Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/2-се бүлек

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
Әһлей Сөләймәновтың тыуған ауылы Урта Муйнаҡ. Ейәнсура районы.

2-се бүлек

үҙгәртергә

Башланды!

Беҙҙең ауылда һәр өйҙә тиерлек башҡа ауылдарҙан килгән кешеләрҙе өсөшәр-дүртешәрен бер фатирға урынлаштыра башланылар. Уларҙың һәр береһендә тимер көрәк, балта, ә ҡайһы берҙәрендә – бысҡы. Улар күп! Иртәнсәк тимер һуғып шаңғыртып кешеләрҙе мәгәзәй янына саҡырҙылар. Ғәжәп! Эргә тирәләге ауылдарҙан кеше бик күп йыйылды. Иң беренсе эш – бар халыҡ мәгәзәйҙән өҫтәге тигеҙ урында ҡар көрәргә тотондо. Эш кискә тиклем барҙы. Ҡара ер бейек ҡар өйөмдәре менән уратылды.

Икенсе төркөм бүрәнә әрсене. Ҡабыҡтарын бер нисә урында яндырҙылар. Арала Бәзретдин ағайҙан башҡа ҡыҙыҡ ҡына һөйләшкән Хөснөтдин өйрәтеүе буйынса әллә нисә урында бүрәнәләрҙән козла эшләп ҡуйҙылар! Төп эш – бүрәнә әрсеү, таҡта ярыу. Бер нисә ерҙә туң ерҙе соҡоп, ҡаҙып канау яһанылар. Соҡорҙар һыу менән тулғас, ҡаҙыуҙы туҡтаттылар. Бүрәнә әрсеүселәр, алмашлап таҡта бысыусылар күбәйҙе! Таҡта, әрселгән бүрәнәләр өйөмө күҙгә күренеп үҫте!Туң ерҙе ҡаҙып, канауҙар яһарға теләгәндәр ине лә, ҡар һыуы соҡорҙо тиҙ баҫып алғас, туҡтаттылар. Таҡталарҙы йыша башлағайнылар ҙа әҙерәк кибеүен көттөрөп, мөмкин тиклем йәйеп һалдылар. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнаны. Бер көн бер кем килмәне, күренмәне. Фәҡәт көндөҙгә, төнгө ҡарауылсылар ғына йөрөнө. Беҙгә, ауыл малайҙарына, бында уйнап көн үткәрергә иркен ҡалды. Тыйған, ҡысҡырған кеше юҡ.

Интернат

Беҙ уйнап йөрөгәндә, ғәжәп бүрәнә-таҡталарҙан ситтә күмәк ағас тейәгән аттар туҡтаны. Бер кеше тегеләй-былай аҙымлап йөрөгәндән һуң ағасты дүрткә бүлеп ҡутарҙылар. Был ағастарҙан күренеүенсә, бер өйҙө боҙоп килтергәндәр. Ҡутарып бөткәс, киттеләр. Иртәгәһен тағы алып килделәр ҙә киттеләр. Ҡулдарында балта, көрәк, бысҡы, лом тағы әллә нәмәләр бар.

Ашағандан һуң үлсәп канауҙар ҡаҙҙылар, ә иртәгәһен таш килтереп ҡутарҙылар. Таштарҙы баяғы соҡорҙарға һалып, ниндәйҙер шыйыҡса ла ҡушып эшләнеләр. Баяғы ерҙә нигеҙ барлыҡҡа килде. Ошо таш нигеҙ өҫтөнә бура бурай башланылар. Һәр береһенә буяу менән яҙып сығылған. Бүрәнәләр иҫке. Ниндәйҙер өйҙө алып килеп ултырттылар. Араларына мүк һалдылар. Ике-өс көндә бейек, ҙур өй ҡалҡып сыҡты. Иҙән, түбәләрен түшәп, ҡыйыҡлап ябып та ҡуйҙылар. Икенселәре ишек-тәҙрә яңаҡтары ҡуйып та, тәҙрәләргә быялалар ҡуйҙылар.

Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар. Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.

– Мейестәр төтәмәй! Усаҡта ҡаҙан шәп ҡайнай! - тигән йомғаҡ яһанылар. Шундай ҡатмарлы ваҡ эште өс-дүрт көн эсендә эшләп тә ҡуйҙылар! Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!

– Ул ошонда йәшәргә, балаларға аш бешерергә, сәй эсерергә тейеш! – тип һөйләштеләр.

Соланда бүлмә. Унда – аҙыҡ-түлек! Улар план ҡороп һөйләшеп йөрөй, беҙ, эйәрсендәр, арттарынан йөрөйбөҙ. Беҙҙе әрләмәйҙәр ҙә, ҡыуаламайҙар ҙа!

– Бына был интернат була, йәғни, уҡыусылар ятағы! Тыштан һылаһалар, аҡлаһалар, интернат әҙер инде! – тип ят кешеләр сығып киттеләр. Интернат һүҙен белмәй инек, белдек! Ул – ятаҡ икән!

Ышкул төҙөү

Мәгәзәй түше. Мәгәзәй япа-яңғыҙ, уның тирә яғы һыртҡыуаҡ, тауҙар һәр көн асыҡ күренеп тора. Хәҙер бер нисә урында бура, бүрәнәләр, таҡталар, ҡарауылсы, бары ла күренә, ә хәҙер бер матур, ҙур өй тора. Төтөндәре сыға! Ҡарауылсы яға. Бер буранан һәм өйҙән ситтә Үргауыл юлынан өҫтәрәк бер төркөм кешеләр ат менән килтергән ҙур бағаналар ҡаҙып ултырттылар. Өс бағана әҙер булғас, уларға таҡта ҡапҡалар элделәр. Береһен асһаң-япһаң бер кеше йөрөрлөк! Ә ике ҙур ҡапҡаны шар асһаң, теләгән йөк: утын, бесән һ.б. нәмәләр индерергә мөмкин. Ләкин ҡапҡаларҙың тирә-яғы ҡола ялан! Мәгәзәй, һыртҡыуаҡтан башҡа.

