Башҡорт этнонимдары һәм топонимдарының мәғәнәһе
Ҡайһы бер башҡорт ырыу һәм ер-һыу атамаларының мәғәнәһе тураһында
үҙгәртергәБоронғо ҡәбиләләрҙең этник сығышын, археологик мәғлүмәттәрҙән башҡа, ниндәй телгә ҡарағанын күрһәткән этноним һәм топонимдар атамалары ярҙамында ла аңлатып була.
Бер тикшеренеүсе лә, этноним менән топонимдарҙың мәғәнәһен (семантикаһын) тулыһынса астым, тип раҫлай алмай. Сөнки ул атамалар бик борондан килгән һәм башҡа тел системалары менән ҡатнашыу һәм йотолоу (ассимиляция) процесында үҙгәргән һәм киҫелешкән.
Ҡайһы бер миҫалдарҙы ҡарап үтәйек:
1. Башҡорт этнонимы тураһында. Ҡулъяҙма хәлдәге хеҙмәтендә уны бүре тотемынан сығып аңлатыу дөрөҫ түгел тигән фекер әйткән ғалим.
Беҙ ҡор—ҡорт—башҡорт этнонимын берләштереүсе юлбашсы етәкләгән ырыу-ҡәбилә төркөмө тип фаразлайбыҙ.
Әгәр ҙә беҙ боронғо төрөк теленә мөрәжәғәт итһәк, КҮР (КӨР) термины һүҙмә-һүҙ ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ир, ә КORti халыҡ тигәнде аңлата. Моғайын, шунан башҡорт этнонимы килеп сыҡҡандыр.
Әммә һинд-иран сығышлы терминдарҙы ентекләп өйрәнгәндән һуң, башҡорт этнонимын икенсе төрлө аңлатып булыуын белдек.
Бажкиренд тигән фарсы термины тамғасы тигәнде аңлата, сөнки тамға боронғо башҡорт ҡәбиләләренең мөһим атрибуты булған. Был һүҙ башҡорт этнонимы менән оҡшаш (идентичен).
Башгрд тигән фарсы термины ла ҡыҙыҡ, ул һунарсы тигәнде аңлата. Башгрд — башҡорт был һүҙҙәр тигеҙ тиерлек (почти тождество).
Башҡорт этнонимы тураһында тәүге мәғлүмәтте беҙ көнсығыш сәйәхәтсе-тарихсылары яҙмаларынан алабыҙ. Ә улар Көньяҡ Урал буйы ҡәбиләләренең тормошо, йолалары тураһында иран телле халыҡтарҙан ишеткән, тимәк, башҡорттарҙы күршеләре тамғасылар йә һунарсылар тип йөрөткәне аңлашыла.
Ф. Энгельс, күп осраҡта, халыҡтар үҙ исемен үҙҙәре һайламаған, ә күрше халыҡтар уларға атама биргән, тип билдәләгән.
Ҡәбилә исемдәрен аңлатыу
үҙгәртергәБашҡорт халҡының боронғо тарихын яҡтыртҡан «Янь-Ян» легендаһы тураһындағы мәҡәләлә ҡәбилә атамаларының килеп сығышы тураһында яҙҙыҡ.
С. П. Толстов һәм С. Г. Кляшторный, боронғо ҡытай һәм боронғо төрки сығанаҡтарына һылтанып, беҙҙең эраның башында Каспий буйы аландарының төньяҡ күршеләре — «Янь-Ян урман ҡәбиләләре» Урал буйында йәшәгән.
Был ғалимдарҙың фекерен XIX б. аҙағы мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, боронғо документаль сығанаҡ — «Аҡташ» шәжәрәһен өйрәнеп, алан ҡәбиләһе Бөрйән Уралда Искәндәр Зөлҡәрнәйн, сармат мәҙәниәте осоронан бирле йәшәгән тигән һығымтаға килә.
Башҡорт телсе ғалимы Ж. Кейекбаев та, Бөрйән һәм Тамъян ҡәбиләләре, моғайын, тап ошо Янь-Ян булғандыр ти. Һәм улар Хорезм дәүләттәренә йәнлек тиреһе рәүешендә яһаҡ түләгән.
