Әғләм Шәрипов ижады/Һунар мажаралары

Һунар мажаралары

Минең Ирек исемле бер таныш ағайым бар. Шәп һунарсы ул. Уның һунар мажараларын тыңлаған һайын, үәт, әй, тип баш сайҡап аптырайым. Бер мәл, эх, уның менән бер тапҡыр булһа ла һунарға сығырға ине, тип хыяллана башланым. Ысынлап та, ун тапҡыр тыңлағансы, бер тапҡыр күреү күпкә яҡшы ла инде. Әммә бына ошо ниәтемде апаруҡ ҡына уйымда ғына йөрөтөргә тура килде. Сөнки Ирек ағайҙы теләгән ваҡытта югерә һалып барып ҡына күреп булмай. Сәбәп ябай, ул башҡа ауылда йәшәй. Ә ниңә шылтыратманың, тип һорап ҡуйыр берәү. Улайтып булманы шул. Сөнки беҙҙең заманда хәҙерге заман телефондары булманы. Шуға күпмелер ваҡыт заяға, йәғни, бушҡа үтеп китте. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һунарға ҡағылышлы хәбәрҙе кеше аша ебәреп булмай. Мотлаҡ күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеп килешер кәрәк.

Аллаға шөкөр, бер мәл, насип иткәс, район үҙәгендә тап булды Ирек ағай. Баҙарҙа осраштыҡ беҙ уның менән. Мин ҡыуаныстан уны саҡ ҡосаҡлап алманым. Саҡ үҙемде тыйып ҡалдым. Бына ошо мәлдә шуныһы бер аҙ эсте бошора. Сөнки тота һалып үҙ йомошоңдо әйтеп булмай. Әҙерәк гәп һатып торор кәрәк. Йолаһы шулай. Етмәһә, бына ошондайыраҡ һорауҙарға арҡыс-торҡос түгел, ә матур итеп яуап бирергә кәрәк. Эштәр барамы, һаулыҡ ни хәлдә, көндәр нисек тора, ауылда именлекме, тауыҡтар йомортҡа һаламы, нисә оя ҡаҙың бар, картуф сәскә аттымы, айыу малға теймәйме, фәләндең улы ҡайҙа йөрөй, ябыға төшкәнһең, әллә килен менән бер аҙ боларышып алдыңмы, фәлән ҡоҙа бура күтәрҙеме, шул кеше өйөнөң башын яптымы, шул ағай атын һаттымы, фәлән кеше ҡыҙын кейәүгә бирҙеме, никахын кем уҡыны, тигән кеүегерәк шаҡы-шоҡо һорауҙар инде. Әйткәндәй, үҙеңдең хәлеңде күршеңдән һора, тигәндәй, ошо мәлдә ауылдағы күп яңылыҡты үҙең дә белеп ҡалаһың. Бына ошолай апаруҡ ҡына гәп һатып торғандан һуң, саҡ үтенесемде еткерә алдым.
— Ирек ағай, берәйҙе мине лә үҙең менән ал әле һунарға.
Һунарсы ағай мине тәү күргәндәй һынамсыл ҡараштары менән миңә текләп ҡатып ҡалды. Апаруҡ торҙо ул. Хатта, әллә ойоп китте, тип уйлап ҡуйҙым. Шул мәл ул телгә килде.
— Тик мыжып йөрөмәйһең.
Шатланып риза булдым.
— Мыжып йөрөргә мин бер бала-саға түгел дә инде.
Һунарсы миңә текләп тағы бер аҙға тын ҡалды. Нимә әйтер икән был, тип мин уға текәлдем. Ай-бай, был тын ҡалыу тағын апаруҡҡа һуҙылып китте. Әллә торған еренән йоҡлап китте инде был, тип уйлап та өлгөрмәнем, һунарсы ағай ҡапыл телгә килде. Һәм шыбырлап тигәндәй миңә өндәште:
— Борос менән кирбес алырға онотма.
Мин бындай ваҡытта нимә тип әйтһә лә риза инем. Шуға күрә ризалығымды белгертә һалып яҡшы ат һымаҡ башымды һелкә һалдым.
— Нимә әйтәң, барыһында алам, Ирек ағай!

