Өләсәйем мәктәбе
«Башҡортостан»ыма хат рубрикаһынан
Өләсәйем мәктәбе
үҙгәртергәӨләсәйем Зәйтүнә Хәмиҙуллина бик аҡыллы, матур һөйләшә. Уның һәр һүҙе үлсәүле. Әллә Үлсәү йондоҙлоғонда тыуғанғамы? Үҙе бер класс уҡымаһа ла, иплелеге, мөләйемлеге менән күптәрҙе хайран ҡалдыра
Баҡортғаиләләренә генә хас әҙәп ҡағиҙәләре, өлкәндәрҙең өлгө күрһәтеүе ошо тәрбиәлелектең, эске мәҙәнилектең төп серелер тип уйлайым.
Өләсәйем артыҡ оялсан да, йыуаш һәм күндәм дә, зәһәрен сәсеп торған уҫал да түгел. «Тымырҫыҡ эттә ниҙәр бар, ике уртында уттар бар», тип, дуҫ һайлағанда, беҙҙе кешене кешенән айыра белерә өйрәтә.
Уның әйтем-мәҡәлдәрен, тапҡыр һүҙҙәрен бына өс-дүрт йыл инде яҙып барабыҙ. «Баһымсаҡҡа баҡа ла айғыр», ти ул, артыҡ ныҡ йыуаш та булырға ярамай тигәнгә ишара яһап.
Был донъяның ғәҙелһеҙлегенән йонсоғандан әйтелгән «Ауыҙы ҡыйыш булһа ла, бай балаһы һөйләһен» тигән әйтем йәшәй Ҡарағолда. «Көслөнөкө — замана» тигәнде аңлаталыр быныһы. Хәҙерге кеүек, элек тә булғандыр инде ул намыҫһыҙҙары ла, күрәләтә алдаҡсылары, вәғәҙә боҙған ышанысһыҙ кешеләр. «Ышанған тауҙа кейек юҡ», «Ағай — алғансы, еңгә — еңгәнсе» тигән мәҡәлдәр ҙә — яҡшы кәңәш.
Ейәнсәрҙәрен яҙыҡ юлдан һаҡлап та, өләсәй нәсихәт бирә: «тишекле муйынсаҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ» «бәхетен бер ҙә, күк сепрәккә төйнәп, һыуға һалмағандарҙыр әле», ти. «Был әйтемдәрҙе нисек аңларға?» — тип һорайым. Өләсәйем: «Күк сепрәккә төйнәп һалһаң, һыу үҙе лә күгелйем булып ятҡас, күренмәүе мөмкин. Бәхетте лә күк сепрәккә төйнәһәң, күренмәүе бар», — ти. Күк сепрәктә йәшенеп ятмаһын инде беҙҙең бәхет.
Кейәүгә сығыу — бик яуаплы аҙым, шуға күрә бәхет берәү менән йәшәүҙә икәнен аңлатып: «Тәүге ишек нисек асыла — һуңғыһы ла шулай» —, ти ул. Ҡолаҡ һалмай булмай. «Ир хурлама — боҫторор, аш хурлама — ҡоҫторор», — тип кенә ҡуя өләсәй.
Йөрәктәре әрнегәндә, етемдәргә ҡурсалау кәрәклеген иҫкә төшөрә: «Тишек ҡайҙа — ел шунда, етем ҡайҙа — һүҙ шунда», «етемдең мороно майға тейһә — ҡанай» ти ҙә, көрһөнөп ҡуя. Үҙе лә бит ике етем бала ҡарап буй еткергән. «Етемде кинәндерһәң — ер менән күк кинәнер, етемде илатһаң — ер менән күк илар».
Хәҙер мал тотоп йәшәгән, эштән ялҡмаған уңған кешеләр генә тормош ауырлығын еңеп, йырып сығыр заман икәнен өләсәйем бик яҡшы аңлай.
Эскелек арҡаһында меҫкенлеккә төшкән йүнһеҙ әҙәмдәр өсөн көйөнә (баҡса ла үҫтермәй, тауыҡ та тотмай көн күреүселәр бихисап бит). Шунлыҡтан, үҙ донъяһын көтмәйенсә, "буш аш йәки ашау ялы" өсөн ситтәргә ялсы булып, хәйер һорап йөрөүселәргә эсе бошоп: «Үҙендә ыумас тә өҙмәй, кешегә туҡмас киҫә», — тип мут йылмая.
«Кеше ашы — тупһанан сыҡҡансы», «Кеҫәл ашаған туҡ булыр, хәле-көсө юҡ булыр», «Һыйырлы көнөң — һыйлы, һарыҡлы көнөң — һанлы», — тип баш сайҡай. Аҡһымға бай ит-һый аштарынан башҡа көн күреүе ауыр икәнен кем белмәй?!
Бер көн өләсәйемдең: «Һыйыр ҡойроғон тығып болғағас, тәмле шул», — тигәненә аптырап ҡалдым. Өләсәйем, ҡамырҙы һөт менән май ҡушып баҫҡанға етмәй инде, тип әйтергә теләгән икән.
Ошо көндәрҙә һыйырҙар һыуалған, үҙебеҙҙең һөт юҡ. Ярай әле, күршеләр һөт биреп тора. Шуға күрә булған аҙыҡты ҡәҙерләргә, һаҡсыл, самалап тотонорға кәрәк. «Бал тиһәң, бер кәмей, бармаҡ тыҡһаң, ике кәмей» тигән мәҡәлдең мәғәнәһе шулайҙыр.
Бер кем дә донъяға үҙенең тышҡы ҡиәфәтен һайлап тыумай. Аллаһы тәғәлә нисек яралтҡан, шулай күренәһең яҡты донъяға: ҡолағың ҡарпыш, танауың йәмшек, ауыҙың ҙур булған хәлдә лә, холҡоң һәйбәт булһын, ти. "Йәмһеҙмен" тип, ризаһыҙлыҡ белдергән кешеләрҙе: «Ауыҙы ҙурҙан аш китмәҫ, күҙе миңленән йәш китмәҫ», — тип тынысландыра өләсәйем.
Ҡунаҡсыл һәм йомарт булғанғалыр инде, тамсы ла ҡомһоҙлоғо, ҡыҙғансыллығы юҡ өләсәйемдең. «Кеше үлгәнсе ашамай, туйғансы ғына ашай», — тип ҡыҫтай ул беҙҙе лә, ҡунаҡтарҙы ла. Шуның өсөн өҫтәл артында бер кем дә уңайһыҙланып, тартынып ултырмай.
Бына шундай тапҡыр һүҙҙәре, әйтемдәре менән кеше күңелен үҫтерә, беҙҙе йөрәк хистәре сиренән арындыра, көс йыйырға, аяҡта ныҡ баҫып торорға өйрәтә өләсәйем.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- «Башҡортостан» № 72 — 14 апрель, 1999 йыл