Инглиз алфавиты: хайуандар/K
K is for kangaroo
kangaroo /ˌkæŋɡəˈruː/ — көнгөрә, артҡы аяҡтары һәм ҡойроғо оҙон һәм көслө, алғы аяҡтары ҡыҫҡа булған, һикереп хәрәкәт итеүсе, муҡсалы имеҙеүсе хайуан, үҫемлек менән туҡлана, Австралияла йәшәй. Үҙе һарыҡтан ҙур булһа ла, балаһын уймаҡ ҙурлығындай ғына итеп зәғиф тыуҙыра. Уны 8 ай самаһы ҡорһағындағы муҡсаһында йөрөтөп үҫтерә.