Мәйтәм, бары тик мине генә алһын һунарға. Тағын бер аҙға тынып ҡалдыҡ. Шул мәл һунарсы ағай тирә-яҡҡа ҡарап алды ла һуҡ бармағы менән миңә яҡынайырға ишараланы. Һәм ҡолағыма өс кенә һүҙ шыбырланы:
— Көт. Сәләм ебәрермен.
Үҙемдә аңламаҫтан мин дә тирә-яғыма күҙ ташлап алам. Шунан уның ҡолағына нишләптер шыбырлап ҡына яуап бирәм:
— Ярай.

Нишләп ошолай шыбырлашып торабыҙҙыр инде, белмәҫһең. Әйтерһең дә йәшертен генә ҡырын эш эшләргә йыйынабыҙ. Ошо уйҙар башымдан үтеп киткән арала һунарсы ағай кеше араһына инеп тә юғала. Мин башымды һелкә-һелкә тороп ҡалам. Күпмелер ваҡыт шулай баш һелкеп торғанмындыр инде. Шул саҡ ҡатындың әйткән һүҙҙәре мине айнытып ебәргәндәй була.
— Нимә кеше аптыратып башыңды күгәүенде ҡыуған ат һымаҡ тегеләй-былай ҡыйшайтып тораһың. Кешенән оялыр инең...

Ошо осрашыуҙан һуң аҙна-ун көн ваҡыт үтте. Мин, әлбиттә, көтә-көтә көтөк булып бөттөм. Ә Ирек ағайҙан хәбәр-хәтәр юҡ. Әллә онотто микән, тип бер аҙ төңөлә төшкәйнем, аллаға шөкөр, онотмаған икән. Бына бер мәл, насип иткәс, һағындырып ҡына һунарсы ағайымдың сәләме килеп етте. Ошо шәмбе көнө миңә урмандың Уй-Текә тигән ерендә булыр кәрәк икән. Аллаға шөкөр, беләм мин ул урынды. Ауылдан әллә ни алыҫ түгел. Ни бары ун-ун ике саҡырым ғына. Насип итһә, әйткән ваҡытына мотлаҡ буласаҡмын унда.

Бына ошо урында кемдер сәләмдең нисек килеп етеүе тураһында һорай ҡуйыр. Һеҙҙең заманда кеҫә телефоны булмаған да инде, тип әйтер ул. Эйе, ысынлап та, беҙҙең быуын уны белеү генә түгел, хатта уның булыу мөмкинлегендә белмәй йәшәне. Уның ҡарауы беҙҙең заманда йүкә телефон шәп эшләй ине. Хәҙер генә ул бер аҙ онотола төштө. Ә беҙҙең заманда ул бәйләнештең иң ышаныслы төрө булды. Ниндәй йүкә телефон тураһында һүҙ бара, тип аптырап ҡуйыусылар булыр. Бына хәҙер мин Ирек ағай менән йүкә телефоны аша нисек бәйләнеш тотҡанды аңлатып китәйем әле. Тәүге “шылтыратыу” бына ошолай була. Иң тәүҙә Ирек ағай миңә тәғәйен сәләмде юлға йыйынған бер ауылдашына әйтә. Ә ул ағай, үҙ сиратында, беҙҙең ауыл аша үтеп киткән мәлдә кемгәлер ошо турала еткерә Машинаһын туҡтата, ишеген аса һәм тәү осраған кешегә ошолай өндәшә.
— Һаумыһығыҙ. Ауылда именлекме? (Бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң, ошолай әйтә) Ф.-ға әйтерһең әле. Ирек ҡорҙаш ошо шәмбе Уй-Текәлә була.

Һәм машинаһына ултырып китеп тә бара. Был ағайҙың ошолай “шылтыратыуына” бер нисек тә үпкәләп булмай. Ысынлап та, ул мине ауыл буйлап эҙләп йөрөй алмай ҙа инде. Иң мөһиме, ул сәләмде еткергән. Һәм унан бурыс төшкән. Ул тыныс күңел менән юлын дауам иткән. Бына ошо кемдер ошо сәләмде тағы кемгәлер әйткән. Уныһы аҙаҡ тағы кемгәлер әйткән. Уныһы, үҙ сиратында, тағы кемгәлер әйткән. Нимәгә саҡырҙы икән? Быны асыҡлау өсөн күрәҙәсегә барыу кәрәкмәй. Әлбиттә, һунарға! Һунарсы кеше һунарҙан башҡа тағы нимәгә саҡырһын инде. Балыҡҡа саҡырам, тип әйткән хәлдә лә был хәбәргә берәүҙә ышанмаҫ ине. Ә ниндәй йәнлеккә һунарға баралар? Был һорауҙы хатта биреп тороуҙа кәрәкмәй. Әлбиттә, айыуға! Атаҡлы һунарсы исемен йөрөткән һунарсы, әҙәм көлдөрөп, ҡуян-фәләнгә һунарға саҡырып тормаҫ инде.

