“Башҡортостанда йәшәгән һәр кем башҡорт”

Башҡортостанда йәшәгән һәр кем башҡорт”

“Башҡортостанда йәшәгән һәр кем башҡорт”

үҙгәртергә

Был хаҡта Лев Гумилев та үҙенең төркиҙәрҙе өйрәнгән ғилми эштәрендә яҙа. “Пассионар күтәрелеш” майҙаны хаҡында һүҙ алып барыла унда, йәғни, әгәр XII-XIII быуаттарҙа монголдар пассионар милләт булһа, киләсәктә ул вазифа Уралда йәшәгән халыҡ иңенә төшә тип әйтелә. Әгәр үҙ заманында был урын Литва булһа, хәҙер тап Башҡортостан оло үҙгәреш кисерә, был ергә, халыҡҡа мәғәнәүи көс килеүе тураһында әйтелә.

Ғалимә Е. Марченко ла: “Башҡорт теле тәбиғәттең тамаҡ телдәрен һаҡларға ярҙам итә һәм кешенең тәбиғәт менән бәйләнешен көйләй, һис кенә лә боҙмай”, – тип яҙа. Ҡытай, Тибет сығанаҡтары ла Башҡортостандың үҙенсәлекле ер булыуын таный. Бик күптәр республикабыҙҙың ни тиклем мөғжизәле ерҙә урынлашыуы, халыҡтың ихласлығы хаҡында һөйләй.

Төркиәлә булғанда ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов та башҡорт теленең боронғолоғо хаҡында ана ниндәй матур миҫал килтерҙе. Быларҙы теҙеп яҙыуым бушҡа түгел. Мәшһүр ишан Зәйнулла Рәсүлев та бит беҙгә был илаһи заман тураһында әйтеп ҡалдырған һәм ул дәүер килде. Бары тик милләтебеҙ ошо яңылыҡты аңлап, бөтә йөрәге менән ҡабул итергә, аңына һеңдерергә бурыслы: “Халҡыбыҙҙың сабырлығы иманы кеүек үк сикһеҙ. Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте сикһеҙ, ул күргән михнәттәр өсөн лайыҡлы әжерен дә ебәрә. Ул көнгә мин барып та етә алмам, моғайын, әммә бер мәл бер нимә лә Хәҡиҡәттең яҡты нурын ҡаплай алмаясаҡ.”

Рәсәй яҙыусыһы һәм журналисы Олег Чернэ былтыр йыл аҙағында Башҡортостанға килеп ҡайтты. Шул саҡта осрашып, әңгәмәләшкәйнем. Яңы йылға әҙерләһәгеҙ була, тине ул. Яңы йыл әллә ҡайҙа алыҫта һымаҡ, етмәһә, ул март аҙағындағы йыл әйләнеше башы хаҡында һөйләй ине. Баҡтиһәң, ул көн килеп тә еткән.

Әңгәмә урыҫ телендә барҙы, шуға күрә уның фекерҙәрен, әйткәндәрен үҙем аңлаған, тойған кимәлдә уҡыусыға еткерәм. Быны шуның өсөн әйтәм: яҙыусы, сәйәхәтсе, Көнсығыш, Азия илдәре мәҙәниәтен тәрән өйрәнгән, ошо ерҙә кешелекте һаҡлаған, афәттәр килгән мәлдә ҡотҡарыр көс, ҡот ятыуын әйткән үҙенсәлекле шәхес Олег Чернэның фекер эсендәге фекерен, һүҙе эсендәге ҡомарын, серен һәр кем үҙенсә сисер, аңлар.

– Олег Михайлович, һуңғы йылдар­ҙа бик күптәр Башҡортостанға, ошо ергә тартыла. Был нимә менән бәйле икән?

– Һеҙ башта миңә ниндәй тәрәнлектә һәм ниндәй юҫыҡта һөйләргә кәрәклеге хаҡында әйтегеҙ. Атап һөйләргә була, экзотерика кимәлендә йәки физика фәненә нигеҙләп аңлатырға була.

Минең өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ, сөнки һеҙ сығыштарығыҙҙа башҡорт­тар, ошо төбәк хаҡында фәнгә нигеҙ­ләнеп тә, кешенең тойомлауына тая­нып та ҡыҙыҡлы фекерҙәр бел­дерәһегеҙ, шуға күрә нисектер әйт­кәндәрегеҙ бер-береһенә бәйләнеп, үрелеп барһа ине.

– Улай булғас, әйҙәгеҙ башта үҙемдең эшмәкәрлек тураһында һөйләйем. Мин боронғо цивилизациялар, мәҙәниәттәр менән шөғөлләнәм, әммә археолог, антрополог һымаҡ түгел, ә һәр цивилизацияла кешенең үҙенсәлеге, камиллығы ҡыҙыҡ миңә. Шул мәҙәниәтте тыуҙырған кеше үҙе физик, рухи яҡтан ниндәй була икән, тигән һорау борсой ине. Бер мәл мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдө тойҙом, ауырыным, үҙемде яңынан тергеҙеүгә, аяҡҡа баҫтырыуға ун йылдан ашыу ваҡыт китте. – Рухи яҡтан инеме көсһөҙлөк, әллә физик яҡтанмы?

