Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
505 юл:
Армыт-армыт тауҙар башында урынлашҡан бит баш ҡалабыҙ. Профессор Жәлил Кейекбаев та ошо ҡарашта ине. Хәҙер инде топонимик атама менән археологик ҡаҙылмаларҙың ни һөйләгәнен белербеҙ. Ғалим-археолог Нияз Мәжитов яҙмаларына күҙ ташлайыҡ.
 
===БОРОНҒО ӨФӨ===
 
Тәүге башҡорт ҡалаһы тураһында һөйләгәндә, боронғо Өфөнөң ҡайһылайыраҡ урынлашҡанын күҙ алдына килтерәйек. Боронғо Өфө хәҙерге Пушкин урамының түбәнге осонда булған. Ҡаланың тирә-яғы текә яр, ялан яҡтан ер стена һәм тәрән соҡор менән нығытылған. Соҡор менән стена урындары хәҙерге көнгәсә матур һаҡланған.
 
Ҡаласыҡ биләмәһендә төрлө төҙөлөш, биҙәү әйберҙәре дүрт метр ҡатлам булып ята. Бында халыҡтың күп быуаттар буйы йәшәгәнлеген әйтеп була. Ҡомартҡыларының байлығы һәм ҙурлығы яғынан Өфө ҡаласығы Көньяҡ Уралда әһәмиәтле урын ул. Табылған материалдарға ҡарағанда, Өфө ҡаласығының нигеҙен яңы эраға тиклемге IV — II быуаттарҙа (сама менән) йәшәгән ҡәбиләләр башлап һалған.
 
Әлбиттә, уларҙы сығышы яғынан боронғо башҡорттар тип әйтеп булмай хәҙергә, ләкин бына V — Х быуаттарҙа инде ҡаласыҡта ысын башҡорт ҡәбиләләре вәкилдәре йәшәгән тип әйтеп була.
 
Хәҙер Өфө ҡалаһы территорияһында V — VIII быуаттарҙа күмеп ҡалдырылған бик күп һәм бик бай ҡәберлектәр билдәле. Унда, һис шикһеҙ, боронғо ҡаласыҡта йәшәгән кешеләр ерләнгән. Ошондағы табыштар буйынса, бында боронғо башҡорттар йәшәгән, тип әйтеп була. Тимәк, Өфөнөң тарихы меңәр йыллап иҫәпләнә.
 
«Башҡорттар — күсмә халыҡ. Уларҙың ҡалалары ла, археологик ҡомартҡылары ла булмаған», — тигән ҡараш байтаҡ йәшәй килде. Хәҙер инде Арҡайым үҙе генә лә быны тулыһынса кире ҡаға, Ә Иҙрисиҙец 1154 йылда төшөргән картаһында башҡорттарҙың Ҡазира, Мазира, Ҡараҡыя, Минжан (Нимжан?) тигән ҡалалары төшөрөлһә, бик ҙур Башҡорт тигән ҡала барлығы ла әйтелгән ул заман сәйәхәтселәре яҙмаһында.
 
==ЛЕГЕНДАЛАРҘА ТАРИХ САҒЫЛЫШЫ==
 
Кәҙҙең кеүек зирәк, ҡыҙыҡһыныусан балалар олатай-өләсәйҙәренән, атай-әсәйҙәренән халыҡ тарихы тураһында һорашҡандарҙыр. Өлкәндәр уларҙың һорауҙарына ҡул һелтәп ҡуймай, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡандырыу өсөн үҙҙәре белгән тиклем мәғлүмәттәрҙе ҡушып легендаға (ҡарһүҙ һымаҡ) һалып, бәйән иткәндәрҙер. Шулай итеп, халыҡ тарихы тураһында легендалар барлыҡҡа килгән. Ә легендалар халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыусан, сөнки күңелгә ятыш сюжет, яғымлы тел менән хикәйә ителә. Ундай легендалар быуындан быуынға, телдән телгә күсә, шымара, камиллаша, яңынан-яңы мәғлүмәттәр өҫтәлә. Ҡайһылары бөтөнләйе менән тарихи дөрөҫлөккә тап килеп тора.
 
Мәҫәлән, башҡорт һүҙенең килеп сығыуы тураһында легенда.
 
===«БАШҠОРТ» һүҙенең килеп сығышы тураһында фараздар===
 
«Башҡорт» һүҙенең килеп сығыуы тураһында 30-ға яҡын фараз бар. Әйтергә кәрәк, милләттең атамаһы тураһында бер төрлө генә фекергә килә алмау беҙҙең башҡорттарҙа ғына түгел, ә бәлки башҡа бик күп милләттәр ҙә үҙ этнонимының (атамаһының) барлыҡҡа килеүенең асығын белмәй. Мәҫәлән, ғәрәп ғалимы Абу Мансур әл-Азхари Х быуатта уҡ: «Ғәрәптәрҙе ни өсөн гэрәп тип атауҙары тураһында кешеләрҙең фекерҙәре төрлөсә», — тип яҙған.
 
'''Үҙебеҙҙең этнонимыбыҙҙың иң киң таралған биш версияһын ҡарап үтәйек''':
 
1.'''Башҡорт''' — баш буре һүҙенән барлыҡҡа килгән. Баш — төп, юлбашсы һәм ҡорт ( «ҡорт» һүҙе боронғо төрки телендә «буре» тигәнде аңлатҡан).
 