XX б. 20-се йй. крайҙы өйрәнеүсе ғалимы Сәғит Мерәсов Бөрйән ҡәбиләһе — иң боронғо башҡорт ҡәбиләһе, ә С. Руденко бөрйәндәрҙе башҡорттоң төп ҡәбиләһе тип яҙған.
Шулай итеп, Бөрйән, Тамъян, Үҫәргән һәм Зорян ҡәбиләләре беҙҙең эраның башынан уҡ Көньяҡ Уралда йәшәгән.
Һәм Башҡортостандың көньяҡ, тау-урманлы райондарында, үрҙә әйтеп үтелгән ҡәбиләлрҙең тоҡомдары йәшәгән урындарҙа, -янь-ян ялғаулы топонимдәр һәм гидронимдар йыш осрай.
Ғафури районында Ләмйән тигән йылға, тау һәм ауыл бар. Шуға яҡын ерҙәрҙә — Әлйән һәм Бирйән тауҙары. Бөрйән һәм Белорет райондарында — Әүжән, Тирлән Үҙән, Үҫән, Төйлөгән. Ергән, Егән, Йүрүҙән, Шүлгән һ. б.
Шул уҡ ялғаулы ауыл атамалары — Бөрйән, Эҫән, Тамъчн, Сермән, Һөйән, Сәрмәсән, Таутөмән.
Элегерәк, 70-80 йыл элек, ошондай ялғаулы ир исемдәре лә йыш осраған — Түрйән, Әхтәрйән, Ниғмәтйән, Сабирйән, Сәлимйән, Заһирйән, Шакирйән, Мөхәмәтйән, Муллаян, Рәхимйән һ. б.
Стефан Пермский төҙөгән 1706 йылғы картала Ағиҙел һәм Өфө йылғалары үҙәндәрендә Серйән ҡәбиләһе йәшәгән район тип билдәләнгән. Әйтер кәрәк, коми халҡының Зырян, удмурттарҙың Бесермән тигән ырыу төркөмдәре булған.
Әл-Ғүмәри һәм Закарийа Казвини яҙмаларында Бөрйәндәр төньяҡ халыҡ тип билдәләнә.
Төрлө телдә һөйләшкән ҡәбиләләр даими рәүештә аралашҡанлыҡтан, бер-береһенән телен һәм мәҙәниәтен үҙләштергән. Шуның өсөн күп кенә топоним һәм гидронимдарҙың мәғәнәһен аңлатыр өсөн, Һинд-иран һәм фин-уғыр телдәренә мөрәжәғәт итергә тура килә.
«Бөрйән» этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәТермин ике өлөштән тора: — нигеҙ, -йән (душа, жан).
Осетин телендә бөр-бор (бур) — һары , фарсы телендә бур — көрән, ҡуңыр тигәнде аңлата. Бор-бур термины скиф осоронда уҡ ҡулланылған.
Курдтарҙа ҡуңыр, һоро йә әкиәти ат тигән мәғәнәгә эйә. Курдтарҙа шулай уҡ боринан — ир-ат, ата-баба, буризян — торбала уйнаусы, сигналсы.
Был сағыштырыуҙар Бөрйән этнонимының нигеҙендә кеше тигән мәғәнә ятҡанын билдәләй. Һәм был этноним аҡһаҡал йәшендәге ҡәбилә башлығына ишаралай.
«Тамъян» этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәТамъян этнонимының формаһы һәм йөкмәткеһе буйынса иң яҡын аналогы булып ир-ат йәше тигән мәғәнәләге курд термины таман тора.
«Йәш» термины аҡһаҡалдарға хас тормош тәжрибәһен, өлгөргәнлеген, аҡыл сифаттарын үҙ эсенә ала. Тамъян һәм таман терминдары яҡын һәм оҡшаш бер бөтөн тәшкил итә. Әйтер кәрәк, әҙәбиәттә башҡорттар ҡасандыр курдтарҙан айырылып сыҡҡан тиелә, ләкин был етерлек дәрәжәләге раҫлау тип әйтеп булмай.
Осетин телендә «taman» термины ялтырауыҡ, балҡыш тигәнде аңлата.