– Бына был да ҡыҙыҡ һорау. Ҡайһы ваҡыт кешеләр рухиәт тип уның артында торған физик мәсьәләләр хаҡында онотоп ебәрә. Мин ниндәй ҙә булһа проблемам килеп тыуһа, уның анатомияһын, физик сағылышын аңларға тырышам. Этнос­тарҙың да миңә анатомияһы ҡыҙыҡлы.

Ана шул ауырыған сағымда, етмәһә, ҡыйыҡ башынан йығылып төштөм. Миңә оҙайлы ваҡыт ятып сирләргә тура килде. Шул арала байтаҡ китаптар менән танышып, үҙем өсөн кеше асылын яңынан астым. Астым тип тә әйтеп булмай, быға мин яйлап килдем. Барыһы ла шуға табан барған булған. Ун алты йәштән спорт менән шөғөлләнәм, юлдамын. Әле лә һәр ваҡыт сәйәхәттәмен, барыһын да ҡыҙыҡһынып өйрәнәм, әммә тормошта килеп тыуған бер хәл мине донъяны тәрәнерәк асыуға булышлыҡ итте.

Башта миңә бөтәһе лә ҡыҙыҡ ине, сәфәрҙәр барышында барыһын да ҡарайым, өйрәнәм. Үҙем өҫтөндә эксперименттар эшләргә яратам. Бөтә мәҙәниәттәр, диндәр ҙә ҡыҙыҡлы, фәһемле. Аҙаҡ һығымталар яһап, үҙ юлыма табан атланым. Мине ҡурай ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, ҡурайҙы тыңлап, уның ни тиклем етди музыка ҡоралы икәнен аңланым. Был – бик тәрән, фәлсәфәүи тема. Ул күптәр тарафынан әле тулыһынса аңланмаған, баһалан­маған. Ҡурайсылар тарафынан ғына алып барыла был эш, ә дөйөм кешелеккә барып етмәгән әле.

Тора-бара сәфәрҙәрҙә туплаған мәғлү­мәт­тәр менән уртаҡлаша, башҡаларға ла һөйләй башланым. Күптәрҙә улар ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Күңелем талаптары тора-бара йәшәү образыма әйләнде.

Башҡортостанға килеп эләгеүем дә ҡыҙыҡлы булды. Осраҡты асҡан йәнә бер осраҡ була тиҙәр, ә был осраҡһыҙ ғына юл төшкән мәл ине. Килеп тыуған хәлгә илтеүсе осраҡ була, шул уҡ ваҡытта осраҡһыҙ килеп тыуған хәл дә булыуы ихтимал, йәғни бөтәһе лә ыңғай килеп тора һәм беҙ алға табан атлайбыҙ, ә ҡайһы берҙә ыңғай килеп торһа ла, үҙебеҙ теләгәнсә, башҡаса эшләйбеҙ. Бына һуңғыһы осраҡһыҙ осраҡ була инде. Был юл, бәлки, ауырыраҡ та булыр, әммә унда һин ныҡышмалылыҡ туплайһың.

Башҡортостанға мине танышым Кастанеда саҡырҙы. Ул – билдәле антрополог. Ул – минең остазым. Кешеләрҙе эҙләнеү­ҙәргә ташлаған кеше. Беҙ уның менән аралаштыҡ, шуның һөҙөмтәһе – мин Башҡортостанға аяҡ баҫтым. Телеэфир аша биргән тәүге әңгәмәм дә һеҙҙә 25 йыл тирәһе элек булды. Ул ваҡытта яңы телевидение эшләй башлағайны. Исеме лә үҙенсәлекле генә ине.

“Толпар”мы икән ни? 3-сө канал тип тә атайҙар ине уны...

– Уныһын хәтерләмәйем. Бында килгәс, мине кешеләрҙең үҙенсәлекле телмәре әсир итте. Башта аңламаным. Һеҙҙә бөтәһе лә тынын күкрәктән сығарып һөйләшә (с придыханием). Был хатта кешенең милләтенә лә бәйле түгел, ә бына тап һеҙҙә кешеләр ниндәйҙер музыка ҡоралында уйнаған кеүек итеп һөйләшә. Йәғни, тора-бара ошо ерҙең үҙенсәлеген өйрәнеп, бындағы тәбиғәт үҙе үк кешеләрҙе ошо рәүешле һөйләшеүгә этәргәнен аңланым. Башҡортостанда саҡта үҙемдең дә башҡорт икәнлегемде аңланым. Һөйләш үҙенсәлекле, ер үҙенсәлекле, тәбиғәт үҙенсәлекле – былар барыһы ла бында килгән кешене лә үҙенеке итә, үҙенсә һөйләштерә, йәшәтә. Бында хатта кешеләрҙең фекерләүе лә башҡаса, ул тын ҡалып фекерләй. Бына урыҫ теле лә бай, әммә унда ана шул туҡталыш юҡ, телмәр бер туҡтауһыҙ сығып тик тора. Был – физика. Ә башҡорт телендә, Башҡортостанда һөйләшкән кешеләр хатта ниндәйҙер айырым тембр менән, йырлаған кеүек һөйләшә. Һеҙҙә халыҡ төплө. Быны бөгөн килеп кенә раҫламайым, нимә генә тимә, бында бит мин 25 йылдан ашыу элек килеп китеүем хаҡында әйткәйнем. Бында кешеләрҙең ғүмере бушҡа үтмәй, башҡа ерҙәрҙә ғүмерҙәр бушҡа яна, сарыф ителә.