Болот, быҫҡаҡлап торған ыуаҡ ямғыр осоро! Ҡапҡа тора. Интернат әҙер. Барак бар. Ышкул янына эй күп оҙонса бик күп тимерҙәр ташып һалдылар. Бына бер заман арбалар менән сүбәк, таш ташый башланылар. Зыярат яғынан текә ҡабаҡлыҡта тәрән соҡор ҡаҙҙылар, тирә яғын кәртәләгәс, соҡорға улаҡ үткәрҙеләр, ә соҡорға йөкләп-йөкләп Әндрееевканан бире ерҙән эзбиз ташып ауҙарҙылар. Алыҫтан ат менән ташып улаҡҡа һыу ағыҙҙылар. Күп тә үтмәй соҡор шаулап-гөрләп тирә яғына аҡ “ямғыр” сәсте! Унда яҡын барырлыҡ түгел! Бик ҡурҡыныс! Күмпелер соҡор шулай шаулай торғас, бер көн иртәнсәк иртүҡ, бик көслө, ҡурҡыныс шартлау ишетелде! Был шартлауҙы Түбәнге ауыл, Үргауыл, Өмбәт, Аҡбирҙе, Хәсән хуторында ла ишетеп аптырайҙар! Был ниндәй гөргөлдәү-шартлау!? Был тауыштан һуң соҡор, күрәһең, тынысланғандыр.

Буласаҡ ышкулдың нигеҙен ҡаҙып, уратып таштар һалдылар. Эзбизде мискәләп ташыйҙар, ер, таш эзбиз һалалар. Бына бер саҡ бик матур ап-аҡ ышкул нигеҙе әҙер булыуына шатланып, балта оҫталары бүрәнәләр һала башланы! Эш күңелле, ҡыҙыу бара! Бүрәнәләр араһына мүк түгел, ә сүбәк һалдылар. Нисә көн үткәндер, бер заман бар кешене хайран ҡалдырып ышкул стенаһы ҡалҡты! Халыҡ шатлығын әйтеп кенә аңлатып ҡына булмай! Стеналар, иҙән үрҙалары әҙер булғас, иҙәндәр ябыу эше айырыуса ҡыҙыу барҙы! Шул уҡ ваҡыт өҫкө өрлөктәр ябылып, тупраҡ һалынды! Алдан ҡуйылған стрәпилдәрҙе теге тимерҙәр менән ҡапланылар. Дүрт ерҙә мейес сығарҙылар! Бөтә халыҡ ышкул булыуына ышанып бик тырыш эшләне. Берәүҙәр күмәкләшеп түбә таҡтаһын эстән обшивать иттеләр. Ишектәр ҙә ҡуйылдылар!

Кластар әҙер!

Ингәс тә беренсе кумыт ҡарауылсы – завхоз Тулыбаев Ишбулды ағайға бирелде. Ул кумытҡа ҡатыны Мәғрифә апай менән күсеп сыҡты! Уға ике ат яуаплылыҡҡа беркеттеләр. Икенсе кумыт уҡытыусылар бүлмәһе – “Учительский”, өсөнсө ҙур залды 1 класс тинеләр. Уның янындағы шундай уҡ ҙур залды 2 класс тинеләр. Ә уларҙың алдындағы ҙур яҡты залда уҡыусылар тәнәфестә сығып тороу урыны тип бүлделәр! Артыҡ кешеләргә бында эш бөткәс , мейестәрҙе аҡлап, иҙән-түбәләрҙе буяп, кипһен, кеше, мал инмәһен өсөн рәшәткәләр ҡуйып, елләтеп кибергә ҡуйҙылар.

Бығаса беҙҙә бер кем күрмәгән “парта” ташып тултырҙылар! Ике класҡа дүртешәр рәттән теҙҙеләр. Өҫтәл янына бер ултырғыс, ҡара таҡта – доска ҡуйҙылар. Уның бейек ике тояғы бар. Шулар араһынан таҡтаны тегеләй-былай әйләндерергә лә мөмкин! Кластар әҙер!

Ҡурай

Бер йәй, бер ҡыш үтте! Атай тураһында ләм-мим! Ҡәрсәй Кршәник, Һарыҡташтағы таныш-белештәрҙән бер-ике рәт һорашып ҡайтты! Бер кем, бер ерҙә уның турала белмәй! Ғәиләлә тын алыш та үҙгәреүен һиҙеп ҡалам! Минең йыуаныс-ҡыуаныс! Теге йәйҙә ҡунаҡтарҙан һуң һыу буйында ҡурайҙа уйнайҙар кеүек ишетеп ҡалдым. Шунда йүгереп төштөм! Ғилмитдин абзыйым яр башында, мунса аръяғында, аяҡтарын ярҙан төшөрөп ултырған да ҡурайҙа уйнай! Мин янына ултырһам да иғтибар итмәне. Уйнап бөткәс:

– Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.

Мин ҡыуанып, өйрәт тә өйрәт, өйрәнәм, тием. Ошонан һуң ул бәләкәй генә ҡурай яһап бирҙе лә, нисек ҡуйырға, нисек өрөргә кәрәклеген күрһәтте. Ул әйткәнсә, мин гел өрә торғас, һыҙғырта башланым. Беҙ гел бергә йөрөй башланыҡ. Бармаҡ урындары яһағас, бер еңел генә көйҙө сығарҙым! Абзыйҙың быға ҡыуанауының сиге булманы! Ул мине бейергә өйрәтеүенән башҡа хәҙер ҡурайҙа ысынтыллап өйрәтте! Ҙурыраҡ ҡурайҙа уйнауҙан көй ҙә һәйбәт сыға башланы! Ул ике ҡурай: үҙенә лә, миңә лә бер төрлө итеп эшләне, инде беҙ икәү уйнай башланыҡ. Уйнап туҡтағас, ул мине күтәреп, өйөрөлтөп- әйләндереп, яратып, төшөрә лә:

– Ҡайҙа йөрөһәң дә өр, уйна! – тине.

Бер - ике көйҙө айырыуса шәп уйнаныҡ!

Беҙ Сәфәрғәле абзыйҙарҙа

Бер йәйге кистә беҙгә Сәфәрғәле абзый килеп инде лә:

– Апай, Әһли! Хәҙер уҡ мин һеҙҙе үҙебеҙгә алып ҡайтам! Йыйынығыҙ! – тине.

