Хәҙерге туй йолалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
*Сыбыртҡылау беҙҙең Баймаҡта бар.Ҡыҙ йортонда булған туйҙың аҙағында ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап ҡайтаралар.Таҫма осона кем күпме аҡса бәйләй ала,бәйләп ҡотола. Ҡыҙҙы оҙатып барғас,ҡаршы яҡтар сыбыртҡыламайҙар.(''Карима Аралбаева'')
* Сыбыртҡы ите ашатыу тип атала ул. Ҡоҙаларҙың ҡайтыр ваҡыты еткас, табынға ит ултыртыла. Шул мәл һыйлаусы ҡоҙаларҙың береһе тунын тиҫкәрегә әйләндереп кейеп,мәжлес барған бүлмәгә инә. Ҡулына төрлө бауҙарҙан торған "сыбыртҡы" (йәғни, ысын сыбыртҡы түгел, ә таяҡҡа бәйләнгән бауҙар, күбеһенсә ни өсөндөр ҡыҙыл төҫтә). Ул һыйланып ултырған ҡоҙаларға : " Ҡайтыр ваҡытығыҙ етте, ни эшлап һаман ултыраһығыҙ?" - тип ҡулындағы "сыбыртҡыһы" менан һуғырға ынтыла. Ә ҡайтырға тейешле ҡоҙа: " Итте ашап бөтмәй ҡайтмайым! - тип"сыбыртҡыны" тотоп ала һәм бауына аҡсамы йәки икенсе бер нәмәме бәйләй. Был йола уйын-көлкө, шаян таҡмаҡтар менән бергә үрелеп бара. Ҡоҙаларға күрһәткән иң һуңғы хөрмәт бына шул! (Хаят Йосопова)
*Ҡоҙаларҙы сыбыртҡылағанда таҡмаҡ йырлайҙар: итте ашап бөттөгөҙ, майҙы ашап бөттөгөҙ. инде һеҙгә ни ашатам - әйҙә ҡайтып китегеҙ (''Әлфиә Ҡотоева'')
*Сыбыртҡылағанда берәй ҡоҙаса таҡмағын да әйтеп, бейеп торалар бит. Бына бер нисә таҡмаҡ. Кәрәге тейер, бәлки.
<noinclude>
 
Ҡайыштан да, йүкәнән дә
 
Сыбыртҡыны үрәбеҙ.
 
Ҡайтмай ятҡан ҡоҙаларҙың
 
Кәрәгенә бирәбеҙ.
 
Аяҡай ғынаһы,
 
Тояҡай ғынаһы.
 
Ите бөттө, ҡалды инде
 
Һөйәкәй генәһе.
 
Ашанығыҙ , эстегеҙ,
 
Уйнанығыҙ, көлдөгөҙ.
 
Ҡоҙаның ҡәҙере өс көн,
 
Бөттө һеҙҙең көнөгөҙ</noinclude>. Һ.б.
(''Таңһылыу Вәлиева'')
[[Категория:Башҡорт туй йолалары]]