БашВики Әйтеше, 2023 йылдың ғинуары/Алтынбикә сәсәниә – Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы Ватан (Родина) ауылынан

Алтынбикә сәсәниә әйткәне, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы Ватан (Родина) ауылынан

Алтынбикә


Әс-сәләмәғәләйкүм!
БашВикигә ун һигеҙ!
Инде бәлиғ булған ул,
Ана бит ниндәй хөрмәткә
Лайыҡтар ҙа булған ул!
Ҡотлайым һине Баш Вики
Ун һигеҙ йәшең менән,
Башҡорттарҙы бар донъяға
Алып сығыуың менән!
Ун һигеҙ йәшеңде ҡотлап
Алып килдем Әкиәт,
Юғарылағы йыйында
Мин дә булыуҙа хикмәт!
Әҙәбиәт йылы тигән
Ун бишенсе йыл ине,
Айҙар Байыҡ бәйгеһенә
Йомғаҡлау бара ине,
Ул Салауат йыйынының
Альбомы ла бар миндә,
Ҡарап алып иҫләр өсөн
Һылтанма ҡуям инде.
Хәҙер ҡарап аптырайым,
Нисек сығып киткәнмен,
Бер үҙем бит Ғафуриҙән
Бик йыраҡҡа киткәнмен...
Шунда мин сәсәндәр менән
Бер ҡорҙа ултырғайным,
Айҙар Байыҡ бәйгеһендә
Икенсе урын алғайным.
Әхмәт ағай иҫән ине,
Уны мин тәүләп күрҙем,
Күп интернет дуҫтарыма
Күрешергә ҡул бирҙем.
Алтынбикә ҡушаматын
Шул бәйгелә алдым мин,
Һәм ошо ҡушаматымда
Сәсән булып ҡалдым мин.
Алтынбикә


23 ғинуар


Алтынбикә


БашВикилә Әйтеш бара,
Сәсәндәре майҙанда,
Йыйыла һалығыҙ дуҫтар
Әйтеште алҡышларға!


24 ғинуар


Алтынбикә


Айҙар Байыҡ әйтешенән
Китап та сығарғайным,

  • Халыҡ ынйылары* тиеп

Китабым атағайным.
Был китапта сәсән затлы
Утыҙ кеше әйтеше,
Биш йөҙ ҙә алтмыш ете бит,
Бик тә тос ижад эше!
Сәсәнлек тигән ижадты
Сын күңелдән яраттым,
Ул китапты почта аша
Сәсәндәргә тараттым,
Был китаптың исем туйын
Үткәрҙек беҙ Ватанда,
Мөнир һәм Гөлгенә ҡатнашты
Ошо китап туйында.


24 ғинуар


Алтынбикә


Шулай уҡ мин БашВикиҙең
Бәйгеһендә сапҡайным,
Балаларҙың ижадтарын
Дәреслеккә һалғайным,

  • Ҡышҡы йәйғор* бәйгеһенең

Емештәре ул улар,
Викидәреслек тип әйткән
Бүлмәлә һаҡланалар.


24 ғинуар


Ҡыпсаҡ хан Алтынбикәгә


БашВикиҙең ҡулдарынан,
Мин дә алғайным бүләк.
Тирләп-бешеп сәйҙәр эстем,
Балы тәмле бигерәк.


24 ғинуар


Алтынбикә


Үҙем менән таныштырҙым
Ҡотлауға ла күсәйем,
Алып килгән бүләгемдең
Сәсән бауын сисәйем.

ВИКИ БАТШАЛЫҒЫ
(Замана әкиәте)

Боронғонан төҙөлмәгән
Күрер күҙгә күренмәгән,
Тотоп ҡарап беленмәгән
Бар икән бер батшалыҡ..
Бик күп ти унда халыҡ.
Башҡорт батшалығы ти,
Бар һүҙҙәр башҡортса ти,
Төҙөйҙөр ти ирекмәндәр
Бер тин хаҡ алмайса ти.
Улар батшалыҡты төҙөй
Булһын тиеп халҡына,
Үҙ милләтен яратыуы
Һәм һөйөүе хаҡына.
Был башҡорт батшалығында
Ҡәлғәләр бик күп икән,
Һәр ҡәлғәнең баш кешеһе
Башлыҡ, вәзир бар икән.
Был илдә Башҡорт һүҙҙәре,
Башҡорт рухы хужа ти,
Бер ҡәлғәнең баш кешеһе
Хан - Нур Башы була ти.
Хандар , вәзирҙәр янында
Күп икән һылыу ҡыҙҙар,
Ҡулдарына ҡәләм тотҡан
Ҡыҙҙар – гүйә йондоҙҙар!
Ҡәләмдәренең осонан
Башҡортса һүҙҙәр тама,
Һис тиктормай тырыш ҡыҙҙар
Һаман яҙа ла яҙа.
Был батшалыҡта диуарҙар
Күтәрелгән һүҙҙәрҙән,
Уҙып киткән ти батшалыҡ
Бик күп башҡа илдәрҙән,
Кемдәр оҫта, кемдәр маһир,
Кемдәр булдыра ала,
Ҡушылығыҙ һеҙ ҙә , дуҫтар,
Һүҙҙәр батшалығына.