Беҙгә йыйыныуға күп кәрәкмәй! Һандыҡты сығарып ултыртып, ятыр ҡаралты, кейемдәребеҙҙе алып сығып, арбаға ултырҙыҡ! Беҙҙе бер кем оҙатманы. Сыҡманылар! Һә тигәнсә уларға, ауыл осона, килдек тә нәмәләрҙе аш өйҙәренә ташып та ҡуйҙыҡ! Беҙҙең янға өләсәй, әсәйҙең әсәһе, Мәхмүзә әбей, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзый сыҡтылар! Бергә ултырып ашап-эсеп алдыҡ та Әхмәт менән мин бында йоҡларға яттыҡ! Шулай итеп, ҡапыл беҙ уларға күсеп сыҡтыҡ. Ул саҡ әле йәй, эҫе саҡ ине. Ололар ҡырға, эшкә, китеп бөтә. Беҙ икәү ҡала инек. Әхмәт абзыйҙы ҡыр эшенә алып киттеләр. Әсәй ҙә китте. Ҡартатайҙың тәүге ҡатыны Ғәбиҙә өләсәй мкәү өйҙә ҡалабыҙ. Башҡалар эштә!

Кушловский

Йәй көндәре эҫе! Мин тиңдәштәрем менән Ҡылы буйында! Өшөгәнсе һыуға инеп, ҡыҙынабыҙ ҙа , өйрәк кеүек, сыу булып тағы һыуға һикерәбеҙ. Шулай, ирендәр буҙарып өшөгәндән, ҡалтыранып ишегалдына инһәм, утъяҡҡыста кемдер һауыттар шалтырата! Инһәм, әсәй:

– Эштән ҡайтарҙылар. Ырымбурҙан әртистәр килгән… Шуларға ашарға әҙерләйем, - ти.

Кәртә яғына ҡараһам, бик ҡыҙыҡ ят тарантас. Кеше ултыра торған урын көплө, тәҙрәле! Арттан баҫҡыс бар. Ике яҡтан да баҫҡыстар. Ат тотҡан дилбәгесенең урыны айырым, алда. Лапаҫ аҫтында ике шоморт ҡара аттар тора! Ҡамыт, ыңғырсаҡ ышлыялар, югәндәр бик матур һары төймәләр менән биҙәлгән! Аптырырлыҡ! Барыһы ла уйынсыҡ кеүек!...

Әсәй янына инеп һорашырға уйлағайным да, өйҙән бер йөрәк өҙгөс матур тауыш ишетеп аптыраным да өйгә йүгереп инеп ишек яңағына һөйәлеп ҡапыл туҡтаным! Нәҙек, оҙон кеше ишеккә арты менән торған да баяғы тылсымлы тауыш сығара! Һул яғындағыһы күренмәй. Аҡ епле таяҡсығын уңға-һулға йөрөтә! Уйнай! Икенсеһе стена буйлап һуҙылып яҫтыҡта ята. Күрәһең, теге уйнағанға знак биргәндер, моңло тауыш туҡтаны. Яурынынан һул ҡулында бик ҡыҙыҡ, матур, ҡыҙыл төҫтәге уйынсығын (таяғын) төшөрөп, миңә ҡарап торҙо ла башымдан һөйөп-һыйпап: – Эй, ыланҡай, ишек төбөндә торма, әйҙә, үт бире! - тип етәкләргә иткәйне, мин сығып ҡастым! Шул саҡ минең күҙ йәштәрем сыҡҡанын белдем!

Әсәй уларға ашарға әҙерләгәнсе, теге ғәжәп кеше әсәй һәм минең менән һөйләшеп китте. Теләмәһәм дә, бергә ашап-эскәс, ышкулға, театрға, киттек! Ул мине етәкләп бара…

Мәгәзәй. Ышкул яны

Беҙ килгәндә ҡояш тау артына ултыра башлағайны. Мәгәзәй янынан алып юл, һыртҡыуаҡ, интернат яғы, ышкул тирә-яғы ат-арба, йәйәү халыҡ менән тулған! Йырып үткеһеҙ… Беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ! Ышкулға яҡын барырлыҡ түгел! Мәшхәр! Геү киләләр: аттар кешнәй, алай-былай этәрешеп, сайҡалалар! Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сәрелдәп ҡысҡыра, һүгенәләр, әрләшәләр! Балалар аҡырып илай! Был әртист менән мин әллә ҡайҙа, ситкә этәрелеп, сығарылдыҡ. Ышкул түбәһенән бер әртист: – Кушловский! Бер ерҙә тор! Хәҙер ярҙам ебәрәм! – тип ҡысҡыра.

Беҙгә ун биш-егермеләп кеше килеп, юл ярып тәҙрәгә килдек! Ишек бикле! Тик әртистәр генә ҡуйылған баҫҡыс аша тәҙрәнән инәләр! Башҡа әмәл юҡ! Беҙ ҙә көс-хәл менән тәҙрәгә ҡуйылған баҫҡыс аша эскә индек! Ышкул эсе шығырым тулы! Эҫе! Эленгән шәмдәр ҙә насар яна! Саҡ, көскә, шаршау артына индек. Мин мейес мөйөшөндә торҙом. Шаршау асылыр алда ғына иҙәндә ултырыусылар араһына урынлаштырҙылар!

Театр

Шаршау асылғанда тынлыҡ! Себен бызылдауы ла ишетелерлек. Ғәләмәт матур кейенгән ҡыҙҙар, Лил кеүек һылыуҙар, теҙелешеп ултырып йырлайҙар. Баян-скрипка (уның исемен Кушловский әйткәйне), шаршау артында шундай уйнай! Ҡыҙҙарҙың ҡыҙғаныс һүҙҙәре, музыка илата инде! Был ҡыҙҙар ҡайҙалыр-кемгәлер һатылғандар, мал кеүек! Шуға илашалар икән! Ярай әле, театр күңелле тамамлана! Халыҡ гөж килеп ҡул саба!

– Инде кешеләр ҡайтыр, кәмер, - тиҙәр әртистәр.