Бына ошолай итеп мине ауылдаштар һунарға “оҙатып та” ҡуйҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ, ә бит Ирек ағайҙың сәләме әле миңә килеп тә етмәгән. Сөнки мин әле эштә. Мин эштән ҡайтып инеү менән йүкә телефон яңы көс менән эшләй башлай. Миңә Ирек ағайҙың сәләмен тәү башлап ҡатын еткерҙе. Мин өйгә килеп инер-инмәҫтән ул миңә ошолай һөйөнсөләй һалды:
— Ирек ағайың ошо шәмбе һине Уй-Текәлә көтә!

Алдан әйткәнемсә, минең нимәгә барғанымды хәҙер бөтә ауыл белә. Шуға ҡатын, нимәгә бараһың, тип һорап та тормай. Ул миңә бер аҙ ҡарап торғандан һуң көрһөнөп ҡуя.
— Нимә генә тотоп барырһың икән?
Тора биргәс, мине йәлләгән кеше була:
— Ней юнле мылтығың, ней юнле һөңгөң, ней йүнле хәнйәрең юҡ.

Йүнле, тигән һүҙен әйтмәһә лә була инде. Сөнки миндә ҡатын әйткән нәмәләрҙең йүнлеһе лә юҡ, йүнһеҙе лә юҡ. Элек-электән һунарға йөрөмәгәс, ҡайҙан булһын инде улар миндә. Ҡатын күҙе менән өй эсен югертеп ала. Шунан өҫтәлдә ятҡан бысаҡты ҡулына ала. Уның үтмәҫ йөҙөнә бармаҡтарын тигеҙеп ҡуя.
— Был бысаҡты алып китһәң, икмәкте нимә менән телермен икән?
Тора биргәс, был уйынан кире ҡайта:
— Айыу ҡулыңдан һыпыра тартып алһа, мине тере ҡулһыҙ итәһең.
Шунан ауыҙын баҫып (көлгәнен күрмәй тип уйлай микән) әйтеп ҡуя:
— Утын ярған балтаны тотоп бармаһаң.

Шул мәл мин ҡапылдан эре генә ошолай һүҙ башлайым. — Ә мин борос менән...
Ярай әле ошо мәл зиһен эшләп китә. Һәм мин шунда уҡ телемде тешләй һалам. Борос һәм кирбес тураһында берәүгә лә әйтергә ярамай. Тәү сиратта ҡатынға. Хатта сер итеп кенә лә әйтергә ярамай. Йүкә телефондың нисек шәп эшләгәнен хәҙер һеҙҙә беләһегеҙ бит инде. Әйтеү генә бурыс. Хәҙер тараласаҡ был хәбәр ауылға. Аҙаҡ көлөп күҙҙе лә астырмаясаҡтар. Хатта борос ҡушаматы тағылыуы ла бик ихтимал. Әлегә мин борос менән кирбестең нимәгә кәрәк икәнен үҙем дә әле белмәйем. Ней теге юлы Ирек ағайҙан һорашып ҡалырға баш етмәгән. Ә шулай ҙа күңел әҙерәк нимәлер һиҙеңкерәй. Сөнки минең борос менән кирбес тотоп һунарға барған кешене күргәнем юҡ әле. Әлбиттә, борос һүҙен ишетеү менән ҡатындың ҡолағы ҡарп итеп ҡала. Тегеләй һораша, былай һораша. Ә мин әйтмәйем. Юрый һүҙҙе икенсегә борам. Аҙаҡ, насип итеп айыуҙы алғас, тәмләп һөйләрмен әле. Шуныһы шәп булды. Бая ғына минән көлөп торған ҡатындың йөҙөн болот ҡапланы. Борос тураһында уйлана ул хәҙер.