Тамъян этнонимының икенсе төрлө аңлатмаһы ла бар. Византия императоры Константиндың IX б. трактатында көнсығыштан көнбайышҡа күсенеүсе венгрҙарҙың ырыу-ҡәбиләләре исемлеге бар: 1) каварҙар, 2) неки(-тәр), 3) мегерҙәр, 4) курти-гермато, 5) тариана, 6) генах, 7) карҙар, 8) кастар (ырыу атамалары дөрөҫ бирелгән тип әйтеп булмай).
Венгр телсе ғалимы Ю. Ф. Немет түбәндәге венгр-башҡорт этнонимдары араһына тигеҙлек билдәһе ҡуя: Jeho—Йәнәй, Gyarmat—Юрматы, Nyek—Неки, Юламан—Меңле, Kesz—Кесе.
Константин һанаған ҡәбиләләр араһында, академик Э. Мольнар Тарьян тип аңлатҡан Тариан этнонимы бар. Башҡорттарҙа Түрйән исеме осрай. Бының менән бәйле, түбәндәге терминдар араһында геналогик сылбыр барыҡҡа килә: удмурттарҙа — турья, комиларҙа — тури, мансиларҙа — тари, башҡорттарҙа — торна.
Шунан сығып, фин-уғыр Тарьяны ла, башҡорт Тамъяны ла торна тотемына барып тоташа, тип фаразларға була. Боронғолоҡ менән бәйле шундай үҙгәрештәр (метаморфозы) лексикала осрай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠатай этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәТамъян-Ҡатай тип ике этнонимды бергә әйтһәк, «кат» тажик телендә бергәлек тигәнде аңлата.
Әммә Ҡатай этнонимын үҙ аллы термин булараҡ, айырым алһаҡ, фарсы телендә «катг» ырыуҙың тәүәккәл, ихтыярлы һымаҡ үҙенсәлеген аңлата. Ибн Фаҙландың торна сыңрауы башҡорттарға ихтыяр көсөн ҡушып, тәүәккәл булырға саҡыра икән тигәне иҫкә төшә.
Осетин телендә ҡатай термины тынғыһыҙланыу, хәстәрлек, ә боронғо төркисә ныҡ, көслө, ҡыйыу тигәнде аңлата.
Фин-уғыр телендә: коми - «коти», удмурт - «кот» туған, туған-тыумаса икән. Этимологик оҡшаш булып сығалар. Был осраҡлы ғына түгелдер, ниндәй ҙә булһа генетик бәйләнеш барҙыр?
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҮҫәргән этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәФарсы телене бер төрө булған осетин телендә «ус» термины — ҡатын, «усаг» — «кәләш», «усгур» — кейәү, «урсъ-ар» — аҡ тәнле тигәнде аңлата.
Венгрҙар телендә USZO (усзю, усзё) термины тана, коми телендә — «уса», удмуртса — «уча» — һандуғас.
Был терминдарҙың ҡайһыһы Үҫәргән этнонимының мәғәнәһен аңлатҡанын әйтеүе ауыр. Беренсе термин ҡатын-ҡыҙ енесле кеше менән бәйле (матриархат), икенсеһе — ир енесе (патриархат) менән бәйле, әһуңғы варианты тотем менән бәйле — быҙау йә һандуғас.
Мең — Мин этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәЭлекке быуаттарҙа Мең ҡәбиләһе бик ҙур ерҙәр биләгән. Венгр ҡәбләләре араһында Меңдең үҙгәртелгән варианты — Мегери этнонимы бар.
Ю. Ф. Немет күрһәткәнсә, Илекәй Меңлеләр — ул венгр сығышлы Юламан (венгр. — Дюла)
Осетин телендә «мин» — мең, боронғо төрки телдә «миң» — күп ҡәбилә «миң» — миң. Башҡорт телендә «мең» — мең, «миң» — миң йәғни урыҫ. родинка
Венгр телендә «мен» (men) — айғыр, ат, юртаҡ
Этнонимдарҙың мәғәнәһенә кеше факторы һалыныуын иҫәпкә алғанда, миң — 1000 һанына тура килә.
