Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/4-се бүлек

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре

4-се бүлек

1 Май байрамы

Беренсе тапҡыр 1 Май байрамын байрам итәбеҙ! Беҙҙең ауылға колоннаға теҙелеп, флагтар күтәреп, күмәк кеше килде! Тиҙ генә беҙҙекеләр теҙелеп, флагтар күтәреп Үргауылға киттек! Колонналар көслө йырлап ауыл осона килебеүеҙгә бер һыбайлы туҡтатып, таралмай, ял итергә ҡушып китте. Үрге, Түбәнге, Аҡбирҙеләр килде. Команда:

– Тыңлағыҙ! Хәҙер сельсовет янына барабыҙ! Унда Хәсән хуторы, Үргауыл – ике колонна! Өмбәт ауылынан ике колонна сельсовет янында осрашҡан саҡта көслө йыр, мылтыҡтарҙан һауаға атыш була! Ул фәҡәт трибуна янында осрашҡанда! Команда булыр! Хәҙер шагом марш!

Бөтәһе лә йырлай – йырлай атланылар. Үргауылдың өҫкө урамына, сельсовет янына киләбеҙ. Төрлө яҡлап колонналар килеп бер ваҡытта осраштылар! Шул саҡ эй китте хатта көслө, ҡурҡыныс мылтыҡтарҙан атыш!!! Атыш, йыр туҡтағас, ифрат та ҙур тынлыҡ! Трибунаға кешеләр күтәрелделәр! Митинг асыҡ, тип рупорҙан әйттеләр. Доклад башланды! Райондан килгән кеше, тиҙәр! Башта тыныс торған кешеләр әбҙән арынылар! Ултырышып бөттөләр! Үләнме, саңмы, бысраҡмы – уны ҡараманылар!

Бик оҙаҡ һөйләгәс, ял да бирмәй, кәнсирт башлайбыҙ, тинеләр. Башланды! Берәүҙәр йырлай, бейей, берәүҙәр гармунда уйнай! Халыҡтың йөҙө шат. Хәрәкәт итәләр! Ҡасып әбрәкәй йөрөп киләләр.

Уртауыл сығышы

Хәтерҙә Мәғрифә Ғәлиева (БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Мәғфирә Ғәлиеваның әсәһе) йырлауы! Бик матур, шәп йырланы. Минең дә сират етте! Мине трибунаға күтәреп баҫтырҙылар. Баян, гармунда уйнаусыларға ”Перауский”тип әйттеләр. Бейеп төштөм ялан аяҡ тасылдата баҫып! Үргауылдан Абделғужин Әбделәхәтте рупор аша хәбәр итеп трибунаға саҡырҙылар! Юл ярып трибунаға мендерҙеләр!

Уның был ниндәй аңлашылмаған хәл тигән мимика, шаян һүҙ, ҡул йөрөтөүе үҙе бер кәмит! Халыҡ әле бейемәйенсә ҡул сабып тәбрикләй. Площадь халҡы ҡул саба! Музыка уйнай. Әбделәхәт ағай трибуна площадкаһын тултырып бейей! Хәтеремдә бейеп төшөргә килгәндә комиссия нимәлер бирҙе. Ул баҫҡысҡа аяҡ баҫыуы булды ергә төшөргә, худ бирмәнеләр! Ҡабатлап бейегәненән һуң ғына төшөп китте! Кәнсиртте ҡыҫҡартып тамамланды!

Колонналар бик тиҙ стройҙарында теҙелделәр.

– Ҡайтырға! А-а-арш! – тигән команда булыу менән һәр строй раз-два баҫа. Ер һелкенәме ни! Йыр менән хәрәкәт, мылтыҡтан атыш! Күк йөҙө тағы ҡара төтөнгә әйләнде! Таралышабыҙ!

Па- жар!

Ауыл осонда туҡтап йыйылырға команда булды:

– Беҙ хәҙер ауылға, ышкулға барабыҙ! Унда ҡаршы аласаҡтар! Тәртип, йыр булһын, ышкулға еткәс! Ҡырғыҙҙар үҙҙәренә ҡайта. Уларҙы байрам ашы, уйын-көлкө көтә!