Икенсе сәләм ут күршенән булды. Ул минең эштән ҡайтыуҙы аңдып йөрөгәнгә оҡшай. Әммә нисектер минең ҡайтҡанды күрмәй ҡалған. Тегеләй булһа, ярты сәғәттән түгел, ә артымса уҡ өйгә килеп инер ине. Бына ул ишекте туҡылдатып, әйҙә, әйҙә, инегеҙ, тигәнде лә көтмәй ашығып-ярһып килеп тә инде. Башын бер аҙ эйә биреп, кәүҙәһен бер аҙ алға көмөрәйтеп минең менән ике ҡуллап килеп күреште. Йәнәһе лә мине ололай. Ә үҙе ыңғайына мыҫҡыл итеп төрттөрөп алырға ла онотмай.
— Һунарсыға сәләм!
Кәүҙәһен турайта биреп миңә уңыштар теләргә онотмай.
— Һунар ҡомары ташламаһын ине.

Бына ошо кешегә борос менән кирбес тураһында нисек әйтәһең инде?! Бер нисек тә әйтеп булмай. Башҡаларға әллә нисәгә төрләндереп, әллә нисәгә тулғандырып һөйләйәсәк. Күрше минең менән бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң, әлбиттә, ул Ирек ағайҙың сәләмен еткерә. Әммә былай ғына әйтеп сығып китмәй. Үҙ “кәңәшен” бирә. Былай ғына сығып китһә, исеме юғала ла инде уның. Тәүҙә ул мейес эргәһенә бара һәм уның ҡапҡасын алып эргәмә килә.
— Килен рөхсәт итһә, бына ошо мейес ҡапҡасын тотоп бар һин һунарға. Килендән һалдырып хәбәр һөйләгән була бит әле. Ә үҙе минән ни бары ике көнгә оло. Ярай, артабан тыңлайыҡ әле уны.
— Сүкеш кәрәк була инде.
Бер аҙға туҡтап ҡала ул. Әммә мин ныҡ торам. Уны ҡыуандырып, сүкеш нимәгә кәрәк, тип һорамайым. Быны аңлап алған күрше бер аҙ көрһөнөп ҡуя. Һәм һүҙен дауам итә:
— Йүнле сүкеш һиндә юҡтыр инде ул (мыҫҡыл итә үҙенсә). Ярай, ҡайғырма. Миндә бәләкәй генә йәтеш сүкеш бар. Шуны биреп торормон.

Минең ныҡ торғанды, ә шулай ҙа ҡатындың аптыраулы ҡарашын күреп күрше бер аҙ ҡыуанып ҡуя. Шуны ла белмәйһегеҙме ней, тигән кеүегерәк тын ала. Һәм аңлата башлай:
— Айыу килеп сыҡҡаны ҡайһы һин ошо мейес ҡапҡасын ҡалҡан һымаҡ тотоп уға ташланаһың.

Күрше йәнә бер аҙға тынып ҡала. Минән һаман, йә, шунан, тип әйттермәксе була. Ә мин юрый әйтмәйем. Нишләп мин уны ҡыуандырып һорап торорға тейеш әле. Әммә ҡатын сыҙамай. Һәм һорай ҡуя:
— Йә, шунан?
Күңеле булған күрше тамағын ҡырып ала һәм һүҙен дауам итә:
— Әлбиттә, айыуҙа һиңә ҡаршы ташланасаҡ. Һәм уның үткер тырнаҡтары ҡапҡас тимерен үтә тишеп килеп сығасаҡ.

Күрше тағы бер аҙға тынып ҡала. Мин тағы өндәшмәйем. Әммә ҡатын тағы сыҙамай. Һәм уны ҡыуандырып тағы һорай:
— Йә, шунан?
Күрше миңә борола төшә:
— Ҡалғаны һинең сослоҡта инде, күрше. Тиҙ генә шул тырнаҡтарҙы бөкләй һуға алһаң, айыу һинеке.