Борон Көньяҡ Уралда фин-уғыр, сармат-алан ҡәбиләләр йәнәш йәшәгәнлектән, башҡорт халҡының этногенезына шул халыҡтар ҙа мөһим өлөш индергән. Башҡорт халыҡ ижадында ат символы әйҙәүсе роль уйнаған.
Ҡәбиләләр йыш ҡына бер-береһенән айырылып торорлоҡ эпитеттарға эйә булған. Меңдәрҙең бер өлөшө күлле, өршәкһ. б. Илки-Илекәй тигәне элекке мәғәнәһенә эйә.
Ҡыбауҙар Мең ҡәбиләһенең байтаҡ өлөшөн тәшкил иткән. Иглин райрнында Иҫке, Яңы, Сыуаш Ҡыбау ауылдары, Бүздәк районында — Батырша, Ҡаҙаҡлар, Көпәй, Теләкәй-Ҡыбау ауылдары. Ҡыбауҙарҙың тамғаһы — «тәҙрә» йәки «ҡапҡа»
Ҡыбау этнонимының мәғәнәһе бик ҡыҙыҡ — ҡыҙыл тигәнде аңлата. Ҡырғыҙ, удмурт телдәрендә лә был термин ҡара ҡыҙыл йә аҡһыл көрән мәғәнәһенә эйә.
Шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙа «кубаар» термины ата-баба тигәнде аңлата.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКө(ү)ҙәй этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәКөҙәй ырыуы башҡорттары меңлеләрҙең күршеһе генә түгел, улар хатта ҡатнашып киткәндәр, тамғалары ла уртаҡ. Терминдың нигеҙе — ҡот, төрки телдә «йән, рух, йәшәү көсө» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.
Коми телендә «кути» — туған-тыумаса, бер ырыу кешеләре, ә манси телендә «кут-кот» — ир-ат.
Табын этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәМеңдәрҙең көньяҡ-көнсығыш күршеләре — табындар.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Йәдкәр» хеҙмәтендә табындарҙың түбәндәге төркөмдәрен һанап китә: Кесе Табын, Түкән Табын, Кәлсер Табын, Ҡумрыҡ Табын, Дыуан Табын, Бишул Табын.
Р. Ғ. Кузеев Ҡыуаҡан Табын менән Һырҙы Табынды өҫтәне. Табындарҙың һәр ырыуының тамғаһы булһа ла, өҫтөнлөклө тамға — Сүмес.
М. Өмөтбаев Йомран Табындар Ҡырым, Кубань, Волга буйҙарынан күсеп килгәндәр тип яҙа.
Сүмес тамғалы Табын ырыуы ҡаҙаҡтарҙа ла булған. Уларҙы күсеп барған башҡорт табыны тиһәк тә була.
Табын термины төрки сығышлы түгел. Фарсы телендә «табын» хәрби, рядовой йә старшина тигәнде аңлата.
Осетин телендә «бын» термины урын, тажик телендә «табор» —ҡәбилә, ғаилә, «тумон» — ғәскәр урынлаштырырлыҡ территория йәки хакимиәт берәмеге биләмәһе, өлкә.
Венгр телендә «табор» — лагерь. Табын этнонимына тажик термины «табор» тап килә.
Жәлил Кейекбаев фекеренсә, табын — ҡор, кәңәшмә, был һүҙ Көньяҡ Уралда б. э. II—IV бб. йәшәгән иран телле ҡәбиләләрҙән үҙләштерелгән. Ҡәбилә тармаҡтарының аталышына килгәндә, уларҙың күбеһе тотем һыҙатлы билдә булып тора.
Мәҫәлән, Ҡыуаҡан удмурт термины «куака» — ҡарға, Кәлсер курд телендә «әтәс» йә «күркә», Кесе боронғо төрки телендә — Кәзә йә өлөш, киҫәк, ә башҡорт телендә йәш буйынса йәшерәк. Боронғо төркисә Ҡумрыҡ — «аҡҡош», Йомран — «йомран» Төкөн — «ырыу, тоҡом», фарсыса Дыуан — «кәңәшмә». Бишул Уңғар — «уғырҙың биш улы».