Халыҡ дәртләнеп ҡайтырға ғына атлайбыҙ тигәндә йән-фарман бер һыбайлы сабып килә:

– Па – жар! Үргауыл яна! Пажар! Кире барығыҙ! – тине лә әйләнеп сапты.

Ауыл осона ғына етеүебеҙ булды, Аҡбирҙе халҡы леһерләп килеп етте! Улар Өҫкәлек күперендә генә, һыу буйында туҡтаған икән. Үр яҡтан Өмбәт, өҫ яҡтан Хәсән халыҡтары ла! Үргауыл урамдары алай-былай бер нимә эшләмәй “пажар” тип ҡысҡырып йөрөгән кешеләр менән тулды. Был үҙе ғәләмәт көслө, ҙур ғауға, ҡурҡыныслыҡ тыуҙыра!

Урамда ҡатын-ҡыҙ, балалар, ҡарт-ҡоро әбейҙәр йүгерешә! Әммә ут һүндереүсе күренмәй! Барыһы ла буш ҡулдар! Күнәк менән һыу ташып һибеүселәр барлыҡҡа килде! Ләкин уларҙан файҙа юҡ! Утҡа яҡын бара алмайҙар! Ҡурҡышынан бала-саға аҡырышып илай! Көслө паника! Па-ни-ка! Кеше күп. Һанһыҙ, тик улар файҙаһыҙ!

Аҡбирҙе пожарнигы

Ышкулға ҡаршы, яҡын ғына ситән әүеҫлек. Унда арбаға мискә һыу менән тейәлгән. Һәр саҡ әҙер! Янында гел буш тороп ашап һимергән ат. Пожарник Байсәләм Ишкинин олатай, Ишкинин Искәнйәрҙең ҡартатаһы, ҡабаланып атын егеп Үргауылға саба! “Сөләймән күпере” тигән элгәре һыу аҡҡан соҡорға етеүе була, һиңкеп бер алғы тәгәрмәсе ватыла, ә артҡы берәүһе ҡыйшая. Мискә китә тәгәрләп!

Ул арыу ғына Үтәтишек тауы һарҡауына килеп етә. Ошо һарҡыуҙы төшөү өсөн пар атты ныҡ тотоп килә.Юлдың ике яғында бойҙай сәселгән. Бик матур юл. Уға ҡаршы ике велосипед менән килгән кешеләр тап була. Быларҙан өркөп, пожарникка көс бирмәй, аттар алып ҡаса! Тәгәрмәстәр ергә тейһә – тейә, теймәһә – юҡ! Тауҙан хулигандар тәгәрләтеп төшөргән ташҡа бик көслө, ныҡ һуҡлыға! Алғы, артҡы яғы берәр тәгәрмәс көл-фаяҡин килеп ватыла, ә мискәһе тәгәрләп иген араһына инеп юғала!

Башҡа ерҙән килер пожарник юҡ! Иҫәнғолға – район үҙәгенә – хәбәр итәләр! Унан пожарная машина килә, ләкин бик һуң була! Кешеләр һәнәк, көрәк, балта менән ҡоралланып утты туҡтата.

Пожарник Әбделғужин Әбделәхәт

Өйҙәрҙең барыһы ла тиерлек һалам ҡыйыҡлы. Урамда ғауға, сыр-сыулыҡ дауам итә. Урам буйлап аҡырып илау, тауыш көслө! Алай-былай урам буйлап йүгерешкәндәр кәмемәй!

Әле генә матур, бөхтә кейенеп трибунала шаян бейеүе менән бөтә халыҡты күңелләндереп көлдөрөүсе, шаян – кәмит кеше кинәт танымаҫлыҡ итеп кейенеп алған! Ялан баш, иҙеүҙәре асылған ап-аҡ киндер күлдәк, киндер ыштандан. Балаҡтарын тубыҡтан өҫкә тиклем төрөп күтәреп алған. Имгәкләп тигәндәй өй артынан килеп сыҡты! Алдында бер күнәк тулы тауыҡ күкәйе! Күкәйҙе ала ла нигеҙенә яҡын ерҙән тәгәрләтә! Тегеһе ватылһа, шундуҡ икенсеһен тәгәрләтә! Һис кенә лә кешегә, халыҡҡа иғтибар итмәй! Уның ҙур күҙҙәре, ауыҙ – борон мимикаһы ла шундай! Бығаса ундай кәмитте күргән кеше юҡ!

