БашВики Әйтеше, 2023 йылдың ғинуары

БашВики Әйтеше, 2023 йылдың ғинуары — Башҡорт Википедияһына 18 йәш тулыу айҡанлы Бәйләнештә селтәрендә ойошторолған сәсәндәр Әйтеше. Ойоштороусыһы — Башҡорт Википедияһының хакимы Рөстәм Нурыев — Нур башы сәсән. Әйтештең алып барыусыһы — Фәүзиә Ҡотлогилдина, Атлынбикә сәсәниә. Әйтеш башланыу ваҡыты — 2023 йылдың 23 ғинуары, тамамаланыу ваҡыты — ...

Бәйләнештә селтерендә Әйтеш бите — https://vk.com/wall168174762_4266.

Шунда туҡталдым - Рима Рафикова Әссәләмәғәләйкүм, ҡәләмдәш дуҫтар!

Әйтештә ҡатнашыусылар

Исемлекте Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә төҙөнө, 3.02.2023.

  1. Нур башы сәсән – Рөстәм Нурыев, Өфө ҡалаһының Калинин районы Фәйҙер (Федоровка) ауылынан
  2. Алтынбикә сәсәниә – Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы Ватан (Родина) ауылынан
  3. Шаһзада сәсәниә – Шәһүрә Асҡарова, Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан
  4. Ҡыпсаҡ хан сәсән – Хәйҙәр Көмөшбаев, Баймаҡ ҡалаһынан
  5. Шәмсибикә сәсәниә – Рима Рафиҡова, Ғафури районы Юлыҡ ауылынан
  6. Өмөтбикә сәсәниә – Гүзәл Әхмәҙиева, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан
  7. Ғелмиә сәсәниә – Рәйлә Хисмәтуллина, Силәбҽ өлкәһҽ, Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылынан
  8. Таулыбикә сәсәниә – Айгөл Муллағәләмова, Межгорье ҡалаһынан
  9. Наҙлыҡай сәсәниә – Гөлнас Моратова, Стәрлебаш районыҠабыҡҡыуыш ауылынан
  10. Иҫәнбикә сәсәниә – Рәйсә Иҫәнбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан
  11. Гөлбикә сәсәниә – Гөлнара Ғибәҙуллина, Әбйәлил районы Асҡар ауылынан
  12. Бөркөт сәсән – Ҡотдос Вәхитов, Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылынан
  13. Көнбикә сәсәниә – Лилиә Минияҙова, Ғафури районы Яугилде ауылынан
  14. Сәскә сәсәниә – Гөлсәсәк Үзбәкова, Ырымбур ҡалаһынан
  15. Сәскәбикә сәсәниә – Гөлсәсәк Зайнуллина, Әбйәлил районы Красная Башкирия ҡасабаһынан
  16. Мәликә сәсәниә – Флүрә Йомағужина, Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан
  17. Тәңкәбикә сәсәниә – Гөлиә Көмөшбаева, Ишембай районы Маҡар ауылынан
  18. Маянһылыу сәсәниә – Фәниә Сатучина, Салауат ҡалаһынан
  19. Яйыҡбикә сәсәниә – Фәнүзә Зөлҡәрнәйева, Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһынан
  20. Бәндәбикә сәсәниә – Илсиә Ҡасимова, Әбйәлил районы Хәмит ауылынан
  21. Илбикә сәсәниә – Рәмзиә Монасипова, Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан
  22. Ел ҡойоһо сәсән – Зилфир Әбйәлилов, Өфө ҡалаһынан
  23. Бибикамал сәсәниә – Фатима Һибәтова, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан
  24. Йомабикә сәсәниә – Сафина Рамазанова, Әбйәлил районы Байым ауылынан
  25. Миңлебикә сәсәниә – Рәсимә Сәйетғәлина, Биләрит районы Инйәр ҡасабаһынан
  26. Тырышбикә сәсәниә – Лена Фазылова, Мәсетле районы Йыланыш ауылынан
  27. Нурлыбикә сәсәниә – Минзәлә Шөғәйепова, Учалы районы Ураҙ ауылынан
  28. Аҡҡош сәсәниә – Минзара Акушева, Орск ҡалаһынан
  29. Сибайҡашҡа сәсән – Мансур Рәхимғолов, Сибай ҡалаһынан
  30. Айытҡужа сәсән – Әкрәм Ҡәйепҡолов, Баймаҡ районы 2 – се Этҡол ауылынан
  31. Аҡһак кейек сәсән – Ғүмәр Ғайсин, Дондағы Ростов өлкәһе Аҡсай районы Рассвет ҡасабаһынан
  32. Шеш сәсән – Дауыт Амангилдин, Ырымбур ҡалаһынан


