Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/6-сы бүлек
← Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/5-се бүлек | Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре | Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/7-се бүлек → |
6-сы бүлек Ҡайттым Степной, Икенсе Украин фронттарында һуғышта булдым. Ҡаты яраланғас, яраҡһыҙ тип һаналып Харьковтан 12 км алыҫлыҡта Дергачи, һуңынан Воронеж, Баку эвакуцион госпиталдәрендә булып, баку вонврачтар коллегия комиссиһы ҡарары менән I группа Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булып ике ҡултыҡ таяғына таянып, һул аяғымды һөйрәлдереп ҡайтырға сыҡтым. Һуңғы станция Сараҡташтан өйгә 40-45 км. Юлда нисек булһа ла, үткенселәргә эләгә-йәбешә киләм. Таныштар үтеп китә. Улар өйгә хәбәр иткәндәр инде. 1944 йылдың 1 апрель көнө колхоздың иң ышаныслы хайуаны –племенной айғырҙы егеп Сәфәрғәле абзыйымдың улы Әхмәҙғәле абзый ҡаршы сыға. Осрашабыҙ һәм ҡайтабыҙ. Ауылға еттек тигәндә айғыр ҡарға бата, бара алмай. Ҡар ҡалын. Эҫе. Ҡар эрей. Ахыры туғарып сананы ҡаршы алыусылар һөйрәп киттеләр, ә икенселәре айғырҙы ауылы индереү өсөн эт була, өсөнсөләре – минең менән. Костылдә атлап булмай. Бата. Мине күтәреп китмәк булалар ҙә, мин теләмәйем. Ярты километр арауыҡты ҙур ауырлыҡ менән үтеп, беҙҙең ишек алдына индек. Беҙҙең өй иң ситке, беренсе ине. Ауыл осона бөтә ауыл халҡы йыйылған. Ҡайһы берҙәре илай, икенселәре йөҙөн йәшерә. Мин береһенә лә ҡалҡып ҡарамайым, сөнки һәр аҙымды ҡарап баҫырға кәрәк, бата. Ишек алдында әсәй, һылыуым Фәүзиә, өләсәй - әсәйемдең әсәһе, Нәзирә, Нәфисә, Фәррах - өс бала солан тупһаһында ялан аяҡ, яланбаш миңә ҡарап торалар. Бында бер шау-шыу, илаш - көлөш, шатлыҡ кеүек тойғо юҡ. Әсәйем, шәп ҡайттыңмы, балам, тип көскә бышылданы ла, мине эйәртеп өйгә индерҙе. Күҙ асып йомғансы, килгән кешеләрҙең береһе ҡалманы. Таралдылар. Өй эсе ҡояштан ингәнгә ҡараңғы. Урындыҡта Шәмисламдың әсәһе Мәғүҙә инәй, Миңлеғәленең әсәһе Зәйнәп инәй Һәм Ғәлиәхмәттең әсәһе Йәмилә инәй ултыра. Барыһы ла илай-илай арҡамдан һөйөп, сисендерешеп, таяҡтарымды алып ултырттылар тәҙрә янына. Был тәҙрәнән ауылдың икенсе осона тиклем урам, бөтәһе лә күренеп тора. Әсәй сәй әҙерләй генә башлағайны, барыһы ла һыпырылып сығып киттеләр. Туҡтаманылар сәйгә лә. Өләсәй, Әхмәҙғәле, өс бала өй кешенән бушағас, инделәр. Шәкәр-кәнфит юҡ. Ҡара сөсө икмәк, май. Шулайҙа донъяны онотоп күңелле итеп гөрләтеп-һөйләшеп, тәмләп сәй