Әле генә шарылдап йүгереп, илап йөрөгән кешеләр туҡтап, аптырап ҡарап торалар ҙа, хахылдап көлөргә тотоналар! Әбделәхәт ағайҙың иҫе лә китмәй! Ҡапҡаһынан инеп китә лә йылп иткәнсә өй артынан килеп сыға! Тауыҡ күкәйе ярылыуға ла иғтибары юҡ! Тубыҡ – аяҡтары буяла! Быға ла иғтибары юҡ. Күкәй тәгәрләтеүен, мимик хәрәкәттәрен дә дауам итеп, ишегалдына инеп юғала! Был саҡ уның өй ҡыйығы – һаламға осҡон төшә. Уның өйө тирәләй, күрше өйҙәр яна! Әмәлеңә баҡ тигәндәй, Әбделәхәт ағайҙың ҡыйығы янмай! Осҡон һүнә! Күрәһең, осоп төшкән осҡон һалам йә башҡа бик еңел нәмә булған! Йә ҡағыҙ янып бөтөүенә барып төшкән! Күкәй менән буралап өйөн уттан һаҡлап алып ҡалды, тип лаҡап итеп көлөшкәндәре булды.

Донъя бит! Мин ул саҡ әле бәләкәй булғас, нисә өй, нисек янған сығыуын белмәйем. Ярты урам янып бөттө тип тә һөйләнеләр. Әммә пожар ҡурҡыныс, көслө булғаны иҫтә ҡалды! Күп ваҡыт та үтмәне, пожарҙың билдәһе лә ҡалманы! Төҙөк өйҙәр менән төҙөк өйҙәр элгәре нисек булһа, шулай төҙөкләнде! Үргауыл үҙ төҙөклөгөн, матур өйлө урамын юғалтманы! Оҙаҡламай ҙур яңғын тураһында иҫкә алыусы, һөйләүсе – зарланыусы ла булманы!!! Ошо күренәш менән дә тәүге 1 Май байрамы онотолмаҫлыҡ иҫтә ҡалды!

Әбделғужин Бәхтияр (уның улы) менән Муйнаҡ 7 йыллыҡ мәктәбен тамамланым. Ул да атайы кеүек тура һүҙле, батыр – ҡыйыу, кешегә ихтирамлы, шаян һүҙле, мут егет ине. Уның йәшәйеш тормошон белмәйем. Һөйләүҙәренсә, шәп кеше булған! Ул да хәҙер пенсиялалыр. Күреп һөйләшке килә, ләкин һис тура килмәй. Класташтарҙы бер осратып, күреп, һөйләшеп, хәтергә алғанда! Ҡана һуң!

Бандиттар концерты

Беҙгә: әсәйем, һылыуым бер туған Фәүзиә, миңә ҙур булмаған өй һалып бирҙеләр. Өләсәйем, Сәфәрғәле абзыйымдарға күрше генә. Атай башҡа ҡайтманы. Мин һис сәбәбен белә алманым. Һорашманым да.

Шул бәләкәй өйҙә үҙебеҙ өсәү. Мәзит ауылынынан дүрт бала беҙҙә. Ете кеше һыйышып йәшәүебеҙгә әле лә аптырайым. Улар һәр ялда ун биш саҡырым кайтйлйр-китәләр йәйәү. Мине ҡунаҡҡа алып ҡайтырға бик ҡыҫтағас, барам ҡайсаҡ. Бер Оморҙаҡов Фәйзулла (һуғыштан ҡайтманы) алып ҡайтты. Ҡараңғы көҙгө кис. Беҙ күмәкләп өй нигеҙендә ултырып, эй, ләстит һатабыҙ.

Бер заман Өрпәктән ҡурай, баян, скрипка менән һыҙҙыра башланылар! Тау-урман яңғырап тора. Көслө! Ғәжәп моңло уйнайҙар! Бейеү көйө зыңҡып торҙо. Яңғыҙ ир йырлағанда тышҡа сығып тыңлап торған ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ илаәҙәр! Шундай зарлы-моңло! Үҙәккә үтә! Бейеү көйҙәре ныҡ дәртләндерә. Был музыканттар ҡасып йөрөгән бандиттар икән. Оҙаҡ ҡына уйнап, йырлап дәртләндерҙеләр ҙә тындылар. Тимәк, ҡастылар!