Был ҡарашҡа халҡыбыҙҙың легендаһы ла тап килә. Әйҙәгеҙ, легендаға күҙ ташлайыҡ.
 
====БАШ БҮРЕ====
 
''Борон-борон заманда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, өйөр-өйөр мал көтөп, һунар итеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән, ти.
 
Бер ваҡыт улар, мал көтөүгә арыуыраҡ урын эҙләп, күсеп киткәндәр. Бик күп ер үткәс, былар бер көтөү бүрегә тап булғандар. Ошо көтөүҙе йөрөткән баш бүре көтөүенән айырылып сыҡҡан. Ул күсеп китеп барыусы каруан алдынан төшкән дә юл башлап алып киткән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, бүре артынан килә торғас, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, емеш-еләккә, йәйлеккә бай ергә килеп сыҡҡан. Бындағы тауҙар, күккә олғашып, күҙ яуын алып торалар икән.
 
Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып: «Беҙ ошонан да матур ер тапмабыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек», — тигәндәр. Ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа тиңе булмаған ерҙә тирмә ҡороп, мал үрсетеп, һунар итеп йәшәй башлағандар.
 
Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан килгән кешеләр, йәғни «башҡорттар» тип йөрөтөр булғандар. Борон бүрене «ҡорт» тип йөрөткәндәр.
"Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ» тип әйтеү — «баш бүре» улынан килеүсе тигәнгә тиң. «Башҡорт» һүҙе бына ошонан килеп сыҡҡан.''
 
Был легендала башҡорттарҙың ҡайһы яҡтан килеүе тураһында мәғлүмәт булмаһа ла, уларҙың бай тәбиғәтле урынды һайлауҙары, Башҡортостан еренең, ысынлап та, башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, матурыраҡ ер булыуы хаҡында әйтелә.
 
Ҡайһы бер легендаларҙа башҡорттарҙың Төрөк яғынан килеп сығыуы тураһында ла әйтелә.
 
Алтай яғынан килгәндәр. Ҡорҡот исемле башлыҡтары булған», — тигән легендалар ҙа йөрөй.Ғәйнә ырыуы башҡорттарының Уралға боланға ултырып килеүе хаҡында ла һөйләй легендалар.
 
Башҡорттарҙың Алтай, Төркиә, Һиндостан һ ом башҡа әллә ҡайҙарҙан килеүҙәре тураһында легендаларҙың булыуы һис тә юҡҡа түгел. Сөнки башҡорт халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән биләләр төрлө яҡтарҙа йәшәгән.
 
2'''.Башҡорт''' күк буреһе һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бос — кук, тсорт — буре. Башҡорт фольклорында кук буреһе образы йыш осрай. Боронғо торки халыҡтарында ла буре изге йән һаналған, ә кук һүҙенә килгәндә инде, төрки, монгол, япон, хатта ҡытай хандарының, батшаларының һәм императорҙарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләр сүрәтендә күрһәтеү өсөн, үҙҙәрен һауа улдары тип атағандар. Шулай итеп, был версия буйынса, башҡорт этнонимы кук буреһенэ табыныусы кешеләр тигәнде аңлатыуы ихтимал.
 
3'''.Баш — ҡорт''' — бал ҡорто. Был версияның нигеҙендә иһә, башҡорт — бал -ҡорто урсетеусе кешеләр, тигән төшөнсә ята. Тик был ҡараш менән ризалашыуы ауыр, сөнки беҙҙең атай-олатайҙар, солоҡсолоҡтан тыш, малсылыҡ, һунарсылыҡ, урмансылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек менән дә шөғәлләнгән.
4.'''Баш''' — төп, '''ҡор''' — кешеләр төркөмө, m — боронғо төрки һәм монгол телдәрендә күплек ялғауы, Башҡорт халҡы үҙен ете ырыу берләшмәһенән барлыҡҡа килгән тип канауын үткәргән саҡта тән иғтибар аҡһаҡалдарға, бейҙәргә, сәсәндәргә, ырыу батырҙарына булғанлығын иҫәпкә алғанда, был ҡараш менән дә килешергә мөмкин.
 
5.'''Башҡорт''' — берәй данлыҡлы бей йәки хан исеме. Милләт атамаһы уның исеменән башланған.
 
Тарихта тотош халыҡтың үҙ атамаһы итеп данлыҡлы, атаҡлы бей исемен алған осраҡтар бар. Быға миҫал итеп Үзбәк хамдың исемен милләт атамаһы итеп алған үзбәк халасын килтерергә мөмкин. Әммә хатта шулай булған осраҡта ла башҡорт милләтенә атама биргән бөйөк әһелде XII быуат башында йәшәгән ҡыпсаҡ ханы Башҡорт менән бутарға ярамай. Сөнки уға тиклем үк беҙҙең милләтебеҙҙең атамаһы башҡорт булған. Уныһын беләһегеҙ.
 
Ә тарихта тағы бер Башҡорт ханы билдәле. Был турала XI быуат авторы Гардзи яҙа. Ул Башджурт тигән кешене телгә ала, Ә Гардзи үҙ сиратында был мәғлүмәтте IX быуат авторҙары Ибн-Хордабек һәм Ал-Джейхани хеҙмәттәренән алған.
 