Бик үҙенсәлекле булыуҙың сәбәбе нимәлә һуң?

– Минән дәрестәр алған ҡыҙ Башҡортостанға килде һәм, һеҙҙә уларҙы Әүлиә тип атайҙар, шундай зат ерләнгән урынға барған. Ул унда нур бағанаһы күргән. Әлбиттә, быны бөтә кеше лә күрә алмай, ул – айырым һәләт. Башҡортостан – шундай нур бағаналарынан торған ер. Башҡорт ерендә бөтәһе лә ана шул нур тулҡыны эсендә йәшәй.

Ә һеҙ ул нурҙарҙы күрәһегеҙме?

– Беләһегеҙме, мин донъяға молекуляр күҙлектән бағам. Башҡортостандың да молекуляр йөҙөн күрәм, ә кешеләр уның һөҙөмтәһен, йоғонтоһон ғына татый. Бөтә донъя ДНК-нан тора. Ә нимә һуң ул? ДНК – ул күҙәнәктәрҙән торған йәшәү сығанағы. Этностарға ла ДНК позиция­һынан ҡарайым. Башҡортостан – бик үҙенсәлекле ҡоролған төбәк, шул уҡ ваҡытта төҙөлөү схемаһы бик ныҡ айырыла. Рәсәй – ул үҙенә күрә йыя торған бер киңлек. Минән “Нимә ул урыҫ мәҙәниәте?” тип һорайҙар. Урыҫ мәҙә­ниәте – ул шул телдә һөйләшкән, фекерләгән кешеләр майҙаны һәм шуның менән бөттө лә. Рәсәй – бәләкәй матрицаларҙан торған майҙан. Бына ошоно тәрән аңлау кәрәк, сөнки Рәсәйҙең бөтә көсө ана шунда. Ә әле, тәрбиә аҡһау сәбәпле, быны лозунгтар кимәлендә генә аңлайҙар. Матрицаларҙың береһен дә юғалтырға ярамай.

Нимә ул тәрбиә?

– Тәрбиә – ул кешенең үҙ-үҙенә йүнәлеше. Тәрбиә – ул дөрөҫ тын алыу. Тәрбиә – ул туҡланыу. Былар барыһы ла беҙҙе формалаштыра. Хәл-ваҡиғаларҙы кисереү, аңлау тойғоһо юҡ икән, кешелә тәрбиә лә булмай. Кешенең рухи үҫеше лә шуға бәйле. Физик яҡтан беҙ бер кимәлдә аралашһаҡ, кешенең рухы юғары кимәлдә аралашыу һәләтенә эйә. Борон замандарҙа кешеләрҙең йәшәү рәүеше шуға ҡоролған булған, улар юғары маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылған.

Бөгөн беҙҙе нимә тәрбиәләй? Смартфондармы? Улар кешене уйһыҙ итә. Кеше шуға таянып, шуны файҙаланып, үҙенең мөмкинлек­тәрен үҙе сикләй. Төрлө дини юлдар ҙа ҡайһы саҡ кешенең юлдарын икенсе яҡҡа бора. Кеше үҙе аңлап, тойомлауы менән үҙ юлын таба. Был – иң дөрөҫ юл, тип әйтә тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Мин эҙләнеү, кешелекте тәрәнлек менән алға әйҙәү яғындамын. Кешеләрҙең йәшәү рәүеше, кисерештәре физиологияһы ҡыҙыҡлы миңә.

Ҡурайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул – йәнле үҫемлек. Мәңгелек үҫемлеге йыһан энергетикаһын үҙенә туплап үҫә. Шунан уны ҡырҡып алып, ҡурайсы уға яңы ғүмер бирә, киңлектең, йыһандың рухын туплаған үҫемлек аша ҡурайсы тыңлаусыларға яңы рухи энергия өләшә. Был – бөйөк яңғыраш. Минең аңлауымса, Башҡортостанда һәр кем ҡурайҙы аңларға тейеш, уны белем алыу кимәлендә таратырға кәрәк.

Музыка ҡоралында уйнау мотлаҡ түгел, ә уны аңлау мөһим. Бына, мәҫәлән, мин дә ҡурайҙа уйнамайым, әммә әленән-әле уға әйләнеп ҡайтам. Мин ҡурайҙы өйрәнәм. Ҡурайсы был музыка ҡоралында уйнағанда бик ҡатмарлы итеп тын алышты файҙалана. Мин быны энергия алыш тип атайым.

Ғәҙәти кеше бер төрлө тын ала, был күренеш ғалимдар тарафынан өйрәнелгән. Тын алғанда кислород организмға инә, асый, шунан кире сыға шул уҡ тын юлдары аша.

