76 оло гонаһ

76 оло гонаһ. 1-се ҙур гонаһ: Ширек (АЛЛАҺҠА ТИҢДӘШ ҠУЙЫУ) — ул Аллаһҡа тиңдәшлек ҡуйыу һәм Аллаһы Тәғәләгә табынған кеүек үк табыныу, йәғни уларҙы илаһилаштырыу.

ШИРЕК (АЛЛАҺҠА ТИҢДӘШ ҠУЙЫУ)

үҙгәртергә

Илаһилаштырылған предмет ул ҡояш, ай, шәйех, кеше, ендәр, йондоҙ, түрә һәм башҡалар булыуы мөмкин.

Аллаһы Тәғәлә ширек тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә:

  • "Аллаһҡа тиңдәш эҙләүселәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ, бынан башҡа гонаһлы булғандарҙы үҙе теләһә ярлыҡар. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүсе, иң ҙур гонаһҡа батып, ялған уйлап сығарған кеше булыр" (Ниса,48).
  • "Белеп тороғоҙ: кем дә кем Аллаһҡа тиңде эҙләй, мотлаҡ Аллаһ уға йәннәтте харам ҡылыр, ундай кешенең керәсәк урьшы утлы тамуҡ" (Мәидә, 72).
  • "Аллаһтан башҡа Илаһҡа табынма. Күп Илаһҡа табыныуҙан да ҙур гонаһ юҡ!" (Лоҡман, 13).

Башҡа илаһтарға табынып, мөшрик булып үлеүсенең тәҡдире — тамуҡта булыу. Ә был донъянан иманлы йөрәк менән китеүселәр, үҙҙәренең бөтә гонаһтарына һәм улар өсөн язаланыуға ҡарамаҫтан, һуңғы һөҙөмтәлә ожмахҡа эләгә.

Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерәләр:

  • "Бөтә гөнаһтарҙан да бөйөк гөнаһ тураһында белгегеҙ киләме? Ул ширек!"
  • Икенсе бер хәҙистә Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ете һәләкәтле гөнаһты эшләүҙән тыйылығыҙ тигән, һәм улар араһында ширекты ла һанаған.
  • Икенсе бер хәҙисендә Пәйғәмбәр (сапаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти: "Әгәр ҙә мосолман үҙенең динен алмаштырһа, уны үлтерегеҙ.

Түбәндәге хәҙисте Әбү Бәкер (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Бер ваҡыт Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә әйткән: "һеҙгә ҡайһы гонаһтарҙың иң ауыры икәнен әйтергәме?" - һәм быны өс тапҡыр ҡабатлаған.

Улар: "Әлбиттә, эй, Аллаһ илсеһе!" - тигән. Шул ваҡыт ул: "Был күп илаһтарға табыныу һәм ата-әсәне рәнйетеү— тигән, һуңынан үҙенең урынынан ҡалҡына биреп, тағы ла бер нисә тапҡыр өҫтәгән: "һәм яманлашыуҙан һаҡ булығыҙ!" Әбү Бәкер: "Беҙ: "Аһ, ул шымһа яҡшыраҡ булыр ине, тип әйтергә мәжбүр булдыҡ", - тип өҫтәгән.

Википедияла