Байрам турамаһы
Ингредиенттар
үҙгәртергә- 1 иретелгән сыр
- 1 маринадланған ҡыяр
- 100 г бешкән тауыҡ ите
- 1 банка маринадлы шампиньон
- 1 баш һуған
- 1 бешкән кишер
- 3 йомортҡа
- йәшел тәмләткестәр
Әҙерләү
үҙгәртергәЙәйенке һауытҡа тәүге ҡатҡа һуған менән ҡыҙҙырылған шампиньон, маринадланған һуған (һуғанды эҫе һыуҙа бешекләп, аш һеркәһендә тотоп алырға), ҡырғыста үткәреп кишер, ваҡ итеп туралған ҡыяр, тауыҡ ите, сыр, йомортҡа һалып сығырға. Һәр ҡатты майонез менән һылап, һыуытҡысҡа ҡуйырға.