эстек. Сәй һуңынан өләсәйҙәр ҡатып киттеләр. Өй араһы ун-ун биш аҙым. Кискә табан атайым килде. Ҡосаҡлап, арҡанан һөйөп, йөҙөн борҙо. Һөйләшер – һорашыр һүҙ бик аҙ. Тын. Ҡараңғы алдынан ҡайтып китте. Ул өй әтмәләп алған икән төрлө ағастан. Әбейе ситтән – Зөлкамал. Ул бик кеше йәнле, ирәбе, һәйбәт. Әсәй менән ҡатышып, дуҫ йәшәйҙәр икән. Сисенеп йоҡлар ваҡыт. Аяғымда тимер ҡалпаҡлы сөйҙәр менән эшләнелгән немец ботинкаһы, яңы силғау. Ялтырап күн кеүек ҡатҡан мамыҡ (көпө) салбар, иҫке гимнастерка, иҫке һалдат кәпәсе. Эсендә бер нәмәлә булмаған буш вещмешок, ике ҡултыҡ таяғы. Бына ошолай ҡайтып индем өйгә. Таҙа эске кейем бирҙе әсәй. Кейенеп ятҡас: – Орхия еңгәй өйҙә юҡмы әллә? – тинем. – Өйҙә... Ҡаты ауырып ята, - ти әсәй. Тындыҡ. Шәмдә кәрәсин юҡ. Һәр кем йоҡлаған булып маташа. Яҙ етә Төн йоҡоһоҙ үтте... Көн башланғас, өләсәйҙәргә индем. Урындыҡта Орхия еңгәм бик ныҡ ауырып ята. Ым менән генә иҫәнләште. Иларға ҡиәфәтләнде, ләкин күҙ йәшен сығарырға ла уның хәле юҡ! Теҙелешеп Нәзирә, Нәфисә, Фәррах ултыралар. Ашарға көтәләр. Алай-былай имгәкәләп иң бәләкәй, атаһы һуғышҡа киткәс тыуған Зәбихә нәҙек кенә, еп кеүек, аяҡтары менән атларға тырышып тырышҡан, хәлхеҙ, ҡоро һөлдә... Миңә килә. Алдыма алып иркәләйем. Шыуышып әсәһе янына бара. Өләсәй айырып ала. Зәбихә илай, имергә һорай. Был юҡ! Өй һалҡынса. Әхмәҙғәле абзый саҡ йөрөй. Ике аяғы ла яраланған. Ул да фронттан ҡайтҡан. Хәлдәребеҙҙе һорашыу-белешеү юҡ. Ҡайғы баҫҡан! Бер кем килмәй, инмәй! Һәр кемдә үҙ кемдә үҙ донъя ауырлығы. Мин дә бер ҡайҙа ла сыға алмайым. Аяҡ бата. Ниндәй ҡалын, ауыр ҡар күҙгә күренеп ирей. Хатта тиҙ тау баштары асылды. Асылған ерҙәрҙе йәшел үлән ҡапланы. Ҡаршы тауҙа, Үтәтишек тау яғында ҡорҙар иртәле-кисле көтөрҙәшеп уйнай. Тауыштары алыҫтарға ишетелә. Гөрләүек-йылғалар көсәйҙе. Кәртә артындағы күл дә һыу менән ҡапланды. Унда ҡыр өйрәктәре себен кеүек күп! Ғыжылдығы киләләр. Терәлеп тигәндәй аҡҡан Өҫкәлектә боҙ өҫтөнән һыу шарланы. Унан шарт-гөрҫ килеп килеп боҙ ватыла, аға башланы. Көндән-көн һыу таша, геүләй... Мин ҡайтыуға 10-15 көн үтте. Мөғжизә кеүек ер асылды. Көндән-көн донъя йәмләнә барҙы. Мин дә өйҙән сығып урамда йөрөп инә башланым. Ҡара ер бит. Колхозда ҡыр эше башланды. Элгәреге кеүек тауҙарға йыуа, әтмәкәй үләндәренә йөрөүсе юҡ. Эшкә ҡарт-ҡоро, йәш балалар йәлеп ителгән. Көндөҙ бер кеше күренмәй. Эт тә өрмәй. Кисен генә әҙ-мәҙ тауыш. Ауыл юҡмы ни? Тып-тынлыҡҡа ҡапланған яҙғы айлы