1-се ҙур гонаһ
76 оло гонаһ | 2-се ҙур гонаһ → |
76 оло гонаһ. 1-се ҙур гонаһ: Ширек (АЛЛАҺҠА ТИҢДӘШ ҠУЙЫУ) — ул Аллаһҡа тиңдәшлек ҡуйыу һәм Аллаһы Тәғәләгә табынған кеүек үк табыныу, йәғни уларҙы илаһилаштырыу. ШИРЕК (АЛЛАҺҠА ТИҢДӘШ ҠУЙЫУ)үҙгәртергәИлаһилаштырылған предмет ул ҡояш, ай, шәйех, кеше, ендәр, йондоҙ, түрә һәм башҡалар булыуы мөмкин. Аллаһы Тәғәлә ширек тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә:
Башҡа илаһтарға табынып, мөшрик булып үлеүсенең тәҡдире — тамуҡта булыу. Ә был донъянан иманлы йөрәк менән китеүселәр, үҙҙәренең бөтә гонаһтарына һәм улар өсөн язаланыуға ҡарамаҫтан, һуңғы һөҙөмтәлә ожмахҡа эләгә. Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерәләр:
Түбәндәге хәҙисте Әбү Бәкер (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Бер ваҡыт Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә әйткән: "һеҙгә ҡайһы гонаһтарҙың иң ауыры икәнен әйтергәме?" - һәм быны өс тапҡыр ҡабатлаған. Улар: "Әлбиттә, эй, Аллаһ илсеһе!" - тигән. Шул ваҡыт ул: "Был күп илаһтарға табыныу һәм ата-әсәне рәнйетеү— тигән, һуңынан үҙенең урынынан ҡалҡына биреп, тағы ла бер нисә тапҡыр өҫтәгән: "һәм яманлашыуҙан һаҡ булығыҙ!" Әбү Бәкер: "Беҙ: "Аһ, ул шымһа яҡшыраҡ булыр ине, тип әйтергә мәжбүр булдыҡ", - тип өҫтәгән. |