Башджурт дәрәжәле кеше булған, хазарҙарға буйһонған, 2000 кешенән торған ғәскәре булған.
 
Әйтергә кәрәк, хазарҙарҙың иң юғары хәрби дәрәжәләренең береһе — башгирд тип аталған. Хазарҙарҙың элек-электән төрки халыҡтары менән яҡынлашыуы, ә төрки хандарының үҙ ғәскәрҙәрендәге иң һәйбәт яугирҙарын бүреләр тип атауҙары тарихта билдәле. Шуға ла ғәскәр етәксеһенең баштҡорт йәки бүреләр етәксеһе тип аталыуы, йәғни бүреләр башлығы тип йөрөтөлөүе, аҙаҡтан тотош халыҡҡа күсеүе бик тә ихтимал.
 
===Ҡәнифә юлы===
''Ә хәҙер, балалар, ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында бер нисә легенда тәҡдим итәбеҙ. «Ҡәнифә юлы» исемле легенданы һеҙҙең өсөн ғалим-геолог Басир Мәһәҙиев ағайығыҙ яҙҙы.''
 
Үҙебеҙҙең Урал тауҙарында Ҡәнифә юлы тигән бик оҙон бер юл бар, тиҙәр. Ул Урал һырттарының береһе буйлап алыҫтарҙан алыҫтарға һуҙылып ята, гел тау баштарынан ғына бара икән. Бик боронғо юл, тиҙәр уны.
 
Ҡәнифә юлы тураһындағы бындай хикәйәттәрҙе мин бәләкәйҙән үк олатайҙар ауыҙынан ишетә үҫтем. Бала саҡ фантазияһы был юлды әкиәттәге серле юлдар менән алып барып тоташтыра ине. Йәнәһе, бейектән дә бейек тау һырты, иге-сиге булмаған оҙон юл, тирә-яғы ҡоштар йырына сумған яҡты урман. Торғаны мөғжизә.
 
*Әммә бында бөтәһе лә ябайыраҡ, ыҡсымыраҡ булып сыҡты.Беренсе тапҡыр Ҡәнифә юлына мине хәҙерге геолог юлдарым килтереп сығарҙы. Һаҡмар буйындағы атаҡлы Юлдыбай ауылы тирәһенә килеп еткәс, беҙгә көнъяҡҡа боролорға ла Һаҡмарҙың һул яғы буйлап артабан юлланырға кәрәк ине. «Киттек Ҡәнифә юлы буйлап!» — тимәһенме шул мәлдә машинала бергә килгән юлдашым.
Мин аптырап ҡалдым. Бына ҡайҙа икән ул, атаҡлы Ҡәнифә юлы!
 
*Әкиәттәрҙәге кеүек күккә ашҡан тауҙар, ҡуйы урмандар юҡ бында. Бер-береһенә ҡушыла яҙып теҙелеп киткән ҡалҡыулыҡтар. Уларҙың өҫтөнән алыҫтарға тура юл үтә. Юл буйында бәләкәй ҡайынлыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар һөрөнтө ерҙәр менән аралаш килә. Ялан урындар күберәк тә хатта.
Матур яҡтар шулай ҙа. Йәйге ҡояшлы көндө Ҡәнифә юлын хәҙер машинала елдереп үтеү — үҙе бер ғүмер.
 
*Борон бында урмандар күберәк булғандыр. Асыҡ урындарҙа, күпереп, тулҡын-тулҡын булып елгә бәүелеп, ап-аҡ ҡылған үҫкәндер.Юл борон ҡайҙан башланғандыр ҙа ҡайҙа осланғандыр — уны хәҙер кем әйтһен инде? Аңлашыла: гел ҡалҡыу урындар аша үткән был юл бигерәк тә яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа күсенеп йөрөү, мал ҡыуыу, алыҫ сәфәрҙәргә барып ҡайтыу өсөн бик ҡулайлы булғандыр. Тау башҡорттарын көньяҡ далаларҙа йәшәгән ҡәрҙәштәре менән дә тоташтырып торғандыр был юл.
 
Ваҡытында был яҡтарҙың иң оло юлы булған ул, тиҙәр. Ҡараһаҡалдың, Салауаттың уҡ-һаҙаҡ-лы егеттәре лә, Перовскийҙың Урта Азия походтарында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ла, Ырымбурға оҙатылған бығаулы Буранбайҙар ҙа ошо юлдан үтер булған, тимәк.
 
Шулайҙыр ҙа. Тик нишләп һуң ул Ҡәнифә юлы тип аталып киткән әле? Кем булған ул Ҡәнифә? Юлға үҙ исемен ҡалдырып, халҡыбыҙҙың мәңгелек хәтеренә нисек инеп ҡалған ул, Ҡәнифә тигәндәре?
 