Һаналған ырыуҙары буйынса Табын ҡәбиләһенең этник составы ҡатмарлы булыуы күренә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЮрматы этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәЮрмат-юрматы терминының мәғәнәһен Р. Ғ. Кузеев болгар-сыуаш генезисы менән бәйләй.
Телсе ғалимдар Ф. И. Гордеев һәм К. И. Петров юрмат-юрматы терминын Көньяҡ Уралдың боронғо ҡәбиләләре сармат этнонимы менән бәйләй. Ысынлап та, Юрматылар, ҡәбилә булараҡ, боронғо уғырҙар һәм сарматтар сигендә формалашҡан. Венгрҙар составында юрматылар булған тинек, әммә уларҙың генезисында сармат-аландар ҙа булыуы мөмкин. Тажик телендә юрмон — «йомран». Иран телле сарматтар йомранды тотем итеп тәғәйенләгән булған, тимәк.
Маҡар термины ла һинд-европа сығышлы. Ике өлөштән тора: ма—кар . Фин һәм манси телендә ма— «ер», кор кар — «ырыу, ғаилә, ир-аттар ырыуы». Шулай булғас, Маҡар — Кары ырыуы ере.
Фарсы телендә Ма — һыу, ә кар термины «мал көтөп күсеп йөрөү» дөйөм иран ҡылымы. Улай булһа, макар термины — «йылға буйындағы йәйләү».
Шулай итеп, Маҡар термины бик боронғо дәүер менән бәйле.
Түңгәүер этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәТүңгәүерҙәр башҡорттарҙың этник компонентында билдәле урын биләй.
Төркмән телендә Тангыр термины «аҡыллы, күп белгән, һәләтле ир-ат» тигәнде аңлата.
Мари телендә Танг термины «иптәш, дуҫ», тангаш термины «тиҫтер, тиңдәш» тигәнде аңлата.
Беренсе миҫал ырыу башында абруйлы аҡһаҡалдар торған патриархат дәүеренә ишаралай. Икенсе осраҡ ырыу-ҡәбилә коллективындағы ҡан туғанлыҡ бәйләнештәре тураһында һөйләй.
Ҡыпсаҡ этнонимының мәғәнәһе
үҙгәртергәТөрки телле ҡыпсаҡтар тураһында абруйлы монографиялар күп яҙылған. Улар башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һ. б. халыҡтарҙың формалашыуында ҡатнашҡан.
Этник компонент яғынан ҡыпсаҡтар ҙа шулай уҡ сыбар һәм төрлө булғандар.
Башҡорттар составындағы Һуун Ҡыпсаҡтар тураһында Д. Н. Соколов бына нимә тип яҙған: «Типик Һуун Ҡыпсаҡтар оҙон буйлы, зифа буйлы, иңдәре тарыраҡ һәм Бөрйәндәр кеүек үк ауыр кәүҙәле түгелдәр, ҡара сәслеләр, күҙҙәре ҡара ҡуңыр, танауҙары тар, бейек һәм көмөрө, ирендәре нәҙек һәм биттәре йыуан түгел: минең ҡарауға — был миңә билдәле башҡорт типтары араһында иң матурҙарының береһе». Соколов бында кавказ тибын тасуирлаған кеүек яҙған. Һуун атамаһы һу-унлар тигән атама менән тиҙеҙ күренә, һәм айырым бер, хатта башҡорт ҡәбиләһе булмаһа ла, Ун ҡәбиләһе барҙыр, тип уйларға мәжбүр итә. Ун термины Табындарҙағы Бишул Уңғаркеүек һун йә уңғарҙы аңлатыуы мөмкин.
Күреүегеҙсә, автор этнонимдарҙы төрлөсә аңлатырға һәм һығымталарҙы ул тиклем ҡәтғи яһамаҫҡа ла мөмкин икәнде күрһәтте.
== == — «»
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Р. Б. Ахмеров. Наскальные знаки и этнонимы башкир (Из записок историка-краеведа). V. О семантике некоторых башкирских этнонимов и топонимов. VI. О гидронимах Башкирии, 73-97 с. Уфа: «Китап», 1994