24 ғинуар


Нур башы Алтынбикәгә


Һай, афарин, Алтынбикә,
Һәр саҡтаса ул алда,
Тирмә ҡорған,
Ҡаҙан аҫҡан,
Ашы бешкән,
Ҡымыҙ еткән,
Шул арала китап баҫып,
Туйын үткәреп килгән,
Викиға ла йәйғор ҡойған,
Алтынбикә бииик уңған,
Бына тағы әкиәт һөйләй,
Вики йыйынын ҡотлай.


24 ғинуар


Алтынбикә Нур башына


Нур башы хан, минең тәҡдим:
-Ас һин Сәсән бүлеген!
БашВикиҙә Сәсәндәр! тип
Яҙа һалып ҡуй бөгөн!
Ана бит сәсәндәребеҙ
Саҡырыуың ишеткән
БашВикиҙе ҡотларға тип
Ашығып килеп еткән!


24 ғинуар


Нур башы Алтынбикәгә


Һай, афарин, Алтынбикә,
Кәңәшеңде тыңланым,
Гугл - докта бигрәк яйлы,
Шуда теркәй башланым,
Һәр берегеҙ уҡый ала,
Һылтанма аша инеп,
Риза булһаң тик үҙеңә,
"Мөхәррир" даны бирем. 😍


24 ғинуар


Алтынбикә Нур башына


Һай, афарин, Нур башы!
Һин - беҙҙең йөҙөк ҡашы!
Башҡортса википедия
Киләсәктең яҙмышы!
Алмабикә түгел бит мин,
Алтынбикә тинем бит,
Төҙәтеп ҡуйсы шуны,
Әле мөхәррир булырга
Ваҡытым һис тә юҡ шул.
Ҡышҡы йәйғор конкурсын
Балаларға асҡанмын,
Уның да быйыл биш йәше,
Шунда ҡайнап ятамын.(Ғафуриҙә)


24 ғинуар


Алтынбикә Нур башына


Мин бит килдем Әкиәттән
Шуғә Хан бар, Вәзир бар,
БашВики тигән был илдә
Йәшәй тиҙәр башҡорттар!
Исемем бит - Алтынбикә,
Онотмасы Нур Башы.
Ҡулыңдагы китабыңды
Асып ҡына ҡарасы.


24 ғинуар


Нурбашы Алтынбикәгә


Зинһар өсөн кисер инде,
Хата юлға баҫҡанмын,
Һинең түгел, үҙемдең дә
Исемде онотҡанмын. 😃


24 ғинуар


Алтынбикә Нурбашына


Ғәфү итәм, ғәфү итәм,
Иҫеңә бит төшөрҙөң,
Онотоу хаталыҡ түгел,
Эшең күп бит Нур башы.
Майҙан астың, оран һалдың,
Килегеҙ, тип сакырҙың,
Һорашайым,- Шарты нисек
Дуҫтарса ошо Ҡорҙоң?
Әлбиттә, дуҫтар килтерер
Тыуған көнгә бүләген,
Ә һин үҙең ҡаршыһына
Уларға ни бирәһең?
Ҡунаҡҡа килгән кешеләр
Урын - фәлән алырмы?
БашВикиҙен Батшаһынан
Гырамота булырмы?
Күнелдәре булыр ине
Ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың,
Элекке дуҫтарыбыҙҙың,
Ҡушылған яңыларҙың.
Нисә көн, йә аҙна барыр
Тыуған көндөң байрамы?
Батшалығыңда һөйләшеп
Нур башы, асыҡласы.
Мин ошонда булырмын,
Дуҫтарым саҡырырмын,
Ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн
Табынын да ҡорормон.


24 ғинуар


Ғелмиә Алтынбикәгә


Фәүзиә апай,борсолмағыҙ,
Гырамота өсөн түгҽл.
Ғафуриҙарҙы күргәс,
Шатланып китә күңҽл.
Өйрәнҽп ҡалғанбыҙҙыр
Яҙышҡанға гҽл бҽргә.
Салауат йыйынынан һуң,
Айырылманыҡ бҽр ҙә.


24 ғинуар


Алтынбикә Ғелмиәгә


Рәхмәт һиңә Ғелмиә,
Күп йөрөнөк шул бергә,
Хәҙер сәсән булып алдыҡ,
Айырылмабыҙ бер ҙә!


24 ғинуар