Өшәкә
Өшәкә — тиҙ бешә торған сөсө икмәк.
Ингредиенттар
үҙгәртергә- Аҡ он
- Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
- Сода
- Тоҙ
- Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)
- Татлы өшәкә өсөн самалап шәкәр ҡушыла
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәКефир, сода, тоҙ, майҙы ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Туҡмас таҡтаһы ҙурлығына ҡарап 0,5 см ҡалынлығында ҙур йәймә эшләнә. Йәймәне бәләкәй өлөшсәләргә бүлеп, өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөп, шәкәр һибергә була. Табаға теҙеп һалып, ҡыҙыу мейестә йәки духовкала 10-15 минутта бешереп алалар.