20-се ҙур гонаһ
20-се ҙур гонаһ
← 19-сы ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
21-се ҙур гонаһ → |
ЯТ МӨЛКӘТТЕ ҮҘЛӘШТЕРЕҮүҙгәртергәАллаһы Тәғәлә әйтә:
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ғәҙелһеҙлек Ҡиәмәт көнөндә ҡараңғылыҡҡа әүереләсәк "Кем дә кем күршеһенең бер ҡарыштан булһа ла ерен хаҡһыҙға алһа, Ҡиәмәт көнөндә уның муйынына баҫып алғанынан ете тапҡыр артыҡ дүңгәләк кейҙерәләр. Ҡөрьәндә яҙылған: "Шик юҡ, Аллаһ һеҙгә туҙан бөртөгө кеүек тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ ("Ниса", 44). Хәҙистә әйтелә: "Аллаһ кешеләрмег( бер-береһенэ ҡарата күрһәткән золомдары тураһында яҙыуҙармы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ." Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Байҙың бурысын түләүҙе һуҙыу — әҙелһеҙлек (золом)," - тигән. Иң ҙур ғәҙелһеҙлектең береһе булып сауҙагәргә хаҡың булмаған килемде алыр өсөн алдап ант итеп тороу. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кем дә кем, ант итеп, хаҡһыҙға мосолмандың мөлкәтен үҙләштерә, шуның өсөн шикһеҙ үҙенә тамуҡты аса һәм ожмахты тыйылған итә", -тигән. Унан: "Эй, Аллаһ илсеһе! Хатта ваҡ-төйәк әйбер булһаламы?" - тип һорағандар икән, ул: "Хатта мисүәк ағасының һабағы ла", - тип яуап биргән. Икенсе бер хәҙистә Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Әгәр кемде лә булһа беҙ хеҙмәтсе итеп тәғәйенләһәк һәм ул беҙҙән энә булһа ла йәки бынан да кесерәк нәмәне урлаһа, ул хыянатсы булыр, һәм Ҡиәмәт көнөндә ул урлаған нәмәһе менән килер", - тигән. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ысынында, уның еләне (еңһеҙ өҫ кейеме) янасаҡ!" - тигән. Шул саҡ янында булған кемдер торған һәм ғәнимәт малынан бүленгәнгә тиклем алған ҡайышты алып килгән. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ҡайыш та уттан", - тигән. Бер сәхәбә: "Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр ҙә мин ихласлыҡ менән сабырлыҡ күрһәтһәм һәм һуғышҡан ваҡытта үлтерһәм, минең гонаһтарым ғәфү ителерме?" - тип һораған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Бурысыңдан башҡаһы- тип яуап биргән.
Әбү Бәкер (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Тыйылған менән туҡланыусы ожмахҡа инмәй". Был ҡағиҙәләр залимдарға, юлбаҫарға, бурҙарға, хыянатсыларға, алдаҡсыларға, үҙенең бурысын ҡайтарырға теләмәүселәргә, һатып алыусыны алдал кәм үлсәүселәргә, кемдеке икәнлеген белмәйенсә, ерҙән юғалған мөлкәтте үҙеңә алыусыларға, шикле мөлкәтте йәшереп, аҫтыртын һатыусыларға, ҡомар уйын уйнаусыларға, хаҡты күтәргән һатыусыларға ҡағыла. |