Доктор Уоллок кәңәштәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
121 юл:
* '''Шәкәр диабеты''' - АҠШ-та үлемгә сәбәпсе сирҙәр араһында өсөнсө урында тора. Уның ситләтелгән зыянлы тәьҫире күп: һуҡырайыу, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы.
 
Ветеринария өлкәһендә 1957 йылда диабетты минералдар ярҙамында дауалау серенә төшөндөк: «диабетты хром һәм ванадий ярҙамында дауалап була». Ванкувер университеты һәм Бритишколумбиум медицина мәктәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, бер '''ванадий''' ғына өлкән сирлеләр өсөн '''инсулинды алмаштыра ала'''. Әлбиттә, инсулинды шундуҡ ҡына туҡтатырға кәрәкмәй. Күптәр өсөн был процесс яйлап ҡына, 4-6 ай дауамында, бара. Ошо арауыҡта адекват күләмдә хром менән ванадий ҡулланырға кәрәк. «Йөҙәрләгән, меңәрләгән пациентҡа файҙалы икәнен үҙ күҙҙәрем менән күҙәттем» тип яҙа доктор Уоллок.
Ветеринария өлкәһендә 1957 йылда диабетты минералдар ярҙамында дауалау серенә төшөндөк:
 
'''Әгәр ҙә организм минералдарҙы аҙыҡ аша үҙенән-үҙе үҙләштерер әле, тип кенә йөрөмәйсә, минералдарҙы үҙегеҙ ҡулланырлыҡ итеп ышандырһам, бик шәп булыр ине''' ти Уоллок.
 
''Беҙ иғтибар итерлек өс төрлө минерал бар''.
 
1. '''Металл минералдар'''.
 
Уларҙы таш тоҡомдарынан алып була һәм бары тик 8-12 % ғына үҙләштерелә. 25-40 йәшлек кешеләр бары 3-5 % ғына үҙләштерә ала. Кальций-лакте ҡулланаһығыҙ икән, был насар. Әгәр һеҙ ҡулланған таблетканың күп өлөшө лактоза һәм һөт шәкәренән тора икән, кәрәкле кальций алыр өсөн, көнөнә 90 шундай таблетка ашар кәрәк була. Һәм тағы ла башҡа 59 минерал барлығын онотмайыҡ.
 
2. 1960-сы йылдарҙа ауыл хужалығында '''келейдед-минералдар''' ҡуллана башланылар.
 
Был минералдарҙа металл атомын аминокислоталар, протеиндар һәм энзималар уратҡан тиелә. Бындай форма минералдарҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеүе) 40 % тәшкил итә. Һәм фәҡәт шуның өсөн аҙыҡ-түлек сәнәғәте ошо идеяны хуплап сыға.
 
* '''Коллоид минералдар'''.
 
Уларҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеү һәләте) иң юғары. Беҙҙе фәҡәт аш һеңдерелеү (всасывание) проблемаһы йәлеп итә. '''Коллоид минералдар'''ҙың 98 % һеңдерелә. Был '''келейдед-минералдар''' үҙләштереүе менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға, ә '''металл минералдар''' — 10 тапҡырға күберәк.
 
'''Коллоид минералдар''' шыйыҡ һәм бик бәләкәй киҫәксә (частицы) хәлендә — ҡыҙыл ҡан тәнсәләре, эритроциттарға ҡарағанда 7000 тапҡыр кескәйерәк, була. Һәр киҫәксә негатив көйләнгән (заряжена), ә эсәк юлы көпсәһе ыңғай көйләнгән, шуға электр-магнит ҡыр барлыҡҡа килә, һәм шуның ярҙамында минералдарҙы эсәк юлы стеналары тирәләй туплай. Һәм бөтәһе бергә үҙләштерлеү 98 % тәшкил итә.
 
Коллоид минералдарҙы барлыҡҡа килтереүҙә үҫемлектәр бик ҙур роль уйнай. Улар үҙҙәренең туҡымаларында '''металл минералдарҙы''' '''коллоид минералдарға''' әйләндерә. Үҫемлек ашағанда, беҙ ошо минералдарҙы организмыбыҙҙа туплайбыҙ һәм файҙаланабыҙ. Ләкин беҙҙең тупраҡта металл минералдар етерлек күләмдә булмағанлыҡтан, беҙ үҫтергән йәшелсә-емештә лә, икмәктә лә минералдар етерлек дәрәжәлә түгел.
 
120-140 йәшкә еткән оҙон ғүмерле кешеләр барыһы ла тиерлек диңгеҙ кимәленән 8 мең һәм 14 мең фут бейеклектәге тауҙар араһындағы ауылдарҙа йәшәй. Уларҙа яуым-төшөм 2 дюйм, унда ямғыр бөтөнләй булмай, ҡар юҡ. Был бик ҡоро төбәктәр. Улар тауҙарҙан иреп аҡҡан ҡар һыуын файҙаланалар. Шул боҙлоҡтар аҫтынан ағып сыҡҡан һыу әллә ни таҙа һәм үтә күренмәле лә түгел, гейзер һыуы түгел. Ул һыу һарғылт-аҡ йә аҡ-зәңгәр төҫтә. Бындай һыуҙа 67 алып 72 тиклем минерал бар. Тибетта был һыуҙы боҙ һөтө тип атайҙар. Был һыуҙы эсеп, минералды 8-12 % үҙләштерәләр, 2,5-5 мең йылдар дауамында тупраҡты шул һыу менән туҡландыралар.
 
Һәм уларҙа '''диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, юғары ҡан баҫымы, артрит, остеопороз, яман шеш, катаракта, глаукома, тыумыштан зәғиф балалар, төрмәләр, наркомандар, һалымдар, табиптар юҡ'''. Улар сирләмәй 120-140 йыл йәшәйҙәр.
 
Тимәк, '''коллоид минералдар мөһимме инде?'''
 
Һәм һеҙ, әгәр көн һайын минералдар ҡулланмайһығыҙ икән, һеҙ ғүмерегеҙҙе бер нисә сәғәткә, хатта бер нисә көнгә ҡыҫҡартаһығыҙ.
 
'''Шул турала уйланығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!'''
 
== Әҙәбиәт ==