Хәҙерге туй йолалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
12 юл:
*Беҙҙең яҡтарҙа бала сағымда ошондай бер йола барлығы хәтеремдә ҡалған: кейәү йортона килен төшкәндә(ҡапҡанан килен ултырған аттар ингәндә генә) мылтыҡтан аталар ине. Еңгәйҙәрем килен булып төшкән саҡта атайым шулай иткәйне .Бынан бер нисә йыл элек абызыйым , улы кәләш алғанда , шул йоланы яңыртты. Аңлауымса, мәғәнәһе - ен-шайтандарҙы,ҡара көстәрҙе ҡыуып,килендең ҡәйнә,ҡайны йортона инеүен нығытыуҙалыр (Танзиля Бикбаева) .
 
== Никах уҡыу ==
Ишембай, Мәләүез яҡтарында батмусҡа аҡса һалыу юҡ, әммә никах уҡылғандан һуң һәр ҡунаҡ(пар) йәштәргә теләктәр теләп бүләк һала (юрған, плед, сәй сервизы һ.б. донъя кәрәк-яраҡтары). Ә туйға саҡырылғандары туйҙа ла бүләк бирәләр (хәҙерге заманда аҡсалата яҡшыраҡ инде). Егет кәләшенә алтын биҙәүестәр бүләк итә, ә егет әсәһе килененә шәл йәки үәл (паутинка) ябындыра. Башҡаса мәһәр, тигән нәмә юҡ.Ата-әсәләр туйҙың йәштәр өсөн оло байрам икәнлеген генә онотмаһындар (''Хаят Йосопова'').
== Ҡыҙ ҡушыу ==
 
*Ҡыҙ ҡушыу бик яуаплы бурыс ,никах уҡығандан һуң ,еңгәләре улар икәү ,өсәү булыуы мөмкин ,кыҙҙы аулаҡ өйгә алып барып ,кәңәштәрен әйтеп ,урын-ерен яңы постель,гигиена әйберҙәре әҙерләп ,кейәүҙе ҡаршы алырға тейеш. Кейәү беҙҙең яҡта кейәү егете (дуҫы) менән килә. Кейәүҙе ишектән индермәй, мәрәкәләп хаҡ һорай торғайнык.Мәҫәлән . "Ишек бауы мең тәңкә ,бикәсебеҙ миллион тәңкә" йәки " ишек бауы шуныңса" тип (үҙеңдең хаҡыңды һорап), кейәү егете менән һатыулаша-һатыулаша бер хаҡҡа килешәһең, был гел мәрәкә, шаярыу менән уйынсылап эшләнә.Хаҡҡа килешкәс, ишекте асып кейәүҙе йыртышҡа баҫтырып индерә торған инек ,уныһы үҙе бер йола ,хәҙер ул бөткән шикелле. Шунан йөштәрҙе сәй эсереп, уйынсалап кәңәштәреңде биреп, еңгәләре кейәү егетен алып, йөштәрҙе бикләп сығып китәһең, тик йәштәр ябылған өйҙө шыпа ташлап китмәйһең, яҡын-тирәлә аңдыңҡырап йөрөйһең, донья хәлен белеп булмай - йә ауыл егеттәре ,йә бүтән еңгәйҙәр йәштәрҙе аптыратып йөрөмәһен өсөн. Бәлки хәҙер улай түгелдер, но беҙ ҡыҙ ҡушҡанда төндө йоҡламай торған инек, таң менән мунса яғып, ҡоймаҡ ҡойоп, йәштәрҙе мунса әҙер булғас мунсаға ебәреп, урындарын йыйыштырып, иртәнге сәй әҙерләй торғайныҡ.Кейәү кеше постелгә аҡса йәки бүләктәр йөшерә торған ине, уны эҙләп хәтһеҙ ваҡыт үтә торған ине (''Вәсилә Ҡарағужина'').