48-се ҙур гонаһ
← 47-сө ҙур гонаһ | 76 ҙур гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
49-се ҙур гонаһ → |
48-се ҙур гонаһ— золом ҡылыу һәм яуызлыҡ Золом ҡылыу һәм яуызлыҡүҙгәртергәАллаһы Тәғәлә әйткән: “Кешене золом ҡылған, донъяла саманан тыш яуызлыҡ эшләгән кешеләргә – ҡаты ғазап!” (Шура, 42). Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Хәҡиҡәттә, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә баҫалҡы булығыҙ, бер-берегеҙҙе йәберләмәгеҙ һәм бер-берегеҙ алдында ҡупаймағыҙ,тип бойорҙо”,- тигән. Шулай уҡ: “Әгәр ҙә бер тау икенсеһен йәберләһә, Аллаһы Тәғәлә золомлоҡ ҡылған тауҙы емерер ине”. “Кешеләрҙе кәмһетеүҙән һәм туғандар менән мөнәсәбәтте өҙөүҙән башҡа гонаһтың язалары Ҡиәмәт көнөндә лә һәм оҙаҡҡа һуҙылмай был донъяла ла булыр”, - тип әйтелә. Ибн Мәсғүд (раҙыйаллаһу ғәнһү) еткерә: “Мәлик ар- Рахаүи әйткән: “Эй, Аллаһ Илсеһе! Миңә хатта һин күрмәгән ниғмәттәр бирелгән һәм кемдеңдер аяҡ кейеменең бауы минеке кеүек булһа ла миңә оҡшамай. Был тәкәбберлектең билдәһе буламы?” Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Тәкәбберлек – ул дөрөҫлөктө инҡар итеп, үҙеңде ололау һәм башҡаларға нәфрәт менән ҡарау”. (үҙеңде өҫтөн күреү сәбәпле башҡаларҙы кәмһетеү). Ысынында, Аллаһы Тәғәлә тәкәбберлеге арҡаһында ергә Ҡарунды йоторға ҡуша. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Бер ҡатын бесәйҙе бикләп тотҡаны, уға ашарға, эсергә бирмәй, үлем хәленә еткергәне өсөн, тамуҡҡа эләгеп яза ала”. Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) еткерә: “Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тере йәндәргә ҡоралын төбәүселәрҙе ҡарғаған”. Әбү Мәғсүд һөйләй: “Бер көндө мин ҡоломдо сыбыртҡы менән туҡманым. Был ваҡытта мин кемдеңдер тауышын ишеттем, ләкин үҙемдең асыуым арҡаһында, уға иғтибар итмәнем.Теге кеше яҡынлашҡас, мин уның Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) икәнен танып ҡалдым. Ул: “Ысынында,һин үҙеңдең ҡолоңдан көслөрәк булған кеүек, Аллаһ та һинән көслөрәк”, - тине”. Бынан һуң Әбү Мәсғүд: “Ошонан һуң мин бер ҡасан да ҡоломдо туҡмаманым”, - тип әйтә. Икенсе бер риүәйәттә Әбү Мәсғүд: “Уның бөйөклөгөнән минең ҡулымдан сыбыртҡы төшөп китте”, - тип әйтә. Башҡа бер риүәйәттә: “Эй, Аллаһ Илсеһе! Хәҙерҙән ул Аллаһ ризалығы өсөн ирекле”, - тип әйтелә. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) быға: “Әгәр һин икенсе төрлө эшләһәң, утҡа эләгер инең”, - тигән. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тине: “Эшен эшләмәгән өсөн үҙенең ҡолон туҡмаусы һәм язалаусының кәффәрәте - был ҡолдо иреккә ебәреү”. “Ысынында, Аллаһ Тәғәлә был донъяла башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡлаған кешеләрҙе язалаясаҡ”. “Кемгәлер тамға һалған кешене Аллаһ ҡәһәрләһен”. Икенсе бер хәҙистә: “Үлтереү ярамаған кешене аңлы рәүештә үлтергән кеше йәннәткә кермәҫ, уның еҫе 150 йыл арауығында һиҙелеп торһа ла”. |