Ә ҡурайсы тын алғанда үҙ тәнен физик яҡтан икенсе биохимия хәленә килтерә, йәки аҙыраҡ тын ала. Ҡурайсы эске аң кимәлендә энергияны регенерациялай. Ҡурайҙа уйнау ул тауға менеүгә тиң.

Юлды атлаған кеше еңә. Ул атлай һәм һәр аҙым – уның өсөн йәшәү. Башҡорт­останда кешеләр бына ошо рәүешле йәшәй, сөнки телмәрҙәре шулай, алда әйткәнемсә. Башта мин был күренеште аңламаным да, ҡабул да итмәнем. Тора-бара был һөйләштең тембры ер үҙенсәлегенә бәйле икәнен аңланым, физика закондарына бәйле.

Телдең үҙенсәлеге мине бер әсир итһә, Башҡортостанда ҡыҙыҡһындырған тағы ла бер мөғжизә – ул ҡымыҙ. Бына әле мин бында ҡымыҙ эсергә тип килдем. Бер ҡыҙ менән хатта уны етештерергә лә тырышып ҡараныҡ. Был эсемлек мине бик ҡыҙыҡһындырҙы. Уның менән күптән таныш инем. Ҡымыҙҙы, уны етештереү технологияһын, милли ризыҡтың тәби­ғәтен, молекуляр яҫылығын өйрәндем. Былар барыһы ла ҡыҙыҡ миңә.

Беләһегеҙме, миңә тағы нимә ҡыҙыҡ? Ат – ул бик күптәрҙең мәҙәниәтендә изге хай­уан. Боронғо эпостарҙа, уларҙы өйрәнгән ғалимдар кешенең йәне нисек хәрәкәт итә, ат та шулай хәрәкәт итә тип иҫәпләй. Төрлө йолаларҙа был төрлөсә аңлатыла. Бөгөн бит атта һыбай йөрөп, кешеләрҙе дауалау терапияһы ла бар. Бейә биргән һөт бөтә ерҙә лә бер төрлө. Башҡортостан ҡымыҙы – кеше тарафынан иң еңел үҙләштерелгәне. Ҡымыҙ ҙа, ҡурай кеүек, милли идея булырға тейеш. Бында йәшәгән һәр кем башҡорт булған кеүек, уларға ла этностың үҙенсәлеге һеңгән.

Бына ҡарағыҙ әле, Башҡортостан бик борон барлыҡҡа килгән. Фарсыларҙың да, төркиҙәрҙең дә йоғонтоһо һеңеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән үҙенсә­лекле башҡорт менталлеге. Улар алтай­ҙарҙан да, төркиҙәрҙән дә, фарсыларҙан да айырыла. Башҡорттар монгол татар­ҙары хакимлыҡ иткән дәүерҙә һуғышҡан тигән фекерҙәрҙе лә башҡасараҡ еткерәләр беҙгә.

Ниндәй генә ҡаршы яуҙар, ҡар­шылыҡтар булһа ла, был халыҡ ҡеүәтле көстәргә ҡаршы тора алған. Сәбәбе нимәлә һуң? Башҡортостандың үҙенсәлекле ерлегендә. Был халыҡ барлыҡҡа килгән, йәшәгән ер – ҡеүәтле энергия биреп торған урын. Мин уны алтынсы интеграль ялан тип атайым. Бөтә беҙҙе уратып алған донъя, киңлек төрлө селтәрҙәргә бүленгән.

Һәр ялан – ул үҙе айырым селтәр. Ожмах баҡсалары, эфир яланы хаҡында күп яҙалар. Бик күп мифологик сюжеттар эфир яланында урынлашҡан. Эфир – ул инте-граль яландың нигеҙе, Йыһандың тын алышы. Мәҫәлән, ҡурайсы шул энергияны ҡурайҙа уйнағанда сығара. Был – бөйөк музыка ҡоралы. Йыһанға энергия тарата ул.

Төрлө этностар интеграль ялан нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ньютон да был хаҡта яҙған. Шуныһы йәл, ҡулъяҙмалары янып, был хаҡта бик аҙ мәғлүмәт ҡалған унан. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге ожмах баҡсаһында тап башҡорттар йәшәй. Башҡа төбәктәрҙә был күренеш улай уҡ асыҡ күренмәй. Был молекуляр формала сағыла. Сыңғыҙхан да ошо ерҙе яулап алырға тигән маҡсат менән килә. Ул ҡеүәтле энергия сығанағына эйә булырға теләй. Сыңғыҙхан Рәсәйҙе яуларға теләмәй, ә энергия сығанаҡтарын берләштерергә ниәтләй.