Кушловский шундуҡ мине табып алып шаршау артына индерҙе. Көс-хәл менән залды бушатҡас ҡына, тын алдыҡ! Күп кешеләр ҡайтһа ла , ышкул янындағы кешеләр ҡайнаша, күмәктәр! Залдан күп ширлек, ултырғыстар ҙа алдылар. Стена буйлап ике-өс рәткә эскәмйәләр теҙҙеләр. Унда ла халыҡ бытҡышып ултырҙы. Кушловский скрипкала, икенсеһе баянда уйнай башланылар. Тик берәү ҙә бейемәй, өндәшмәй ултыралар! Музыканан башҡа тауыш юҡ! Шул саҡ Бәҙритдин ағай тегеләр менән һөйләшеп, көйҙө алмаштыртты. Бер апай килеп:

– Әһли! Хәҙер бейе лә, анау ағайға баҫ, - тип күҙ менән генә күрһәтте.

Теге әртистәр икәүләп һыҙҙыралар бит “Перовский”ҙы! Мин ни... ялан аяҡ, ялан баш, күлмәк-ыштан, төшөп киттем бит бейергә! Башта көләләр ине минән! Тындылар! Ҡул сабып дәрт өҫтәйҙәр! Өс-дүрт түңәрәктән һуң күрһәткән кешеләренә баҫыуым булды, бына көслө ҡул сабыуҙар менән теге кешене халыҡ һорай! Ул уҡытыусы “Ҡаришбулды” кличкалы Ишбулды Арсланов икән! Мин уны тәүгә күрҙем. Бына ул “заказ” буйынса, көйгә ойота баҫып, кеше аптыратып бейене, минең кеүек! Ул икенсегә, өсөнсөгә, унан күмәк уйынға әйләнеп, таң атҡас таралышып ҡайттыҡ!

Кушловский ҡайта

Башҡа ауылдарҙа булғас, Кушловский Ырымбурға ҡайтышлай беҙҙә туҡтаны. Әсәй менән улар Мәргән, Лил тураһында һөйләшкәндәр ине. Әле лә уларҙы, Сураш ауылын иҫкә алдылар. Тағыла мине Ырымбурға уҡырға алып ҡайтыу тураһында һөйләштеләр.

– Мин ни, Ырымбурға ебәрергә риза, - ти әсәй. Минең менән дә һөйләштеләр. Мин Ырымбурға уҡырға барырға шатланып риза булдым! Сәй эскәс, теге матур ҙа, ҡыҙыҡ та күренгән арбаға Алағаш ҡайынға тиклем ултырып барып төштөм. Кушловский ҙа төшөп:

– Көт! Мин һине уҙем килеп алам, - тип арбаға менде. Ишеге асыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан бер сепрәккә төрөлгән нәмә тотторҙо ла китеп барҙы. Мин уларҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым! Миңә әллә нисек күңелһеҙ, буш кеүек булды! Сәбәпһеҙ күҙҙән йәш килде! Төйөнсөктө тотоп, саң борҡотоп ҡайтып индем. Әсәй баяғы төргәкте ҡараны ла:

– Ҡайһылай күп аҡса биргән һиңә, - тип йыйып ҡуйҙы.

Ошонан һуң мин көн һайын тиерлек Кушловскийҙың килеүен көттөм. Ул килмәне лә килмәне! Беҙгә ауылға тағыла Ырымбурҙан әртитстәр килде… Уларҙан Кушловский тураһында һораштыҡ.

– Ул фәжиғәле һәләк булды! Хәҙер ул юҡ инде, - тигәс, мин башты түбән эйеп, әсе күҙ йәштәре түктем! Әсәй йыуатып:

– Илама, балам! Улай ярамай! – тине.

Мин уны тыңлап, башҡа иламаным. Әҙ көлдөм. Онотоуы уны миңә ауыр булды, сөнки мин унан күпте көттөм! Ҡайсаҡ һөйләшеүемдең рәте булманы! Ҡайҙа йөрөһәм дә, ятһам да, скрипка тауышы ишетелгән кеүек тойолдо! Кушловский мине скрипкаға ғүмерлеккә ғашиҡ итте! Һәр саҡ ҡолаҡтарҙа скрипка сеңләүе ишетелгән кеүек булды! Барыбер скрипкала уйнарға өйрәнәм тигән уй-фекер миңә тыңғы бирмәне! ! Тик ҡайҙан, нисек уны табырға!?

Ике өй араһында

Мин ҡартәсәйҙәргә көндә барам. Ғилмитдин абзый буш булһа, уның менән ҡурай уйнайым, бейейем, йырлайым! Һәр ваҡыт кем генә йә йырла, йә бейе,тиһә, шундуҡ урамда йырлап-бейеп китәм. Ат юлы күпереп ятҡан саң. Ул саҡта ат-арба менән үткән кеше күп. Мин ҡәрсәйҙәргә ошо юл менән барғанда үҙемә-үҙем таҡмаҡлап бейеп китәм, йырлап ебәрәм. Башта мине кеше көлкө-мәҙәк итеп алды! Аҡылға теүәл түгел, иҫәүән тип һананы! Юл буйлап аяҡтарымды саңға батырып, саң туҙаны күтәреп, йырлап барам! Кешеләр был ғәҙәткә өйрәнгәндер, өндәшеү-көлөү минең өҫтән онот булды!

Ышкулды асыу байрамы

Бер ваҡыт ышкулды асыу байрамы үткәрелә тигән хәбәр таралды. Һуң ул ышкул асыҡ та инде! Нимәһен асалар икән? Интернат яғына ҡараған тәҙрәһеҙ стенаға терәтеп иҙән йәйҙеләр.Уның бейеклегенә минең ҡулым етмәй! Ике яҡтан шаршауҙар ҡорҙолар. Уртаға өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылды. Ауыл йәштәре кәнсирте була тип эре хәрефтәр менән яҙып өс ауылда ла кешеләрҙе саҡырып белдереү элделәр.

Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар миңә таман итек, камзул, билбау, ҙур йөнлө кәпәс кейҙереп “Перовский” ға бейетеп ҡаранылар. ”Алға тибеҙ, алға тибеҙ, алға табан барабыҙ! Алға барырға ҡушҡан бит беҙгә Ленин бабабыҙ” – тигән йырҙы ла йырлатып ҡаранылар. Ғилмитдин абзыйым менән бергә ҡурай уйнарға әҙерләндек. Ышкулдың асылыуын мин көндәрҙе һанап ныҡ көттөм! Интернатта ла, тышта ла иртәнән уҡ ҡаҙандар, самауырҙар ҡайнай! Төш ауыр ваҡыттарҙа йәйәү, атлы кешеләр килеп тулды! Һәр ауыл бригада кешеләрен список менән килтерҙе! Кеше һаны, балаларҙы ла иҫәпкә алып, һаналған. Һауыт-һаба етерлек килтерелгән, бригадаларҙың урындары билдәләнгән! Һәр береһе үҙ халҡы менән бер ерҙә ултырҙы.

Бөтә саҡырылғандарҙы ашатып-эсереп бөтөүгә ҡараңғы ла төшә башланы. Ҡараңғы булыр тип уйлһаҡ, күп бағаналарға шәм элделәр! Бөтә тирә-яҡ яктырып китте! Йәйелгән иҙән яғы айырыуса яҡты. Халыҡҡа ултырырға стена буйлап бик күп эскәмйәләрҙә әҙер ине.

“Асыу” башланды

Өҫтәл уратып ситтән килгән кешеләр ултырҙы. Улар артындағы скәмйәгә список менән саҡырып ауыл кешеләрен ултырттылар. Улар араһында минең абзыйҙар, Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Зәнзәбил, Нәсимә апайҙарҙан тыш курше ауыл кешеләре. Бөтәһе лә ултырып. Тынысланғас бер район упалномучинныйына һүҙ бирҙеләр. Ул бик күп матур ҡотлау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтте. Икенсеһе, ҡулына ҡағыҙҙар тотҡаны, ышкул һалыныуы тураһында һөйләне.

– Бына, ошо ҡағыҙҙарҙа ышкул эшендә яҡшы эшләгән кешеләр исемлеге. Списокты уҡып тормайым! – тип һәр хужаға бирҙе.

– Бөгөн күп кешегә бүләк тапшырырға тейешле инек, был әллә нисә сәғәткә һуҙыла, бүләктәр алынған, һәр кемгә бүленеп яҙылды! Иртәгә үҙ ауылдарығыҙҙа алырһығыҙ, бер кем онотолмаған, мәхрүм ҡалған кеше юҡ! – тине лә кәнсирт башлана тип иғлан итте.

Сәхнәнән ултырғыстарҙы, өҫтәлде алдырып, үҙҙәре лә аҫҡа төшөп ултырҙылар. Шаршау ябылды. Бына кәнсирт башланды.! Хәсән хуторынан күмәк балалайкала уйнағандарына ғәжәпләнмәгән кеше булмағандыр! Ары йыр-бейеү, күмәк таҡмаҡ әйтеү! Ғәббәс, Мәзит күмәк йыр – хорҙан башланы, яңғыҙ йыр-бейеүҙәре бик яҡшы булды! Өмбәт, Үргауылдан ике-өс ҡурайсы , бер төркөм гармунсылар… Берәү халыҡ һынын ҡатырып көлкөлө декламация һөйләне. “Нисек ятлаған, ниндәй оҫта һөйләй бит әле!” - тиҙәр.

– Әбделәхәт Әбделғужин ағай бейей! – тип әйтеүҙәре булды, бөтә халыҡ алдан уҡ ҡул сабып, сыу булып ҡаршы алды!

Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!


– Скрипкала Зәбихулла Ишкинин! – тиҙәр. Минең йөрәк аттай тулап тибә! Ул сығып бер көйҙө уйнап киткәйне лә, ҡабат бороп, шуны, шуны уйна, тип ҡысҡырышып сәхнәнән ебәрмәнеләр. Зәбихулла ағайҙың уйнауы бик оҡшаны! Беҙҙең ауылда бар икән скрипкасы, тием. Ошонан башҡа мин уның уйнағанын ишетмәнем. Концерт шундай ҡыҙыу бара!

– Хәҙер Сөләймәнов Ғилмитдин, Сөләймәнов Әһлитдин ҡурайҙа уйнайҙар! – тип иғлан ителде.

Мин абзыйым янында былайҙа бәләкәй генә, ә сәхнәнән бигерәк бәләкәй күренгәнмендер инде! Беҙ икәүләп тетә һуғып бейеү көйҙәре уйнайбыҙ!

Кис

Кискә ат менән күпмәләр – матрас килтереп йәйеп, өҫтәрен турпыша – ҙур одеялдар менән ябып һәр кешегә бәләкәй яҫтыҡ биреп, йыйыштырғас, ябышырға одеялдар һалғас общежитиегә йәм керҙе. Тәҙрәгә аҡ ҡорғандар эленде.

– Сәпсим матурланды! – тип ҡыуанышалар.

Ҡыҙҙар ҡайҙа урынлашыуын бер кем һорамай ҙа, белмәй ҙә! Улар ауылда бер өйҙә урынлашҡан. Кискә табан ҡыҙҙар килде. “Фантик” уйыны ойошторҙолар. Отолған кешене йырларға, бейергә, нимәлер һөйләргә, төрлө һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итәләр! Бейергә төшкән кешегә таҡмаҡ әйтәләр. Зыу киләләр! Йоҡларға ятҡас, кем ниндәй “ҡарһүҙ” белә, шуны һөйләй! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла бар! Мин улар эргәһендә, мейес янында ,ятам. Быға мөғәллим дә ҡаршы килмәне. Йоҡлар алдынан кемдер:

– Беҙ нисек, нимә уҡыйбыҙ икән? – ти.

– Белмәйһеңме? Яҙырға, уҡырға! Иртән башлайбыҙ бит! Шунда күрерһең! – ти икенсеһе.