*Бына бер риүәйәт.
Башҡорттарҙың йәмле бер йәйләүенә йәшеренеп кенә ҡаҙаҡтар килә лә Ҡәнифә исемле бер һылыу ҡыҙҙы урлап алып ҡаса. йәйләү эргәһендә йөрөгән йылҡы өйөрөн дә ҡыуып алып китә улар. Алыҫтағы далаларына алып ҡайтып, ҡаҙаҡтар Ҡәнифәне үҙҙәренең бер батырына көсләп кейәүгә бирә. Әммә Ҡәнифә унда ерһенмәй, тыуған илен һағына, ҡасып ҡайтыу яғын уйлай. Ҡаҙаҡ далаларына килеп сыҡҡан бер башҡорт ҡарты уға ҡайтырға юл өйрәтә, гел Тимерҡаҙыҡ йондоҙона табан барырға ҡуша. Бер ҡыш үтеп, яҙғы ташҡындар ҡайта төшкәс, Ҡәнифә юлға сыға. Үҙҙәренең йәйләүенән килгән йылҡыларҙы ла ул үҙе менән ҡыуып алып китә.
 
Йә һыбайлап, йә йәйәүләп төньяҡҡа табан ҡаса-боҫа, күп көндәр, күп төндәр барырға тура килә уға. Тыуған яҡтарына яҡынлаша башлағас, тауҙар һыртына сығып ала Ҡәнифә. Тау юлы бик уңайлы булып сыға. Бында ҡорораҡ та, йәшел үлән дә күпереп шыта башлаған, йәшеренергә урмандар ҙа бар. Тауҙар һыртынан туп-тураға юл ярып, Ҡәнифә, малдарын ҡыуа-ҡыуа, үҙ ырыуы йәшәгән төбәккә килеп етә.
Ана шунан ҡалған инде Ҡәнифә юлы.
 
*Был ябай ғына хикәйәт сәсәндәр телендә мең төрлө биҙәктәр менән байытыла. Ҡәнифәне йә ҡаҙаҡтар баҫтыра. Йә ул, ат өҫтөндә сабып килеп, киң даръяға ташлана һәм уны йөҙөп сыға. Йәки бына уны бүреләр уратып ала. Үҙенең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән ул бындай бөтә ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыға.
 
Бына Ҡәнифә, тыуған еренә аяҡ баҫҡас, яҙҙың тәүге сәскәләрен күреп, илап та, йырлап та ебәрә...
Бар тәбиғәт Ҡәнифәгә мәрхәмәтлек күрһәтә, үҙ иленең шишмәләре уға ҡеүәт бирә.
 
*Ҡәнифәнең тарихын халыҡта бөтөнләй башҡаса, төрлөсә итеп һөйләгәндәрен дә ишетергә мөмкин. Бына ундай хәбәрҙәр:
 
—Ҡәнифә тигәндәре Сура батырҙың ҡыҙы булған. Уны бәләкәй сағыйда уҡ, башҡорттарҙың бер болаһы ваҡытында, атаһы ҡаҙаҡтар араһында ҡалдырып китергә мәжбүр булған. Ҡәнифә, балиғ булғас, бер ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә сығырға теләмәйенсә, Уралына ошо юлдан ҡасып ҡайтҡан.
 
—Юҡ, улай түгел. Ялан башҡорттарының Ҡәнифә тигән бер ҡыҙын тау башҡорттарына килен итеп биргәндәр. Ҡәнифә ата-әсәләре яғына ошо юлдан ҡунаҡҡа ҡайтҡылап йөрөр булған.
 
—Юҡ, яңылышаһығыҙ. Ҡәнифә исемле сая ҡыҙ — ғәскәр башлығы булған бит ул. Был юлды ул, һыбайлы яугирҙарын эйәртеп, елдерә сабып үтеп йөрөгән.
 
—Уныһы ла дөрөҫ түгел. Ҡәнифә юлы — Ҡуңыр буға юлы була инде ул. Ҡәнифә ҡуңыр буғаһын тап бына ошо юлдан ҡыуып үткән.
 
*Был риүәйәттәрҙең ҡайһыһына ышанырға? Дөрөҫлөк бармы уларҙа?
 
Ҡәнифә исеме менән бәйле хәбәрҙәр, нисек кенә буталсыҡ, ҡапма-ҡаршылыҡлы булмаһын, уларҙың төбөндә ниндәйҙер бер хәҡиҡәт, ысынбарлыҡ яталыр, тип уйларға кәрәк.
 
*Улай ғына түгел, шикләнмәй әйтеп була: ҡасандыр был фани донъяға килеп, ер йөҙөндә күпмелер йәшәп киткән ул — халҡыбыҙҙың Ҡәнифә исемле бер ҡыҙы!
 
Атҡан йондоҙ булып балҡып ҡалған уның ғүмеренең бер мәле.
 
Улай булмаһа, был исемде кем уйлап табыр ине лә ниндәйҙер бер#юлға уны кем тағыр ине?
 
Эйе, булған, йәшәгән Ҡәнифә. Уның ҡыйыулығы, батырлығы заманында ырыуҙаштарын таң ҡалдырғандыр. Далалар, тауҙар аша юл ярып, уның тыуған иленә ҡайтып төшөүе тураһындағы хәбәрҙәр, имеш-мимештәр менән сырмалып, башҡа ырыу-ҡәбиләләргә лә барып еткәндер.
 