Ул булмаһа, Ҡытай ҙа бөгөнгө хәлдә булмаҫ ине. Ул бында ла шуны эшләргә теләй. Ҡытайҙы берләштергәндә тәрән белемдәр менән таныша. Уға шулай уҡ ожмах баҡсаһына инеүҙең бер ере Рәсәйҙә урынлашҡанын да әйтәләр, шуға күрә ул ошонда ынтыла. Был, бер ҡараһаң, бик ҡатмарлы тема. Был – экзотерика түгел, ә молекуляр физика. Төрлө этностар төрлө яланда урынлашҡан. Мәҫәлән, Тибет – ул етенсе интеграль ялан. Улар ҡеүәтлерәк тигәнде аңлатмай был, унда башҡа төрлө резонанс. Ток энергияһы төрлө була бит, шуның кеүек.

Бына бөгөн ошо селтәрҙәрҙә боҙолош киткән. Төҙәтергә, рәтләргә, йүнәтергә кәрәк. Алтынсы интеграль яландың сылбыры боҙолған. Мин, мәҫәлән, кешеләргә һәр урында мөрәжәғәт итеп, барығыҙ ҙа Башҡортостанды ҡотҡарыу, уны һаҡлау хаҡында уйларға тейешһегеҙ, тип әйтәм. Сөнки был төбәк өсөн генә түгел, бөгөн тотош Ер шары өсөн Башҡортостандағы хәл-торош яуаплы.

Сүриәләге һуғыш та бындағы халыҡтың энергетик яланы ҡаҡшау менән бәйле. Бер ҡараһаң, Сүриә ҡайҙа ла Башҡортос­тан ҡайҙа? Әммә интеграль майҙанда улар бер яланда. Башҡортостанда йәшәгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеге бик мөһим. Кешеләр нимә уйлауы, ниндәй ғәмәлдәр ҡылыуы хаҡында уйланырға бурыслы. Дөйөм кешелектең яҡты идея менән яныуы мөһим. Дөрөҫ музыка тыңларға кәрәк.

Башҡорт музыкаһы – нигеҙле. Шуны кешеләргә тыңлатырға, шул рәүешле уларҙы үҫтерергә кәрәк. Кешеләр тыуғанда уҡ айырым энергетика менән тыуа. Быны ишеткәнебеҙ бар, әммә тыуған ерҙең үҙенең айырым ҡеүәте була. Бына ошолар хаҡында ла мин физика ҡанундарына нигеҙләнеп, фәнни эш яҙҙым. Был хаҡта сығыш та яһайым. Бына американдар Нобель премияһына тәҡдим итмәксе, әммә миңә ул тәҡдим ҡыҙыҡ түгел, сөнки уларҙа был процесты аҡыл яғынан аңлау килә, ә тойомлау юҡ. Башҡорттар минең асыштарға нисек ҡарар ине икән?

Күҙ алдына килтерәһегеҙме: кеше ошонда тыуған һәм донъяға килгәс тә уның ДНК-һы киңлектең ДНК-һына инә. Тап ошо ерҙә тыуған өсөн генә. Ҡайҙа йәшә­үенә, булыуына ҡарамаҫтан, ул дөйөм киңлек ДНК-һына тегелгән була. Уны үҫтерергә була, әммә юҡ итеп булмай. Был ерҙә тыуған кешеләрҙең күҙәнәк­тәренең төҙөлөшө ҡатмарлы, шуға ла функцияһы ҙур.

– Һеҙ бер әңгәмәгеҙҙә “башҡорттар – алтынсы интеграль ялан банкир­ҙа­ры, уларҙы рәнйетергә ярамай” тип әйттегеҙ. Шуны асыҡлабыраҡ аңлат­һағыҙ ине?

– Интеграль ялан – ул нур майҙаны. Бер ҡатын шиғырҙар яҙа, яҙғандарының ритмикаһы ана шул алтынсы интеграль яландыҡына тап килә. Уның яҙмалары менән Интернет тулған, тиергә була. Әммә бер көн уға берәү яла яҡҡан, шунан мин уның ҡеүәтле ҡулъяҙмаларын уҡып, ошо фекерҙе әйттем. Ысынлап та, был рухҡа ҡаршы сығыу шул уҡ ҡаршы сыҡҡан яҡтың үҙенә хәүефле, сөнки, алда әйткәнемсә, башҡорттар – алтынсы интеграль ялан хужалары. Башҡортостанда ижад итергә теләгәндәр, ана шунда яҙғандары ҡеүәтле үҫеш энергетикаһы менән тулы буласаҡ. Кешеләрҙең ДНК-һын да йүнәтергә кәрәк бит, үҙ-үҙҙәрен түбәнһетеү һөҙөмтәһендә уларҙың ас-яланғас ДНК-һы вибрациялары дөйөм йыһан энергетикаһына тоташа алмай.

Тимәк, башҡорт шиғыры, башҡорт телмәре айырым көскә эйә? Физика закондары менән аңлатығыҙ әле?

– Әлбиттә, шулай. Башҡорт һүҙе – ул айырым темпҡа эйә телмәр. Шиғырҙа ана шуны тотоу мөһим. Ҡурайсы ул темпты үҙенән-үҙе тота, сөнки әгәр ул шул рәүешле уйнамаһа, көй сыҡмаясаҡ. Гармонияға килтергән көй.

Беҙ уны моң тибеҙ!

