24-се ҙур гонаһ
← 23-сө ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
25-се ҙур гонаһ → |
24-се ҙур гонаһ АЛДАШЫУ, ЯЛҒАНүҙгәртергәАллаһы Тәғәлә әйтә: "Эргәңдәгеләр менән көймәгә ныҡлан ултырғас, әйт: "Залим кешеләрҙән беҙҙе ҡотҡарған Аллаһка маҡтау!" - тиең" (Мөьмин, 28). "Үлтерелһен алдаҡсылар" (Ҙәрриәт, 10). "... Алдаҡсыларға Аллаһтың ләғнәте төшһөн!" (Әли Ғимран, 61). Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Хәҡиҡәттә, алдашыу гонаһҡа, ә гонаһ утҡа килтерә. Алдашыуын дауам итеп, кеше Аллаһ алдында алдаҡсы булып яҙыласаҡ", - тигән. Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ике йөҙлө кешене өс билдә менән һүрәтләйҙәр:
Икенсе бер хәҙистә: "Кемдә ике йөҙлөлөктөң дүрт сифаты бар, шул ысын мөнафиҡ була, ә кемдә уларҙың береһе генә була, ул монафиҡлыҡтың бер өлөшөн үҙендә йөрөтә:
Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Төшөмдә күрҙем тип булмағанды һөйләүсеғә Ҡиәмәт көнөндә ике арпа орлоғон бәйләп төйнәп ҡуйырға тәҡдим итерҙәр. Әммә ул быны бер ҡасан да эшләй алмаясаҡ. "Хәҡиҡәттә, яла яғыуҙың һәм алдашыуҙың иң юғары кимәле - үҙең күрмәгәнде башҡаларға һөйләү". Самура бин Джундуб Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең төшөн һүрәтләгән шундай хәҙис еткерә: "Ҡиәмәттә беҙ арҡаһында ятҡан кеше янына барҙыҡ. Янында икенсе кеше тора ине. Уның ҡулында айырсалы ырғаҡ бар ине. Икенсе кеше ошо ырғаҡты беренсеһенең ауыҙынан башына тиклем тыҡты һәм ауыҙының бер яғын йыртты. Артабан ауыҙының икенсе яғын да шулай эшләне. Бының сәбәбе, ятҡан кеше иртәнсәк өйөнән сыҡҡан һәм туҙға яҙмаған хәбәрҙәр һөйләгән, ә улар күккә барып еткән". "Мосолманда алдашыуҙан һәм хыянат итеүҙән башҡа бөтә холоҡ сифаттары булыуы мөмкин. "Хәҡиҡәттә, кешеләр йыйылышында алдашыуҙың өлөшө бар". (Йәғни юҡ-бар хәбәр һөйләнеп, алдашыуға керелер). "Бер ҡасан да эшләмәгән эштәрен эшләнем тип һөйләп йөрөүсе - икеләтә алдаҡсы. Шик-шөбһәләрҙән һаҡланығыҙ. Улар - иң ялған һүҙҙәр. Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Аллаһ өс кеше менән һөйләшмәйәсәк" тигән һәм улар араһында алдаҡсыны етәксене лә әйтеп үткән. |