*Ҡәнифә менән бәйле хәтирәләр тора-бара риүәйәттәргә әүерелгән, ә Ҡәнифә һалған һуҡмаҡ тора-бара оло юлға әйләнгән. Юлдың исеме лә халыҡ күңелендә тәрән тамырлы булып сыҡҡан, быуаттар аша ул беҙҙең көндәргә килеп еткән.
 
Был юл буйлап елдереп үткән һайын уйлап ҡуям мин: Ҡәнифәнең юлы мәңге таҡыр ҡалыр ҙа бит, тик Ҡәнифә тураһындағы хәтирәләрҙе, иҫтәлектәрҙе, Ҡәнифәнең исемен ниндәй яҙмыш көтә?
 
Халыҡ әгәр үҙенең хәтер һандығын һанға һуҡмай башлаһа, быуаттар буйы тупланып килгән күңел хазиналарынан айырылһа,тауҙарына, ҡаяларына үрелеп үҫкән моңдарынан, йырҙарынан баш тартһа, ахыр сиктә тарихын, телен онотһа — ул саҡта Ҡәнифәнең дә бер кемгә лә кәрәге ҡалмаясаҡ.
 
Халыҡ күңелендә һис ҡасан да әҙең өҙөлмәһен ине, мәңге йәшә, сая Ҡәнифә!
 
===ҠАРАТ===
 
(Халыҡ араһында таралған легенда)
 
Ырымбур ҡалаһынан бер генерал-майор биш башҡорт уҡсыһын саҡырған. Генерал быларҙың мәргәнлектәрен һынамаҡсы булған икән. Атып, сәпкә тейҙерергә ҡушҡан. Сәп итеп урман эргәһендәге ҡайынды һайлаған. Башҡорттар ҡайында билдәләнгән ергә атҡандар. Быларҙың мәргәнлегенә ышанғас, майор:
 
— Һеҙҙең уҡтарығыҙ егерме биш кешене үтәнән-үтә ата ала. Шуның өсөн башҡорттар араһында уҡ башы эшләй торған тимерселәр булмаҫҡа тейеш, — тигән.
 
Үҙенең фарманын башҡорт ауылдарына таратҡан. Ошонан һуң башҡорттар уҡ баштарын бик йәшереп кенә эшләй башлағандар. Ырымбур яғында Яманһары тигән ауылдан туғыҙ тимерсе йылға буйындағы әҙәм аяғы баҫмаған урында утыҙ меңдән ашыу уҡ башы яһай. Хәҙер ул йылғаны Туғыҙтимер тип атайҙар.
 
Шул уҡ ваҡытта Ғәбделнасир менән Ишмәкәй тигән ике кеше йәшерен йыйын йыя. Улар генералдың фарманына ҡаршы баш күтәрмәксе булалар. Был турала Түбәнге Троидкиҙан генерал Килмәков ишетеп ҡала, Ырымбур генералы алдында ярамһаҡланып, ялыу хаты ебәрә.
 
Бер аҙҙан полицейскийҙар килеп, был серҙе асалар. 120 башҡортто ҡулға алып, Мәләүезгә килтерәләр. Ер аҫтындағы төрмәгә ябып та ҡуялар. Ғәбделнасир менән Ишмәкәй: «Беҙҙең арҡала ғәйепһеҙҙәр ҙә ҡулға алынды. Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк ине», — тип һөйләшкәндәр.
 
Ғәбделнасир, рөхсәт алып, Ырымбурға китә. Барһа, иғлан күреп ҡала: «Әгәр башҡорттар беҙҙең атаманға оҡшарлыҡ йүгерек ат тапһа, ҡулға алынғандарҙы ҡотҡарабыҙ», — тип яҙылған була унда. Ғәбделнасир был хаҡта Ишмәкәйгә әйтә. Ишмәкәй:
 
—Дуҫтар хаҡына Ҡаратты йәлләмәйем инде, — тигән. »
 
Атаманға Ҡаратты алып баралар. Тегенеһе эс тырнап көлә, ти:
 
—Әйҙә инде, ярыштырып ҡарағыҙ. Минең ике йүгерегем бар. Эгәр түңәрәк майҙанды ун өс тапҡыр уратып, алға сыға алһа, дуҫтарығыҙҙы ҡотҡарабыҙ.
 
Ярыш башланған. Сабыштың дүртенсе түңәрәгенә сыҡҡас, Ҡарат артта тороп ҡала. Атаман яҡлылар ҡысҡырыша-ҡыуана башлаған. Башҡорттар ҙа ҡарап ултырған был сабышты. Араларында сәсән дә бар икән.
 
Алға ынтыл, һай, ҡара атым,
 
Елберләтеп ялбыр ял осон.
 
Аяма ла йәнең, һай, Ҡаратым,
 
Йөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн.
 
Алдан ғына саба, алды бирмәй,
 
Начальник та майор аттары.
 
Күҙҙәрен дә тегәп Ҡара атҡа,
 
Әжәл көтә башҡорт ҡарттары.
 
Аяғыңды, Ҡарат, ер тотамы?
 
Әйҙә, ынтыл, бирмә алдарҙы.
 
Йөҙ егерме башҡорт күҙ йәш түгә
 
Ағыҙма, тип, беҙҙең ҡандарҙы.
 