– Башҡорт шиғриәте ул бит бер теҙмәнән теҙелгән тел түгел. Ул – дөрөҫ киңлектә ятҡан телдең күләмле сағылышы. Бында һүҙҙәргә айырым көс һалынған. Мәҫәлән, минең рухтың молекуляр сағылышы хаҡындағы көноҙоно барған лекцияларымды тыңларға бик күмәк халыҡ бары тик Башҡортостанда ғына килә. Был нимә хаҡында һөйләй? Бындағы халыҡта, ошо ерлектәгеләрҙә интеграль яландың көсөн тойоу һәләте бар. Бында килгән һайын шул хәл ҡабатлана. Бында нигеҙле итеп кешеләрҙең үҫеш кимәлен күрергә була.

Бөгөн энергетик баланстың ҡаҡшауы хаҡында йыш телгә алалар. Ә һеҙ уны хатта Башҡортостан менән дә бәйләйһегеҙме?

– Картаға ҡараһаң, Башҡортостан бер төбәк кенә кеүек. Ә ысынында иһә ундағы халыҡҡа мөнәсәбәт айырым булыуы мөһим. Беҙҙең илдәге яҡтылыҡ сығанағы булған Башҡортостандан килгән энергия ҡыҫылған. Был төбәкте һаҡларға кәрәк, кешеләренә айырым мөнәсәбәт булырға тейеш, тип әйтһәм, сәйер яңғырай, шулай бит?! Ә физика закондары менән, интеграль яландағы үҙгәрештәргә күҙ һалһаң, барыһы ла аңлашыла. Ер шарындағы именлек тә һәр интеграль яландың үҙ ваҡытында йыһанды кәрәкле энергия менән тәьмин итеүенә бәйле. Төрлө ерҙә терроризм күренештәре лә кешеләрҙең аҡылы дөрөҫ фокуста тормауы менән бәйле, уларҙы түбән вибрациянан алырға кәрәк. Йәки алтынсы интеграль яландың вибрацияһын көсәйтергә кәрәк, сөнки улар ҙа бергә бәйле был яланда, шуға күрә энергияларын икенсегә борорға кәрәк (урыҫса әйткәндә, “перебить энергию” була). Иң ҡеүәтле энергия ҡайҙа икән тип өйрәнә башлағас, мин Башҡортостанды астым. Рәсәй менән бер нимә лә булмаясаҡ, хәүефләнергә кәрәкмәй. Әммә бының өсөн илдә һәр саҡ мәңгелек ут янып торорға тейеш, ә ул – Башҡортостан. Тап ошо төбәк – мәңгелек утын һаҡлаусы.

Был хаҡта күп әҫәрҙәр яҙылған. Ә хәҙер шул уҡ фекерҙе физиктың ауыҙынан ишетеү бик ҡыҙыҡлы!

– Был хаҡта күптән әйтелгән ул, һәр заман ғалимы һөйләгән. Бәлки, Башҡорт­остан тип атап әйтеүсе генә һирәктер. Быны хатта иҫбатларға кәрәкмәй, был күптән раҫланған. Иң мөһиме – кешеләр­ҙең шуны аңлауы, тойоуы кәрәк. Мәғлүмәт булыуы – бер, уның кешеләргә барып етеүе – икенсе нәмә. Ошо дәлилгә кешеләрҙең аңын йүнәлтеү зарур. Иң төп вазифа – әҙәм балаларының башҡаларға түгел, ә үҙ-үҙенә мөрәжәғәт итеүе. Беҙ йәшәгән киңлек беҙҙән көслөрәк. Уның өсөн беҙ минерал ғына, унда юҡҡа сығыу бер ни түгел. Шуның өсөн кешеләргә дүртенсе интеграль ялан нисек йәшәүен белеү кәрәк. Ә дүртенсе интеграль ялан – ул беҙҙең мейе. Кеше үҙенең мейеһен ихтирам итмәйенсә, бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ. Цементланған фекерле, ҡарашлыларҙы уятыуы, эйе, ауыр. Хатта ҙур ғалимдар ҙа шундай булыуы ихтимал. Мейе эшмәкәрлеге дипломдар менән баһаланмай. Ә бына мин һеҙҙә медицина университетында сығыш яһағанда йәштәрҙең тере аңын тойоп һоҡландым. Уларҙың мейеһе яңылыҡты ҡабул итергә, үҫеш юлынан барырға әҙер. Ә бит арабыҙҙа мейеләре ябыҡ кешеләр бик күп.

Бәлки, уларҙың йөрәге ябыҡтыр?

– Уларҙың мейеһе ябыҡ. Ә ябыҡ мейе йөрәкте теләһә ҡайһы яҡҡа бора. Ул тойоуҙан, фекерләүҙән мәхрүм. Мейене асырға кәрәк. Мин үҙемде ғүмер буйы өйрәнсек итеп тоям, минең өсөн һәр секунд, минут һайын нимәлер өйрәнеү ҡыҙыҡлы. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, үҙебеҙҙе уратып алған киңлекте тойорға, аңларға тейешбеҙ. Был бик мөһим. Был – минең йәшәү принцибым.