Беҙ был күренеште күҙ алдына килтереп бер аҙға тын ҡалабыҙ. Күңеле булған күрше һүҙен дауам итә:
— Хәҙер был айыуҙы быҙау етәкләгән һымаҡ йөрөтөп була. Насип итһә, уны ауылға алып ҡайтып беҙгә лә күрһәтерһең әле.
Шул мәл ҡатын рәхәтләнеп көлөп ебәрә. Ә мин уларҙы ҡыуандырып көлмәнем. Һәм күршегә ҡаршы ла яуап бирмәнем. Рәхмәттәремде яуҙырып оҙатып ҡалдым уны. Сүкеш инеп алырға онотма, тип сығып китте ул. Икенсе көн эшкә барғас, “дан инде” ҡушаматы алған хужа мине саҡырып алды. Мин килеп инеү менән ауыр кәүҙәһен еңел генә күтәреп эргәмә өлтөрәп килеп етте. Ҡуш ҡуллап һаулыҡ һорашты. Һәм һүҙ башланы.
— Ирмен тигән кеше ағас ултыртһа, малай үҫтерһә, өй һалһа дан инде. Үҙен ир тип һанаған кеше айыу алһа бигерәк дан инде. Маладис, ҡустым. Бындай эшкә йөрәгең еткәс, дан инде һиңә.

Уның маҡтауҙарын ошо урында туҡтатып торайыҡ. Ошоларҙы әйтер өсөн саҡырмағаны билдәле бит инде. Шуға һүҙҙең төп өлөшөнә күсәйек.

— Ҡустым, һунар итеүҙең дан ысулы бар. Шуны һиңә өйрәтәйем әле (оло кеше оло кеше инде, көлөү-мыҫҡылдың әҫәре лә юҡ). Бының өсөн яҫтыҡ кәрәк. Тышы ҡаты булһа дан инде. Ошо яҫтыҡҡа ике яҡлап унлап ҡармаҡ тегеп сығаһың. Суртан-йәйенгә тәғәйен эре ҡармаҡ булһа дан инде. Яҫтыҡты арҡан менән бәйләйһең. Арҡаның ныҡ булһа дан инде. Айыу килеп сыҡҡаны ҡайһы ошо яҫтыҡты уға ташлайһың. Еткерә ташлай алһаң дан инде. Арҡаныңды ҡуша ташлап ҡуйма. Уның икенсе осо ҡулыңда булһын. Билеңә бәйләп ҡуйһаң дан инде. Айыу яҫтыҡты бер ҡулы менән эләктереп ала. Һәм ҡармаҡтар уның усына ҡаҙалһа дан инде. Айыу аңғармаҫтан икенсе ҡулы менәндә яҫтыҡҡа йәбешә. Һәм икенсе ҡулы менәндә ҡармаҡтарға эләкһә дан инде. Айыу яҫтыҡты ҡосаҡлап йөрөй, ә ҡармаҡтарҙан бер нисек тә ысҡына алмауы дан инде. Ошо хәлде күҙ алдына килтереп, бер аҙға тын ҡалабыҙ.
— Ҡалған яғы һинең йылғырлыҡта инде, ҡустым. Йүгереп кенә берәй ҡарағайға менеп китә алһаң, дан инде. Ҡарағай башында арҡанды самалап тартып, айыуҙың ике ҡулын өҫкә күтәреп бәйләй алһаң, дан инде.

Ошо хәлде күҙ алдына килтереп тағы бер аҙға тын ҡалабыҙ.
— Аҙаҡ айыуҙы ҡытыҡлап алһаң дан инде. Билен һәм ҡултыҡ аҫтын ҡытыҡлай торғас, уның көлөүҙән йөрәге ярыла.

Рәхмәттәр әйтеп сығып киттем мин “дан” хужанан. Аҙаҡ Ирек ағайҙың сәләмен тағы бер-икәү килеп әйтеп китте. Әлбиттә, әйткәне ҡайһы боролоп китмәнеләр. Ә ошондай “аҡыллы” кәңәштәрен биргән булдылар:
— Күҙенә ҡарама. Ҡашыңды йыйырма. Ирендәреңде ҡымтыма. Асыҡ йөҙ менән тор. Ҡулдарыңды ике яҡҡа йәйеп ихлас кеше икәнеңде күрһәт. Йылмайырға тырыш. Аллам һаҡлаһын, югереп барып күрешеп ҡуйма.