Бандиттар концерты әле лә иҫтә! Уйнап уйнанылар ҙа Өрпәктән ситкә ҡасып уйнайҙар. Был концертта ҡатнашыусыларҙы тота алманылар. Бер тапҡыр миңә лә тыңларға тура килде.

Уҡыу бөттө

5-7 кластарҙа уҡығанда алты төрлө күҙ яуын алып торған значоктары менән бүләкләндем. Хәҙерге орден-медалдәрҙән матурыраҡ: БГТО – будь готов к трудовой обороне, ГТО – готов к трудовой обороне, ГСО – готов к санитарной обороне, Ворошиловский сирелок, МОПР, ПВХО. Быларҙың курсын үттек, экзамен билет буйынса бирҙек. Бирә алмаусылар юҡ. Мәктәптә уҡыу бөтөү менән бөтәбеҙ ҙә үҙ ауылдарында утау, бесән, уборка эшендә, ҡырҙа, ҡыуышта ятып эшләнек. Уҡыу башланыуына бер-ике көн генә кҡалғас ҡайтаралар ине.

Етенсе класты бөткәс, һигеҙенсегә Абзан урта мәктәбенә барҙым. Экзамен – рус теле, математика. Үттем. Бер ай уҡығас ҡайтып килдем. Ашарға, кейенергә, фатир өсөн түләргә форсат юҡ. Әсәй ныҡ ауырып, урындыҡта ләз ята! Миңә хәбәр итмәгәндәр! Әсәйҙең ике аяғы толоптай шешкән! Һылыуым Фәүзиә бәләкәй, бытылдап йөрөгән була, мине күреү менән ҡосағыма ташланды. Шатлығынан ни эшләргә белмәй! Үңәсемдән һығып-һығып иркәләнә!

Минең күҙҙәрҙән эре-эре йәштәрем тәгәрәп төшә:

– Нишләп күҙҙәреңдән һыу аға? – ти.

– Ҡылы һыуын йөҙөп сыҡтым! Шул һыу аға, - тигән булам. Ул ышанды. Йүгереп инеп өләсәйгә:

– Әлтин абзыйым ҡайтты! – тип хәбәр итә.

Өләсәй хәлде белеп тора... Уҡыуымды һорашып, ҡатыҡҡа ҡаймаҡ туҡып бирҙе. Ҡабат Абзанға барыу тураһында һүҙ ҙә булманы! Ошоноң менән минең уҡыу тамамланды.

Колхозда ҡыр учетчигы, колхоз кәнсәһендә учетчик -кассирмын. Кәнсәлә өс кеше генә эшләй: председатель, счетовод һәм мин, учетчик. Бына ниндәй ябай етәкселек булған! Мин кәнсәлә оҙаҡ ултырманым. Кистәрен буш саҡта трактор бригадаһына барып трактор йөрөтәм. Тракторҙы яҡшы белеп алдым, энәһенән ебенә тиклем, тигәндәй. Шәмислам, Мәхүп апайым, Ғәшиә плугатор-прицепщиктәр. Улар ҙа трактор йөрөтәләр. Колесный ХТЗ, ЧТЗ Харьков, Силәбелә эшләнгән тракторҙар.

Һуғыш башланды

Ғәҙәттегесә мин скрипкала, Абдрахман Арсланов – гармунда уйнап, бер көтөү йәштәр 4 сакрым алыҫлыҡтағы Ҡырғыҙ ауылына барып бер аҙ бейешеп – йырлашып, кире Уртауылға килдек. Кис йылы. Ай яҡты. Киттек Үргауылға – 1 саҡрым. Был ауыл пожар яраһынан төҙөкләнгән, матурайған. Беҙ зыҡ куптырып уйнап-йырлап, клуб тапҡырында, ауыл уртаһында туҡтаныҡ. Уйынсыл кеше ятып түҙәме ни! Унан да, бынан да йәштәре лә, урта йәштәре лә, ҡарар өсөн ҡарттары ла килгәндәр. Үргауылда уйын дәртле лә, ҡыҙыу ҙа барҙы. Беҙ ҙә ҡапыл ғына боролоп, Уртауылға ҡайтып ингәнсә йырлашып ҡайтып таралыштыҡ.

