Инглиз алфавиты: хайуандар/P
P is for penguin
penguin /ˈpeŋɡwɪn/ — пингвин, диңгеҙ өйрәге. Башлыса Антарктидала йәшәй. Йөҙгөскә әйләнгән ҡыҫҡа ғына ҡанатлы, яҡшы йөҙгән, ләкин оса алмаған эре диңгеҙ ҡошо. Ҡырлас күкрәкле, тәнендәге ҡауырһындары тәңкә ҡабырсаҡтарға оҡшаған. Ҡыҫҡа аяҡтары кәүҙәһен текә тотоуға яраҡлашҡан. Ярға бары тик оя баҫыу өсөн генә сыға, ҡалған ғүмерен диңгеҙҙә балыҡ, ҡыҫала һәм моллюскалар аулап уҙғара.