Ошоноң менән сәләмдәр тамам, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән. Һуңғы сәләм биш йәшлек малайымдан булды. Ул кисен уйнап ҡайтҡас, миңә ошолай өндәште:
— Һин һунарға бараһың, ибет, атай?
Бер аҙ торғас, танауын тартып өҫтәп ҡуя.
— Айыуға, ибет, атай?
Ҡулын-битен йыуындырған арала малайым һүҙен дауам итә:
— Иһерек бабай менән бараң, ибет, атай?
Бына быныһын балаға юрый өйрәткәндәр.
— Кәзә тәкәһе тигән ерҙә һеҙҙе айыу көтөп ултыра, ибет, атай.
Мәйтәм, өйрәтеп торған кешеһен күрер кәрәк ине.

Бына ошолай сәләмдәр килеп бөттө. Хәҙер һунарға әҙерләнә башларғала була. Әлбиттә, иң тәүә ҡатын күрмәгәндә генә рюкзак төбөнә кирбесте йәшереп һалып ҡуйҙым. Ашамлыҡтар йыйнаған мәлдә боросто ла алырға онотманым. Ҡыҫҡаһы, һунарсының әйткән ваҡытында мин урмандың ул әйткән мөйөшөндә баҫып тора инем. Көҙгө көндөң матурлығына һоҡланып апаруҡ торҙом әле. Шул мәл яҡында ғына берәүҙең тамаҡ ҡырғанына әйләнеп ҡараһам, ауыҙ сите менән көлөмһөрәп Ирек ағай тора.
— Урманда улай торорға ярамай, ҡустым. Һаҡ булыр кәрәк.

Мәйтәм, ысынлап та һаҡ булырға кәрәктер. Һунарсының ҡасан һәм ҡайһы яҡтан килгәнендә белмәй торсо әле. Бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң, Ирек ағай ҡулын алға төбәп хәбәрен һөйләй башлай:
— Бына ошо тирәлә ике балаһын эйәртеп бер инә айыу йөрөй. Теге юлы улар Боҙор һырты буйлап үтеп киткәйнеләр. Аҙаҡ Күкрәүек тамағы яғына боролдолар. Ҡаҙанбай яғына сыҡмағандар. Сығырҙар ине, ул яҡта һигеҙ бүренән торған төркөм йөрөй. Инә айыу шуларҙан ҡурҡҡан. Шуға, моғайын, кире ошо яҡҡа тартырҙар. Әгәр беҙ Уй-Текәлә көтөп ултырһаҡ, улар беҙгә туп-тура килеп сығасаҡтар.

Һунарсы һөйләй. Ә мин аптырап тыңлап торам. Ул нисек ун-егерме саҡырым аралыҡта ятҡан хәл-әхүәлде ҡайҙан белә икән!? Бына шуға аптырайым. Урман йәнлектәре менән бергә йөрөгән һымаҡ һөйләй ҙә ҡуя бит, әй! Шунан, минән һунарсы сыҡмай, тип ҡул һелтәп ҡуям. Мин бит һарай тирәһендә тегеләй-былай сабып йөрөгән тауыҡтың ғына түгел, ваҡыты менән өй эсендә тегеләй-былай сабып йөрөгән баламдың ҡайҙа икәнен белмәйем. Мине был уйҙарҙан Ирек ағайҙың өндәшкәне арындыра төшә.
— Йә, ҡустым, мин әйткән нәмәләрҙе алып килдеңме?

Мин уларҙы рюкзак эсенән сығарып Ирек ағайға бирә һалам. Нимә эшләтер икән ул борос менән кирбесте? Был һорау һеҙгә генә түгел, миңә лә ҡыҙыҡ. Шул арала һунарсы кирбесте ағас төпһәненә һала һәм өҫтөнә боросто һибеп сыға. Быларҙы күреп мин уфтанып ҡуям. Һәм, был нимә булды инде, тигән һорауҙы биреп тормайым. Сөнки уның шаяртҡанын, дөрөҫөрәге, алдағанын һиҙеп торам. Әммә уға ғына белгертмәйем. Ихтибарлы тыңлаған кеше булам. Был һунар ысулын Ирек ағай ошолай аңлата.
— Был ысул күптәргә билдәле түгел. Уны мин яҡын күргән кешеләремә генә өйрәтәм (тимәк, мин шундай аңыштар иҫәбендә). Эш шунда, йәнлек боростоң еҫен алыҫтан һиҙә. Һәм ошо урынды мотлаҡ килеп таба. Ошо урынды тапҡас, ул кирбескә, унан бигерәк, унан аңҡыған әскелтем еҫкә аптырап ҡала. Һәм ҡыҙыҡһынып уны еҫкәп ҡарай. Шул мәл үҙе лә һиҫмәҫтән башын өҫкә күтәрә биреп тора ла сөскөрөп ебәрә. Һәм шул ыңғайы ошо кирбескә башын яра һуға ла ҡуя!