Беренсе дәрес

Һәр кем звонок булғас, үҙ урынына ултырыштылар. Ҙур тынлыҡ! Аяҡ тауышы… Мин йылп итеп мейес артына йәшендем. Ҡарауылсы бисәһе менән, мөғәллим – өсөһө әллә ниндәй коробкалар, ҡағыҙҙар күтәреп инделәр. Мәғрифә инәй тағы килтерҙе! Класта мөғәллим һәм егеттәр генә ҡалды. Һәр береһенә чернила (күк) һалынған быяла, матур ғына ҡара һауыты өләште. Унан һары ручка, дәфтәрҙәр таратты ла:

– Пероларҙы ошо һауытҡа тығып, манып алғас, дәфтәрҙәрегеҙгә яҙаһығыҙ. Мин ҡара таҡтаға яҙғанды күсерерһегеҙ, - тип аңлатты.

Унан һәр береһенең исем-фамилияһын, тыуған йылын, кем сығышы буйынса бай, ярлы, крәҫтиән, интеллигент, колхозсы, единоличникмы тип һорап яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр нисек әйтергә белмәй аптыраны! Шулай икенсе дәрес бөтөүгә звонок яңғырауы булды, һеперелеп сығып киттеләр.

Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы

Звонок булып, кластан сыҡҡандарынса был залға ике ауыл йәштәре тулды. Мөғәллим сығып:

– Ҡырғыҙ, Үргауылдар! Звонок булыр, инерһегеҙ! – тип кәнсәһенә инеп китте. Һеперелеп класҡа инеп ултырҙылар. Буш парталарға тегеләр икешәр-өсөшәр ултырыштылар. Мөғәллим инеп өҫтәл янына торҙо. Ул тора, уҡытыусылар ултыра.

– Бөтәгеҙ ҙә тороғоҙ! Торҙолар.

– Бынан һуң звонок булыу менән үҙ урынығыҙҙа булығыҙ! Уҡытыусы инеү менән һүҙһеҙ генә тороп ҡаршылайһығыҙ. Рөхсәт булһа, ултырышаһығыҙ, бына шулай! – тине.

Ҡырғыҙ, Үргауылдарҙы стена буйына теҙеп:

– Һеҙ нишләп кисә килмәнегеҙ!? Ямғыр, имеш! Ғәббәс, Мәзиттәргә көн буйы килһәләр ҙә ел-ямғыр булмаған! Тороғоҙ шунда! – тип дәрес үткәрә башланы. Тегеләрҙә эше лә юҡ! Звонок тәнәфескә. Тегеләрҙе сығарманы.

– Икенсе тапҡыр килмәү түгел – һуңламағыҙ! – тип дәрес башланғас ҡына урынлаштырҙы.

Мин мейес артынан сығып ишек төбөндә ултырам. Ишек ярығынан ҡарайым, тыңлайым. Шулай көн һайын мәктәпкә йөрөйөм. Бер нисә уҡытыусының күҙенә эләктем. – Мәрхәбә! Һин малайыңды ары мәктәпкә йөрөтмә! Ярамай,– тиҙәр. Мин әсәйҙән ҡасып барыбер мәктәпкә киләм. Уларҙы ҡарайым, тыңлайым. Бер нисә иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Бер көн уҡытыусы үҙе класҡа индреп беренсе рәткә үҙенә ҡаршы ултыртты. Мин көн һайын йөрөй башланым. Бер бит аҡ ҡағыҙ, ҡәләм бирҙе. Дәрес барышында берәү һорауға яуап бирмәһә, мине торғоҙа:

– Әһли, әйт әле шул-шул нисек була? Мин яуап бирәм. Мине, һин икенсе класс уҡыусыһы, тип маҡтай. Яуап бирмәгәндә , һин нуль класы булаһың, ти. Башҡалар бышылдап көләләр. Көлөүселәрҙе “наказать” итә. Хәҙер мин мейес артында гел, иң алда, иң шәп уҡыусы булып һаналам.

Йыр дәресе

– Хәҙер йыр дәресенән һуң ҡайтырһығыҙ. Ғәббәс, Мәзит алыҫ. Ҡайта алмаҫһығыҙ. Баҙар йөрөүселәр күп. Шулар аша нимә кәрәк, әйтеп ебәрерһегеҙ. Йә, кем ниндәй йыр белә? Оялмағыҙ! Йырлап күрһәтегеҙ!- тине мөғәллим.

Класта шымлыҡ. Уҡытыусы көтә. Бер йырлап күрһәтеүсе юҡ!

– Берегеҙҙә йыр белмәйме ни? Әһли! Тор! Бер йырлап ебәр әле беҙгә! -тигәс мөғәллим, мин торҙом. Бер аҙыраҡ иҫкә алып йырлап та ебәрҙем, йәғни ишеткән-белгәнемде. Гел көлкө һүҙле, төртмәле йәштәр таҡмағын! Бөтәһе лә, мөғәллим үҙе лә, шаулашып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көләләр! Тағыла, тип ҡеүәтләйҙәр! Мин, биғәләш, йырлауымды беләм! Үҙем көлмәйем дә. Туҡтап ҡалғас, мөғәллим:

– Әһли, һиңә биш! – ти. Мин ниндәй биш,ниндәй әйбер был, тип уйлайым. Мөғәллимдән биште биреүен көтәм. Ул класҡа мөрәжәғәт итеп:

– Хәҙер “Аҡ ҡайын” тигән йырҙы өйрәнәбеҙ! - үҙе йырлап күрһәтте.

Матур тауышлы! Бүлеп- бүлеп бергә өйрәнеп, гөр килеп “Аҡ ҡайын”ды йырлап ялға таралыштылар. Интернатта берәү ҡалманы. Өйгә ҡайтҡас, әсәйҙән һорайым:

– Бәҙретдин ағай һиңә биш тине лә, үҙе бер нәмә бирмәне!

– Ул һиңә берәй төрлө нәрҫә түгел, һин үҙеңде дәрестә матәр, тәртипле тотҡан өсөн “биш” әтмиткәһе ҡуйған! Ә һин нимә эшләгәйнең һуң? – тип төпсөнә әсәйем.

– Мин ни, йырлағайным! – тим.

– Улайһа һинең йырың матур булған! Оҡшаған! Шуның өсөн һиңә “биш” әтмиткәһе ҡуйған. “Биш “алғас ни яҡшы булған! – тине әсәйҙе лә ҡыуанып. Мин тәки аңламаным! Биш тигәстә бер нәмә лә бирелмәй! Әтмиткә ҡуя!

