3-сө ҙур гонаһ
← 4-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ | 5-се ҙур гонаһ → |
3-сө ҙур гонаһ — сихырсылыҡ. Сихырсылыҡ - ул Аллаһтан баш тартыуүҙгәртергәСихырсының иманһыҙ булыуына шик юҡ. Ҡөрьәндә әйтелә: "Шайтандар кафыр булды. Улар һарут менән Марут исемле ике фәрештәгә индерелгән сихырҙарҙы Бабил илендәге кешеләргә өйрәтте" (Баҡара, 102). Шайтан, кешеләрҙе сихырсылыҡҡа өйрәтеп, бер генә маҡсатты күҙ уңында тота - Аллаһтан баш тартыуҙы ҡаҙаныу. Бөйөк Аллаһ һарут һәм Марут фәрештәләре тураһында былай ти: "Сөләймәндең хөкөмдарлыгы ваҡытында улар шайтандарҙың ялғандарына эйәрҙе. Сөләймән кафыр түгел ине. Әммә шайтандар кафыр булды. Сөнки улар һарут менән Марут исемле ике фәрештәгә индерелгән сихырҙарҙы Бабил илендәге кешеләргә өйрәтте. Гәрсә, был ике фәрештә бөтөн кешегә: "Беҙ бары тик кешеләрҙе вәсүәсәгә һалып һынау өсөн төшөрөлдөк, һак булығыҙ, яңылышып, беҙҙән сихыр өйрәнеп, кафыр була күрмәгеҙ", - тип киҫәтеүҙән башка һис кемгә сихыр өйрәтмәне. Кешеләр ошо ике фәрештәнән ир менән ҡатын араһын боҙа торған сихырҙар өйрәнде (Баҡара, 102). Беҙҙең көндәрҙә лә ошо юл буйлап барыусы кешеләрҙе күрергә мөмкин. Үҙҙәре шөғөлләнгән нәмәне улар тик харам тип кенә уйлай һәм бының ысындан да ширек икәнен аңламай. Улар алхимияны өйрәнергә һәм ҡулланырға тырыша. Кемдеңдер туйын боҙор өсөн, йә ир ҡатынын яратһын өсөн сихырлайҙар. Кемдер берәү икенсене яраттырырға тырыша. Былар бөтәһе лә ширек һәм аҙашыуға инә. Сихырсылыҡ өсөн язалауҙың киҫкен сараһы - үлем, сөнки сихырсылыҡ - ул Аллаһтан баш тартыу. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм) һәләкәтле ете гонаһты һанағанда, сихырсылыҡты ла иҫкә ала. Кеше үҙенең Хужаһынан - Аллаһтан ҡурҡырға тейеш һәм уның был донъялағы, шулай уҡ киләсәк тормошон боҙған дөрөҫ булмаған юлдан бармаҫҡа тейеш. Аллаһ илсеһенең былай тип әйткәне еткерелә: "Сихырсыға яза - ҡылыс менән һуғыу". Буджәлә бин Әбәдә һөйләй: "Хәлиф Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) үлерҙән бер йыл алда, беҙ: "Ир һәм ҡатын булыуына ҡарамаҫтан, сихырсыларҙы үлтерегеҙ", тип әйтелгән хат алдыҡ. Әбү Муса (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен еткерә: "Өс төркөм ожмахҡа инмәйәсәк: эскесе, туғанлыҡ бәйләнештәрен өҙгән кеше һәм сихырсының һүҙҙәренә ышанған кеше". Ибн Мәсғүдтән (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Ысынында, әпсен-төпсөн һүҙҙәре, бетеү (дини аяттар булмаған, мәҫәлән: айыу теше, арыҫлан тырнағы) һәм сихыр - ул ширек". Хәҙистә "әт-тиүәлә" һүҙе осрай. Был сихырҙың бер төрө һәм уны ир ҡатынын яратһын өсөн башҡаралар. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: үкенескә күрә, өммәттең күп өлөшө наҙан. Күптәр ҙур гонаһтарҙы, бер нисәүһен иҫәпкә алмағанда, белмәгән кеүек, уларҙы башҡарған өсөн ҡаты язалар булырын да белмәй, шуға күрә беҙ был теманы бер аҙ асыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Ғалимдар был проблеманы сисергә, Аллаһ биргән белемдәренә таянып, белмәгәндәргә был ғилемдәргә эйә булырға булышлыҡ итергә, шуның менән бергә уларҙы ҡабаландырмай һәм белмәүҙә шелтәләмәй генә ярҙам итергә тейеш. Миҫал итеп иманһыҙлыҡ хөкөм иткән илдәрҙә йәшәүсе иманһыҙ грузин һәм төрөктәрҙе (Имам Ҙәхэби Шам илендә, Дийәрбаҡыр ҡалаһында һижри буйынса 663-748 йылдарҙа йәшәгән. Шуға ла был китабында төрөктәр тураһында "иманһыҙҙар" тип атап киткән) килтерергә мөмкин. Уларҙың әсирлеккә төшөүе һәм мосолман илдәренә килтерелеүе ихтимал һәм бында улар иманһыҙлыҡтан баш тартыр. Мәҫәлән, уларҙы хеҙмәт өсөн кәрәкле белемдәре булмаған ниндәйҙер бай төрөк һатып алыр. Был ҡол бөтә көсө менән шәһаҙәт һүҙҙәрен әйтергә тырышасаҡ, һәм, әгәр бер нисә көндән һуң ул был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын белһә, был уның өсөн етер. Артабан ул ҡайһы берҙә ҡалдырһа ла намаҙ ҡыла башлар. Әгәр уның хужаһы тәҡүәле булһа, ул уға "Фатиха" сүрәһен өйрәтәсәк. Ә әгәр ҙә ул тәҡүәһеҙ йәки имандан йыраҡ булһа, кем был меҫкенгә ислам нигеҙҙәрен өйрәтер, уға гонаһтар, кешенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһындағы бурыстары һәм Уға хеҙмәт итеү кәрәклеге тураһында кем аңлатыр? Гонаһтарҙың һәләкәте тураһында белем алған һәм уны ҡылыуҙан тотолоп ҡалған, мотлаҡ эшләргә кәрәкле ғәмәлдәр (фарыз) тураһында ғилем алған һәм уларҙы үтәгән кеше бәхетле. Ләкин ундайҙар һирәк осрай. Ә был ғилемде Аллаһтың ниғмәте кеүек алған кеше Уға рәхмәттәр уҡырға тейеш. "Был кеше үҙе ғәйепле, сөнки ул нимә эшләргә тейеш икәнлеген белергә ынтылманы" тип тә әйтергә мөмкин, әлбиттә. Ләкин был дөреҫ үк түгел: "Ябай кешегә уның был белемдәргә мохтаж булыуын, уға ярҙам итеүсене табырға кәрәк икәнлеген аңлауы ҡыйын. Аллаһы Тәғәлә кешегә белем биргәнгә тиклем, унда яуаплылыҡ булмай Ләкин уны алыу менән, кеше уларҙы ҡулланыу өсөн яуаплылыҡ ала. Аллаһы Тәғәлә рәхимле һәм мәрхәмәтле. Ул: Рәсүл ебәргәнгә тиклем беҙ яза ҡылманыҡ", - ти (Исра, 15). Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер нисә сәхәбәһе Эфиопияға күсә. Улар булмаған саҡта, Пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимә эшләргә мөмкин, нимә эшләргә ярамағанын аңлатыусы белемдәр килә, ә уларға был тик бер нисә айҙан һуң ғына еткерелә. Был белемдәр уларға еткерелгәнсе, улар ярлыҡана, йәғни уларҙы аҡларлыҡ сәбәбе булған. Был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланыла: кеше дини белемдәрҙе белмәһә, ул ярлыҡана. Аллаһы Тәғәлә яҡшыраҡ белә. |