76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: ғәрәпсә.

14-се ҙур гонаһ

"Хәмер" тип Исламда бөтә иҫерткес матдәләрҙе әйтәләр. Быға араҡы ла, һыра ла, самогон да, шарап та, героин, анаша, насвай һәм башҡа наркотиктар ҙа, хатта клей еҫкәп иҫереүҙәр ҙә керә.

ХӘМЕР (ИҪЕРТКЕС ЭСЕМЛЕКТӘР) ҠУЛЛАНЫУ

үҙгәртергә
Иҫерткес эсемлектәр

"Улар һинән хәмер һәм отош уйыны тураһында һорай:

  • "Быларҙың икеһендә лә бөйөк гонаһ һәм кешеләргә ниндәйҙер файҙа бар, әммә уларҙың гонаһтары файҙаларынан ҙурыраҡ!"-тип әйт.
  • Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар, һин: "Ихтыяжыңдан артҡанын бир",-тип әйт.

Бына шулай аңлата һеҙгә Аллаһ үҙ аяттарын -моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ" ("Баҡара", 219).

"Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар (күрәҙәлек итеүҙең төрө) - шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!"

"Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға теләй үә һеҙҙе Аллаһты иҫкә алыуҙан һәм намаҙ уҡыуҙан тыйырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?" ("Мәидә", 90-91).

Ибн Ғәббәс һөйләй: "Хәмер эсеү тыйыла, тигән аят төшөрөлгәс, ҡайһы бер сәхәбәләр башҡаларға: "Бөгөнгө көндән хәмер эсеү харам һәм ширеккә тиңләштерелә", - тип әйтте".

Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр хәмер ҡулланыуҙы иң ауыр гонаһтар сафына индергән. Хәмер, һис шикһеҙ, бөтә насарлыҡтың сәбәпсеһе. Шуға ла Аллаһ эскеселәрҙе ләғнәт ҡылған.

Ғабдуллаһ бин Ғәмир еткерә: "Әгәр кем дә булһа иҫерек булып бер намаҙын ҡалдырһа, был унан ошо ботә ундагы байлығы менән, донъяны тартып алғанға тиң булыр. Ә иҫерек булып дүрт намаҙын ҡалдырған кешегә Аллаһ ысынында "Тинәтүль-хәбәл" эсерәсәк.

Шул ваҡыт сәхәбәләр: "Эй, Аллаһ илсеһе! "Тинәтүль-хәбәл" нимә була ул?" - тип һораған. Ул: "Тамуҡ әһелдәренең ҡаны һәм эрене" - тип яуап биргән.

Джәбир (радиаялаху ғәнһү) һөйләй:

"Аллаһ Үҙ ғәҙеллеге менән эскесене "Тинәтүль-хәбәл " менән туйындырырға хаҡлы". Шул ваҡыт сәхәбәләр: "Ә "Тинәтүль-хәбәл" нимә була ул?" - тип һораған. Илсе: "Тамуҡ әһелдәренең тире", - тип яуап биргән.

"Шарапты был донъяла эскән кеше уны теге донъяла эсмәйәсәк".

"һәр хәмер эсеп шул хәлендә үлгән кеше Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына күп илаһҡа табыныусы хәлендә барып баҫасаҡ".