Әйтеш йөкмәткеһе

Нур башы сәсән әйткәне, Рөстәм Нурыев, Өфө ҡалаһының Калинин районы Фәйҙер (Федоровка) ауылынан

Шаһзада сәсәниә әйткәне, Шәһүрә Асҡарова, Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан

* * *


Сәсән ағай, апайҙар,,
һеҙгә сәләм ебәрәм.
Мөмкин булһа, арағыҙға,
керергә хыялланам!😍
Ҡотло булһын яңы ярыш,
килтерһен ул асыштар.
Яңы килгән кешеләрҙә,
ихласлап ҡатнашһындар!


24 ғинуар


Нур башы Шаһзадаға


Яңы килгән кешеләр ҙә,
Ихласлап ҡатнашһындар!
Рөхсәт һорап тормайса ла,
Телмәрен башлаһындар.
Ирекле беҙҙә батшалыҡ,
Батша, ханы юҡ, хатта,
Үҙаллы йәшәй халыҡ,
Һәм халҡын алға тарта.

Рәхим ит, һин, Шаһзада,
БашВики тигән баҡсаға,
Тартырмайса алға үт,
Сәсән бауыңды ла һүт.
Һүҙеңде әйт ихласлап,
Бәйге лә шундай талап,
Башҡорт телен үҫтерергә,
Тағы нимәләр кәрәк?


24 ғинуар


Ҡыпсаҡ хан Нур башыға:


БашВикиҙең ҡапҡаһын,
Бар ғаләмгә асҡанһың.
Ҡаҙаныңды аҫҡанһың,
Усаҡҡа ут яҡҡанһың.
БашВикилә баш ханһың,
Ир ҡоронан ашҡанһың.
Илеңдә һин ҡашҡаһың,
Милләтеңдә Шаҡманһың.


24 ғинуар


Ҡыпсаҡ хан сәсән әйткәне, Хәйҙәр Көмөшбаев, Баймаҡ ҡалаһынан

Шәмсибикә сәсәниә әйткәне, Рима Рафиҡова, Ғафури районы Юлыҡ ауылынан

Өмөтбикә сәсәниә әйткәне, Гүзәл Әхмәҙиева, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан

Өмәтбикә


Һай, Афарин! Афарин!
Сәсәндәр, сәсәниәләр!
БашВикинҽң ун һигҽҙҽ
Тулыу көнө хөрмәтҽнә,
Әйтҽш майҙандары асып,
Тирә- юнгә нурҙар сәсҽп,
Байрам итҽп яталар!
Эштәрҽбҽҙ уң булһын,
Бҽргә һәм бҽрҙәм булһын,
Балаларыбыҙ мҽнән дә
Үҙ тҽлҽбҽҙҙә һөйләшҽп,
Тҽүәллҽктә, иҫәнлҽктә
Имҽн йәшәрлҽк булһын.
Әйткән һүҙҙәрҽбҽҙ уҡ,
Ҡанаттар ныҡлы булһын!
Бәлә- ҡазалары бҽҙҙҽ
Һәр ваҡыт урап үтһҽн!
Һуғыш уттары туҡтаһын,
Күгҽбҽҙ аяҙ булһын!


24 ғинуар


Өмөтбикә


Һүҙҙәр батшалығына сәйәхәт.
( әкиәт)
Өмөтбикә сәсәниә,
Һүҙҙәр кәрәҙҽ тултырған
Күстәнәс тоғон асҡан да,
Ҡайҙа китҽп юғалған?
Бҽр кҽмдә эҙләмәгән!
Һөйләп бирәйҽммҽ Һҽҙгә?
-Саф, таҙа башҡорт тҽлҽнән
Төҙөлгән ҙур батшалыҡтың
Ишҽгҽнән инҽп китҽп,
Әкиәти донъялыҡта
Мөғжизәгә юлыҡҡан!
Ул батшалыҡ тирә- яҡҡа
Алтын нурҙарын һибҽп,
Ялтырап тора икән,
Ул батшалыҡтың исҽмҽ
Ябай түгҽл, яңғыраулы
Википҽдия икән!
Иҫҽң китҽрлҽк мөғжизә
Күргән унда Өмөтбикә:-
-Ул баш хәрҽф, ул һуҙынҡы,
Ул тартыңҡы, ул һаңғырау,
Ул яңғырау, ул исҽмдәр,
Ул ҡылымдар, ул ялғауҙар,
Ул киҫәксә, ул билдәләр...
Саф алтын нурҙарын һибҽп,
Тәртип мҽнән тҽҙҽлгән.
-БАШВИКИнҽң Баш Ханы нҽй,
Ун һигҽҙ йәшҽ түлғас нҽй,
Егҽт ҡорона тулған да
Тажын кҽйҽп алған булып,
Рәхәт донъяға сумған!
Эй, ҡотлайҙар БашВикинҽ
Һүҙҙәр тҽҙмәһҽ мҽнән,
Нҽй алып, нҽй бирҽрҽн дә
Бҽлмәй китәләр үҙҙәрҽ,
Ханға ярауы анһатмы
Бынауындай замандарҙа,
БашВикибҽҙ, ВикиДан!
Мин дә ҡотлап сыҡҡан булдым,
Саф, ихлас күңҽлҽмдән
Һүҙҙәр кәрәҙҽм мҽнән!
Аҙашмайса килҽп сыҡтым,
БашВикинҽң мөғжизәлҽ
Алтын нурҙар һибҽп торған,
Әкиәт донъяһынан!
Үҙҽм бирҽ тороп ҡалдым,
Әкиәтҽм дә тамам...


24 ғинуар

Ғелмиә сәсәниә әйткәне, Рәйлә Хисмәтуллина, Силәбҽ өлкәһҽ, Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылынан

Таулыбикә сәсәниә әйткәне, Айгөл Муллағәләмова, Межгорье ҡалаһынан

Наҙлыҡай сәсәниә әйткәне, Гөлнас Моратова, Стәрлебаш районыҠабыҡҡыуыш ауылынан

Иҫәнбикә сәсәниә әйткәне, Рәйсә Иҫәнбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан

Гөлбикә сәсәниә әйткәне, Гөлнара Ғибәҙуллина, Әбйәлил районы Асҡар ауылынан

Бөркөт сәсән әйткәне, Ҡотдос Вәхитов, Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылынан

Көнбикә сәсәниә әйткәне, Лилиә Минияҙова, Ғафури районы Яугилде ауылынан

Сәскә сәсәниә әйткәне, Гөлсәсәк Үзбәкова, Ырымбур ҡалаһынан

Сәскәбикә сәсәниә әйткәне, Гөлсәсәк Зайнуллина, Әбйәлил районы Красная Башкирия ҡасабаһынан

Мәликә сәсәниә әйткәне, Флүрә Йомағужина, Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан

Тәңкәбикә сәсәниә әйткәне, Гөлиә Көмөшбаева, Ишембай районы Маҡар ауылынан

Маянһылыу сәсәниә әйткәне, Фәниә Сатучина, Салауат ҡалаһынан

Яйыҡбикә сәсәниә әйткәне, Фәнүзә Зөлҡәрнәйева, Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһынан

Бәндәбикә сәсәниә әйткәне, Илсиә Ҡасимова, Әбйәлил районы Хәмит ауылынан

Илбикә сәсәниә әйткәне, Рәмзиә Монасипова, Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан

Ел ҡойоһо сәсән әйткәне, Зилфир Әбйәлилов, Өфө ҡалаһынан

Бибикамал сәсәниә әйткәне, Фатима Һибәтова, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан

Йомабикә сәсәниә әйткәне, Сафина Рамазанова, Әбйәлил районы Байым ауылынан

Йомабикә:


 Сәсәндәрҙкң оранын
Бөгөн генә ишеттем
Ошо ҡороғоҙға мин дә
Инергә йөръәт иттем
Әбйәлилдән мин үҙем
Ырыу - арам күбәләк
Күбәләктәй етеҙбеҙ беҙ
Тик түгелбеҙ елбәҙәк.
Һәр эштә лә әбйәлилдәр
Мах бирә торған түгел.
Еңеүгә ынтылып тора
Сәмләнеп китһә күңел.
Ятып ҡалғансы ,атып ҡал,
Булыр минең маҡсатым.
Әйтергә теләгәнемде
Әйтермен мин таснатып.
Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев
Сәсәндең мин вариҫы
Сәсәнлегенән бер өлөш
Ҡалған миңә мираҫы
Әлбиттә,мин олатамдай
Бөйөклөккә еталмам.
Тик шулай ҙа әйтер һүҙем
Әйтмәйенсә түҙалмам.
Телде нисек һаҡлап ҡалыу
Ине әйтеш темаһы
Инде күпме әйтешәбеҙ
Була күрһен файҙаһы
Дөрөҫ тәрбиә бирелһә
Балаларға өйөндә
Йырлап - бейеп үҫһә улар
Ҡурай ,гармун көйөнә
Уҡып үҫһәләр балалар
Башҡорт әҙәбиәтен
Ҡәҙерләргә өйрәнһәләр
Тыуған яҡ тәбиғәтен.
Ситкә китеп,үҙ теленән
Оялып тормаһалар.
Йәштәребеҙ сит - ят менән
Ғаилә ҡормаһалар..
Шул саҡта юғалмаҫ телем ,
Юҡҡа сыҡмаҫ милләтем.
Үҙ илендә хужа булып
Башҡорт йәшәр гөрләтеп ...


26 ғинуар

Алтынбикә Йомабикәгә:


Әйҙә, Сәфинә, ут тургә
Һуңламаның һин бер ҙа,
БашВикинең ун һигеҙен
Байрам итәйек бергә.
Әйткәндәрең бик дөрөҫ,
Йәштәр аңлаһын ине,
Үҙебеҙсә, саф башҡортса
Ғаилә ҡорһон ине!


27 ғинуар

Йомабикә Алтынбикәгә:


Шөкөр ,килендәрем өсәү
Өсөһө лә башҡорттан
Ҡалала йәшәһәләр ҙә
Әйләнмәгән маңҡортҡа
Ейән ейәнсәрҙәрем дә
Оләсәй ,тип өндәшә
Йырҙай яғымлы был һүҙҙәр
Йәнгә йылы өләшә
Үҙ телеңә булған һөйөү
Ғаиләлә башлана.
Үҙең үрнәк булманиһәң
Балаға нимә ҡала.
Башвикинең тыуған көнө
Бөгөн ул бәлиғ булған
Шул уңайҙан уны ҡотлап
Ҡунаҡтар килеп тулған.
Йәшлегенең гүзәл мәле
Арымай - талмай эшләр
Уңыштар теләйем уға
Гөрләп барһындар эштәр.
Аҡыл туплап,ғилем эстәп
Йәшәһен ул йөҙгәсә!
Башҡорт телен күтәрһен ул
Иң юғары үргәсә !!!


27 ғинуар

Бибикамал Йомабикәгә:


Башвики-ул шундай күркәм,
Һинән минән талантлы.
Башҡорт илен,ғәзиз халҡын
Ҡитғаларға танытты


27 ғинуар

Йомабикә Бибикамалға


Тырышмаһа,ошо йәшкә
Килеп еталмаҫ ине
Беҙҙең кеүек ябай халыҡ
Унда ултырмай инде.
Тарихсылар, телселәр,
Юғары белемлеләр
Тоталыр, тим, Викине
Һаҡлвр өсөн телемде
Ә беҙ инде был диңгеҙгә
Ҡойған кескәй инештер
Тамсы ла бит тама тама
Ташты тишә,имештер.


27 ғинуар

Өмөтбикә Йомабикәгә


Бик дөрөҫ әйтәң Сәфинә
Тамсы тама, тама, тама
Ташты тишә, имҽштҽр,
БашВикибҽҙ Аллаһ бирһә
Йөҙ, икҽ йөҙ...йыллығын да
Туйлау бәхҽтҽнә ирҽшһҽн!
Ун һигҽҙ йәшлҽк сағында
Шундай сәсәндәр әйтҽштә
Ҡатнашыуын иҫкә алып,
Тарих битҽнә уйылған,
Ташҡа баҫылған яҙманы
Уҡыһындар имҽштҽр!


28 ғинуар


Миңлебикә сәсәниә әйткәне, Рәсимә Сәйетғәлина, Биләрит районы Инйәр ҡасабаһынан

Тырышбикә сәсәниә әйткәне, Лена Фазылова, Мәсетле районы Йыланыш ауылынан

Нурлыбикә сәсәниә әйткәне, Минзәлә Шөғәйепова, Учалы районы Ураҙ ауылынан

Аҡҡош сәсәниә әйткәне, Минзара Акушева, Орск ҡалаһынан

Сибайҡашҡа сәсән әйткәне, Мансур Рәхимғолов, Сибай ҡалаһынан

Айытҡужа сәсән әйткәне, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Баймаҡ районы 2 әйткәне, се Этҡол ауылынан

Аҡһак кейек сәсән әйткәне, Ғүмәр Ғайсин, Дондағы Ростов өлкәһе Аҡсай районы Рассвет ҡасабаһынан

Шеш сәсән әйткәне, Дауыт Амангилдин, Ырымбур ҡалаһынан