Һеҙ ҡурайсылар хаҡында ҡыҙыҡ­лы фекерҙәр әйттегеҙ. Бына элек йө­ҙәр­ләгән, меңәрләгән ҡурайсы яланға сығып ҡурай уйнаған. Был күренеште, бәлки, ҡабат тергеҙергәлер, тип уйлап ҡуйҙым.

– О! Был – бик үҙенсәлекле фекер! Ирәмәл тауын яҡшы беләһегеҙ бит инде. Ул бит ябай ғына түгел, ул тау-идея! Ул – астраль тау. Ҡурайсылар булмай, тағы кем шул тауҙы яңынан күтәрә, уның энергияһын яңынан тергеҙеп ебәрә алһын?! Был бик шәп булыр ине. Ҡурайсы эске стресс кимәлендә уйнарға бурыслы. Асыҡлап әйткәндә, тәне үҙе ҡыл һымаҡ тартылып торорға тейеш.

Үҙе ҡурай булырға тейеш килеп сыға инде?!

– Эйе, үҙе ҡурай көпшәһенә әүерелергә тейеш. Ҡурайҙа уйнау йөрәккә лә көсөргәнеш килтерә. Ә бына күмәкләшеп йыйылып бер уйнағанда, күҙ алдына килтерәһегеҙме, ниндәй ҡеүәт таралыр ине Ирәмәлдән! Был хаҡта башҡаларға һөйләргә кәрәк. Ҡурай ябай музыка ҡоралы түгел. Мин хатта унда уйнап, нисек үлемһеҙлеккә өлгәшергә мөмкин булғаны хаҡында ла һөйләй алам. Лаборатория институты кимәлендә мин ҡурайсының үлемһеҙлеген иҫбатлай алыр инем. Бының өсөн махсус медицина институты, лаборатория кәрәк. Үлемһеҙлек бар, йәнә лә үлемһеҙ рух бар.

Башҡорт телен һаҡлау тураһында фекер ҙә әйткәйнегеҙ?

– Бына ҡарағыҙ: теләһә ҡайһы телде ике юл менән өйрәнергә була. Әгәр кеше ниндәйҙер телдә һөйләшә икән, ул уны белә тигән һүҙ түгел. Телде аңлау уның тамырын аңлауҙан башлана. Телдең матрицаһын белеү кәрәк. Бына үҫемлек ултыра, беҙ уны күрәбеҙ, әммә уның эске төҙөлөшөн маңлай күҙе менән күрмәйбеҙ. Телде һаҡлау өсөн ошо телдә фекерләүҙе һаҡлау мөһим. Әгәр кеше башҡортса уйлай белмәй икән, уға телдең матрицаһын өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, Башҡортостанда башҡортса фекерләгән кешеләр күп булырға тейеш. Хатта ун ике аҡыл эйәһе булыуы мөһим, улар халыҡтың тәрән аң кимәлендә уй йөрөтә. Улар телде һаҡлап торасаҡ. Кешеләр дөрөҫ тын алмай башлаған, ә ул аңды әсетә. Ә был күренеш, үҙ сиратында, булғанды юя. Былар барыһы ла физика менән бәйле. Башҡортса фекерләмәгән кеше үҙен башҡорт тип әйтә алмай. Кем тарихи тамырҙарын белмәй, ул үҙен башҡорт тип әйтә алмай. Кем ҡурайҙа уйнамай, ул үҙен башҡорт тип әйтә алмай. Минең миҫалда инде, кем ҡымыҙ эсмәй, ул үҙен башҡорт тип әйтә алмай (йылмая – авт). Был телде өйрәнергә теләгәндәр ҙә күп булыр әле.

Һеҙҙең алтынсы интеграль ялан тигәнегеҙ рух булып сыға түгелме, тип уйлап ултырам?

– Бына ҡарағыҙ, һеҙ әле ошо һүҙҙе әйттегеҙ, ә мин уның геометрик формаһын, схемаһын күрәм. Һеҙҙең туған телегеҙ ана шунан башланған. Рух – ул бер ерлектә берләшеүҙең боронғо төрө. Уның сиктәре ана шул алтынсы интеграль яланда ята. Бик күптәр энергияның физикаһын төшөнөп етмәй. Бер һүҙҙе генә әйтеп тә, тотош ҡеүәтле бер ҡатламды күтәреп була.

Алда әйткәнемсә, хатта нимә эскәнен дә кеше белергә тейеш. Яҡшы сәй, һыу, ҡымыҙ эсергә кәрәк. Улар молекуляр кимәлдә беҙҙең организмға дөрөҫ йоғонто яһай. Шиғырҙы ла авторҙың туған телендә уҡыу мөһим, сөнки энергетикаһы үтеп инә. Был бик мөһим. Мәҫәлән, кемдер әйтә минең лекцияма меңдән ашыу кеше килде, тип. Ә минең өсөн мең килеүе мөһим түгел, минең өсөн мине тойған, аңлаған аудитория менән аралашыу мөһим. Үҙ-ара бәйләнеш, бер-береңде тойоу ҡәҙерлерәк. Музыканы кеше шунда уҡ ҡабул итә, сөнки ҡолағы тауыштан ҡаса алмай.