төн... Иртән-иртүк эшкә таралалар. Кейемдәре ниндәй алама. Ямау өҫтөнә ямау. Ҙур бөлгөнлөк. Ҡысҡырып һөйләшкән-көлгән кеше лә юҡ! Ә яҙ дауам итә. Бөтә тәбиғәт йәшәй, матурлана. Ҡаршы тауы төрлө төҫлө сәскәләр менән биҙәкләнгән ковер ябылған кеүек, күҙ яуын алып торған матурлыҡ, әммә уны күреп һоҡланыусы юҡ! Ауыр һуғыш бөлгөнлөгө баҫты.. Колхозда председатель Түбәнге Муйнаҡтан Ирназаров Нәҙер, бригадир уның бер туған балдыҙы, беҙҙең урта Муйнаҡтан - Мәғрифә. Ат аҙ. Ябыҡ. Һыйыр-тана егеп тырматыу, һөрөү, ташыу. Эш бик яй, насар бара. Ауыл илай Орхия еңгәм насарланды. Йәшәүенә өмөт ҡалманы. Бер көн иртән мин ҡаршы тауҙы аша төшөп Эңгерсе йылғаһы ярында ултырам. Бер – ике сәғәт үттеме-юҡмы Нәзирә һылыуым йүгереп төшөп, әсе тауыш менән; – Әһли абзый! – тип ҡысҡыра. Мин тиҙ генә тауыш бирәм. Эргәмә килде лә: – Ҡайт инде... Әсәйем үл-де! – тип үкһеп илай. Икәүләп илаша-илаша ҡайттыҡ. – Өйҙә йөрөй алған әбейҙәр килгән, уҡыналар, илайҙар... Күп тә үтмәне, ҡырҙа эштә булған бөтә бригада килеп тулды. Ауылда кем йөрөй ала, барыһы ла беҙҙең ишек алдында. Күбәйгәндән-күбәйәләр. Бөтә ауыл йыйылды! Бөтәһе лә илай-һыҡтай! Бөтә ауылдағы кеше илай! – Ниндәй таҙа, здарауай, көслө, эшкә тигәндә ирҙәрҙән артыҡ эшләгән, әрһеҙ, үҙен ҡыҙғанмай рыялһыҙ эшләгән әхирәтебеҙҙе, үрнәк булған балалар әсәһе, улар менән бергә ике әбейҙе тәрбиәләгән Орхияны! - ҡайһы берҙәре үкереп, өҙгәләнеп илашалар. Ҡарт әбей улы Сәфәрғәлене һуғышта юғалтҡан. Бында терәге – килене Орхияның вафат булыуы, ҡайғы-хәсрәттән илау менән һуҡырайған! Инвалид Әхмәҙғәле, йәш бала атаһын күрмәгән , әсәһен яҡшылап иммәгән, белеп өлгөрмәгән, әсәһеҙҙә ҡалған сабый Зәбихә, Фәррах, Нәзирә... Өй тулы һуҡыр, ғәрип, йәтим! Алты кеше безнадзорный, беспризорныйҙар! Беҙҙә - мин – инвалид, Фәүзиә һылыуым әле бәләкәй, әсәйем - өсәү. Туғыҙ кеше фәҡәт минең әсәйгә ҡарап ҡалды. Ул да ревматизмдан ыҙалай! Үлемдең сәбәбе нимәлә һуң? Ҡар аҫтында ҡышлаған арыш-бойҙай башағын алып ҡайтып ҡаҙанда әҫеләп, килелә төйөп, алынған зерноны ҡул тирмәнендә тартып, он итеп бешереп ашағандан. Был зерно яҙға тиклем ағыулана икән. Бик көслө ағыуға әйләнә. Шунан ағыуланған кеше тәнендә аҡ, ҡыҙыл, ҡара, һары, күк, йәшел төрткөләр сыға. Быны “сыпная ангина” тиҙәр. Ауыҙ-морондан килгән ҡанды туҡтатып булмай. Ҡан ағып бөтөп кеше үлә. Алты ауылдан шулай 50-60 кеше үлде, тинеләр шул саҡ. Мин бригадир Яҙ бит. Тәбиғәт үҙенән-үҙе кешене елкендерә. Күңелен күтәрә, ҡытыҡлай! Ашҡындыра-елкендерә! Тормош