Ай тын ғына яҡтырта... Төн йылы, ҙур тынлыҡ! Бер тауышта юҡ! Эттәрҙә өрмәй! Мин соланда йәйелгән урыныма ятыу менән ниндәйҙер ләззәт, рәхәтлек тойоп ятып йоҡлағанмын! Йоҡо аралаш мәгәзәй янында пожарник даң-доң килтереп ҡаҡҡанын ишетеп ҡалам да тағы йоҡлайым! 23 июндең иртәһе ине. Әсәй миңә:

– Тор, улым! Ана, шомло, бығаса булмаған көс менән һуғалар! Әллә пожар, әллә ни... Бар, йүгер! Нимә булғанын белеп ҡайт!

Мин ялан-аяҡ, ялан баш, күлмәксән торҙом да мәгәзәгә йүгерҙем! Бында байтаҡ кеше йыйылһа ла , мөғәллим Бәҙретдин ағай һаман тимергә һуғыуын дауам итә. Ул яланбаш. Түш асыҡ. Унан бөрсөк-бөрсөк тир аға! Мөғәллим ҡапыл ғулындағы тимерҙе ситкә ырғытты.

– Олатайҙар! Инәйҙәр! Ағай-эне! Еңгәләр һәм йәштәр! Кисә, 22-ҙе, герман-немец фашистары уйламағанда-көтмәгәндә ҡәбәхәттәрсә беҙҙең Туған ил сиген боҙоп баҫып инде! Һуғыш башланған!

Ары ул һөйләй алманы, күҙ йәштәренә мансылып тынып ҡалды. Үҙен ҡулға алып ниҙер әйтергә теләй ине лә, уны тыңлаусы булманы. “Һуғыш” һүҙе яңы халыҡ аңына етте! Ығы-зығы, илау, ҡысҡырыу, кемгәлер йоҙроҡ төйөү... Ололарҙың илашыуынан ҡурҡҡан балалар шарылдап аҡырыша, ата-әсәһенә һыйына, тиҙерәк бынан китергә, ҡасырға тартҡыланы, һөйрәне!

Ҡапыл бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, әбейҙәр түбәнгә, өйҙәренә, йүгерҙе. Башлыса ҡарттар, ирҙәр, егеттәр ҡалды! Был кешеләр мөғәллимдән тағы ниндәйҙә булһа йылы һүҙ, тынысландырырлыҡ һүҙ көтә ине... Тынлыҡ. Берәү ҡуҙғалмай ҙа, тауышланмай ҙа.

Мөғәллим, үҙәктән кемдер килер, моғайын, йыйылыш булыр, асыҡланыр, ә хәҙер һәр кемгә эш урынына барырға кәрәклеген әйтте.

Тәүге ярҙам

Ошо уҡ көндө ауылға әллә ун биш, әллә егерме пар атлы фургон еккән һалдаттар һолоға килде. Келәт буш.Һис һүҙһеҙ 20-25 цнтнер һоло тейәтеп ебәрергә кәрәк. Районҙәгенән уполномоченныйҙа килеп етте. Кәнсәгә индек. Төрлөсә фкер йөрөтәләрҙә, бер ниндәй һығымтаға килә алмайҙар. Шул саҡ минең Сәфәрғәле абзыйым Әнгәрсе буйындағы һоло ап-аҡ булып бешкән! Бөтә ауыл, бала-сағаға хәтле, күнәк менән яңы бешкән һолоно ябырылып ҡул менән һыпырып йыйҙы. Елгәртеп, үлсәй һалып, фургондарға тейәнек. Был эш бик тиҙ эшләнде. Күмәк кеше ни ғуя! Фашистарҙы еңер өсөн тип шул тиклем тырыштылар. Һалдаттар был һолоно Саракташ станцияһына алып китте...