Һуңғы түңәрәкте әйләнгән саҡта, Ҡарат ҡапыл алға ынтыла һәм генерал аттарын артта ҡалдыра. Баштары иҫән ҡалған башҡорттар ҡыуаныстарынан Ҡаратты ҡосаҡлап илайҙар.
 
Ғәйрәт теләй башҡорт Ҡаратҡа,
 
Ҡан-йәш түгә йәше-ҡарттары.
 
Ҡанатлы ҡош кеүек Ҡарат саба,
 
Артта ҡала майор аттары.
 
Әйтер һүҙҙәремде әйтә алманым,
 
йәштәр тулғанға.
 
Һырттарыңдан һыйпап үҫтергәндәр
 
Йүгерерҙәй һының булғанға.
 
Ҡараттың уҙып китеү шатлығы шул тиклем оло була, Ишмәкәй дуҫтарының ҡотолоу шатлығынан ни эшләргә белмәй. Тик атаман атты алырға килгәс, ҡапыл бөтә шатлыҡ һыпырып алғандай юҡ була. «Ысынлап та, Ҡарат бит хәҙер уныҡы!» тигән бошонҡо уй зиһенен ярып үтә уның. Бер атына ҡарай, бер дуҫтарына. Дуҫтары, үҙҙәрен ғәйепле тойғандай, баштарын түбән эйэ. «Был тиклем ҙур ҡыуаныс өҫтөнә ҡара һөрәм һирпмәйем әле», — тип уйлай ҙа Ишмәкәй, ҡиәфәтенә, йөҙөнә көрлөк сығарып, атының артынан һөйөп: «Мин һине барыбер ҡотҡарам!» — тип шыбырлай ҙа теҙгенде атаманға тоттора.
 
Ғәбдел насир менән икәүһе, һүҙ ҡуйышып, бер ҡара төндө атты барып урлайҙар ҙа Әбйәлил яҡтарына оҙаталар. Аттың юғалыуын белгәс тә, атаман Ишмәкәйгә кеше ебәрә. Тентейҙәр, тирә-яҡ ауылдарҙан эҙләп сығалар, хәйлә менән бәйге ойошторалар... Әммә Ҡарат эҙһеҙ ғәйеп була.
 
Ул ваҡиға онотолоп, донъя әҙерәк һил булғас, Ишмәкәйҙең Ҡаратта һыбай йөрөгәнен күрәләр.
 
Ә йөҙ егерме башҡорттоң яҙмышы хәл ителеп, аттарҙы сабыштырған яланды хәҙер Ҡарат яланы тип йөрөтәләр.
 
*Иғтибар итегеҙ әле, балалар, был бит Ҡарат яланының атамаһы тураһында ғына легенда түгел. Ә тотош халыҡ тарихы. Халҡыбыҙҙың тимерселек менән шөғөлләнеүе тураһында ла белдек, башҡорт ирҙәренең сикһеҙ дуҫлығы ла, бер-бе реһен һатмауҙары ла, ат йәнле булыуҙары ла сағылыш таба был легендала.
 
* * *
 
''Ейәнсура районы Сирғол ауылынан Әбделғәлим Сәйфуллин ағайығыҙ яҙып алған «Сура батыр» легендаһын тәҡдим итәбеҙ.''
 
Беҙҙең Ейәнсура ерҙәре Сура батыр исеме менән туранан-тура бәйле булырға тейеш. Сөнки, Йәйләүҙәренә ҡарағанда, Ейәнсура районының Буранғол ауылы — Түбәнге Сура, Бикбирҙе ауылы — Үрге Сура тигән исемдә булған заманында.
 
Уралда Сура тигән
 
Бер батыр булған икән.
 
Хан-бейҙәрҙең әмеренә
 
Буйһонмаҫ булған икән, —
 
тип әйтелгән икән эпоста, беҙҙең ерҙәрҙә ҡалған исем ошо батыр менән бәйлелер тигән фекер бар.
 
Тау-таштар араһынан талғын ғына боролоп-боролоп аҡҡан һыулы Кесе Һүрәмгә уң яҡлап Яусапҡан исемле бәләкәй генә йылға ҡушыла. Был йылға Үрге Бикбирҙе ауылының Әсеташ юлында ята. Ошо ауылда йәшәүсе ҡарттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, был исем бик күптәнге ваҡиғаға бәйле. - ~ •
 
«Аҙаҡлы йылғаһын үткәс, һул яҡлап үҙәктәрҙең береһендә Сура тигән кеше үҙенең ырыуы менән тирмә ҡороп йәшәй. Был урындар урманлы, таулы, ләкин мал көтөү өсөн типһәнле урындары күп. Бында йәшәүселәрҙең төп кәсебе малсылыҡ булһа, йылҡылдап йөрөгән йылҡы малдары ырыуҙың ғорурлығы һаналған. Ҡара урмандар, үҙәктәр йыш ҡабатланып торған сапҡындарҙан һаҡланыу өсөн уңайлы. Сапҡындар ваҡытын белгәс, Сура яҡын-тирәләге иң бейек тауҙың башына ҡарауылсылар ҡуя торған булған. Ул тауҙан Кесе Һүрәм буйҙары әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер ваҡыт Сураның ҡыҙы менән кейәүенә яу килеүен күҙәтеү сираты етә. Улар, яу күренеү менән, йәйләүҙәгеләргә хәбәр итергә тейеш булалар. Йәштәр икеһе лә һыбай йөрөүгә оҫта, уҡтан атыуға мәргән, ә кейәү кеше оло һунарҙарҙа ла йыш ҡатнаша.
 
