Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
2231 юл:
Ҡала башҡорт интеллигенцияһы ҡала йәшәйешендә дөйөм мәҙәни ҡаҙаныштарҙан өлгө ала. Көнкүрештә, өй йыйыштырыу, аш-һыу әҙерләү, ҡунаҡ саҡырышыуҙа, ауыл традицияһын һағына-һағына, Европаса йәшәү өлгөһө индерә башлайҙар.
 
Кейем, йорт йыһазы яғынан башҡорт тормошо башҡа милләт кешеләренекенән айырылмай. Тик ауыл менән бәйләнештәре өҙөлмәгән башҡорттарҙың ғына өҫтәлдәрендә ҡорот, тултырма, ҡаҙы, тултырылған тауыҡ күрергә мөмкин. Ҡунаҡ ашы итеп тултырма, бишбармаҡ, бәлеш, бауырһаҡ, ҡоротло һурпа, ләүәш бешереү ғәҙәте һаҡлана.
 
1980—1985 йылдарҙан башлап ҡала башҡорт йәштәре барлыҡҡа килә. Улар инде башҡорт мәктәбендә уҡып, үҙ мәҙәниәте нигеҙҙәрен, тарихын өйрәнеп, йыр-моңон үҙләштергән башҡорт йәштәре була. Төрлө эстрада ансамблдәре («Каруанһарай», «Ант») барлыҡҡа килә, ҡала башҡорттары араһынан башҡорт йырсылары, композиторҙары үҫеп сыға башлай.
 
===Эш===
#Ҡала ерҙәрендә уҡыған башҡорт уҡыусылары өсөн. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҡасан һәм ниндәй сәбәптәр менән ҡалаға килеп урынлашҡан? Һин үҙеңде ҡала кешеһе тип һанайһыңмы, әллә ауыл традицияһы яҡынмы? Ғаиләгеҙ ауыл менән бәйләнеш тотамы? Өйөгөҙҙә ғаилә тормошо ауылса алып барыламы, Европасамы, әллә башҡорт традицияһы һаҡланған үҙенсәлекле ҡаласамы?