Бер мәлгә икебеҙҙә тын ҡалабыҙ. Үсекмәнем мин Ирек ағайға. Ярай, мәйтәм, булыр әле минең урамда ла байрам. Ирек ағай менән шаярып булмаҫ, әлбиттә. Ней тиһәң дә минән күпкә оло бит. Ә бына ваҡыты еткәс, берәй йәш кешене мин дә ошолай шаяртып алырмын әле, насип итһә. Уның ҡарауы, уның менән урманды апаруҡ гиҙеп, урманда рәхәтләнеп сәй эсеп, Ирек ағайҙың хәбәрҙәрен тыңлап, ял итеп ҡайттым. Әйткәндәй, Ирек ағайҙың айыуҙар тураһында һөйләгәне минең күҙ алдыма ошолай килеп баҫа. Инә айыу, ике балаһын эйәртеп, был урмандың мөйөшөн апаруҡ гиҙеп сыҡты. Һунарҙары уңышлы ғына булды былай. Боҙор һырты буйлап китеп барған мәлдә бер-ике ҡуянды тотоп тамаҡланылар. Аҙаҡ Күкрәүек тамағы яғына боролдолар. Бында бер боланды апаруҡ эҙәрләкләп барҙылар. Ана тотам, бына етәм, тип барған мәлдәрендә уныһы Ҡаҙанбай яғына сығып китте. Шул мәл алдан барған инә айыу туҡтап ҡалды. Бер аҙ артта килгән ике балаһына борсоулы ҡарашын ташланы. Һәм әйтеп ҡуйҙы:
— Анау ялбыр ҡарағайҙан Ҡаҙанбай яғы башлана.

Ике бала айыу алда үҫеп ултырған йыуан ҡарағайға ҡарап туҡтап ҡалды. Һәм аптырап һорай ҡуйҙылар:
— Ҡаҙанбай яғы башланһа ней булған?

Инә айыуҙың тәне буйлап еңелсә генә дерелдәү үтеп китә.
— Ул яҡҡа сыҡмайыҡ, кире боролайыҡ.
Балалары имән олонона һөйәлә һәм һораулы ҡарашын уға төбәй:
— Ә нишләп?

Инә айыу ҡурҡышынан ҡалтырай башлаған аяҡтарын тыя алмай сүгәләй төшә һәм ҡалтыранған тауыш менән яуап бирә:
— Унда һигеҙ бүре йөрөй.

Бындай һүҙҙәрҙән һуң бала айыуҙарҙыңда йәндәре табандарына төшөп китә. Һәм улар йән-фарманға кирегә табан саба. Күпмелер сабып барғандан һуң инә айыу ошолай тип әйтә:
— Әйҙә Уй-Текә яғына юл тотайыҡ. Унда элек-электән ҡуян күп булды. Улар бар ерҙә, беҙ ас булмаҫбыҙ.

Уй-Текәгә килеп төшөү менән әскелтем еҫте инә айыу ғына түгел, уның балалары ла һиҙҙе. Йән киҫәктәре кемуҙарҙан еҫ килгән яҡҡа сапты. Инә айыу уларҙы ваҡытында туҡтата алманы. Шул мәл улар сабып киткән яҡта шалт иткән тауыш ишетелде. Һәм урман илау тауышына күмелде. Инә айыу ҡото осоп балаҡайҙары яғына йомолдо. Ул барып еткәндә, бер балаһы маңлайын ыуып илап ултыра ине. Ә икенсеһе ҡурҡышынан ағас башына менеп киткән булып сыҡты. “Башы ҡороғор, Иректең генә эше был. Ярай әле кирбесте бейеккә һалырға башы етмәгән. Баламды әрәм итә ине”, — тип ҡыуанды инә айыу. (Был һөйләүсене Әғләм Шәрипов тыңлап торҙо.)