- Башы — көмөш,
Мороно — ҡамыш.
- Бәләкәй генә еңгәсәй
Аҡһай-аҡһай һыуға бара.
- Оса — лап-лап,
Төшә — лап-лап,
Йөҙә — шәп-шәп,
Йөрөй саҡ-саҡ,
Әкрен атлап,
Кейеҙен ҡаплап.
- Бағаналары — ҡыҙыл, йорто — аҡ.
- Һоҫҡаҡ, борҡаҡ, йот тамаҡ,
Һыу өҫтөндә ас тамаҡ,
Йорт эсендә туҡ тамаҡ,
Көҙгә етһә, юҡ тамаҡ.
- Ҡырҙа йөрөһә — ҡыр йәнлеге,
Һыуҙа йөрөһә — һыу йәнлеге.
- Көрәге — алдан,
Әрйәһе — арттан.
- Һоҫҡо морон баҡылдаҡ,
Күп һөйләшә, таҡылдаҡ.
- Уҡа-уҡа тыш ҡына,
Тәкә төшкән үҙәнгә.
Ботон киҫеп бирер инем
Шул тәкәне күргәнгә.
- Тәкә төшкән инешкә,
Ите йомшаҡ, бер түшкә.
Хәбәр ит һин Бибешкә,
Тапаһын ул бәлешкә.
- Баҫып йөрөй ул ваҡ-ваҡ,
Әйткән һүҙе лә «ваҡ-ваҡ».
Таба(а)лмаһаң һыу буйында,
Аҡыл менән уйлап тап.