ниндәй ауыр булһа ла, өйөлөшөп кисен эштән ҡайтҡан йәштәр ауылға йырлап инәләр. Кем икәнен белһәләрҙә, ҡарт-ҡоро тәҙрәгә ябырылып, йә ҡапҡа төбөнә килеп йырсыларға ҡарап-күреп һоҡлана, уларға ҡыуана. Йәштәребеҙ, исмаһам, бирешмәй, тиҙәр. Ошо саҡ етер булһа, беҙҙең Зәбихә тәҙрә тупһаһына менә. Төшөрһәң – илай. Ул тәҙрәнән ҡарай, тыңлай. Улар үтеп китә, йыр ҙа тына. – Әзә-йем-м ҡайтманы-ы-ы! – тип баҡырып иларға тотона. Ул баланың шулайтып һөйләнеп илауы беребеҙҙе лә тыныс ҡалдырмай. Ул әрнеп илаған, әсәһен көнө буйы көтөп, хәҙер юҡһынып илауы үҙәкте өтә! Шул баламенән бергә беҙ бөтә өй эсе менән һыҡтап илашабыҙ! Был яҙмыштың шулай тигеҙһеҙ, ҡаты булыуынан әрнешәбеҙ! Миңә хәҙер 75-се йәш, әммә ул баланың илаған тауышы, һүҙҙәре әле булһа ҡолаҡ төбөндә яңғырай! – Мин эшкә әйткәндә, тыңламай ине, әйҙә үлһен! – тип үсәп әйтә икән бригадир Мәғрифә. Ишеттем дә колхоз кәнсәһенә килдем. Председатель колхоза Нәҙер Ирназаров. Бригадир мәғрифә - билдәле Башҡортостандың, РФ-ның атҡаҙанған йырсыһы Мәғрифә Ғәлиеваның әсәһе ине. Башҡа кешеләр ҙә бар. – Мине ошо минуттан бригадир тип һанағыҙ! Мәғрифә! Етте һиңә кешенән көлөү! – тинем. Һис ҡаршылыҡһыҙ риза булдылар. Ысындан да мин бригадирлыҡ эшен алдым. Иртә тороп бер бик ябыҡ атҡа атланам, костылдәрҙе тотам да бригадаға барам. Бригадир булып 10-15 көндәр эшләнемме-юҡмы. Ошо осорҙа иң тәү юҡты бар итеп ике ат-арба йүнләп, һәр бер кеше тәнендә сыпь белендеме, больницаға оҙатам, ҡайтарып алам. Үҙ әсәйемдә лә сыпь күренде. Шулай аруҡ кешене үлемдән ҡотҡарҙым. Тик Түбәнге Муйнаҡтан ғына йәш кенә ҡатын, минән бер йәшкә оло, сыпь менән ағыуланғанын бик һуң ишеттем. Орхия еңгәм кеүек үлде. Ошондай ағыулы башаҡ йыйған кешегә хөкүмәт таҙа онға алмаштыра башланы, ләкин һуң булды. Ас булһалар ҙа, ул башайҙарҙы йыйып тапшырыуҙан баш тарттылар. Уполноменный саҡырта Бер ҡайтып инеүемә, срочно кәнсәгә саҡырталар, тип ҡоттары осоп ултыралар! Кәнсәлә колхоз председателе, элгәреге бригадир Мәғрифә, бер ят кеше, тағы ла кемдер. Инеп иҫәнләштем. Бер кем өндәшмәй! Барыһы ла телһеҙ ҡалған икән! Сығырға тип, ишеккә ынтылдым. Шул саҡ: – Молокосос! Вредитель! Ҡыҙыу сәсеү эшен туҡтатып, саботаж яһап ятаһың! Хәҙер үк вредителлегеңә акт төҙөп судҡа бирәм, сволочь! – тип ташланды теге ят кеше. – Ярай! Судҡа бирһәгеҙ- яуабын табырмын! Тик бына ҡанға туҙып, астан үлгән кешеләр өсөн яуап бирә алырһығыҙмы? Мин дә судҡа бирәм! – тим. Үҙем костылдәрҙә