Һаҙый Ғүмәров

Ял көнө. Көҙгә табанғы аяҙ, эҫе көн! Ышкул ятағында бер кем юҡ! Тып-тын! Өй күләгендә, һалҡында беҙ сәй эсеп ултырабыҙ. Беҙҙең янға таныш түгел, йәш кенә егет килеп баҫты. Башында иҫке кепка, терһәктәре ямалған кәзәкей. Түше асыҡ иҫке аҡ күлдәк. Тубыҡтары ла ямалған иҫке салбар! Аяғында галош кейгән, ҡулында – сумка. Ул – беҙгә, беҙ – уға аптырап ҡарайбыҙ. Хәбибъямал инәй, кем булаһың, ҡайҙан, кем кәрәк, тип һорашҡас, ул баҙнатһыҙ ғына:

– Мин Һаҙый Ғүмәров булам. Ошо ышкулға уҡытыусы итеп ебәрҙеләр… Зиянчуранан, - тине. Ғәжәпкә ҡалған бисәләр уны сәй эсергә ултырттылар. Күренеп тора, ул ныҡ һыуһаған да, асыҡҡан да! Ашап-эсеп туйынғас, һорашып, уның Ырымбурҙа уҡып, ошонда ебәрелеүен белдек. Һүҙгә бай, ябай башҡорт егете, тиештеләр. Хәҙер мөғәллимгә барып әйтербеҙ, тип торғанда, тегеһе үҙе күренде. Килеп етеү менән:

– Ә-ә-! Һеҙ Һаҙый Ғүмәров булаһығыҙмы? – тип танышты. Ошо саҡ ат менән үтеп барған Шаһимәрҙән Исмәғилов – колхоз председателе, атын бороп, беҙҙең янға килде. Һорашып-һөйләшеп бөткәс: – Яңы уҡытыусы Һаҙый Ғүмәров килә, тиҙәр ине. Ул һеҙ икән! Көн эҫе! Килеп етеүе ҡыйын булғандыр инде… Бәҙритдин! Мин Һаҙыйҙы үҙемә алып ҡайтайым! Әйҙә,Һаҙый ҡусты, ултыр атҡа, беҙгә төшәбеҙ! – тине.

– Һай, Шаймәрҙән ағай! Салт кешеһең дә инде! Кемгә урынлаштырайым тип торһам, бик-бик шәп иттең! Рәхмәт! – тип бөтәһе лә ҡыуаныштылар.

– Бахыр! Был кеше бик йонсоу күренә! Кейемгенәһе ҡайһылай! Был мәхлүк саҡ ҡына ла уҡытыусыға оҡшамаған! Нисек балалар янына барып күренер! Йәлләүес булып китте! – тип һаман Һаҙыйҙы иҫләп йәлләнеләр.

Ялдан һуң иртәнсәк

Сит ауылдарҙан кисләтеп уҡыусылар килделәр. Иртәнсәк Бәҙритдин ағай менән һис танымаҫлыҡ кеше килде. Башында өр-яңы кепка, өҫтөндә таҙа аҡ күлдәк. Муйынында аҡ сепрәк (галстук икән), яңы костюм, ялтырап торған ботинка, өр-яңы портфель. Һаҙый Ғүмәров! Уны таң атҡанса мунсала йыуындырып, кейендереп кәртинкәме ни, бөтөнләй икенсе егет иткәндәр! Шуныһы ҡыҙыҡ: беренсе күреүҙән уҡ ғашиҡ булған ҡыҙҙар ҡайҙа, имеш, беҙгә ошондай егет, тип уфтанғандарҙыр.

Интернатта беҙ ике йыл йәшәнек. Ошо осорҙа яңы уҡытыусылар ғәиләләре менән килә башланы. Интернат ябылды. Унда Хәйрулла Арсланов, Мәхтимә апайҙар йәшәй башланы. Беҙ өләсәйҙәргә күсеп ҡайттыҡ. Ашөйҙә беҙ барҙағы кеүек һис үҙгәреш юҡ. Тыныс йәшәй башланыҡ. Сит ауыл балалары беҙҙең ауылда урынлашып бөттөләр. Ҡайһылары Үргауылда. Тағы күп кенә уҡытыусылар беҙҙең ауылда урынлашты.

Минең ҡаш

Һаҙый Ғүмәров ауыл йәштәре менән репетиция яһай. Спиктәкел була тигән хәбәр таралды. Унда мине лә саҡырҙылар ҙа “Ҡурҡам, ҡурҡам!”тип ҡысҡырырға ҡуштылар. Сәхнәгә мине тоҡ менән сығарыусы: бына, һеҙгә ашарға килтерҙем, ти. Мине алып сығалар. Бөтә роль шул! Бына спиктәкелгә халыҡ ышкулдың залына йыйылды. Һыйыш юҡ! Шау-шыу! Урын еиешмәй! Эҫе! Тәҙрәләрҙе асып ҡуйҙылар. Мин шаршау артында ултырам. Апай-ағайҙар танымаңлыҡ итеп кейенгәндәр! Оҙон һаҡал, ялбыр, еткән сәслеләр! Һөйләшкән-көлөшкәндән генә кемдең кем икәнен белеп була! Ҙур-ҙур бысаҡтары ла бар…

Спиктәкел башланды. Бер ваҡыт сәхнәлә ысын ут яна! Ике тимергә эленгән ҡулаҡаҙан – бәләкәй ҡаҙанда урғылып һыу ҡайнай. Уны уратып һаҡал-мыйыҡлы, еткән сәсле кешеләр бысаҡтарын ялтыратып тотоп йырлайҙар! Уларға ҡарауы ҡурҡыныс! Бына береһе мине тоҡҡа һалып сәхнәгә сыҡты ла тоғон аса-аса:

– Һә-ә-әй! Һеҙ бер баш ҡына бешерергә ултыраһығыҙ! Мин һеҙгә ашарға ит килтерҙем! Хәҙер һуябыҙ! – ти.

