Өрөк (абрикос) ҡайнатмаһы
ӨРӨК (АБРИКОС) ҠАЙНАТМАҺЫ
- 1 кг емеш
- 1-1,2 кг шәкәр ҡомо (татына ҡарап).
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәҠайнатма өсөн бер аҙ ҡатыраҡ һәм вағыраҡ абрикос һайлап алырға кәрәк. Улар төштәрен алғанда ла, ҡайнатҡанда ла иҙелеп бөтмәйәсәк. Йыуылгған емештәрҙе урталай бүлергә, төштәрен алырға, ватып, сәтләүеген алырға.
Абрикосҡа шәкәр ҡомо һалып бултыртып ҡуйырға. Һуты сыҡҡас, һүрән утта 5 минут ҡайнатып алырға, күбеген йыйырға, һүндерергә һәм һыуынғанын көтөргә. Икенсе тапҡыр ҡайнатканда төштән алынған сәтләүектәрен һалырға, һаҡ ҡына болғатып 2 минут ҡайнатырға.
Ҡайнатманы банкаларга тултырып һалҡынса урында һаҡларға.