Яу Оло Һүрәм менән Кесе Һүрәм ҡушылған ергә килеп етә лә төнөн ҡуна. Был урында хәҙер Таҙлар тигән ауыл урынлашҡан. Яу ғәҙәттәге юл буйлап, Кесе Һүрәм яғынан уҙып, Ҡарауыл тауы яғынан бармай, бөтөнләй көтөлмәгән ерҙән, Ҡарһаҡлы йылғаһы буйлап китеп, Әсмән бейеге тигән тау аҫтынан ғына Кесе Һүрәмгә ынтыла. Шулай итеп, йәштәр һағалап торған Ҡарауыл тауын урап үтәләр ҙә ҙур булмаған һырт аша Суҡ ҡарағай тигән ергә килеп сығалар. Мал өйөрөп йөрөүселәр, яу килгәнен күреп, ашығыс рәүештә Сураға сапҡын ебәрәләр.
 
Сура көтөлмәгән һөжүмгә аптырап, бәлйерәп төшмәй, тиҙ генә иҫ йыя һалып, ҡаршы көс туплай. Ҙур ҡорбандар менән кире ҡағыла яу. Ошо яуҙан һуң уның даны тағы ла күтәрелә. Уға «батыр» тигән исем бирелә. Шул көндән башлап '''Сура батыр''' тип хөрмәтләп өндәшкәндәр уға.
 
Сура батыр ҡыҙы менән кейәүенә ныҡ асыуланған һәм: «Һеҙ әллә имән ҡарауыллап тор-ҙоғоҙмо?» — тигән. Шунан бирле ул урын '''Имән ҡарауылы''' тип, ә ошо яу менән бәйле башҡа урындар '''Кешеғырылған туғайы''', '''Яусапҡан йылғаһы''' тип йөрөтөлә башлай. Ул атамалар хәҙер ҙә һаҡлана.
 
'''Һорау.'''
 
''Ҡәҙерле уҡыусылар!'' Бер нисө легенда менән таныштығыҙ. Хәҙер ошо һорауға яуап бирегеҙ: ни өсөн Рәшит Шәкүр «Топонимия — ерҙең хәтер китабы» тигән?
 
'''Өйгә эш.'''
 
Үҙегеҙ йәшәгән ауылығыҙҙа ошондай матур, фәһемле легендалар һаҡлаған берәй төбәк тураһында һорашығыҙ. Яҙып алығыҙ һәм мәктәпкә бүләк итегеҙ. Ул — һеҙҙең бүләгегеҙ булыр, Уҡытыусығыҙ менән кәңәшләшеп, гәзит й э журнал редакцияһына ебәрергә мөмкин.'
 
'''Уйланыу өсөн һорау.'''
 
''һуңғы ваҡыттарҙа Ағиҙелде — Белая, Шүлгөнташ мәмерйәһен — Капова пещера, Яҡтыкүлде — Банное, Ҡарағайлыны — Борожеич күле һәм башҡалар тип атай башланылар. Башҡорт олатайҙарыбыҙ ҡушҡан матур исемдәрҙе бөгөн үҙгәртеп ебәреүҙең халҡыбыҙ тарихы өсөн зыянлы яғы бармы? Башҡортса исемдәре онотолһа, был ерҙәрҙә ҡасандыр башҡорттар йәшәгән тип иҫбат итеп булырмы?''
 
===ҺАНДАРҘА ЛА ТАРИХ ҺАҠЛАНА===
 
Беҙҙең илдә милләттәр төрлөлөгө «үҙгәреп» торҙо. 1926 йылда илебеҙҙә 176-милләт йәшәй тип яҙылһа, 1936 йылда И. В. Сталин докладында милләттәр һаны 60 самаһы тип әйтелә. 1959 йылда йән иҫәбен алыуҙа 129 төр милләт йәшәй тип танылһа, 1979 йылда — 101, 1989 — 128, аҙаҡ тағы 40 милләт индерелә, ә Фәндәр академияһының Этнография институты мәғлүмәттәре буйынса, 1989 йылда милләттәр һаны — 824.
 
Башҡортостанда йәшәүсе милләт вәкилдәренең һаны йөҙҙән ашыу. Бынан 400 йылдан ашыу ваҡыт элек, башҡорттар урыҫ дәүләтенә ҡушылған саҡта, Башҡортостан ерендә йәшәүсе башҡорт халҡы 90 проценттан ашыу булган, бөгөн иһә 22 процент тирәһе генә.
 
*1923 йылда 29,3 процентты тәшкил иткәнбеҙ. Ул саҡта рустар 39,6, ә татарҙар 5,8 процент булған.
 
*1989 йылда башҡорттар — 21,9, рустар — 39,3, татарҙар 28,4 процент.
 
*Өҫтәүенә, бына тағы бер эс бошорғос мәғлүмәт! Ошо күрһәтелғән иҫәп эсенән фәҡәт 74,4 процент башҡорт ҡыка башҡорт телен үҙенең туған теле тип иҫәпләй.
 
