Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
326 юл:
==КОМПОЗИТОРҘАР==
===Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—1938)===
{{Өҙөмтә
| Выравнивание = right
| Ширина = 210px
| Фон = #3FFF00
| Заголовок =<center>[[File:Wikipedia-logo-ba.png|35px]] [[w:Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы|Ғәзиз Әлмөхәмәтов]]
| Заголовок снизу = 1
| Содержание =<center> '''Википедияла'''
}}
Йырсы, композитор, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылында тыуа. Ғаиләлә алты ир бала үҫә. Улар төрлөһө төрлө тарафтарға сығып китеп ялланып эшләйҙәр. Өлкән ағаһы менән Ғәзиз дә Ташкентҡа юл ала. Ғәзиз тыуған яҡтарын бик һағына, һағышын йырға һала. Уның йырын урындағы халыҡ бик яратып тыңлай. 19 йәшендә тирә-яҡтарҙа оҫта йырсы булараҡ даны таралған профессиональ артисҡа әйләнә һәм гастролдәргә сыға башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Урта Азиянан тыш та уны белә башлайҙар.
 
Юл 358 ⟶ 366:
#Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй саралар күрелгән?
#Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаттарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Әйтеп бирегеҙ.
 
===Заһир Исмәғилев (1917—2003)===
Композитор Заһир Ғариф улы Исмәғилев башҡорт профессиональ музыкаһының артабанғы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ул профессиональ музыканың милли традицияһын булдыра. Мәшһүр "Салауат Юлаев" әҫәре менән башҡорт опера сәнғәтен бөтөн илгә таныта.