Баштары һыпырылған һабаҡтар “еңеләйҙек” тигәндәй, емһеҙ-йәмһеҙ ҡалдылар! Нисек кенә булмаһын, кәрәкле һоло йыйналды, задание үтәлде!Шулай итеп, фашистарға ҡаршы һуғышсылары был тәүге ярҙам булды. Һәр кем һуғыш ана бөтөр, бына бөтөр тип өмөтләнде. Ләкин ауылдағы йәш ирҙәр военкоматтҡа китә торҙолар, ҡабат әйләнеп ҡайтыусы булманы! Оҙайлы, ҡан ҡойошло, ауыр һуғыш көсәйҙе генә!

Шәмисламды тырматам

Сәлимов Шәмисламдың атаһы, япон һуғышы инвалиды, тракторҙарҙы ҡарауыллай ине. Егерме алтынсы июндә трактор станында алты колесный трактор “эшһеҙ” тороп ҡалды. Алты тракторист бер көндө фронтҡа алынды. Ҡыр тып-тын. Тракторҙар йәтим кеүек торалар. Шәмислам, мин, Мәхүп, Ғәшиә дүрт тракторҙы йөрөтөп, эшкә тотондоҡ. Беҙгә ҡуйығыҙ йәки һәйбәт иттегеҙ, тигән кеше юҡ. Үҙ белдегебеҙ менән эшләйбеҙ. Июль баштарында Абзандан МТС директоры Турьянов, гл. механик Лопатин килделәр. Әрләрҙәр, тип ҡурҡып ҡына яндарына килдек. Улар беҙгә шат булды. Эшләргә рөхсәт биреп, үҙҙәре лә ҡыуанып китеп барҙылар.

Өсөнсө июлдән беҙгә хеҙмәт кенәгеһенә тракторист тип яҙа башланылар. Шулай итеп, ошо көндән ҡырҡ икенсе йылдың аҙағына тиклем беҙ Абзан МТС-ның тракторсылары булдыҡ. Көнбағыштың башын йыйып ырҙынға алғас, ялан көнбағыш һабағы менән ҡыйланып ятып ҡалды. Ошо ҡый-һабаҡты тырматып, яланды таҙаларға кәрәк. Һәр беребеҙгә икешәр ҡат һигеҙ тимер тырмалар тағылған. Шәмисламдың тракторы боҙолоп, ултырып ҡалды. Был төшкө аштан һуң ине. Мин тырматып йөрөйөм.

– Кискегә туҡтағанда, минең тракторҙы һөйрәтеп станға төшөрәйек, - тине Шәмислам. Мин, әйҙә хәҙер уҡ илтәйек, тиһәм дә, тыңламаны, эшләп бөткәс, тине.

Минең сиденье артына ултырып, тәмәке төрә ине. Мин уға әйләнеп ҡарамағаным әле. Ҡабыҙырға уйлаған да, йығылып тырма аҫтында ҡалған! Әйләнеп ҡараһам, Шәмислам яртылаш иңкәйгән, әллә илай, әллә көлә! Аңлауы ҡыйын. Минең трактор артынан 15-20 метр аралыҡта килә. Өҫтө ғәләмәт саң, бысраҡ! Бит, ҡул да ҡап-ҡара!. Өҫ кейеме ялбырлап өҙгәләнгән! Ҡаранымда, уның ҡилбәтһеҙ килеүенән, ҡияфәтенән тыйыла алмай көләм. Бер алға, бер уға ҡарайым. Ер башына Нурислам олатай һикрәңләп йүгерә, беҙгә табан килә. Уға ҡарап мин, һикрәңләүен ҡыҙыҡ күреп тағы көләм. Тракторҙы туҡтатам.

– Шәмисламды нишләп тапаттың!? Нишләп тырматтың!? – тип аҡыра.

Мин аптырап киттем. Алыҫтан уҡ шулай асыулы ҡысҡырып килеүенә ғәжәпләнәм. Шәмислам да минең янға килде. Ул илай икән. Тәмәке ҡабыҙам тип, тырма аҫтында ҡалған. Уның өҫтөнән ике ҡатлы теҙелгән кәм тигәндә ике-өс ө тырматҡан! Күлдәге лыс ҡан! Нурислам олатай килеп етер-етмәҫ миңә таяғы менән ынтылғайны, мин ситкә йүгерҙем. Ҡарт Шәмисламдың кейемдәрен һалдырып тәнен ҡарай башланы. Мин нишләргә белмәйем.