саҡ торам. Әйтерһеңдә, кемдер мине сайҡай, һелкетә! Тирем аға! Боролоп сығып китеп кәнсә нигеҙенә ултырҙым. Башта бер төрлө уй ҙа, ҡурҡыу ҙа юҡ. Берәм-берәм колхозсылар сығып таралышты. Ҡайһы берәүҙәре минең янға ултырмаҡсы ине, ҡыуҙым. Эргәмә уполномоченный килеп ултырып: – Һинең турала бөтөнләй икенсе, ҡапма-ҡаршы нәмә һөйләп, вредитель итеп күрһәттеләр! Посевты юрый туҡтатҡан, срыв яһарға тырыша, тип аңлаттылар... Шуға күрә лә һиңә ҡаты һуҡлыҡтым! Һорашып-белешеп, дөрөҫөн белдем! Бик дөрөҫ эшләгәнһең, рәхмәт! Хәҙер тегеләрҙең үҙҙәренең кәоәген бирәм, - тип, инеп китте. Шунан мине кире инергә саҡырҙылар. Юҡ, инмәйем, тим. Ташлайым был эште! Ҡат-ҡат саҡырғас, индем. Передовойҙа, наступлениела тәгәрәп үлгәндәрҙе күреп, ҡурҡҡан саҡтар булды! Ә бында... Врач булырға кәрәкмәй был ауырыуҙы белер өсөн! Беләген генә ҡарау ҙа етә! Тимгел – тимгел таптар сыҡтымы, дауалай һалыр кәрәк! Минең өсөн кеше ғүмере ҡиммәтерәк, тинем. Баяғыса мин яйлап бригадаға йөрөйөм. Сәсеү бара. Һуң булһа ла, сәстеләр. Өй нигеҙендә уйланыу Яҙғы бер насар көн. Томан, һыуыҡ. Мин, әсәй, Фәүзиә һылыуым киске аш ашарға әҙерләнәбеҙ. Өй яртылаш ҡараңғы. Берәү ишек ҡаға... Әсәй барып ишекте асып ебәрҙе. Өйгә бер таныш булмаған ҡатын килеп инде. Кейгән кейеме лә бик йоҡа. Лыс һыу! Өҫтөнән шыбырлап һыу аға. Үҙе ныҡ өшөгән, ҡалтырана! Әсәй уға ҡоро кейем бирә һалып, урындыҡ түренә ултыртты. Сынаяҡты шалтырата - шалтырата, көскә бер сынаяҡ сәй эсеп, ашап алғас, был ҡатын ипкә ҡалды. Улай – былай һөйләшеп ултырғанда: – Мәрхәбә! Мин Иҫәнғолдан ҡайтышлай... һеҙгә инермен тигәйнем. Көнө һыуыҡ килеп тороп” Һеҙгә көскә килеп еттем! Әһлиттиндең ҡайтҡанын ишеткәйнем... Ул да зәғифләнеп ҡайтҡан икән! Күрәйем бер юлы тигәйнем, - тигәс, әсәй уға аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙы. – Мин Абзандан ары ауылдан... Әһлиттиндәр МТС –та эшләгәндә, улар менән минең ҡыҙым Нурия ла булғайны, - тине лә, сеңләп илап ебәрҙе, - хәҙер беҙҙең Нурия юҡ инде! Башай ашы ашап, ағыуланып, үлеп китте! Нурия бит минең бөртөк кенә ҡыҙым ине! Әһлиттинде яратып, бик йыш, һағынып һөйләр ине! Ул минән бер серен йәшермәне! Туғанлашырға яҙмаған шул! Әсәй менән улар бик оҙаҡ, төн йоҡламай һөйләшеп сыҡтылар. Иртәгеһенә көн аяҙыны. Ят ҡунаҡты әсәй ҡайтарманы, төшкө ашҡа күрше - тирә ҡатындарҙы саҡырҙы. Ике - өс өйҙә ҡунаҡ булып, икенсе көнө генә ҡайтып китте. Минең көнө - төнө уйлаған хыялым – Нурия - юҡҡа сыҡты! Әле быға