Еҫте лә кеше шунда уҡ ҡабул итә, сөнки тын алмай тора алмай. Ә шиғырҙы туған телдә, туған телмәрҙә уҡыу уның эске энергетикаһын еткереүгә бәйле. Ун кешегә, өс кешегә барып етһен ул рухи ҡеүәт, әммә был күпкә мөһимерәк.

Ғөмүмән, кешеләргә бөгөн һәм күпте эшләүе ҡәҙерлерәк булырға тейеш. Ни өсөн әле беҙ үткәндәрҙе баһалайбыҙ ҙа киләсәк хаҡында һөйләйбеҙ. Ә бөгөнгө кемгә ҡала? Уҙғандар – ул башҡаларҙың дәүере, унда беҙ тығыла алмайбыҙ. Киләсәктә әллә күпме уңышым була тип әйтер алдынан, шул киләсәк өсөн бөгөн бер генә булһа ла ғәмәл эшләнеңме һуң? Бына ошо хаҡта фекерләргә кәрәк.

Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ. Мин уларҙың ҡеүәтен аса алам. Кешеләрҙең осоу һәләте бар. Һеҙҙә лә булған ундай заттар. Әүлиә тигәндәр. Уларҙың физик тәне нурға әйләнә. Былар барыһы ла физика фәне менән бәйле. Быларҙың барыһын да эшләү өсөн кешенең аңын үҙенә бороуы кәрәк. Мин бөтә ҡаҙаныштарымды үҙемдә һынап ҡарайым.

Миңә килгән кешеләр араһында ауырыуҙар ҙа бар. Дарыу ашауҙан туҡтағыҙ, тиһәм, юҡ, ярамай, табип ҡушты, тиҙәр. Шул уҡ беҙгә тәҡдим иткән витаминдар ҙа бизнесҡа ҡоролған. Улар кеше организмына йоғонто яһамай.

Кеше – үҙ-үҙен дауалаусы ла, юҡҡа сығарыусы ла. Кешеләр миңә килә лә, дауала, тиҙәр. Кеше үҙен үҙе дауалай ала. Үҙе ҡыҫылмай ғына уны кем һауыҡтыра алһын? Мин тәүлектәр буйы эшләйем. Төшөмдә лә эшләйем, хатта нисә сәғәт йоҡлағанымды ла белмәйем, сөнки эш – минең йәшәү рәүешем.

Һеҙҙең бөтәһе лә янығыҙҙа ғына – машинала теләһә ниндәй көй түгел, ҡурай моңо тыңлағыҙ. Эскәндә ҡымыҙҙы һайлағыҙ. Ана шул бәләкәй генә аҙымдарҙан кеше үҙенә үҙе йөҙ борорға тейеш.

Аҙаҡҡы һүҙ урынына

үҙгәртергә

Олег Чернэ әңгәмәләшергә саҡырғас, башта икеләнеп кенә барғайным. Әммә һөйләшеү барышында милләтебеҙ хаҡында башҡаларҙа ла фәнни мәғлүмәт етерлек икәнлеген күрҙем. Беҙҙең халыҡ – ошо быуатта ла үҙенең тарихи хәтерен, асылын юғалтмаған, “Урал батыр” кеүек боронғо яҙмаһын һаҡлап ҡалған бик һирәк милләттәрҙең береһе.

Эйе, заман ҡатмарлы, ә был ғалим фәнни юл аша халҡыбыҙ хаҡында ҙур мәғәнәгә эйә булған фекерҙәр белдерә. Ул ислам динендә булмағас, бәлки, әүлиәләрҙең кемлеген аңлап та етмәйҙер, әммә был хаҡта фекер йөрөтә. Юҡҡа ғына борон-борондан Башҡортостан – әүлиә­ләр иле тимәгәндәр бит. Нур тулҡыны хаҡында ла әйтә, ә беҙҙең күпме изге урындарыбыҙ бар. Ирәмәл, Әүештау, Нарыҫтау, Балҡантау һәм башҡа урындарҙың ырыҫын тойоп йәшәй халҡыбыҙ.

Тап Зәйнулла ишан әйткән һүҙҙәрҙең бөгөн тантана итер мәле еткән. Был хаҡта Шәйех Назим да: “Башҡорттарға мәғәнәүи көс килде”, – тигәйне бынан бер нисә йыл элек. Ислам, дин, иман аша килә халыҡтың асылына табан юлы. Милләтебеҙҙең иң аҫыл сифаттарының береһе – ул ихласлыҡ. Йөрәге асыҡ, Күктәр менән бәйләнешен юғалтмаған башҡорттар.

Тел – ул аралашыу ғына түгел, бейеү ҙә, йыр ҙа, моң да. Ул аралашыуҙың иң юғары кимәле – Аллаһ Тәғәлә менән бәйләнеш, йән, рух теле. Ошо асылыбыҙҙы юғалтмай ошо көнгә тиклем алып килеп еткергән халҡыбыҙ һәр заман Зәйнулла ишан юлында, ихласлыҡта булһын! Автор: Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

Һылтанмалар

үҙгәртергә