– Әһлитдин, кил, кил бында! Һуҡмайым, теймәйем! – тип ҡысҡырғас ҡына, янына килдем. - Ярай әле, эре, үткер тешле тырмалар күҙен, йә эсен яра батып инмәгән!

Шәмисламдың ҡабырғаларында, арҡа-ултырыштарында яралар бар. Әлдә генә үтә ҡурҡыныс түгел. Станға ҡайтҡас, йыуынырға эшкашыуын күргәс, мин шатландым. Таҙа кейемдәрен кейеп алғас, мин бөтөнләйе тиерлек тынысландым. Олатай ҙа көлөп: – Ошонан һуң тәмәке менән булышма, малай! Ғәйеп үҙеңдә булған икән! Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт инде, һаҡланы үҙеңде! – тине.

Икебеҙ ҙә һуғыштан яраланып ҡайттыҡ. Мин ғәиләм менән Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, Шәмисламдарҙа туҡтар инем. Элеккене иҫләп, яра эҙҙәрен күрһәтер ине.

Мөхәббәтме?

Тәрән көҙ. Ер туңды. Тракторҙарҙы Абзанға МТС-ҡа ремонтларға ҡыуып килтерҙек. Бында төрлө ауылдарҙан трактористар килгәндәр. Беҙ инде колесный тракторҙа түгел, ә утын яғып эшләгән газогенератор тракторында эшләй инек. Кәрәсин юҡ, был “генератор” тракторҙарҙын утын яғып йөрөтәбеҙ.

Абзан МТС-ның ҙур, һыуыҡ цехында йылынырға тимер мейес-буржуйка янына киләбеҙ. Йәштәр бит, йырлайбыҙ, көлөшәбеҙ. Мин бер йыр башлауыма, Нурия тигән ҡыҙ ҡушылды. Бик шәп йырлағанбыҙҙыр инде, башҡа тракторсылар ҙа, Турьянов, Лопатиндар тыңлап торғандар. Беҙ тынғас, көслө ҡул сабыу, йырлауыбыҙҙы һорап тәки йырлаттылар. Йылы һүҙҙәр әйттеләр. Тора-бара нишләптер минең Нурияны йыш күрәһем килә башланы! Ләкин мин дә, ул да бер һүҙ әйтешмәнек. Киреһенсә, Нурия минән оялған кеүек, ситләшә... Башҡа иптәштәр, йәштәр беҙҙе пар килдегеҙ тип йыш әйтәләр. Маҡтайҙар. Нурия ла, йәнәһе, үҙе лә әйткән, тиҙәр. Йырлауҙар ҡабатланып торҙо, әммә беҙ үҙ-ара бер ауыҙ һүҙ һөйләшкәнебеҙ булманы. Мин Нурияны күрһәм, оялам, нисектә уның менән ҡалмаҫҡа тырышам! Ә ул минән батырыраҡ. Клубта концерт ҡуябыҙ. Нурия айырым йырлай, шунан беҙ икәүләп. – Ошондай ауыр һуғыш барған саҡта, кешеләр йыр-моңға мохтаж! Ниндәй баш тартыу! Оят! – тип, беҙҙе күндерҙеләр. Йырлап сыҡҡас, Нурия миңә һыйынып, иркәләнеп, мөләйем генә:

– Әһли! Шулайҙа халыҡ беҙҙе ҡайһылай яратты! – ти.

Мин дә ҡосаҡлағандай булдым да, ситләштем.

– Ә һин ҡурҡаҡ! – тип көлдө Нурия.

Һуғышҡа китәм

Яҙ, йәй, көҙ колхозда тракторҙа эшләнек. Октябрҙең аҙаҡтарында МТС-ҡа алып килеп тағы ремонт эшен башланыҡ. Шул уҡ саҡта 15 көн военный обучениела булдыҡ. Бер айлы кисен, ҡыш, Мәхүп апай, Нурия, мин урамда, прогулкала. Тын. Төн матур. Мәхүп йомош менән инеп китте. Икәү ҡалдыҡ.

– Әйҙә, йырлайыҡ! – ти Нурия. Ул башланы. Мин ҡушылдым. Дүрт-биш йыр йырланыҡ. Яҡынлыҡ һөйләшеүебеҙ юҡ. Оялабыҙ асыҡ “яратам” тиергә.

