Өй, мейес, мейестә таба, табала май, майҙа ҡоймаҡ (йомаҡтар)
- Ағас пулат,
Ағас пулат эсендә таш пулат,
Таш пулат эсендә тимер пулат,
Тимер пулат эсендә түңәрәк күл,
Түңәрәк күл эсендә һөйәкһеҙ балыҡ. - Ағас һарай,
Ағас һарай эсендә таш һарай,
Таш һарай эсендә тимер һарай,
Тимер һарай эсендә ҡулһыҙ ҡурсаҡ уйнай. - Ағас,
Ағас эсендә таш,
Таш эсендә тимер,
Тимер эсендә һөйәкһеҙ бала. - Таш ҡала,
Таш ҡала эсендә тимер ҡала,
Тимер ҡала эсендә һөйәкһеҙ бала.