҡараңғылыҡ мәңге хөкөм һөрмәйәсәк. Килер бер мәл, ҡояш үҙ нурҙарын ергә һибер! Һәм яҡты көн тыуыр! Алланың ҡөҙрәте киң, тап мин уйлағанса килеп сыҡты ла. Аҡҡашҡа тауы башына етеп барған мәлдә ҡараңғы төндө яҡты көн яйлап еңә башлағайны инде.

Тау башына менеп еткәс, тыуған яғымдың тәбиғәтенә күҙ һалып өнһөҙ ҡалам. Шундай матурлыҡ, шундай хозурлыҡ, шундай иркенлек! Тәбиғәттең бындай матур күренешен һүҙ менән аңлатыуы, бәлки, мөмкин дә түгелдәр. Ирекһеҙҙән ауыҙ йырыла, күңелде шатлыҡ баҫып ала, күңел күктәргә оса. Иҫ киткес матур төбәктә йәшәйем икән мин! Ошонда илаһи хозурлыҡта йәшәүемә ҡыуанам, йылмаям, хатта үҙем дә белмәйенсә ҡысҡыра биреп ҡуям. Ошо ҡыуаныстан хатта (биллаһи, кешегә һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, әй) күҙҙәргә йәштәр төйөлә, танау мыршылдай төшә, күңел ептәре өҙөлә биреп, өҙөлә биреп ҡуя. Илап ебәреүҙән ҡурҡып тиҙ генә тирә яҡҡа ҡарай һалам. Урманда шар баҡырып Исхаҡ илап тора ине, тип һөйләһәләр ояты ней тора. Тиҙ генә емшей башлаған күҙҙәремде, мыршылдарға әҙер торған танауымды еңем менән һөртә һалам.

Үҙемде тынысландырырға теләп ҡарашымды ергә төбәйем. Ә унда ... бәләкәй генә күләүек. Бер килке иҫем китеп уға ҡарап торам. Күләүек бәләкәй генә, ә унда әйтерһең бар донъя, бар йыһан һыйған! Һыу өҫтөнә төшкән күләгәлә аҡрын ғына болоттар йөҙә, унда әле генә ҡалҡҡан ҡояш миңә ҡарап йылмая, бейек ағастар япраҡтарын болғап миңә сәләм бирә! Иҫ китмәле, ошо бәләкәй генә йыйылған һыуҙа күпме йән эйәһе көн күрә. Ана, күрәһегеҙме, бер бәләкәй генә ҡуңғыҙ яйлап ҡына йөҙөп китте лә ләм төбөнә ятып тын ҡалды. Арығандыр, әйҙә ял итһен. Бына икенсеһе аяҡтарын мөмкин тиклем артҡа һуҙып күләүектең бер ярынан икенсе яғына хәтлем йөҙөп барып сыҡты. Унан инде һыу төбөнән үҫеп сыҡҡан үләнгә йәбешеп тын ҡалды. Ә һыу өҫтөндә тегеләй-былай йөҙөп йөрөгән “һыу таҙартҡыстарҙы” күрһәгеҙ ине! Тегеләй зыр-р-р, былай пыр-р-р, шунан инде бер аҙға тын ҡалыу, шунан тағы зыр-р-р, тағы пыр-р-р! Нисек батмайҙарҙыр инде. Шул мәл һыуҙан баҡа килеп сыҡты! Ниндәй матурлыҡ унда! Ул баш, ул яуырынбаш, тигәндәй. Ул йәшел күҙҙәрен миңә бер килке төбәп торҙо. “Һау ғына йөрөйһөңмө, Исхаҡ!”, — тип әйткән кеүек булды ул миңә. Һәм һыуға кире сумды. Суп итеп ҡалды. Мин аптырағас: “Совхоз аттарын эҙләп китеп бара инем”, — тип мығырлап ҡуйҙым. Баҡа сумыуҙан барлыҡҡа килгән түңәрәктәр үләндәрҙе, ундағы бөжәктәрҙе бәүелтте. Аҙаҡ улар яр ситенә һуғылып яйлап юҡҡа сыҡтылар.

Шәкир Зәкирович! Тәбиғәттең ошондай илаһи матурлығын күргәндән һуң минең күңел нескәргән дә ҡуйған бит әй. Ә ат эҙләү ҡайғыһы бөтөнләйе менән күңелдән сығып киткән. Бер бәләкәй генә сүп һымаҡ, бер буш нәмә һымаҡ күренгән ул миңә. Бигерәк ығы-зығы тормошта йәшәйбеҙ икән, тип уйлағанмын мин. Тәбиғәт-тормош матурлығын күрмәйбеҙ, ваҡ-төйәк менән булышабыҙ. Тәүҙә нимәлер юғалтабыҙ, шунан нимәлер эҙләйбеҙ, аҙаҡ кемдәндер нимәлер таптырабыҙ. Шул арала талашып-үпкәләшеп өлгөрәбеҙ. Был донъяның фани ғына икәнен онотабыҙ. Ошондай кисерештәр шул хәтлем көслө булған, бер мәл иғтибар итһәм, мин бит ауылға кире ҡайтып барам! Совхоз аттарын эҙләргә сығып та эҙләй алмай кире ҡайтыуымды ошондай тәрән күңел кисерештәрем менән аңлата алам. Бөгөн саҡ тыныслана алдым. Иртәгә таң менән кире сығам ат эҙләргә. Бөгөнгө хәл ҡабатланмаясаҡ, үҙемде ныҡ тотасаҡмын. (Аңлатманы ат көтөүсеһе Халиуллин Исхаҡ Зәкир улы яҙҙы.)

Бына нисек бәйләнәһең инде ошо аңлатмаға! Уҡыу ғына эләкмәгән, тип көрһөнөп уйлап ҡуям мин. Бына тигән яҙыусы сығыр ине Исхаҡ ағайҙан.