1942-се йылдың 31 декабрь көнө буйы цехта эшләп беҙ дүртәүләп өйгә ҡайтабыҙ. Итле аш бешә, еҫе әйтә. Ауылдан Хәмиҙә апай килгән. Алай-былай иҫәнләшеп, һорашып, йыуынғас аш ашарға саҡырҙылар. Өй хужаһы Егетбай ағай өҫтәлгә бер шешә араҡы ла ҡуйыла. Аптырайбыҙ: араҡы нимәгә, кем эсә? Хәлимә апай, мин Шәмислам менән икегеҙҙе алырға килдем, военкомат саҡырта, ти. Быны ишетеп, беҙ берҙә ҡаушаманыҡ. Шул саҡ Мәхүп апай Нурияны саҡырайыҡ тине лә сығып та йүгерҙе. Ун- ун биш минуттан икәүләп килеп тә инделәр. Ашарға ултырҙыҡ. Араҡыны етегә бүлеп ҡойҙолар. Хәлимә апай , иртәгә, 1943 йылдың 1 ғинуар көнөндә район үҙәгендә , Иҫәнғолда, булырға тейешлегебеҙҙе әйтте. Төкәштерҙек. Беҙ бишебеҙҙә эсмәнек. Хужалар менән Хәлимә апай ғына эстеләр. Аштан һуң сәйгә туҡтаманыҡ. Сығып атты бороп, ҡуҙғалып та киттек. Тик беҙ генә йәйәү. Шартуғайҙы үтеп бер аҙ барғас:

– Ярар инде, ҡыҙҙар! Һеҙгә ҡайтырға алыҫ булып китер! – тинек.

Туҡтаныҡ. Ошо саҡ ҡул биреп хушлашабыҙ. Нурияның ҡулдары ҡалтырай. Башын минең түшкә терәп:

– Ярай, Әһли, бәлки, хат яҙырһың, - тине лә Нурия, ситкә тайпылды.

– Әһли! Ни эшләүең! Нурияны бер ҡосаҡлар инең дә үбер инең! Оҙаҡҡа айырылаһығыҙ бит! Йәшерһәгеҙ ҙә, яратышаһығыҙ бит! – тип үпкәләп тә ҡуйҙы Мәхүп апай. Өндәшмәнек. Ултырҙыҡ та китеп барҙыҡ. Улар беҙ күҙҙән яҙғансы бер урында тороп ҡарап ҡалдылар.

Эй, йүләр, ҡыйыуһыҙ йәшлек! Был беҙҙең заман тәрбиә-тәртибе ине шул!

Өйҙә

Беҙҙең өйҙә туҡтаныҡ. Төркөм-төркөм ауыл кешеләре тора. Иҫәнләшеп өйгә индек. Кешеләр таралышты. Урындыҡта ашарға әҙерләнгән. Ит, аш килтерҙеләр. Ғәлиәхмәт, Миңлеғәлеләр, Шәмисламдың да ата-әсәләре бар. Беҙҙе ашаттылар. Әле Ғәлиәхмәт, Миңлеғәле, Шәмисламдарға инәһе бар. Ныҡ ашамағыҙ, тип иҫкәртәләр. Бөтә өйҙәрҙә лә халыҡ шығырым тулы. Беҙҙе түргә ултырталар. Аш, ниндәйҙер закуска, балдан ҡойған бал, араҡы килтерҙеләр. Беҙ дүртебеҙ ҙә эсеүҙән ҡәтғи баш тарттыҡ. Көсләшһәләр ҙә эсмәнек. Бынан һуң башҡалар ҙа эсергә теләһәләр ҙә баҙнат итмәгәндәрҙер. Әҙ-маҙ ашап-эстек тә кучерҙың ҡуҙғалдыҡ тиеүе булды, сығып санаға ултырҙыҡ. Бында дүрт тоҡ. Беҙҙең аҙыҡ. Ауыл осона тиклем оҙатып тороп ҡалдылар бөтәһе лә.

Әйткәндәй, Нурислам олатай ҙа, ҡарт та, калека ла булһа ла, трудармияға алынған булған. Ул ҡайҙалыр, нисектер үлеп ҡалған, кире ҡайтманы.

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре