БашВики Әйтеше, 2023 йылдың ғинуары/Шаһзада сәсәниә – Шәһүрә Асҡарова, Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан


Шаһзада сәсәниә әйткәне, Шәһүрә Асҡарова, Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан

* * *


Сәсән ағай, апайҙар,,
һеҙгә сәләм ебәрәм.
Мөмкин булһа, арағыҙға,
керергә хыялланам!😍
Ҡотло булһын яңы ярыш,
килтерһен ул асыштар.
Яңы килгән кешеләрҙә,
ихласлап ҡатнашһындар!


24 ғинуар


Нур башы Шаһзадаға


Яңы килгән кешеләр ҙә,
Ихласлап ҡатнашһындар!
Рөхсәт һорап тормайса ла,
Телмәрен башлаһындар.
Ирекле беҙҙә батшалыҡ,
Батша, ханы юҡ, хатта,
Үҙаллы йәшәй халыҡ,
Һәм халҡын алға тарта.

Рәхим ит, һин, Шаһзада,
БашВики тигән баҡсаға,
Тартырмайса алға үт,
Сәсән бауыңды ла һүт.
Һүҙеңде әйт ихласлап,
Бәйге лә шундай талап,
Башҡорт телен үҫтерергә,
Тағы нимәләр кәрәк?


24 ғинуар


Ҡыпсаҡ хан Нур башыға:


БашВикиҙең ҡапҡаһын,
Бар ғаләмгә асҡанһың.
Ҡаҙаныңды аҫҡанһың,
Усаҡҡа ут яҡҡанһың.
БашВикилә баш ханһың,
Ир ҡоронан ашҡанһың.
Илеңдә һин ҡашҡаһың,
Милләтеңдә Шаҡманһың.


24 ғинуар


Ҡыпсаҡ хан сәсән әйткәне, Хәйҙәр Көмөшбаев, Баймаҡ ҡалаһынан

Шәмсибикә сәсәниә әйткәне, Рима Рафиҡова, Ғафури районы Юлыҡ ауылынан

Өмөтбикә сәсәниә әйткәне, Гүзәл Әхмәҙиева, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан

Өмәтбикә


Һай, Афарин! Афарин!
Сәсәндәр, сәсәниәләр!
БашВикинҽң ун һигҽҙҽ
Тулыу көнө хөрмәтҽнә,
Әйтҽш майҙандары асып,
Тирә- юнгә нурҙар сәсҽп,
Байрам итҽп яталар!
Эштәрҽбҽҙ уң булһын,
Бҽргә һәм бҽрҙәм булһын,
Балаларыбыҙ мҽнән дә
Үҙ тҽлҽбҽҙҙә һөйләшҽп,
Тҽүәллҽктә, иҫәнлҽктә
Имҽн йәшәрлҽк булһын.
Әйткән һүҙҙәрҽбҽҙ уҡ,
Ҡанаттар ныҡлы булһын!
Бәлә- ҡазалары бҽҙҙҽ
Һәр ваҡыт урап үтһҽн!
Һуғыш уттары туҡтаһын,
Күгҽбҽҙ аяҙ булһын!


24 ғинуар


Өмөтбикә


Һүҙҙәр батшалығына сәйәхәт.
( әкиәт)
Өмөтбикә сәсәниә,
Һүҙҙәр кәрәҙҽ тултырған
Күстәнәс тоғон асҡан да,
Ҡайҙа китҽп юғалған?
Бҽр кҽмдә эҙләмәгән!
Һөйләп бирәйҽммҽ Һҽҙгә?
-Саф, таҙа башҡорт тҽлҽнән
Төҙөлгән ҙур батшалыҡтың
Ишҽгҽнән инҽп китҽп,
Әкиәти донъялыҡта
Мөғжизәгә юлыҡҡан!
Ул батшалыҡ тирә- яҡҡа
Алтын нурҙарын һибҽп,
Ялтырап тора икән,
Ул батшалыҡтың исҽмҽ
Ябай түгҽл, яңғыраулы
Википҽдия икән!
Иҫҽң китҽрлҽк мөғжизә
Күргән унда Өмөтбикә:-
-Ул баш хәрҽф, ул һуҙынҡы,
Ул тартыңҡы, ул һаңғырау,
Ул яңғырау, ул исҽмдәр,
Ул ҡылымдар, ул ялғауҙар,
Ул киҫәксә, ул билдәләр...
Саф алтын нурҙарын һибҽп,
Тәртип мҽнән тҽҙҽлгән.
-БАШВИКИнҽң Баш Ханы нҽй,
Ун һигҽҙ йәшҽ түлғас нҽй,
Егҽт ҡорона тулған да
Тажын кҽйҽп алған булып,
Рәхәт донъяға сумған!
Эй, ҡотлайҙар БашВикинҽ
Һүҙҙәр тҽҙмәһҽ мҽнән,
Нҽй алып, нҽй бирҽрҽн дә
Бҽлмәй китәләр үҙҙәрҽ,
Ханға ярауы анһатмы
Бынауындай замандарҙа,
БашВикибҽҙ, ВикиДан!
Мин дә ҡотлап сыҡҡан булдым,
Саф, ихлас күңҽлҽмдән
Һүҙҙәр кәрәҙҽм мҽнән!
Аҙашмайса килҽп сыҡтым,
БашВикинҽң мөғжизәлҽ
Алтын нурҙар һибҽп торған,
Әкиәт донъяһынан!
Үҙҽм бирҽ тороп ҡалдым,
Әкиәтҽм дә тамам...


24 ғинуар