тиклем минең ниндәйҙер эске шатлығым, ҡыуанысым бар ине! Хәҙер – бушлыҡ! Эске кисереш – тойғоларымды яҙыуҙың кәрәге бармы икән! Минең ат ҡолай Ошо яуындан һуң баяғы насар атым ды эйәрләп бригадаға, Айыу һаҙына, китеп барам. Ауылдан 3-4 саҡрым юл үттем. Баһау эсе тигән урынға еттем. Һаман кисәге хәлде, Нурияның әсәһенең һүҙҙәрен уйлап барам... Аңғармай ҙа ҡалдым! Кинәт ат һөрлөгөп, түкмәс атып һул яҡ ҡабырғаһына йығылды. Ат аҫтында ятып ҡалдым. Ярай әле нисектер аяҡтарым өҙәнгелә ҡалмаған, сығарып өлгөргәнмен! Бик ҙур ауырлыҡ менән аҫтынан сыҡтым. Әле булһа нығынып төҙәлеп етмәгән яра йыртылды. Салбар, ботинка эсе тулы ҡан булды. Бер әҙәм булһасы! Ат та тора алмай, мин дә! Атты көс-хәл менән баҫтырып, костылдәрҙе табып, өй яғына юл алдым. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ыҙалауҙар менән төш ауҙарып ҡайтып йығылдым. Үргауылдан фельдшер килеп бер нисә көн ҡараны. Операция кәрәк... аяҡ шеште. Боҙола башланы. Тиҙерәк китә һал тип, ҡабаландыра ҡыҙыҡай. Оренбургка поезд менән военный госпиталгә килдем. 90 км. Военврач -ҡарт ҡараны ла, 3 -4 көн ят та, Магнитогорскиға бар, ти. Бында шарттар юҡ. Магнитта шарттар яҡшы. Комбинат ҡарай, тигәс, риза булдым. Магнит Магнитогорскиға килдем. Левый берегта Киров исемендәге поликлиниканы еңел табып килеп индем дә, дежур сестраға бөтә документтарҙы бирҙем. Уның менән бер генә һүҙҙә һөйләшмәнек. Документтарҙы уҡып сығып икенсе этажға күтәрелеп китте. 30-40 минуттан санитарҙар носилки менән килеп төштө. Мине тейәп өҫкә мендерҙеләр. Йыуындырып, кейендереп бер үҙемде палатаға һалып, ашарға килтерҙеләр. Арыған, йонсоған кеше мин сутканан артыҡ бер ни белмәй йоҡлағанмын. Уянып күҙемде асһам, ир врач миңә йылмайып ҡарап тора. – Ну, молодой человек! Вы очень долго и крепко спали! Мы не будили и не мешали! А теперь расскажи от начала до конца. Я готов слушать... Мин фронт, ранение, госпиталь, ҡайтыу, тормош тураһында һөйләйем. Ул диҡҡәт менән тыңлай. 2-3 тапҡыр ҡыҫҡараҡ һөйләргә булһам, ул ҡабатлап һораша. – Ну, вот! Вроде, мы с тобой знакомы, а теперь слушайся сестер, нянь, врачей! Ранение и болезнь серьезные. Сейчас начнут лечение, - тип күңелле генә сығып китте. Ысынлап та, мин бында оҙаҡ ятып, бик яҡшы таҙарып, төҙәлдем. Август аҙағы – сентябрь баштарында сыҡтым. Вокзалға килдем. Кинәт кенә уйымды үҙгәрттем: Әбйәлил район үҙәге Асҡар яҡын ғына. Шунда барырға булдым, фронтовой дуҫым ҡайтҡан булһа, уның менән осрашып ҡайтырға.
|