Өлөш

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • йәш һыйыр малы, һарыҡ йәки йылҡы ите 100—150 г
  • йәш кәбеҫтә, картуф 60-70 г
  • башлы һуған 25-30 г
  • май 10 г
  • тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр сама менән
  • һурпа 50-300 г

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

1,5-2 кг итте бешереп алып, киҫәктәргә бүләләр ҙә өҫтәлгә ҡуйғанға тиклем эҫе һурпала тоталар.

Ит бешкән һурпаға дүрткә киҫелгән кәбеҫтәне, уртаға ярылған картуфты, буйлай теленгән кишерҙе һалып бешерәләр.

Өлөштө шулай итеп бүләләр: тәриткәгә тәүҙә бешкән кәбеҫтә, картуф, кишер, аҙаҡ ит киҫәктәре, дүңгәләкләп турап, ҡайнар һурпала бешекләнгән һуған һалалар, өҫтөнә ҡайнар һурпа ҡоялар, йәшел тәмләткестәр һибәләр.

Һурпа күләме төрлөсә булырға мөмкин, сөнки өлөштө беренсе ризыҡ урынына ла, икенсе ризыҡ итеп тә ҡулланырға мөмкин.