Туған телен үҙ теле тип һанамаусыларҙың милләтебеҙгә кире йоғонтоһо бармы һуң? Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә йәки уйлауынса, ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер түгелме?
 
'''Мәғлүмәт.''' ''1923 йылда йән иҫәбен алған саҡта Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың 5,9 процентын типтәрҙәр, 5,8 процентын татарҙар, 4,4 процентын мишәрҙәр тәшкил иткән. Хәҙерге көндә Башҡортостанда татарҙарҙың һаны 28 процент тәшкил итә, ә типтәр, мишәр тигән халыҡ бөтөнләй телгә лә алынмай. Тимәк, улар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалтҡан да татарлашҡан. Был халыҡтар хәҙер фәҡәт үҙенә генә хас булған мәҙәниәт ҡаҙанышы менән донъя мәҙәниәтен байыта алмай. Улар әҙәби әҫәрҙәр ҙә, йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә, башҡа төр сәнғәт әҫәрҙәре лә ижад итә алмай. Ижад иткән саҡта ла башҡа халыҡ исеменән генә сығыш яһаясаҡтар. Ниндәй аяныс! Тимәк, улар фәҡәт үҙҙәрен йотҡан халыҡ ижадын ғына байыта һәм үҫтерә. Әгәр ошо халыҡтарҙың балалары үҙ тарихтарын, үҙ традицияларын өйрәнһә, үҙ телдәрендә уҡыһалар, донъя матурлығынан улар биҙәп торған төҫ юғалмаҫ ине.''
 
Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, урыҫтар, япондар, ҡытайҙар, бенгалдар йөҙ миллиондан ашыу иҫәпләнә. Уларҙан ҡала күп Һанлы халыҡтар иҫәбенә немецтар, француздар, итальяндар инә. Үҙ телен, үҙ шөғөлөн, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаған бик аҙ ғына һанлы халыҡтар ҙа бар.
 
Мәҫәлән, Филиппин утрауҙарында тасадай тип аталған бер ҡәбилә йәшәй. Улар тау мәмерйәләрен төйәк иткән, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә, шифалы үҫемлектәр йыя. Бөтәһе 50-гә яҡын ғына кеше. Әммә үҙҙәренең теле булғас, айырым халыҡ сифатында йәшәйҙәр. Телдәрен юғалтһа, күберәк һанлы икенсе халыҡтан йотолорҙар ине. Унан инде тасадай халҡының үҙенә генә хас йыры, бейеүе, традициялары, биҙәү-төҙәү оҫталыҡтары, һәр төр һәнәре, аш-һыуы, кейеме һәм башҡа әллә күпме милли үҙенсәлектәре йотҡан халыҡтыҡы булып китә йәки бөтөнләй юғала.
 
'''Һорау.'''
 
''Телен белмәгән кеше үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынырмы? Туған телендә һөйләшмәгән кеше үҙ халҡының моңон үҙ итерме? Үҙ халҡының тарихын белмәгән, моңон тоймаған, туган телендә һөйләшмәгән, тимәк, халҡы менән аралашмаған кеше үҙ милләтенең хис-тойғоларын аңлармы? (Һорауҙарға яуапты атай-әсәйегеҙ менән эҙләгеҙ.)''
 
==НИМӘ УЛ милләт?==
 
'''Милләт (ғәрәп һүҙе)''' — теле, ере, иҡтисади тормошо, психология үҙенсәлектәре, мәҙәниәте һәм көнкүреш уртаҡлығы менән билдәләнгән, етештереү ысулдары нигеҙендә тарихи яҡтан бер бөтөн булып ойошҡан халыҡ.
 
Ошондай аңлатма бирелә һүҙлектәрҙә милләт һүҙенә. Аңлатма һүҙлектә әйтелгәнсә, һәр милләттең үҙенә генә хас бик күп сифаттары бар. Беҙ уны бер аҙ үттек тә инде. Хәҙер шул үтелгәндәрҙән сығып үҙебеҙ «Халыҡтың милли йөҙөн нимә билдәләй?» тигән һорауға яуап эҙләйек әле. Иң элек башҡа милләт әһелдәренең халҡыбыҙ хаҡындағы фекерҙәре менән танышайыҡ.
 
«Ниндәй гүзәл халыҡ был!» — тип яҙа Петр Иванович Добротворский (1839 — 1908) үҙ яҙмаларында.
 
«Башҡорт йырҙарының күбеһе моңло һәм һағышлы; башҡорттарҙа композиторҙар көнлә-шерлек ғәжәп көйҙәр бик күп», — тигән һығымтаға килә халҡыбыҙ йырҙарын яратып тыңлаған Руф Гаврилович Игнатьев (1818—1886).
 
«Ниндәй оһолло, сос, зирәк халыҡ был!» — тип һоҡлана Михаил Василъевич Авдеев (1821—1876) башҡорттар араһында йәшәгән саҡта. Ошо уҡ яҙыусы башҡорттарҙың мәргәнлегенә ғәжәп ҡала. «Башҡорттар бер ваҡытта ла яҙа атмай», — ти ул.
 
Декабрист шағир Петр Михайлович Кудряшев (1797 — 1827) «Абдрахман» тигән поэмаһында
 
'''ББК 74.00'''