Муйыл бәлеше — сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән асыҡ бәлеш.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Аҡ он
  • Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
  • Аш содаһы
  • Тоҙ
  • Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар. Эслеккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла. Бәлеш өсөн сөсө йәки әсе ҡамыр әҙерләйҙәр Аҡ он, эремсек һыуы, аш содаһы, тоҙ, майҙы ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Әсе ҡамырҙан эшләгәндә, сүпрә ҡушып баҫалар. Таба ҙурлығына ҡарап йоҡа йәймә (0,5 см ҡалынлығында) йәйәләр. Эслекте һалып тигеҙләгәс, йәймәнең ситен эскә бөгөп сығалар.