Ә тегеләр алдында ҡашлы, ҙле, ауыҙы асыҡ “әҙәм башы”. Шуны өтөп, бешереп ашарға әҙерләнгәндәр! Мин был бик ҡурҡыныс әҙәм башын күреп, ҡуркам, ҡурҡам тип ҡысҡырыр урынына:

– Мин ҡурҡам, ҡурҡам, ысын ҡурҡам! – тип ҡысҡырып илай башлайым. Залдан:

– Мәрхәбә! Баланың йөрәген ярҙыраһың бит! Ал балаңды! – тип ҡысҡыра башланылар. Мине кире тоҡҡа тығып алып сығырға тейештәр ине. Шул саҡ бер “людоед” һикереп тороп минең башты тубыҡтары араһына ҡуйып, үткер бысағы менән минең ике ҡашымды ла юнып-ҡырып та алды! Шул саҡ мине сәхнә артына алып сыҡтылар! Йыуатып, һылап-һыйпап, кәнфит тоттороп саҡ тынысландырҙылар!

Был ауылда беренсе спиктәкел булды. Ҡабаҡтан кеше башын эшләгән Һаҙый ағай Ғүмәров шәп художник, ботаник ине. Тик оҙаҡ эшләтмәнеләр. Абзан урта мәктәбенә күсерҙеләр!

Ошо спиктәкелдән һуң мин байтаҡ ҡашһыҙ йөрөнөм. Ҡаш үҫкәндә лә үҫте! Япрайып, хатта күҙҙәремә төшөп, ка-алын ҡара ҡаш үҫте! Был ҡаш әле лә минең баласаҡ осорон, барын – барын да иҫкә төшөрөп тора. Йәш, егет саҡта, ялбыр ҡуйы ҡашты ҡырып та йөрөп ҡараным! Әммә уның файҙаһын бик аҙ ғына күрҙем! Ҡырырға ал арыным! Хәҙерге ҡашым шул спиктәкел заманыныҡы.

Шулай ҙа мине күп ҡыҙҙар яратты! Ҡашыма ҡараманылар! Ха-ха-ха-ха!

Атай ҡайтты

Тышта ҡаты һыуыҡ, буран! Еле үтеп бара! Әсе ел, тиҙәр. Ҡайсаҡ күҙгә бер ни күренмәй! Был буранда уҡыу ҙа юҡ. Кис. Өй йылы. Әхмәҙғәле абзыйым менән бер мөйөштә ҡарһүҙ һөйләшәбеҙ. Әсәй киндер һуға. Күмәк ҡатын-ҡыҙ бейәләй-ойоҡбаш бәйләй. Зыу килеп көлөшөп тә алалар! Өйҙә ике шәм яна, шулайҙа яҡтылыҡ етмәй. Кемдер берәү ишек ҡаға! Өләсәй ҡысҡыра:

– Ишек асыҡ! Кем шаяра! Инегеҙ!

Бер кеше көскә ишек асып инде лә, туҡтап өҫтөн ҡағып, буш тигәндәй тоғон мейес артына ырғытып, һепертке эҙләнә. Ул кеше ныҡ өшөгән! Быймаһы шыҡылдап туңған!

– Кем ул унда?! Һаман үтмәй, өндәшмәй! – тип кәрнистәге шәмде тотоп уның янына өләсәй килеп:

– Аһ-аһ! Фазтин кейәү түгелме? Әллә яңылышаммы?! – тине лә башҡа һүҙ таба алмай туҡтап ҡалды.

– Мин… Ҡайттым, тип өшөүҙән ҡалтыранған тауыш менән яуап бирҙе тегеһе.

Әсәй эшен туҡтатып шаҡ ҡатты. Нишләргә лә белмәй. Атай һаман ишек төбөндә! Кис ултырырға килгәндәр шунда уҡ һеперелеп сығып киттеләр. Өләсәй атайҙы етәкләп урындыҡҡа еткереп көскә туң быймаларын, өҫ кейемен систереп, ултыртты ла урындыҡҡа яҫтыҡ ырғытты. Яуырынына йылы кейем һала һалды. Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:

– Мына! Ошоно эс! Йылынырһың! – тине.

Атай өндәшмәй генә биргән нәмәне һыу кеүек эсте лә өҫтөндәге кейемгә төрөнөп стенаға терәлде! Бик тиҙ арала әсәй самауырҙа сәй шажлатып, бешкән ит менән картуф ҡурып килтерҙе. Атай инде ныҡ ҡалтырамай. Бер һүҙ һорашмай, һөйләшмәй сәй эстеләр. Атайға урын һалып бирҙеләр. Ул ятыу менән йоҡлап китмәне. Яртылаш тороп ултырып:

– Мине юғалтыу түгел, онота ла башлағанһығыҙҙыр инде! Мәзит, Өмбәт, Ғәббәстәр менән һатыу эше бөткәс, хушлаштыҡ. Минең эш бөтмәгәйне… Һарыҡташта ҡалдым. – тип һүҙ башланы.

Аръяғында ул ҡайтырға тип сыҡҡанда ғына, көтмәгәндә, ҡапыл иҫтән яҙыуы тураһында һөйләне:

– Иҫемә килгәндә, ҡараңғы төн ине. Ат-арбам юҡ! Торайым тиһәм тороп булмай! Тағыла иҫтән яҙғанмын. Бер аҡ бүлмәлә иҫемә килдем. Тимер карауатта ятам! Көс-хәл менәнаяҡтарымды төшөрөп ултырҙым. Аҡ халатлы урыҫ килеп инеп һине Фрол тигән кеше алып килде тине. Ике-өс көндән атайҙы Ырымбурға алып килеп балнисҡа һалғандар. Быны уның таныш-белеш “знакум”дары эшләгән. Бик ҡаты сирләүе арҡаһында үҙе тураһында ауылға бер ниндәйҙә хәбәр ебәрә алмаған.

Әхмәҙғәле абзыйым менән мин йоҡонан торғанда, өйҙә бер кем дә юҡ ине. Торараҡ атайҙың тегендә, ҡартәсәйҙәргә, киткәнен белдем. Шулай ҙа бар аҙҙан атай беҙгә килә башланы. Ике ғаилә, ике өй араһында хужалыҡ итте. Тегендә лә, беҙгә лә ярҙам итте, сөнки ул балта оҫтаһы! Эше күп! Күп түләгәндәрҙер, күрәһең!

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре